Эпентеза

фонетик күренеш, һүҙгә өн өҫтәлеү

Эпентеза (бор. грек. ἡ ἐπένθεσις, йәбештереү, йәнәшә ҡуйыу) — фонетик күренеш, һүҙгә бер йәки бер нисә өн — тартынҡы (лат. excrescentium, оро) йә һуҙынҡы (йәғни анаптиксис, бор. грек. ἡ ἀνάπτυξις, ҡушылма) өҫтәүҙән ғибәрәт.

Эпентеза
Ҡапма-ҡаршыһы элизия

Шиғырҙа эпентеза үҙгәртергә

Антик шиғырҙа эпентеза һүҙгә ижек өҫтәүҙән тора. Мәҫәлән, «mōrtalīs, quoniām bellī fera mōenera Māvors» (Lucr. Rer. Ι 32), бында Mars урынына Māvors ҡулланылған; йәки тағы бер миҫал: «nāvita nēc mediā nēscius ērrat aquā» (Ovid. Amor. XIII 12), nauta урынына navita тора. Был осраҡтарҙа эпентеза күренеше йыш ҡына һүҙҙең архаик формаларына олғаша; мәҫәлән Māvors формаһы Mars тигәндең архаик формаһы булып тора. Ғәҙәттә латин шиғырында осрай.


Эпентезаның телдәге ҡулланылышы үҙгәртергә

Эпентеза телдә һүҙгә этимологик булмаған (йәғни мәғәнәгә йоғонто яһамаусан) тоторҡло йә күсмә өн өҫтәп ебәреүҙән ғибәрәт. Күренеш артикуляцион торош алыуҙы күҙҙә тота. Өндө әйтергә әҙерләнгән телмәр ағзалары тейешле торошто алырға алдан әҙерләнә һәм биодинамик «уңайлы» артикуляцияны тәьмин итә. Шуның менән бергә һүҙҙең алдағы фрагменттары үҙгәрешкә дусар була. Ҡағиҙә булараҡ, эволюционлыҡҡа эйә һәм телдең үҫешенә юлдаш була. Йышыраҡ тел үҙенә ят тартынҡылар тупланышы булған һүҙҙе үҙләштергәндә барлыҡҡа килә (атап әйткәндә, асыҡ ижек законына эйә булған телдәрҙә, мәҫәлән, япон йәки праславян телдәрендә).

Башҡорт телендә эпентеза үҙгәртергә

Башҡорт телендә эпентеза — өндәрҙең комбинаторлы үҙгәреше төрҙәренең береһе [1], өҫтәмә өн һүҙҙең әйтелешен еңелләштереү өсөн хеҙмәт итә. Эпентеза күренеше башҡорт теленә рус теленән һәм рус теле аша башҡа телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙә осрай. Әгәр эргәләш тартынҡылар һүҙҙең башында килһә, һуҙынҡы шул ике тартынҡының араһына ҡуйыла, мәҫәлән, князь — кенәз, бревно — бүрәнә; һүҙҙең аҙағында килһә, был һүҙгә ялғау ҡушылған саҡта һуҙынҡы тамыр менән ялғау араһына ҡуйыла, мәҫәлән, лозунг — лозунг-ы-лар, Норильск — Норильск-и-ҙа.

Хәҙерге башҡорт әҙәби телендә эпентеза күренешенең түбәндәге үҙенсәлектәре бар:

а) элеккерәк замандарҙа үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә эпентеза орфографик норма итеп алынған: бревно — бүрәнә, книга — кенәгә, кровать — карауат, квас — кеүәҫ, крупа — көрпә;

б) һуңғыраҡ осорҙа үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә эпентеза тик һөйләү телендә йә ерле һөйләштәрҙә күҙәтелә, әҙәби телгә алынмаған: бригадир — б-ы-ргадир, министр — минист-ы-р, протокол — п-ы-ратакол, акт — ак-ы-т, трактор — т-ы-рактор һ. б.;

в) ике тартынҡыға бөткән үҙләштерелгән һүҙҙәргә ялғау ҡушҡанда тамыр менән ялғау араһында әҙәби әйтелештә лә, әҙәби яҙылышта ла эпентеза күҙәтелә: Омск — Омск-и-ға, киоск — киоск-ы-ла, танк — танк- ы-лар һәм башҡалар [2].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Булич С. К.,. Эпентеза // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Цисык з. а., а. и. Шкурдюк, Антик метрика. Минск, 2004 йыл.
  • Башҡорт теле грамматикаһы : 3 томда. Т. I : Фонетика. Графика. Алфавит. Орфография. Орфоэпия. Морфемика. Морфонология, һүҙьяһалыш / [Яуаплы мөхәррире Г. Р. Абдуллина]. - Өфө : Китап, 2018.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Эпентеза 2020 йыл 3 ғинуар архивланған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Эпентеза // [http://bashenc.online/ba/articles/ Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.] 2020 йыл 3 ғинуар архивланған.
  2. [Башҡорт теле грамматикаһы : 3 томда. Т. I : Фонетика. Графика. Алфавит. Орфография. Орфоэпия. Морфемика. Морфонология, һүҙьяһалыш / [Яуаплы мөхәррире Г. Р. Абдуллина]. - Өфө : Китап, 2018.]