Эдгар По (Эдгар Аллан По, ингл. Edgar Allan Poe; 19 ғинуар 1809 йыл, Бостон, АҠШ — 7 октябрь 1849 йыл, Балтимор, АҠШ) — Америка яҙыусыһы, шағир һәм әҙәби тәнҡитсе, Америка романтизмы вәкиле. Хәҙерге заман детективына һәм психологик проза жанрына нигеҙ һалыусы. Эдгар Поның ҡайһы бер әҫәрҙәре фәнни фантастиканың барлыҡҡа килеүенә һәм үҫешенә булышлыҡ иткән. Уның ижадының үҙенсәлекле һыҙаттары: иррационаллек, мистицизм, һәләкәткә дусар булыу, һүрәтләнеүсе хәлдәрҙең ғәҙәттән тыш булыуы. Бигерәк тә «ҡурҡыныс» һәм мистик хикәйәләр һәм «Ҡарға» шиғырының авторы булараҡ билдәле.

Эдгар Аллан По
Edgar Allan Poe

1848 йылдың 9 ноябрендә эшләнгән дагеротип
Исеме:

Эдгар По

Тыуған көнө:

19 ғинуар 1809({{padleft:1809|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})

Тыуған урыны:

Бостон, Массачусетс, АҠШ

Вафат булған көнө:

7 октябрь 1849({{padleft:1849|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (40 йәш)

Вафат булған урыны:

Балтимор, Мэриленд, АҠШ

Гражданлығы:

АҠШ

Эшмәкәрлеге:

шағир, яҙыусы, эссеист һәм әҙәби тәнҡитсе

Йүнәлеше:

романтизм, символизм, готик әҙәбиәт

Жанр:

детектив, фантастика, сатира, мистификация, дәһшәтле әҙәбиәт

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

инглиз

Дебют:

«„Тамерлан“ һәм башҡа шиғырҙар» (1827)

Ҡултамғаһы:

Ҡултамғаһы

Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында

Эдгар По новелланы үҙенең төп ижад формаһы итеп алған тәүге Америка яҙыусыларынан. Ул тик әҙәби ижад менән генә көн итергә маташҡан, шуға күрә уның тормошо һәм карьераһы финанс ауырлыҡтарҙа үткән, етмәһә, хәмер менән дә мауыҡҡан булған. Егерме йыл ижади ғүмере эсендә Эдгар По ике повесть, ике поэма, бер пьеса, етмешләгән хикәйә, иллеләп шиғыр, ун тирәһе эссе яҙған. Әҫәрҙәре журналдарҙа һәм альманахтарҙа баҫылған, һуңынан йыйынтыҡтарға тупланған.

Эдгар По иҫән сағында тәү сиратта әҙәби тәнҡитсе булараҡ билдәле булыуға ҡарамаҫтан, артабан уның әҙәби әҫәрҙәре донъя әҙәбиәтенә, космология һәм криптографияға йоғонто яһаған. Яҙыусы Европала тыуған иленә ҡарағанда нығыраҡ таныла. Жюль Верн, Говард Филлипс Лавкрафт, Артур Конан Дойл кеүек әҙиптәр Эдгар Поның ижадын юғары баһалай, үҙҙәре популярлаштырған жанрҙарҙа уның беренселеген таный.

Тормош һәм ижад юлы үҙгәртергә

Эдгар По 1809 йылдың 19 ғинуарында Бостонда, актёрҙар Элизабет Арнольд Хопкинс По һәм Дэвид По ғаиләһендә донъяға килгән. Элизабет По Бөйөк Британияла тыуған. 1796 йыл башында ул әсәһе, шулай уҡ актриса менән, АҠШ-ҡа күсеп килә, бәләкәйҙән сәхнәлә сығыш яһай. Поның атаһы Ирландияла тыуған, шунан атаһы менән Америкаға килгән.

