Ыуаныш

башҡорт ҡәбиләһе

Ыуаныш (Маныш, башҡ. Ыуаныш) — башҡорттарҙың Түбәнге Ағиҙел төркөмө составындағы ҡәбилә.

Этник тарихы үҙгәртергә

Ыуаныш ҡәбиләһенең йәшәйеше архив материалдарында ғына бар. Әлеге ваҡытта исеме һаҡланған. Сығышы менән ыуаныштар – төркиләшкән фин-уғырҙар[1]. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса сармат-аландарҙан барлыҡҡа килгәндәр[2]. Ыуаныш ҡәбиләһенең ырыу аралары һәм тамғалары теркәлмәгән.

Таралыуы үҙгәртергә

ХIII—ХIV быуаттарҙа ыуаныштар уран, танып, ун, балыҡсы һәм ғәйнә төньяҡ башҡорт ҡәбиләләре менән бергә Тол, Беүә, Танып һәм Өфө йылғалары буйлап урынлашҡан[3]. XVII—XVIII быуаттарҙа Танып йылғаһының уң яҡ ярынан Етеҙ Танып[4] һәм Буй йылғаһы үрҙәрендә ярайһы ғына ҙур ерҙәрҙе биләгәндәр[5]. 1739 йылда ике улыҫта – Ыуаныш һәм Түбәнге Уранда 106 ихата иҫәпкә алынып, уларҙа 371 кеше йәшәй. Ваҡыт үтеү менән башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы кәмей — уларҙың ҡайһы бер өлөшө Демидовтарға һәм Строгановтарға һатыла, ә башҡа өлөшөндә урыҫ крәҫтиәндәре йәшәй башлай [5].

Этноним үҙгәртергә

Ҡәбиләнең исеме төрки халыҡтар араһында осрамай[6]. Әлеге ваҡытта боронғо этноним бер нисә татар йәки ҡатнаш ауылдарҙың исемдәрендә бар[4][7]. Әлеге ваҡытта Ваныш-Алпауыт, Ванышево, Маныш ауылдары бар.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Башҡортостан:Ҡыҫҡаса энциклопедия мәҡәлә 2013 йыл 5 июль архивланған.
  2. Р.З.Янғужин. Башҡорттарҙың этногенезы //«Ватандаш» журналындағы мәҡәлә 2016 йыл 4 март архивланған.
  3. Куеда. Путеводитель.—Санкт-Петербург:Издательство «Маматов», 2011.—96 с., ил. (с.11) 2017 йыл 15 февраль архивланған.
  4. 4,0 4,1 Кузеев Р.Г. Происхождение башкирского народа. Этнический состав, история расселения. — М.: Наука, 1974. — 576 с. (на с.366)
  5. 5,0 5,1 Историческая справка(недоступная ссылка)
  6. Янғужин Р.З. Башҡорт ҡәбиләләре тарихынан. Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995.-96 с. (с.32) (баш.)
  7. Борай ерҙәре ҡайҙан башланған?

Библиография үҙгәртергә

  • Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. М., Наука, 1974.
  • Янгузин Р. З. Башкирские племена. Уфа: Китап, 1992.

Һылтанмалар үҙгәртергә