Эстондар (рус. эстонцы, эст. eestlased) — балтик буйы-фин халҡы, уларҙың күпселек өлөшө Эстонияла йәшәй. Дөйөм һаны — яҡынса 1,1 млн кеше, шул иҫәптән Эстонияла — 925 меңгә яҡын (2012). Теле — эстон, фин-уғыр тел ғаиләһенең Балтик буйы-фин төркөмөнә ҡарай.

Эстондар
эст. eestlased
Эстония тарихи өлкәләре

XVIII—XIX быуатҡа тиклем эстон халҡы үҙҙәрен maarahvas тип атаған, был һүҙмә-һүҙ «ер халҡы» тигәнде аңлата, йәғни игенселәр[1]. Еestlane термины латинсанан килә: Aesti — Тациттың «Германия» трактатында алыҫ Балтик диңгеҙ ярында йәшәгән халыҡ шулай тип аталған[2]. Урта быуаттарҙа Рустә эстондарҙың ата-бабаларын чудь тип атағандар[3].

Антропологик яҡтан Көнсығыш Балтика һәм атлантика-балтика расаларына һәм улар араһындағы күсеш типтарға ҡарайҙар[4].

XXI быуат башына ҡарата эстон халҡы динлелек йәһәтенән планетала иң һуңғы рәттәрҙә тора. Эстондарҙың 14 проценты ғына, дин уларҙың тормошонда мөһим урын биләйме, тигән һорауға ыңғай яуап бирә, уларҙың 26 проценты атеист булып тора (Европала 5-се урын)[5][6]; дин тотоусылары башлыса лютерандар һәм православтар[7].

Антропологик тибы үҙгәртергә

Эстонияның урта быуаттарҙағы халҡы үҙенең краниологик параметрҙары буйынса аныҡ күренеп торған Европа һыҙаттарына эйә. Уға яҡын тип урта быуаттар ахырындағы Вологдала күҙәтелә, шулай уҡ фин, карел һәм коми-зыряндар яҡын, дөйөм алғанда, башҡа фин-уғыр төркөмдәре фонында ҡырҡа айырылып тора. Был феномен Балтик буйы финдарының морфологик йөҙөн Көнсығыш Европаның боронғо мезолитик халыҡтары билдәләүе менән аңлатыла[8]

Тарихы һәм этнографияһы үҙгәртергә

Эсттар көнсығыш Балтик буйында беҙҙең эраның 1-се мең йыллығында көнсығыштан күсеп килгән фин-уғыр ҡәбиләләре һәм боронғо абориген халыҡ ҡатнашыуынан ойошҡан. Эсттарҙың ата-бабалары — хәҙерге Эстония биләмәһендә беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡта барлыҡҡа килгән фин телле ҡәбиләләр[9].Һуңғараҡ улар айырым көнсығыш фин-уғыр, балт, өлөшләтә төньяҡ герман, (скандинав), ә б.э. I мең йыл аҙағынан көнсығыш славян элементтарын ҡабул иткән. II мең йыллыҡ башында боронғо ҡәбилә йәмғиәттәре аҡрынлап территориаль рәүешкә күсә һәм эстон ҡәүеме ойошоуы процесы башлана. Академик Х. А. Моор раҫлауынса, «эстон халҡының етлегеүе ҡалған фин-уғырҙарҙың ойошоу тарихы менән генә бәйле түгел, ә күрше һинд-европа ҡәүемдәренең, атап әйткәндә, балттарҙың, шулай уҡ яҡын-тирәләге славян һәм герман халыҡтарының этник үҫеше менән тығыҙ үрелеп бара».[10]

Уку Мазинг (Uku Masing), Яан Каплински (Jaan Kaplinski) кеүек Эстония культурологтары, шулай уҡ президент һәм фәнни-популяр китаптар авторы Леннарт Мери хәҙерге эстон ҡомартҡыларында фин-уғыр мираҫын асыҡларға тырыша.

I мең йыллыҡ башында үҙгәртергә

III быуаттан башлап Эстония биләмәһендә айырым этник төркөмдәрҙең бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған диалекттар һәм этнографик төбәктәрҙа: Төньяҡ, Көньяҡ, Көнбайыш Эстонияла һәм утрауҙарҙағы археологик мәғлүмәттәр буйынса үҫеш барышын күҙәтергә мөмкин. Көнбайыш Эстонияға Скандинавия һиҙелерлек йоғонто яһаған. Көньяҡ Эстонияла боронғо мәҙәни һыҙаттар оҙағыраҡ һаҡланған. Боронғо урыҫ халҡының йоғонтоһо менән эстон халҡының аҙ һанлы сету субэтносының, шулай уҡ көньяҡ-көнсығышындағы выруларҙың үҙенсәлектәре барлыҡҡа килгән; был бик асыҡ булып ҡаралтыларҙа һәм кейемдә сағыла.