Эдгар ғаиләлә уртансы бала булған, уның ағаһы Уильям Генри Леонард (1807—1831) һәм һеңлеһе Розали (1810—1874) була[1]. Ата-әсәһе гастролдә йөрөгәнлектән, Эдгар ғүмеренең тәүге бер нисә айын Балтиморҙа олатаһында үткәрә[2]. Эдгар тыуғандан һуң бер йыл үткәс, атаһы ғаиләһен ташлап сығып китә, уның артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. 1811 йылдың декабрендә үпкә сиренән әсәһе үлә[3]. Ата-әсәһеҙ ҡалған бәләкәй малай Ричмонд ҡалаһынан (Вирджиния штаты) сауҙагәр Джон Алландың ҡатынына оҡшап ҡала, оҙаҡламай балаһыҙ ғаилә уны үҙенә ала. Һеңлеһе Розали Маккензиҙар ғаиләһенә эләгә, улар Алландарҙың дуҫтары һәм күршеләре булған, ә ағаһы Генри Балтиморҙа аталарының туғандарында йәшәй[4].

Биш йыл самаһы (1815—1820) Алландар Европала йәшәй, шунан кире Америкаға күсеп киләләр. Финанс хәлдәре хөрт була, әммә 1825 йылда Джон Аллан 750 000 доллар мираҫ ала (ул заман өсөн ғәйәт ҙур аҡса) һәм ғаиләнең эштәре тағы алға китә[5][6]. 1826 йылда Эдгар По Шарлотсвилл ҡалаһындағы Вирджиния университетына уҡырға инә. Унда ул латин һәм грек, француз, итальян, испан телдәрен өйрәнеү курстарын һайлай. Уҡыу көнө уның 9.30 уҡ тамамланған, ҡалған ваҡытта әҙәби китаптар уҡырға һәм өй эшен әҙерләргә тейеш булғандар. Ләкин ул һәм уның кеүек бай балалары шарап һәм кәрт уйындары менән мауығалар. Уҡыу йылының аҙағына Эдгарҙың бурыстары 2500 доллар тәшкил итә, уларҙың 2 меңе — кәрт бурыстары. Үгәй атаһы бурыстарҙы ҡаплауҙы талап иткән хат ала һәм шунда уҡ Шарлотсвилға килә, ғауғалы һөйләшеү була. Һөҙөмтәлә Аллан тик китаптар һәм күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн генә түләй (бурыстың ундан бер өлөшөн), шуға күрә, имтихандарҙы яҡшы биреүгә һәм уңышлы уҡыуға ҡарамаҫтан, Эдгарға Шарлотсвилдан китергә тура килә. Оҙаҡламай Аллан уны өйҙән ҡыуып сығара. Эдгар Норфолкҡа, һуңынан тыуған ҡалаһы Бостонға юллана. Бостонда ул осраҡлы рәүештә йәш нәшриәтсе һәм типограф Томас Кэлвин менән таныша һәм уның ярҙамында «Тамерлан һәм башҡа шиғырҙар» исемле тәүге шиғри йыйынтығын баҫтыра. 40 биттән торған 50 дана китап сыға, улар 12,5 центҡа һатыла. Ә 2009 йылда билдәһеҙ коллекционер беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән был йыйынтыҡты 662 500 долларға һатып ала.

 
Эдгар Аллан По портреты. Сэмюэл Осгуд эше, 1845 йыл.

