Экватор

Ер шарының уртаһында уны көньяҡ һәм төньяҡ ярымшарға бүлә торған һәм уның күсәренә арҡыры ятҡан һыҙыҡ

Экватор (лат. тигеҙләүсе — Ер шарының уртаһында уны көньяҡ һәм төньяҡ ярымшарға бүлә торған һәм уның күсәренә арҡыры ятҡан һыҙыҡ[1].

Экватор (Ер)
Экватор
Экватор ҡыҙыл һыҙыҡ менән күрһәтелгән

Экватор — градус селтәрҙәре араһында иң ҙур параллель. Экваторҙың барлыҡ нөктәләре лә Төньяҡ һәм Көньяҡ ҡотоптан бер үк алыҫлыҡта ята. Оҙонлоғо 40 075 696 метрға тиң. Экватор буйлар Ер өҫтө Төньяҡ һәм Көньяҡ ярымшарҙарға бүленә.

Экваторҙан башҡа, глобуста тропиктар һәм поляр түңәрәктәр билдәләнә. Уларҙы пунктир һыҙыҡтар менән күрһәтәләр.

Ҡыҙыҡлы факттар үҙгәртергә

  • Вольф вулканы экваторҙың ике яҙында ла урынлашҡан.
  • Бразилиялағы Макапа ҡалаһы бер үк ваҡытта Төньяҡ һәм Көньяҡ ярымшарҙарҙа урынлашҡан. Ҡалалағы «Zerão» стадионын экватор һыҙығы уртаға бүлеп үтә. Яҡында ғына экваторға Марко Зеро «һәйкәле» ҡуйылған.
  • Африкалағы Конго йылғаһы экваторҙы ике мәртәбә киҫеп үтә.
  • Экваторҙа боҙлоҡ та бар. Ул Эквадорҙа Каямбе вулканында. Вулкандың көньяҡ итәге экваторҙың иң бейек нөктәһе (4690 м.)[2][3].
  • Экваторҙа Ерҙең әйләнеү тиҙлеге — 465 м/c, был тауыш тиҙлегенән артығыраҡ (331 м/c)[2].
  • Экватор хөрмәтенә Эквадор, Экватор Гвинеяһы, Экватор Африкаһы аталған.

География үҙгәртергә

Гринвич меридианынан көнсығышҡа хәрәкәт иткәндә, экватор киҫеп үтә:

Илдәр, территриялар һәм диңгеҙҙәр Иҫкәрмәләр
Атлантик океан Гвинея ҡултығы
  Сан-Томе һәм Принсипи
  Габон
  Конго Республикаһы
  Конго ДР
  Уганда
  Кения
  Сомали
Һинд океаны
  тик диңгеҙ зонаһы
Һинд океаны
  Индонезия
Тымыҡ океан
  Кирибати тик иҡтисади зона
  АҠШ Бейкер утрауҙарында тик иҡтисади зона (АҠШ-тың тышҡы бәләкәй утрауҙары)
Тымыҡ океан
  Эквадор
  Колумбия
  Бразилия
Атлантик океан

Экватор киңлегендә урынлашҡан ҡалалар — Кенияла Мбандака (ДРК), Мбарара (Уганда), Кисуму һәм Накуру, шулай уҡ Индонезияла Понтианак һәм Бразилияла Макапа.

Бынан тыш экватор 33 утрауҙы киҫеп үтә. Шуларҙың 17-һе Индонезия утрауҙары, 9-ҙа Көньяҡ Американың Амазонка тамағында урынлашҡан, 5-һе Африкала Виктория күлендә[2].

Ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Русско-башкирский словарь географических терминов (Л.Мигранова)
  2. 2,0 2,1 2,2 Вокруг света № 7 (2886), июль 2014 — с. 26
  3. Cayambe (volcano) — Wikipedia, the free encyclopedia