Эдисон Томас Алва

То́мас А́лва Э́дисон (ингл. Thomas Alva Edison; 11 февраль 1847 йыл — 18 октябрь 1931 йыл) — бар донъяға билдәле Америка уйлап табыусыһы һәм эшҡыуары.

Томас Эдисон
Thomas Alva Edison
Эдисон 1915 йылда
Эдисон 1915 йылда
Тыуған көнө

11 февраль 1847({{padleft:1847|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})

Тыуған урыны

Майлен, Огайо

Вафат көнө

18 октябрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (84 йәш)

Вафат урыны

Уэст-Ориндж

Ил

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Ғилми даирәһе

уйлап табыусы, ғалим, эшҡыуар

Автограф

Логотип Викицитатника Викиөҙөмтәлә цитаталар
]] A Day with Thomas Edison (1922)

Эдисон АҠШ-та 1093[1] һәм башҡа илдәрҙә 3 меңгә яҡын патент алған[2]. Ул телеграфты, телефонды, киноаппаратураны камиллаштырған, электр ҡыҙҙырма лампаһының табышлы төрөн уйлап сығарған[3], фонограф уйлап сығарған. Тап ул телефондан һөйләшә башлағанда «алло» һүҙен ҡулланырға тәҡдим итә..

1928 йылда АҠШ-тың юғары бүләге АҠШ Конгресының алтын миҙалына лайыҡ була. 1930 йылда СССР Фа-ның сит ил Почетлы гражданы тип таныла[4].

Ҡыҫҡаса биографияһы үҙгәртергә

 
Йәшлек йылдары

Томас Эдисон 1847 йылдың 11 февралендә Огайо штатының Майлен ҡалаһында балта оҫтаһы кәрәк-ярағы кибете тотҡан ғаиләлә донъяға килгән. Атаһы Самуэль Эдисондың сығышы Нидерландынан булған. Канадаға күскәс, ул урындағы уҡытыусы ҡыҙ Нэнси Эллиотҡа өйләнгән[5]. Томасҡа тиклем уларҙың дүрт балаһы булған. Малай ауырыу арҡаһында ҙур башлы булып тыуған, бик сирләшкә булған[5].

7 йәш тулғанда улар Порт-Гуронға күсенгән[5]. Юлда скарлатина менән ауырып киткән, шул арҡала ишетеү һәләтен юғалта башлаған[5]. Яңы урында ул сиркәү мәктәбенә һабаҡҡа төшкән, мәгәр әллә ни шәп уҡымаған. Уҡытыусыһы, 1+1=2, урынына малай «Ике сынаяҡ һыуҙы ҡушып һалһаң, бер сынаяҡ һыу килеп сыға, әммә ике тапҡырға ҙурыраҡ, шулай бит?» тигәне өсөн малайҙы «башһыҙ» тип әрләгәндән һуң, әсәһе уны мәктәптән алып, үҙе уҡытырға булған. Улын бик ҡатмарлы китаптар буйынса уҡытҡан ул. Эдисон үҙе:

Бала саҡта мәктәпкә йөрөмәгән өсөн мин уйлап табыусы булып китә алдым, тигән

— Томас Эдисон[5]

 
Эдисон динамомашинаһы, ул 80 лампаны яҡтырта алған. Даими магниттар төҙөүгә Фарадейкитабын уҡып килгән Экспериментальные исследования по электричеству в 1839—1855 годах.

1860 йылда Томас ҡала майҙанында алма һатып, хеҙмәт юлын башлай. 12 йәшенән поездарҙа кәнфит, сәтләүек, тәмәке һәм гәзиттәр һатып йөрөй. Буш ваҡытында китапханан сыҡмай.

Артабан станция телеграфисы булып эшләй, шунда төндәрен йоҡлап булһын өсөн тәүге яйланма — автояуапсы уйлап таба. 22 йәшендә көнкүреш электротехникаһы кибете аса. Уның шиғары: «Бер ваҡытта ла ихтыяж булмаҫ нәмә уйлап сығарма». 18771878 йылдарҙа Эдисон күмерле микрофонды камиллаштыра. Электровоз уйлап сығарыуға Вильям Һаммерҙы ла саҡыра. 1880 йылда Эдисон хәүефһеҙ ҡыҙҙырма лампалар уйлап таба. Артабан Эдисон һәм инглиз ғалимы Джозеф Сван (18281914) менән берлектә «Эдисон-энд-Сван-юнайтед-электрик-лайт-компани» фирмаһына нигеҙ һала.

85 йәшендә, донъя менән хушлашҡанда ҡатынына: «Үлемдән һуң нимәлер бар икән — яҡшы. Булмаһа ла — яҡшы.. Мин ғүмеремде мөмкинсә яҡшылыҡ эшләп үткәрҙем».

Томас Эдисон 1931 йылдың 18 октябрендә Нью-Джерси штатындағы Уэст-Оринджда вафат була.

Данлыҡлы уйлап табыуҙары үҙгәртергә

 
Һенри Форд, Томас Эдисон, Һарви Файрстоун
 
Эдисондың электр лампаһына патенттың титул бите, 1880
 
Томас Эдисон фонографтың тәүге версияһы менән
 
Майерс энциклопедияһында Эдисондың ҡыҙҙырма лампаһы,1888
 
Эдисондың ҡыҙҙырма лампаһы (тәүгеләренән)

Эдисондың уйлап сығарған нәмәләре бик күп: ғүмере эсендә Эдисонға АҠШ-тың Патенттар бюроһы 1093 патент биргән[6].

Улар араһында:

Уйлап сығарылған нәмә йыл
Аэрофон 18??
Һайлауҙарҙа тауыш биреүҙе иҫәпләүсе счётчик 1868
Тикер аппараты 1869
Күмер телефон мембранаһы 1870
Квадруплекс (дүрт яҡлы) телеграф 1873
Мимеограф 1876
Фонограф 1877
Күмер микрофон 1877
Күмер ҡыллы ҡыҙҙырма лапмаһы 1879
Тимер рудаһы магнит сепараторы 1880
Кинетоскоп 1889
Электр ултырғысы 1890
Тимер-никель аккумуляторы 1908

Баһаламалар үҙгәртергә

Эдисон иҫ киткес егәрле һәм ныҡышмал кеше булған. Ҡыҙҙырма лампаға ярарлыҡ сым эҙләгәндә ул 6 мең тирәһе төрлө материалды һынап ҡараған һәм карбонатланған бамбукта туҡтаған. Лампаның күмер сылбыры баһаламаларын тикшергәндә ул 45 сәғәт буйы ялһыҙ эшләгән. Бик оло йәшкә еткәнсе ул тәүлегенә 16—19 сәғәт эшләй торған булған[7].

Никола Тесла үҙенең һөнәрҙәше тураһында ошоларҙы әйткән:

Әгәр Эдисонға кәбәндән энә табырға кәрәк булһа, ул ҡайһы тирәләрәк ятыуы ихтимал тип башын ҡатырып ултырмаҫ, шунда уҡ эшкә тотонор кеше булды. Ул тиҙ-тиҙ генә һәр һаламды һелкеп һалып энәне эҙләй башлар, тапмай ҡуймаҫ ине. Уның ысулдары шул тиклем бәрәкәтһеҙ: осраҡлы бер уңыш ҡына уға ярҙам итеп ебәрмәһә, ул түккән көс, ваҡыт бер файҙаһыҙға китер ине. Башта мин уның аҙапланыуҙарына ҡарап, ҙур булмаған ижади белем һәм иҫәпләп сығарыуҙар уның һалған көсөн утыҙ процентҡа кәметер ине, тип уйлай торғайным. Мәгәр ул китап белеменә һәм математик иҫәпләүҙәргә өҫтән генә ҡараны, үҙенең һиҙгерлегенә ышанды һәм американдарса төплө аҡылына таянды[8]

Астрономияла үҙгәртергә

Эдисон исеме 1913 йылда асылған астероидҡа бирелгән.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Edison’s Patents — The Edison Papers (ингл.). Дата обращения: 8 сентябрь 2012. Архивировано 15 октябрь 2012 года.
  2. 1073 эшен Эдисон авторҙашһыҙ уйлап сығарған. 20 эше башҡа уйлап табыусылар ҡатнашлығында ижад ителгән. Эдисондың барлығы 13 авторҙашы булған.
  3. Cм. Лампа накаливания: история изобретения.
  4. Томас Эдисон. Дата обращения: 8 сентябрь 2012. Архивировано 15 октябрь 2012 года.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 100 человек, которые изменили ход истории. Выпуск № 14. Томас Эдисон. — ООО «Де Агостини», 2008. — 300 000 экз.
  6. Edison’s Patents (инг.)
  7. Томас Алва Эдисон на people.ru  (Тикшерелеү көнө: 23 ғинуар 2009)
  8. Томас Алва Эдисон, Психология знаменитостей, Владимир Гаков 2022 йыл 28 март архивланған.  (Тикшерелеү көнө: 23 ғинуар 2009)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Уилсон М. Американские учёные и изобретатели / Пер. с англ. В. Рамзеса; под ред. Н. Тренёвой. — М.: Знание, 1975. — С. 53-64. — 136 с. — 100 000 экз.  (рус.)
  • Астамирова Х.; Ахманов М. Настольная книга диабетика. — М.: Эксмо-Пресс, 2001. — С. 243-247. — 400 с. — 2000 экз.  (рус.)

Һылтанмалар үҙгәртергә