Эмма Шенсон

швед рәссаме, жанр һәм портрет һынлы сәнғәте белгесе, фотограф.

Эмма Шенсон (швед. Emma Sofia Perpetua Schenson; 21 сентябрь 1827 йыл17 март 1913 йыл) — швед рәссамы, жанр һәм портрет һынлы сәнғәте белгесе, фотограф. Швецияла ҡатын-ҡыҙҙарҙан тәүге профессиональ фотографтарҙың береһе[6].

Эмма Шенсон
швед. Emma Sofia Perpetua Schenson
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Швеция
Тыуған көнө 21 сентябрь 1827({{padleft:1827|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[1][2]
Тыуған урыны Уппсала[d], Швеция[1][2]
Вафат булған көнө 17 март 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[1][3] (85 йәш)
Вафат булған урыны Уппсала[d], Швеция[1][3]
Ерләнгән урыны Уппсаланың иҫке зыяраты[d][4][5]
Ҡәбере һүрәте
Әсәһе Maria Magdalena Schenson[d][2]
Һөнәр төрө фотограф, рәссам
Вики-проект Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
 Эмма Шенсон Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

1827 йылдың 21 сентябрендә Упсала ҡалаһында, урындағы академия казначейы Джон Шенсон һәм мәктәп администраторы Марии Магадлины Хар ғаиләһендә тыуған.

Уның фотоһүрәттәр сәнғәте менән нисек танышҡаны тураһында мәғлүмәттәрҙе тарих һаҡлап ҡалмаған. Әммә сәйәхәт итеүсе фотографтарҙан өйрәнеп ҡалыу ихтималлығы бик юғары.

1864 йылда ул Упсала ҡалаһында студия аса. Швецияның тәүге профессиональ фотографтарының береһе булып китә. Уға ҡәҙәр ҡатын-ҡыҙҙар үҙаллы фотография менән шөғөлләнмәгән була.

Ә ир-егеттәргә ярҙамсы сифатында ғына сығыш яһай. Упсала студияһы асылғанға тиклем ҡалала фотоһүрәттәр менән профессиональ шөғөлләнеүсе бер кем дә булмаған. Сөнки быға тиклем был эште сәйәхәтсе фотографтар һөнәре тип ҡарағандар.

Шулай уҡ, Эмма Шенсон уның менән шөғөлләнеп акварель һынлы сәнғәте менән дә шөғәлләнә, пейзаж һәм портреттар яҙа.

Уның ҡайһы бер эштәре Упсала ҡалаһының художество музейына (Upplandsmuseet) ҡуйылған.

Рәссамдәргә тәғәйенләнгән бер нисә әсбап баҫтырып сығара: «Lätta nybegynnare teckningar för» (Башлап һүрәт төшөрөүселәр өсөн яҡтылыҡ һүрәттәре, 1877—1878)[7] һәм «Träsniderimönste» йыйынтығы (ағас һырлау өлгөһө буйынса, 1876)[8].

1880 һәм 90-сы йылдарҙа Упсала кафедраль соборын реставрациялауға арналған фотоһүрәттәр серияһын әҙерләй. Ул һүрәттәр техник оҫталыҡты ғына түгел, ә төшөрөп алыу позицияһын һайлау һәләтен дә күрһәтеп торалар.

Швецияла уны иң тәүге фотограф һәм рәссам булараҡ, Стокгольмдан Вильгельмина Лагерхольм һәм Розаля Семан (Sjöman Rosalie)[9], Мальменан Хильда Cёлин (Hilda Sjölin) менән бер рәттән ололап иҫкә алалар.

Кейәүгә сыҡмаған. 1913 йылдың 17 мартында Упсала ҡалаһында вафат була.

Галерея үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә