Э́ри (ингл. Erie [ˈɪri], франц. Érié) — Канада һәм АҠШ сигендәге күл, Бөйөк күлдәрҙең береһе.

Озеро
Эри
ингл. Erie, фр. Érié
Морфометрия
Абсолют бейеклеге174 м
Үлсәме338 × 92 км
Майҙаны25 700 км²
Күләме480 км³
Яр һыҙаты1370 км
Иң тәрән урыны64 м
Уртаса тәрәнләк19 м
Гидрология
МинераллығыСөсө 
Впадающая рекаДетройт
Урынлашыуы
42°09′38″ с. ш. 81°16′23″ з. д.HGЯO
Канада Онтарио
Точка
Эри
АҠШ
Точка
Эри
 Эри Викимилектә

География үҙгәртергә

Атамаһы индеецтарҙың эри йәки эриелхонан[1] ҡәбиләһе исеменән барлыҡҡа килгән.

Майҙаны — 25 700 км². Ҙурлығы буйынса донъяла 11-се, ә АҠШ-та — 4-се урынды биләй. Эри күле көнбайыш-көньяҡ-көнбайыштан көнсығыш-төньяҡ-көнсығышҡа табан 388 км-ға һуҙылған. Киңлеге 92 км-ға тиклем. Уртаса тәрәнлеге — 19 м, максималь тәрәнлеге — 64 м. Диңгеҙ кимәленең бейеклеге +173,8 м.

Эри күле АҠШ-тың Мичиган, Огайо, Пенсильвания һәм Нью-Йорк штаттарының һәм Канаданың Онтарио провинцияһының яр буйҙарын йыуа.

Көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә бихисап утрауҙар бар. Һыу температураһы Многочҡышын 0—2 °C-тан йәйен 24 °C-ҡа тиклем үҙгәрә. Яр буйы өлөшө декабрҙән март-апрелгә ҡәҙәр туңа.

Күлгә Детройт, Гранд, Рейзин, Гурон, Моми, Сандаски, Куяхога йылғалары ҡоя. Күлдән ағып сығыусы Ниагара йылғаһы аша Эри күле Онтарио күле менән тоташа.

Эри күле яр буйында Буффало, Эри, Толидо, Порт-Стенли, Монро, Кливленд ҡалалары урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Эриелхонан — һүҙмә һүҙ тәржемәһе «оҙон ҡойроҡ», пуманың атамаһы

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә