Энри́ко Фе́рми (итал. Enrico Fermi; 29 сентябрь 1901 йыл, Рим — 28 ноябрь 1954 йыл, Чикаго) — данлыҡлы итальян-американ физигы, теоретик һәм экспериментатор, бөгөнгө теоретик һәм эксперименталь физикаға ҙур өлөш индергән шәхес, квант физикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Физика буйынса Нобель премияһы лауреаты (1938)[1] 1939 йылда АҠШ-ҡа күсенә[⇨]. Деи Линчеи Милли академияһы ағзаһы (1935), СССР ФА-ның сит ил мөхбир ағзаһы (1929). 1939 йылда «сылбыр реакцияһы» тигән төшөнсә индерә, һуңғараҡ атом проекттарында ҡатнаша.

Энрико Ферми
Enrico Fermi
Тыуған көнө

29 сентябрь 1901({{padleft:1901|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})

Тыуған урыны

Рим, Италия

Вафат көнө

28 ноябрь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (53 йәш)

Вафат урыны

Чикаго, штат Иллинойс, АҠШ

Ил

Италия, АҠШ

Ғилми даирәһе

физика

Эшләгән урыны
Альма-матер

Пизала юғары мәктәп һәм Пиза университеты

Ғилми етәксеһе

Макс Борн
Пауль Эренфест

Уҡыусылары

Ц. Ли
Ч. Янг
Э. Сегре
О. Чемберлен
М. Гелл-Манн

Ниндәй өлкәлә танылған

ядро физикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе

Награда һәм премиялары

Нобель премияһы Физика буйынса Нобель премияһы, (1938)

Автограф

Логотип Викицитатника Викиөҙөмтәлә цитаталар

Уның хөрмәтенә Ферми-Дирака бүленеше, Томас-Ферми моделе тигән төшөнсәләр индерелгән, химик элементҡа фермий атамаһы бирелгән һ. б.

Биографияһы үҙгәртергә

Ферми 1901 йылда Римдә тимер юлсы Альберто Ферми һәм уҡытыусы Ида де Гаттис ғаиләһендә тыуған. Бала саҡтан математикаға һәләтле икәнен күрһәтә. 1922 йылда Пизалағы Юғары Нормаль Мәктәпте тамамлай һәм рентген нурҙары менән һынауҙары өсөн Пиза университетында ғилми дәрәжә ала.

Ферми масон булған[2].

1926 йылда Ферми Рим университетына профессор итеп тәғәйенләнә[3],шул ваҡыттан бик емешле хеҙмәт осоро башлана. Ядро физикаһы проблемаларын тәрәндән өйрәнеүгә тотона.

Ферми, үҙ заманының байтаҡ итальян ғалимдары кеүек үк, фашистик партияла тора. Әммә был уға 1928 йылда билдәле йәһүд ғаиләһенән Лаура Капонға (Laura Capon) өйләнеүгә кәртә булмай. 1938 уларҙың ике балаһы тыуып та өлгөрә. (Giulio)[3].

Нобель премияһы һәм эмиграция үҙгәртергә

Ферми төркөмөнөң нейтрон физикаһы буйынса эше танылыу яулай. Ферминың асыштары атом техникаһында ҡулланыш таба. Радиоактив элементтарҙы нейтрон бомбардировка юлы менән бүлеүҙе һәм ядро сылбыр реакцияһын асҡаны өсөн 1938 йылда Энрико Фермиға Физика буйынса Нобель премияһы бирелә[3]. 1939 йылда Стокгольмға ғаиләһе менән премия алырға киткән еренән Ферми Италияға ҡайтмай, сөнки власҡа килгән Муссолини ғилми эштәр өсөн шарттарҙы юҡҡа сығарыу юлына баҫа. Етмәһә, йәһүдтәрҙе эҙәрлекләү башлана[3]. Ферми АҠШ-ҡа китә, бында Нью-Йорктағы Колумбия университетында эш башлай .

Ферминың физиканан асыштары алдағы йылдарға йүнәлешле булыуы менән ҡиммәт. Уның ҡайһы бер эштәренә тейешле баһа үҙе үлгәндән һуң ғына бирелә.

1954 йылдың йәйен Ферми Европала үткәрә, ашҡаҙан рагы һуңғы стадияға еткән була. Францияла, Германияла һәм Италияла лекциялар уҡый, элекке дуҫтары менән осраша. Чикагоға ҡайтҡас, 1954 йылдың 28 ноябрендә 53 кенә йәшендә вафат була[3].

Иҫтәлеге үҙгәртергә

 
Рим. Энрико Ферми урамы.

Ферминың вафатынан саҡ ҡына алда Атом энергияһы буйынса комиссия ғалим өсөн махсус премия булдыра[3]. 1956 йылда Энрико Ферми Премияһы исеме йөрөтә башлай һәи даими рәүештә энергия өлкәһендә асыштар яһаған ғалимдарға бирелә.[4]. 100-се химик элементҡа фермий исеме бирелә. Чикаго ядро тикшеренеүҙәре институтына уның исеме бирелгән, Фермилаб - тиҙләнеш лабораторияһы, Ферми исемендәге космик телескоп бар[5], а Италиялағы күп урамдарға уның исеме бирелгән.

Баҫылған эштәре үҙгәртергә

Китаптары үҙгәртергә

  • Э. Ферми. Молекулы и кристаллы. — М.: ИЛ, 1946.
  • Э. Ферми. Элементарные частицы. — М.: ИЛ, 1953.
  • Э. Ферми. Лекции о пи-мезонах и нуклонах. — М.: ИЛ, 1956.
  • Э. Ферми. Квантовая механика. — М.: Мир, 1968 (2-е изд.).
  • Э. Ферми. Научные труды. — В 2-х т. — М.: Наука, 1971-72.
  • Э. Ферми. Термодинамика. — Харьков: Изд-во Харьк. ун-та, 1973 (2-е изд.).
  • Э. Ферми. Лекции по квантовой механике. — М., 2000.
  • Э. Ферми. Лекции по атомной физике. — М., 2001.

Мәҡәләләре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Ферми Энрико — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание)
  2. Морамарко М. Масонство в прошлом и настоящем БИОГРАФИИ МАСОНОВ — Электронная Библиотека истории масонства
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 About Enrico Fermi (ингл.). Чикагский университет. Дата обращения: 7 ғинуар 2012. Архивировано 10 ғинуар 2013 года. 2012 йыл 26 ноябрь архивланған.
  4. The Enrico Fermi Award Министерство энергетики США
  5. Enrico Fermi and the First Self-Sustaining Nuclear Chain Reaction Министерство энергетики США

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Laura Fermi. Atoms in the Family, University of Chicago Press, Chicago, 1954, pg. 123.
    • Л. Ферми. Атомы у нас дома. — М.: ИЛ, 1959 (2-е изд.).
  • Б. Понтекорво. Энрико Ферми (1901—1954) (К годовщине смерти). // УФН. — 1955. — Т. 57. — № 11.
  • П. Лятиль. Энрико Ферми. — М.: Атомиздат, 1965.
  • Б. Понтекорво. Энрико Ферми. — М.: Знание, 1971.
  • Б. Понтекорво, В. Н. Покровский. Энрико Ферми в воспоминаниях учеников и друзей. — М.: Наука, 1972.
  • Э. Сегре. Энрико Ферми — физик. — М.: Мир, 1973.
  • И. И. Гуревич, Я. А. Смородинский. Научные труды Энрико Ферми. // УФН. — 1974. — Т. 114. — № 10.
  • Ю. А. Храмов. Физики: Биографический справочник. — М.: Наука, 1983. — С. 275—276.

Һылтанмалар үҙгәртергә