Эрнст Гидеон фон Лаудон

Эрнст Гидеон фон Лаудон (нем. Ernst Gideon von Laudohn; 2 февраль 1717 йыл, Тотцен, Латвия — 14 июль 1790 йыл, Ной-Титшейн, Австрия) — барон, генералиссимус, Австрияның Ете йыллыҡ һуғыш ваҡытындағы хәрби етәксеһе.

Эрнст Гидеон барон фон Лаудон
нем. Gideon Ernst Freiherr von Laudon
Тыуған ваҡыты

2 февраль 1717({{padleft:1717|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})

Тыуған урыны

Тотцен имениеһы, Лаудона, Лифляндия

Үлгән ваҡыты

14 июль 1790({{padleft:1790|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (73 йәш)

Вафат урыны

Ной-Титшейн, Австрия

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Изге Рим империяһы Изге Рим империяһы

Ғәскәр төрө

Инфантерия

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы 17321741
Флаг Священной Римской Империи 17421790

Хәрби звание

Генералиссимус

Хәрби алыш/һуғыш

Польша мираҫы өсөн һуғыш,
Рус-төрөк һуғышы (1735—1739),
Австрия мираҫы өсөн һуғыш,
Ете йыллыҡ һуғыш,
Бавария мираҫы өсөн һуғыш,
Австрия-төрөк һуғышы (1787—1791)

Наградалар һәм премиялар
Мария Терезия хәрби ордены
Мария Терезия хәрби ордены
Кунерсдорф һуғышында Лаудон еңеүсе позаһында, 1878 йыл, портрет
Эрнст Гидеон барон фон Лаудон

Биографияһы үҙгәртергә

Сығышы менән шотланд милләтенән, Лифляндияла төпләнгән.

1732 йылда рус хеҙмәтенә ингән. 1734 йылда Данцигты ҡамауҙа тотоуҙа ҡатнашҡан, 1735 йылда — Ласси корпусы составында Рейнгә походҡа барған.

1736—1739 йылдарҙа рус-төрөк һуғышында ҡатнашкан. Солохтан һуң, уның хеҙмәт иткән ерҙәге булған конфликттар тураһындағы ялыу ҡағыҙына әһәмиәт бирмәй ҡалдырғанлыҡтан, Петербургҡа «дөрөҫлөк эҙләргә» барған.

рус хеҙмәтенә уны алмағандар, шунлыҡтан ул 1742 йылда Австрияның фон Тренк етәкселегендәге регуляр булмаған корпусына капитан булып барған. 1744 йылда, Австрия мираҫы өсөн барған һуғышта ҡаты яраланған. Католиклыҡҡа күскән. Ете йыллыҡ һуғыш башланғанға тиклем ил сигендә хеҙмәт иткән.

Ете йыллыҡ һуғыш башында подполковник дәрәжәһендә булған. 1757 йылдың февраль айында, ике һуғышта ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, полковник дәрәжәһенә эйә булған. Австрия империяһы армияһының еңел кавалерияһы менән командалыҡ итеп, ул Саксонияның пруссактарына ҡаршы «бәләкәй һуғыш» алып барған. Ул Колин янында һәм Росбахтағы алыштарҙа ҡатнашҡан һәм Росбахтан һуң генерал-майор дәрәжәһенә күтәрелгән.

Ольмюц янындағы уңышлы һуғышта пруссактарҙың күп ылауҙарын баҫып алған өсөн 1758 йылдың 30 июнендә фельдмаршал-лейтенант дәрәжәһен яулаған. Хохкирхе өсөн һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн Мария Терезия орденының ҙур тәреһе һәм барон титулы менән бүләкләнгән .

Кунерсдорфтағы алышта Австрия армияһының корпусы менән етәкселек иткән. Немец телендәге тарих яҙмаһында Кунерсдорфта пруссактарҙы тар-мар итеүҙә Лаудондың роле бик ҙур булыуы тураһында яҙылған.

Кунерсдорфтан һуң, 36 мең һалдатлы айырым корпустың башында тороп, 1760 йылдың 23 июнендә Ландесхут янында Пруссия генералы Фукенең корпусын еңгән, 7 июндә Глацты (хәҙерге Польшаның Түбәнге Силезия воеводствоһының Клодзко ҡалаһы) ҡамаған һәм 26 июлдә уны бәреп алған, тик Бреслауҙы (хәҙерге Польшаның Вроцлав ҡалаһы) ғына уңышһыҙ ҡамаған.

1760 йылдың15 авгусында Лигниц янында Фридрихтан тармар ителгән, үҙенең еңелеүен дошмандары Даун һәм Лассиҙың өҫтөнә йөкмәткән.

Киләһе йылда Силезияла айырым 60 меңдән торған корпустың башында торған һәм рус армияһы менән бергә дошманға ҡаршы һуғышҡан. 30 сентябрҙән 1 октябргә ҡаршы төндә Швейдниц ҡәлғәһен (хәҙерге Свидница, Польша) алған. 1762 йылда Даундың интригалары арҡаһында командалыҡ итеүҙән ситләтелгән.

Даун 1766 йылда үлгәнгә тиклем эшһеҙ ҡалған, шул уҡ 1766 йылда Гофкригсрат ағзаһы булып әүерелгән, 1769 йылдан — Моравияла армияның баш командующийы булған.

1778 йылдың 27 февралендә уға фельдмаршал дәрәжәһе бирелгән. Шул уҡ йылда Бавария өсөн мираҫ алыу һуғышында Пруссияның принцы Генрихҡа ҡаршы Богемияла һуғышҡан

Фельдмаршал Хадиктың ауырыуы сәбәпле 1788—1789 йылдарҙа Төркиәгә ҡаршы алып барылған һуғышта Австрия ғәскәрҙәренең баш командующийы итеп тәғәйенләнгән һәм был һуғышта төрөк армияһына бик етди зыян килтергән, Белградты алған. Был һуғыш уңышлы тамамланғас, уны генералиссимус иткәндәр.

1790 йылда Пруссияға ҡаршы һуғышасаҡ армияның баш комадующийы итеп ҡуйылған. Ваҡытһыҙ үлеме генә уға был һуғышта тағы ла бер тапҡыр маҡтауға лайыҡ булырға ҡамасаулаған.

Әҙәбиәте үҙгәртергә

  • Janko: Leben des Feldmarschalls von Laudon, Wien 1869

Һылтанмалар үҙгәртергә