1827 — 1829 йылдарҙа Эдгар По армияға яҙыла, сөнки йәшәргә аҡсаһы булмай. Артиллерия полкында баш сержант вазифаһына етә. Штабта хеҙмәт итә, шунда әҙәби ижад менән ныҡлап шөғөлләнә, яңы әҫәрҙәр яҙа, элеккеләрен эшкәртә. 1829 йылда Поның үгәй әсәһе Фрэнсис вафат була. Уртаҡ ҡайғы Алланды һәм Эдгарҙы яҡынайта, улар яраша. По армиянан ваҡытынан алда китә. Шул уҡ йылды Эдгар По үҙенең икенсе китабын сығара («Аль-Аарааф», «„Тамерлан“ һәм бәләкәй шиғырҙар»). Быныһы 250 дана менән сыға. Әммә Джон Алландың ҡулына үгәй улы яҙған хат килеп эләгә, унда ул Алланды эскесе тип атаған була. Аралар тағы боҙола, Джон Эдгарҙы икенсеһенә өйөнән ҡыуа. Бүтән улар күрешмәй. Оҙаҡламай Аллан яңынан өйләнә. Эдгар По Вест-Пойнт Хәрби Академияһына уҡырға инә. Еңелдән булмай, әммә Поға армия хеҙмәте тәжрибәһе ярҙам итә, уҡыу уңышлы бара. 1831 йылда Эдгар По үгәй атаһынан Вест-Пойнттан алдан китергә ярҙам итеүен һорап хат яҙа, ләкин яуап алмай. Шуға ул бойороҡтарҙы үтәмәй, ҡарауылға сыҡмай тәртип боҙа һәм уны суд ҡарары менән академиянан ҡыуалар. По Нью-Йоркҡа китә һәм унда өсөнсө китабын сығара. «Шиғырҙар» йыйынтығына «Аль-Аарааф», «Тамерлан»дан тыш яңы «Израфель», «Пэан», «Хөкөм ителгән ҡала» һ.б. әҫәрҙәре инә. 1833 йылда По «Шешәлә табылған ҡулъяҙма» хикәйәһе менән конкурста еңә һәм 50 доллар бүләк ала. Әйткәндәй, ул бәйгегә 6 хикәйә ебәргән була һәм баһалама ағзаларына уның барлыҡ хикәйәләренән иң яҡшыһын һайлап алыу бик ауырға тура килә. Шулай итеп, уның һәләтен тәү тапҡыр таныйҙар. 1833 — 1835 йылдарҙа, конкурста еңеүгә ҡарамаҫтан, яҙыусының хәлдәре хөрт ҡала. 1834 йылда вафат булған Джон Аллан да васыятнамәһендә Эдгар Поны иҫкә алмай. 1834 — 1837 йылдарҙа По «Southern Literary Messenger» айлыҡ журналында эшләй, үҙенең әҫәрҙәрен дә баҫтыра. Шунда уның тәүге мистик хикәйәһе «Ганс Пфаалдең мөғжизәле мажараһы» сыға. Шунан уның рух төшөнкөлөгө башлана, эскегә һалыша, эштән ҡыуыла. Бер нисә ай дауам иткән депрессиянан ҡотолғас, ҡабат журналға эшкә ҡайта, әҙәби тәнҡиткә тотона. Уны «берҙән-бер ҡурҡыу белмәҫ Америка тәнҡитсеһе» тип тә атағандар, сөнки ул абруйлы исемдәргә ҡарамайынса, етешһеҙлектәрҙе фашлаған. 1836 йылдың 16 майында По ике туған һеңлеһе Вирджиния Клемм менән никахлаша. Ошо ваҡыттарҙа ул «Артур Гордон Пимдың мажаралары тураһында повесть» исемле үҙенең иң ҙур сәсмә әҫәрен яҙа башлай. 1837 йылда, етәкселеге менән һүҙгә килешкәндән һуң, Эдгар По ҡатыны һәм ҡәйнәһе менән Ричмондтан Нью-Йоркҡа китә[7].

1837 — 1844 йылдарҙа По ғаиләһе менән Нью-Йоркта һәм Филадельфияла йәшәй. 1837 йылда АҠШ-та иҡтисади көрсөк башлана, ул нәшриәт өлкәһенә лә ҡағыла. Журналдар һәм гәзиттәр ябыла, хеҙмәткәрҙәр күпләп ҡыҫҡартыла. Эдгар По ла эшһеҙ ҡала. Әммә был осорҙа ул ижадына күберәк иғтибар бүлә ала. «Лигейя», «Уильям Уилсон», «Ашерҙер йортоноң һәләкәте», «Сиркәү манараһындағы шайтан» әҫәрҙәрен яҙа, «Артур Гордон Пим» өҫтөндә эшен дауам итә. Әҙип повесҡа хоҡуҡты бер Нью-Йорк нәшриәтенә һатыуға өлгәшә, әммә уның беренсе күләмле әҫәре килем килтермәй. 1839 йылда яҙыусының 25 хикәйәһе тупланған «Гротесктар һәм арабескалар» исемле ике томлыҡ китабы сыға. Был ваҡиға тәнҡитселәр күҙенән ситтә ҡалмай, бөтә ил буйынса тиҫтәләгән баҫмалар йыйынтыҡтың сығыуын яҡтыртып ҡына ҡалмай, тулы баһалама ла бирәләр. Был Поның яҙыусы булараҡ тәүге тапҡыр киң танылыуы була. Тик башлыса яҡшы баһа алыуына ҡарамаҫтан, китап насар һатыла. Шул уҡ йылда Эдгар По «Burton’s Gentleman’s Magazine» журналына эшкә урынлаша, әммә баҫманың хужаһы менән насар мөнәсәбәттәр арҡаһында бер йылдан саҡ ҡына ашыуыраҡ эшләй. Шулай ҙа ул матди хәлен яҡшырта һәм ғаиләһе менән ҙур йортта йәшәй башлай. 1841 йылда Поның «Graham’s Magazine» журналында «Морг урамында үлтереү» исемле хикәйәһе баҫыла. Киләсәктә был әҫәре менән По детектив жанрына нигеҙ һалыусы булараҡ донъя күләмендә дан ала. 1842 йылда Эдгарҙың йәш ҡатыны Вирджинияны беренсе тапҡыр туберкулез өйәнәге тота. Ул оҙаҡҡа түшәккә йығыла, ә яҙыусы күңел тыныслығын һәм эшкә һәләтен юғалта, йыш эсә һәм эштән ҡыуыла. Ҡатынының ауыр хәле уға ныҡ тәьҫир итә һәм ижадында ла сағыла. «Ҡоҙоҡ һәм маятник», «Фашлаусы йөрәк» шундай хикәйәләрҙән. Эшһеҙ ҡалған Эдгар По хатта таможняға ла урынлашырға уйлай, әммә был теләге бойомға ашмай, бурыстар арта, бер нисә тапҡыр торлаҡ алмаштырырға мәжбүр булалар. 1843 йылда суд Поны банкрот тип таный, әммә ул төрмәнән ҡотолоп ҡала. Финанс ҡыйынлыҡтарына һәм ҡатынының сире менән бәйле рух төшөнкөлөгөнә ҡарамаҫтан, Поның әҙәби даны үҫә. Әҫәрҙәре бөтә ил буйынса күп баҫмаларҙа сыға, уның ижады хаҡындағы тәнҡит мәҡәләләренең күбеһе яҙыусының ғәҙәттән тыш ҙур һәләтен һәм ижади хыял көсөн билдәләй. 1843 йылда әҙиптең иң шомло шиғырҙарының береһе «Ҡорт-еңеүсе» шиғыры сыға, унда Эдгар Поның һуңғы йылдарҙағы хыял-өмөттәре юҡҡа сығыуы, рух төшөнкөлөгө сағыла. 1844 йылда «Ҡара бесәй», «Ваҡытынан алда ерләү», «Текә тауҙар повесы», «Алтын ҡуңыҙ» баҫыла.

1844 йылдың яҙында По ҡатыны менән Нью-Йоркҡа күсенә, бер аҙҙан уларға ҡәйнәһе күсеп килә. Яҙыусының ҡәйнәһе менән мөнәсәбәттәре яҡшы була. Эдгар По күп нәшриәттәр һәм журналдар менән хеҙмәттәшлек итә, йыш баҫыла, әммә аҡса яғы барыбер ҡайтыш ҡала. 1845 йылда әҙиптең төп әҫәре булған «Ҡарға» шиғыры баҫыла. 1847 йылда яҙыусының ҡатыны вафат була. Вирджинияны ерләгәндән һуң, Эдгар По үҙе түшәккә йығыла, уның нескә тойоусо күңеленә был үлем шул тиклем ныҡ тәьҫир итә.

1848 йылда «Эврика» китабы сыға. Ул яҙыусының үҙе иҫән сағында сыҡҡан аҙаҡҡы яңы китабы була[8]. По үҙенең хыялын — журналын булдырыу эшенә тотона, яҙылыусылар йыйыу маҡсаты менән ил буйлап лекциялар туры ойоштора, әммә тыуған ҡалаһында тағы хәмер ҡапҡанына эләгә, теләге тормошҡа ашмай. Эдгар По икенсеһенә өйләнергә лә уйлай, әммә эскелеге бында ла уның пландарын боҙа — Сара Хелен Уитман никахлашыуҙан баш тарта.

1849 йылдың апрелендә Эдгар Поға Кентуккиҙан уның ижадын хөрмәтләүсе Эдуард Паттерсон исемле бай кешенән хат килеп төшә. Был хатта Паттерсон Поға ил күләмендә журнал булдырырға тәҡдим итә. По шатланып риза була, улар Сент-Луиста осрашып алдағы пландар тураһында һөйләшергә килешәләр. По, юл ыңғайы лекциялар туры ойоштороп, компаньоны менән осрашыуға китә. Филадельфияла сағында По иҫергәнсе эсә, лекциялары ятҡан саквояжды, юлға аҡсаһын юғалта, шулай ҙа дуҫтары ярҙамында Ричмондҡа тиклем барып етә. Унда По йәш сағында ғашиҡ булған Сара Эльмира Ройстер менән мөнәсәбәттәрен яңырта, һөҙөмтәлә уға кейәүгә сығырға тәҡдим яһай. Эльмира был ваҡытта бай тол ҡатын була, шуға По Паттерсон менән килешеүе тураһында онота, өйләнгәндән һуң унһыҙ ҙа үҙ журналы хаҡындағы хыялын тормошҡа ашырырмын, тип уйлай. Һәр ваҡыттағыса, никахҡа берҙән-бер ҡаршылыҡ булып Поның эскелеге тора. Ул был мәсьәләне айыҡлыҡ йәмғиәтенә инеп хәл итә. Туй 17 октябргә билдәләнә һәм шул ваҡытҡа тиклем По Филадельфияла һәм Нью-Йоркта эштәрен тамамлап килергә була. Әммә юлда Балтимор ҡалаһында уны яртылаш һуштан яҙған, үҙ аллы йөрөй һәм бәйләнешле һөйләй алмаҫлыҡ хәлдә табалар. Уны дауаханаға һалалар, хәле яҡшырғанда ул табипҡа Ричмондта ҡатыны булыуы тураһында әйтә, әммә был хәлгә нисек юлығыуы хаҡында иҫенә төшөрә алмай. Шунан яҙыусының хәле тағы насарая һәм ул 1849 йылдың 7 октябрендә вафат була. Үлеменең сәбәбен аныҡ ҡына атау мөмкин түгел, сөнки барлыҡ документтар, шул иҫәптән үлем тураһында таныҡлыҡ та (әгәр ҙә ул булһа) юғалған. 8 октябрҙә Эдгар Поны ерләйҙәр.