Тимер быуат үҙгәртергә

V быуаттан алып IX быуатҡа тиклемге урта тимер быуат осоро, X быуат башына тиклем Балтик буйында тимер бик һирәк осрай, һәм унда бронза быуаты мәҙәниәте һаҡлана. IX быуаттан башлап, һуңғы тимер быуатта ауылдар төҙөлә башлай (бер нисә ғаилә үҙ хужалыҡтарын берләштерә). Һөҙөмтәлә приходтарға һәм өйәҙҙәргә территориаль бүленеш килеп сыға. Күрше илдәр менән сағыштырғанда Эстонияның ауыл мәҙәниәте аҙ үҫешкән — башлыса боронғо эсттарҙың йәшәү урыны утар булған, унда йәмғиәт берәмеге булып иҫәпләнгән ғаилә йәшәгән[11]. Ғаилә 8 — 10 кешенән торған. Бөтә төҙөлөш ҡаралтылары асыҡ ихата тирәләй төҙөлгән, төп бина — торлаҡ ригаһы — уның фасады ихата эсенә, төньяҡтан көньяҡҡа ҡаратып төҙөлгән.

Тимер быуаттың һуңғы осоронда (IX—XIII быуаттар) игенселек тиҙ үҫешкән. Шулай уҡ бойҙай, һоло, борсаҡ, ноҡот борсағы һәм етен, һуңғараҡ кәбеҫтә һәм аңра шалҡан өҫтәлә. XI быуаттың икенсе яртыһында ужым арышын культиваторлау башлана. Көршәксе түңәрәктәре ҡулланыла башлай. Һөнәрселек эше күршеләренеке кимәлендә үҫешмәгән була.

Эст ҡәбиләләре үҙгәртергә

XIII быуатта немец рыцарҙары прус ерҙәренә — көнбайыштан һәм эстар, ливтар, шулай уҡ курши, земгал, селон, латгалдар йәшәгән территорияларға Рига ҡултығы яғынан һөжүм иткән. Ошо имештер ҙә «Изге һуғыш» барышында кешеләрҙе күпләп үлтереү һәм ауылдарҙы емереү, яндырыу бара.

Боронғо заман аҙағында (XIII быуат) Эстонияла йәшәгән эст ҡәбиләләре нигеҙендә эстон халҡы һәм теле барлыҡҡа килә. Эстондар ултыраҡ игенселәр булған һәм үҙҙәрен «ер халҡы» тип атаған[12].

Эстон халыҡ мәҙәниәтенең иң боронғо элементтарынан риганы, ҡара икмәкте, туй һәм раштыуа йолаларын, шулай уҡ көҙ көндәре мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу (был көндәрҙә мәрхүм ата-бабаларҙың рухтары өйҙәренә килә тип һанала) һәм халыҡ музыкаһының үҙенсәлекле формаһы: ҡыҫҡа, ләкин бай мотивлы руник йырҙы (regilaul) атарға мөмкин.

 
Эстондарҙың милли костюмы

XI—XIII быуаттан башлап эсттарҙың кейеме тураһында тәүге мәғлүмәттәр күренә. Ҡатын-ҡыҙҙың төп кейем-һалымы — етен күлдәк һәм йөн сюртук. Янбаштар тирәләй йөн итәк урағандар, уны билбау менәнберкеткәндәр. Етен кейемде ап-аҡ итеп ағартҡандар, өҫкө кейем һарыҡ йөнө төҫөндә йәки ҡара төҫтә булған. Итәк өсөн йөндө үҫемлек буяуҙар менән биҙәгәндәр; иң таралған буяу үләне — калган (лат. Alpinia) булған, унан ҡыҙыл төҫ алғандар.

Боронғо эсттарҙың дине тураһындағы белем XIX быуаттағы археологик табылдыҡтарға, боронғо һәм урта быуат хроникаларына һәм фольклор материалдарына нигеҙләнә. Эсттар һәр малдың, ағастың һәм таштың йәне бар тип иҫәпләгән; таштарҙа, шишмәләрҙә һәм ағастарҙа йәшәгән һаҡлаусы рухтарға ышанған. Рухтарҙы ризалатыу өсөн уларға ҡорбан килтереү йолаһын үтәгәндәр.

Күп кенә дини йолалар һәм ритуалдар ҡатмарлы булмаған, профессиональ йоласылар ҙа кәрәкмәгән. Тәү сиратта, изге имәнлектәр Ҡорбан килтереү урындары тип һаналған: унда ағастарҙан япраҡ өҙөргә лә, ерҙән нимәлер алырға ла, шулай уҡ таштарына, шишмә-инештәренә ҡағылырға ла рөхсәт ителмәгән. Игенселектең үҫешеүенә бәйле эсттарҙың мифологик ҡарашында һауа, күк йөҙө күренештәре һәм илаһтары тураһында мифологик ҡараштар алға сыға.

Күктең баш хоҙайы тип Уку (эст. Uku, Ukko) — «бабай» һаналған. Уңдырышлылыҡ тылсымына, баҫыуҙың һәм игендең илаһтарына (эйәләре) инаныс арта. Көн менән төн тигеҙләшкән мәлдә усаҡ яҡҡандар, сөнки ут яуыз рухтарҙы ҡыуа тип иҫәпләнгән. Сихырсылар, күрәҙәләр һәм бағымсылар булған, уларға ауырыуҙар һәм башҡа бәләләр ваҡытында ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндәр. Боронғо эсттар һүҙ көсөнә ышанғандар: һунарсылар һәм балыҡсылар табышын уның ниндәй төргә ҡарағаны (айыу, болан, алабуға) буйынса атамаған, ә махсус йәшерен «ҡушаматтар» ҡулланғандар.

Көҙ аҙағында вафат булғандарҙың барыһын да иҫкә алғандар — уларҙың рухтары элекке өйҙәренә ҡайтып килеүенә ышаналар. Улар өсөн табын әҙерләйҙәр һәм мунса яғалар, бөтә ерҙә тынлыҡ һәм тыныслыҡ хөкөм һөрә. Балтика халыҡтары араһында шайтан, иблис йәки яуызлыҡ рухы тип аталған көстәргә ҡарата ҡулланылған velnias һүҙе кире ҡайтып тереләргә янай башлаған мәйеттәргә ҡарата ҡулланылған (башҡорт халҡында — өрәк). Баш Күк илаһы булып Уку иҫәпләнгән (эст. «бабай»)[13].

Халыҡ йырҙарында телгә алынған иң боронғо мифтарға ярашлы, эстондарҙың ата-бабалары донъя йомортҡанан яралған тип ышанған. Ҡош юлы йондоҙлоғо Донъя ағасы олоно йәки мәрхүмдәрҙе теге донъяға оҙатҡан ҡоштар юлы тип күҙалланған.

Эстондар СССР-ҙа һәм Рәсәйҙә үҙгәртергә

Эстон-сетуҙар Х быуаттан Псков ҡулы аҫтындағы ерҙәрҙә ойошоп йәшәгән.

 
Эстон православ сиркәүе. Санкт-Петербург
 
Эсто-Садок — эстондарҙың Сочиға йәнәш торамаһы

Эстондарҙы хәҙерге Рәсәй биләмәһенә (Ленинград өлкәһе) күпләп күсереү XVIII быуаттың беренсе яртыһында, Бөйөк Төньяҡ һуғышы барышында Балтик буйын Рәсәй империяһына ҡушҡандан һуң һәм Ингерманландияла яңы биләмәләрҙе үҙләштереү кәрәклеге менән бәйле килеп сыға.

XIX быуатта эстон халҡының күбеһе ер етмәү арҡаһында Себер, Төньяҡ Кавказ, Ҡырым һәм Алыҫ Көнсығышҡа әҙ үҙләштерелгән ерҙәргә күсенә, эстон крәҫтиәндәре Рига, Петербург һәм уның ҡала яны ҡасабаларындағы сәнәғәт предприятиеларына эшкә әүҙем яллана[14]. 1860 йылда эстон йәмәғәте ихтыяждары өсөн Петербургта Изге Иоанн (Изге Яхъя) лютеран сиркәүе төҙөлә.

1920-се йылдарҙа Ленинград өлкәһендә һәм Себерҙә эстон милли ауыл советтары була[15]. Әммә 1936—1937 йылдарҙа был ауыл советтары бөтөрөлә, ә эстондарҙың бик күбе репрессиялана[16]

Эстония Советтар Союзына ҡушылғандан һуң бер нисә мең эстон Коми АССР-ына, Киров өлкәһенә һәм Ҡаҙағстанға һөргөнгә ебәрелә. Бынан тыш, Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән бер нисә мең эстон СССР-ҙың көнсығыш райондарына эвакуациялана. 1949 йылда Эстониянан 20 535 кеше депортацияланған[17], уларҙың күбеһе эстон булған.

1955 йылдан һуң эстондарҙы күпләп реабилитациялау һәм Эстон ССР-ына ҡайтарыу башлана. РСФСР-ҙа эстон халҡы һаны кәмей башлай — 1959 йылда 78,5 мең булһа, 1989 йылдан 46,4 меңгә ҡала[18].

СССР тарҡалғандан һуң Рәсәйҙә эстондар һаны ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында ҡырҡа кәмей — Эстонияға репатриация, тыуымдың кәмеүе, урыҫ халҡы менән ассимиляция шуға килтерә. 2010 йыл халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Рәсәйҙә 17 875 эстон (2002 йылғы халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса 28 113 кеше) йәшәгән.

Федерацияһы субъекттары Эстондар 2002 йыл иҫәбе, кеше[19] Эстондар 2010 йыл иҫәбе, кеше[20]
Красноярск крайы 4104 2346
Омск өлкәһе 3095 2082
Санкт-Петербург 2266 1534
Ленинград өлкәһе 1409 772
Новосибирск өлкәһе 1399 891
Мәскәү 1244 1072
Краснодар крайы 1136 668
Псков өлкәһе 1122 625
Томск өлкәһе 751 528
Силәбе өлкәһе 504 353
Новгород өлкәһе 307 171
Калининград өлкәһе 282 185
Свердловск өлкәһендә 437 275
Карелия Республикаһы 257 156

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Ariste, Paul (1956). Maakeel ja eesti keel. Eesti NSV Teaduste Akadeemia Toimetised 5: 117-24; Beyer, Jürgen (2007). Ist maarahvas (‚Landvolk‘), die alte Selbstbezeichnung der Esten, eine Lehnübersetzung? Eine Studie zur Begriffsgeschichte des Ostseeraums. Zeitschrift für Ostmitteleuropa-Forschung 56: 566—593
  2. Аналогичным образом тацитовский этноним «фенны» (Fenni) был распространён на суоми, породив современное название «финны».
  3. [ Эстонцы] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  4. Атланто-балтийская раса // БРЭ. Т.2. М. 2005
  5. РИА Новости: Эстония оказалась самой атеистической страной мира
  6. Eurobarometer Poll 2005 Евробарометр 2005-го года // https://ec.europa.eu/commfrontoffice/publicopinion/archives/ebs/ebs_225_report_en.pdf.
  7. Интервью с митрополитом Таллинским и всея Эстонии Корнилием (Якобсом)
  8. Моисеев В. Г., Широбоков И. Г., Крийска А., Хартанович В. И. Краниологическая характеристика средневекового населения Эстонии // Радловский сборник. Научные исследования и музейные проекты МАЭ РАН в 2012 г. СПб. 2013. C. 71—79
  9. Lehti Saag et al. The Arrival of Siberian Ancestry Connecting the Eastern Baltic to Uralic Speakers further East, 2019
  10. Моора Х. А. Вопросы сложения эстонского народа и некоторых соседних народов в свете археологии // Вопросы этнической истории эстонского народа. Таллин. 1956 г. стр. 49.
  11. В старом эстонском языке слово «семья» (pere) имело то же значение, что и «хутор» (talu)
  12. эст. maarahvas «народ земли; сельский, деревенский народ».
  13. Финно-угорская мифология
  14. Toivo U. Raun Estonia and the Estonians. 2nd ed. Hoover Press. 2001. Page 72
  15. Национальные меньшинства Ленинградской области. П. М. Янсон. — Л.: Орготдел Ленинградского Облисполкома, 1929. — С. 22—24. — 104 с.
  16. Многонациональная Ленинградская область 2016 йыл 5 март архивланған.
  17. Александр Дюков: Эстонский миф о «советской оккупации» 2012 йыл 27 март архивланған., 5. Депортация 1949 года
  18. Приложение. Справочник статистических показателей // Демоскоп Weekly
  19. Всероссийская перепись населения 2002 года 2012 йыл 26 ғинуар архивланған.
  20. [Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года]

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә