Ышылдаҡ аҡҡош (бөҙрә аҡҡош)

Бөҙрә аҡҡош, Ышылдаҡ аҡҡош (рус. Лебедь-шипунr)(лат. Cygnus olor)— ҡаҙҙан ҙурыраҡ ҡош.

Бөҙрә аҡҡош
Бөҙрә аҡҡош
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Cygnus olor
(Gmelin, 1789)

Ареал
изображение

     Оя ҡороу ареалы      Йыл әйләнәһенә

     Ҡышлау
Һаҡлау статусы
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 100600366

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  174985
NCBI  8869
EOL  913227

Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

 
Бөҙрә аҡҡош

Йәш саҡта — һорғолт көрән, ҙурайғас — бөтә ҡауырһындары ла ап-аҡ. Йөҙгәндә, муйынын кәкрәйтеп, ҡанаттарын ҡалҡытып йөрөй. Бик матур ҡош. Ҡаңғылдаҡ аҡҡоштан төҙөгөрәк кәүҙәһе һәм ҡанаттарын ҡалҡыта биреп йөҙәүе менән айырыла.

Тауышы үҙгәртергә

Асыуланған ҡаҙ һымаҡ, ышылдаған тауыш сығара. Шым ҡош.

Йәшәү рәүеше үҙгәртергә

Ярҙары ҡамышлы һәм бейек үләнле ҙур күлдәрҙә, йылғаларҙа йәшәй. Иген, үлән орлоҡтары, һыу үҫемлектәре менән туҡлана. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Ояһын шырлыҡтарға ҡора. 4—6 бөртөк аҡ йомортҡаһы була.

 
Cygnus olor

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Бейчек В., Штясны К. Птицы. Иллюстрированная энциклопедия. — М.: Лабиринт-пресс, 2001.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

{{|eo}}