Эсперанто тарихы  — Людвик Лазарь Заменһоф 1870—1880 йылдарҙа төҙөгән, 1887 йылда баҫтырған планлы телдең үҫеш тарихы. Һөйләшеүселәр һаны, хөкүмәт йәки халыҡ-ара ойошмалар яғынан ҙур хуплау тапмаһа ла, әкренләп булһа ла үҫә. Ҡайһы саҡта тел бөтөнләй тыйыла йәки баҫтырыла.

Беренсе баҫманан беренсе конгрессҡа тиклем үҙгәртергә

 
«Беренсе китап», урыҫ телендәге баҫма
 
 
 
 
 

Башта эсперанто хәрәкәте Рәсәй Империяһы һәм көнсығыш Европала тарала, әммә бер аҙҙан көнбайыш Европа һәм унан ары: 1889 йылда — Аргентина; 1901 йылда — Канада; 1903 йылда — Алжир, Чили, Япония, Мексика, Перу; 1904 йылда — Тунис; Австралия, АҠШ, Гвинея, Индокитай, Яңы Зеландия, Тонкин, Уругвай 1905 йылда өйрәнә башлай.

Беренсе йылдарҙа тел күбеһенсә Заменһоф баҫмалары өсөн, шулай уҡ La Esperantisto" журналында (1889—1895 йылдарҙа баҫылған),һәм бик һирәк шәхси осрашыуҙарҙа ҡулланыла.

1894 йылда Вильгельм Тромпетер, «La Esperantisto» журналы нәшерсеһе, һәм башҡа ҡайһы бер эсперансылар баҫымы аҫтында, Заменһоф радикаль реформаны уҡыусылар тауыш биреүенә сығара. Ул алфавитты 22 хәреф тиклем (акцентлы хәрефтәрҙе һәм күп өндәрен бөтөрөү иҫәбенә, һәм уларҙы күпселек звуков) ҡыҫҡартырға, күплек һанын -i алмаштырырға, сифат ҡылымды алтынан икегә тиклем ҡыҫҡартыу һ.б. тәҡдим итә. Был реформа күпселек эсперансыларға оҡшамаһа ла, әммә ҡайһы бер үҙгәртеүҙәр унан һуңғы реформаларҙа ҡулланыла. Киләһе ун йыллыҡта эсперанто көнбайыш Европала, күбеһенсә Францияла тарала. 1905 йылда уҡ эсперанто телендә 27 журнал сыға[1].

1904 йылда бәләкәй халыҡ-ара конференция уҙҙы, унан һуң 1905 йылдың авгусында Булонь-сюр-Мерелә (Франция) Беренсе бөтә донъя конгрессы үтә. Был конгресста 20 илдән 688 ҡатнашыусы булды. Был съезда рәсми рәүештә Заменһоф эсперанто хәрәкәте етәкселегенән отставкаға китеү тураһында ғариза бирә. Ул тәҡдим иткән эсперанто хәрәкәтенең принциптары декларацияһын ҡабул итәләр.

Беренсе конгресстан алып үҙгәртергә

Бөтә донъя эсперантосылар конгресстары 1905 йылдан башлап үткәрелә. Ике бөтә донъя һуғыштары ваҡытында туҡтатыла.

1920 йылдар башында эсперанто телен Милләттәр Лигаһының эш теле тиеп ҡабул итеү ҡарала. Ун делегат был фекерҙе хуплай, әммә француз делегаты Gabriel Hanotaux (ингл.) ҡаршы тауыш бирә. Француз теле үҙ урынын юғалтыуҙан ҡурҡа. Әммә ике йылдан һуң Милләттәр Лигаһы ағза дәүләттәргә эсперантоны үҙ уҡыу пландарына индереүҙе тәҡдим итә. 1920-се йылдарҙа күп тарихсылар эсперанто хәрәкәте үҫешен күҙәтә.

Нацистар германияһы һәм СССР-ҙа 1930-сы йылдар уртаһынан милли эсперанто ойошмалары бөтөрөлә, ә күп кенә эсперанто хәрәкәте ҡатнашыусылары юҡ ителә.

Һалҡын һуғыш ваҡытында, бигерәк тә 1950-се, 1960-сы йылдарҙа, эсперанто дошман пропагандаһы өсөн ҡулланыу ҡурҡынысы янай. 1970-се йылдарҙа тел яңыртыла һәм Иран кеүек илдәргә тарала, унда билдәлелек яулай.

Тел артабан да үҫешә бара, бер ниндәй дәүләт тарафынан танылмай, әммә бер нисә дәүләттең белем биреү программаларына ингән.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Auld, William.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Auld, William. La Fenomeno Esperanto. Rotterdam: UEA, 1988
  • Lins, Ulrich. La Danĝera Lingvo. Gerlingen, Germany: Bleicher Eldonejo, 1988 (также доступно на польском языке 2008 йыл 29 октябрь архивланған.)
  • Privat, Edmond. The Life of Zamenhof. Bailieboro, Ontario: Esperanto Press, 1980
  • Zamenhof, L. L. Letero al N. Borovko. 1895 [1]