Эйгенсон Александр Генрихович

Эйгенсон Александр Генрихович (19 июль 1914 йыл — 12 май 1979 йыл) — нефтсе, хужалыҡ эшмәкәре. 1947—1956 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһе «Башнефтегазразведка» тресының бүлек етәксеһе, быраулау контораһының, артабан трестың баш инженеры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, РСФСР-ҙың нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966), «Почёт Билдәһе» (1959) ордендары кавалеры.

Биографияһы үҙгәртергә

Александр Генрихович Эйгенсон Әзербайжан индустриаль институтын (АзИИ) тау инженеры һөнәре буйынса 1938 йылда отличие менән тамамлай[1].

Хеҙмәт эшмәкәрлеге үҙгәртергә

  • 1938—1946 өлкән инженер, быраулау цехы начальнигы, «Пермнефть» берекмәһенең геолог-разведка быраулау контораһында баш инженер;
  • 1946—1947 БАССР-ҙың № 417 (Черниковка) заводының Үҙәк лабораторияһы начальнигы;
  • 1946—1954 Өфө ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория начальнигы, институт директоры урынбаҫары;
  • 1954—1956 Ленин орденлы Өфө нефть эшкәртеү заводында баш инженер;
  • 1947—1956 бүлек начальнигы, быраулау контораһының баш инженеры, «Башнефть» берекмәһенең «Башнефтегазразведка» тресында баш инженер;
  • 1956—1958 СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Газ сәнәғәте баш идаралығының (СССР Главгаз) баш инженеры;
  • 1959—1963 Башсовнархоз техник идаралығында начальник; Башҡортостан нефть эшкәртеү ғилми-тикшеренеү иснститутын өйоштороусы һәм уның беренсе директоры (1956—1959, 1963—1976)
  • 1967—1979 СССР нефть сәнәғәте министрлығының быраулау техникаһы һәм технологиялары буйынса идаралығының начальнигы урынбаҫары.

300 ғилми хеҙмәттең һәм 30 уйлап табыуҙың авторы. VIII—X Халыҡ-ара нефть конгресында ҡатнашыусы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • СССР нефть Халыҡ комиссариатының социалистик ярыш отличнигы (1941), РСФСР-ҙың социалистик ярыш отличнигы (1964), ер аҫты разведкаһы отличнигы (1974).
  • Почетлы нефтсе.
  • Татар АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре,
  • РСФСР нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре,
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966),
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1959),
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» (1945),
  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (1951),

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Чеблаков Е. А., Рустамбеков Т. Ф., Гирбасов Г. П., Акатьев В. А., Зверева Л. М, Гундорцев И. В., Назаретов М. Б., Соколова А. В., Тараканов В. А.;. Шульга Г. П.: ПРОФЕССИОНАЛЫ НЕФТЕГАЗОВОЙ ОТРАСЛИ. libed.ru С. 13. ОАО Типография «Нефтяник» (1996). Архивировано 19 апреля 2015 года.

Һылтанмалар үҙгәртергә