Ижады үҙгәртергә

Эдгар Поның «Тамерлан һәм башҡа шиғырҙар» исемле тәүге шиғри йыйынтығында инглиз романтиктары Шелли, Кольридж, Вордсворт, Китс һәм бигерәк тә Байрон йоғонтоһо һиҙелә. Тәүге шиғырҙарының мотивтары ла Европа романтиктарына оҡшаш: һағыш, яңғыҙлыҡ, өмөт өҙөлөү, рух төшөнкөлөгө, үлем. Уның лирикаһының үҙәгендә — мөхәббәт һәм үлем. Поның поэтик теорияһының нигеҙе булып «Юғары Матурлыҡ» тора. Матурлыҡты По тәбиғәттә, сәнғәттә һәм кеше тойғолары донъяһында таба. Был тойғолар араһында айырым урынды һөйөү һәм һөйгән йәрен — гүзәл ҡатын-ҡыҙҙы мәңгегә юғалтыу ҡайғыһы биләй. Поның образдары тоноҡ, уларҙың маҡсаты төптә ятҡан хисле мәғәнә ярҙамында уҡыусыны хыял осошона этәреүҙә. Билдәһеҙлектә — шиғриәттең йәне, тип һанаған ул.

Тәүге хикәйәләрендә үк Эдгар Поның үҙенсәлекле йөҙөн билдәләүсе жанр — психологик новелла формалашыуы күренә.Поның ҡурҡыныс хикәйәләре өсөн шомло ваҡиғалар һәм һәләкәт, ҡото осҡан кеше аңының фажиғәле үҙгәрештәре хас. «Ашерҙер йортоноң һәләкәте» — яҙыусының психологик новеллистикаһында иң юғары нөктә булып һанала. Был хикәйә үлем йәки йәшәүҙән ҡурҡыуҙы түгел, ә йәшәү һәм үлемдән ҡурҡыу алдындағы ҡурҡыуҙы һүрәтләй, был рухи көрсөккә һәм шәхестең тарҡалыуына килтерә.

Эдгар Поны бик ҡыҙыҡһындырған психологик йомаҡтарҙың береһе — кешенең тыйылғанды боҙоуға ынтылышы. Яҙыусы был феноменды «Ҡаршылыҡ ене» тип атай. Ул бигерәк тә «Ҡара бесәй» һәм «Фашлаусы йөрәк» хикәйәләрендә художестволы сағылыш тапҡан. Ошо һәм ҡайһы бер башҡа хикәйәләрендә тыйылған эшкә (зыянһыҙ иҫәрлектән алып кеше үлтереүгә тиклем) барыусы геройҙарҙың эске этәргестәрен аҡыл ярҙамында аңлатып булмай. Бындай үҙ-үҙен юҡ итеүгә ынтылышты, упҡын ситендә бейеүҙе По кешенең тәбиғәтенә хас нәмә, ләкин шул уҡ ваҡытта норманан ситкә тайпылыш тип иҫәпләй. Үҙ фекерҙәрен тәртипкә һалыу һәм дөйөмләштереү маҡсатында әҙип 1845 йылда «Ҡаршылыҡ ене» хикәйәһен яҙа һәм уның инеш өлөшөндә был феноменға хас һыҙаттарҙы тасуирлай.

Поның психологик новеллаларының төҙөлөшөндә иң мөһим урынды арауыҡ һәм ваҡыт категориялары биләй. «Бәләкәй мискә амонтильядо», «Ашерҙар йортоноң һәләкәте», «Лигейя», «Береника», «Морелла», «Ҡоҙоҡ һәм маятник» хикәйәләрендә арауыҡ ябыҡ һәм сикләнгән, кеше унда донъянан алып ташланған. Икенсе новеллаларҙа (мәҫәлән, «Ҡара бесәй»ҙә) физик сикләнгәнлек рухи менән алмашына, геройҙың аңы донъянан айырылған, уның йәшәүе һәләкәт, үлем өсөн пролог ҡына кеүек тойола. Поның психологик хикәйәләрендә ваҡыт категорияһы аныҡ тарихи һәм хронологик мәлгә бәйле түгел. Һәләкәт йәки үлем алдынан аңланған йәшәүҙең бер мәле күрһәтелә, ул бер үк ваҡытта ыҡсым да, сикһеҙ ҙә. Уға геройҙың үлем алды ғазабы ла, уның барлыҡ үткәне лә һыя.

По кешенең рухи донъяһы менән генә түгел, уның аҡыл эшмәкәрлеге менән дә ҡыҙыҡһына. «Морг урамында үлтереү», «Мари Роженың сере» хикәйәләре менән По детектив (әҙип үҙе уларҙы логик хикәйәләр тип атай) жанрына нигеҙ һала. Ул буласаҡ жанрҙың нигеҙҙәрен, төп элементтарын индерә, формаһын һәм төҙөлөшөн барлыҡҡа килтерә.

Хәтер үҙгәртергә

 
Балтимор университеты алдындағы Эдгар По һәйкәле

1921 йылда Балтиморҙа скульптор Мозес Эзекиль ижад иткән һәйкәл ҡуйыла. 1959 йылда Ричмондта — Чарльз Руди ижад иткән һәйкәл. 2014 йылда «Бостонға ҡайтып барыусы По» скульптураһы асыла (авторы — Стефани Рокнак).

По бала саҡта йәшәгән бер йорт та беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланмаған. Һаҡланып ҡалған биналарҙың иң иҫкеһе — Ричмондтағы йорт, унда 1922 йылдан алып Эдгар Поның музейы эшләй. Унда яҙыусының ҡулъяҙмалары, шәхси әйберҙәре, әҫәрҙәренең тәүге баҫмалары һ.б. һаҡлана.

Башҡортсаға тәржемәләре үҙгәртергә

Эдгар Поның әҫәрҙәре башҡорт теленә лә тәржемә ителгән [9].

Гөлсирә Ғиззәтуллина тәржемәһендә
  • Ашерҙар йортоноң ҡолауы
  • Алтын ҡуңыҙ−
  • Уpланған хат
Гүзәл Ситдиҡова тәржемәләре
  • Мари Роже сере
  • Морг урамында үлтереш

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Аллен, 1984, с. 10
  2. Ingram, 1886, p. 8
  3. Quinn, 1998, p. 45
  4. Quinn, 1998, p. 51
  5. Танасейчук, 2015, с. 73
  6. Poe, 2008, p. 21
  7. Танасейчук, 2015, с. 221
  8. Танасейчук, 2015, с. 382
  9. Эдгар По. Хикәйәләр (Башҡорт теленә тәржемәләр) - Өфө, 2017. - 157 бит

Әҙәбиәт үҙгәртергә

рус телендә
  • Аллен Г. Эдгар По. — М.: Молодая гвардия, 1984. — 334 с. — ISBN 978-5-235-03764-9.
  • Гроссман Д. Д. Эдгар По в России. Легенда и литературное влияние = Edgar Allan Poe in Russia. — С-Пб.: Академический проект, 1998. — 208 с. — (Современная западная русистика). — ISBN 5-7331-0114-8.
  • Ковалёв Ю. В. Эдгар По // История всемирной литературы. — М., 1989. — Т. 6. — С. 571—577.
  • Ковалёв Ю. В. Эдгар По. Новеллист и поэт. — Л.: Художественная литература, 1984. — 298 с.
  • Мисрахи А. Эдгар Аллан По. Биография и творчество. — М.: АСТ, 2007. — 320 с. — ISBN 978-5-17-046686-3.
  • Николюкин А. Н. Эдгар Аллан По // Американский романтизм и современность. — М.: Наука, 1968. — 411 с.
  • Осипова Э. Ф. Загадки Эдгара По. Исследования и комментарии. — СПб.: Филологический факультет СПбГУ, 2004. — 172 с. — ISBN 5-8465-0207-5.
  • Танасейчук А. Б. Эдгар По. Сумеречный гений. — М.: Молодая гвардия, 2015. — 448 с. — ISBN 978-5-235-03764-9.
Инглиз телендә

Һылтанмалар үҙгәртергә