Шәфиғуллина Алһыу Тәлғәт ҡыҙы

Шәфиғуллина Алһыу Тәлғәт ҡыҙы (27 сентябрь 1973 йыл) — бейеүсе. 1991—2015 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2010), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2000) артисы.

Шәфиғуллина Алһыу Тәлғәт ҡыҙы
Тыуған ваҡыты:

27 сентябрь 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (50 йәш)

Тыуған урыны:

СССР, Башҡорт АССР-ы, Өфө ҡалаһы

Һөнәре:

бейеүсе

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

1991—2013

Театр:

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле

Наградалары:
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы

Биографияһы үҙгәртергә

Алһыу Тәлғәт ҡыҙы Шәфиғуллина 1973 йылдың 27 сентябрендә Өфө ҡалаһында тыуған.

1991 йылда Өфө хореография училищеһын (уҡытыусыһы М. А. Кәримов), 1999 йылда — Башҡорт дәүләт университетын, 2002 йылда — Башҡортостан Республикаһы Президенты эргәһендәге Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлай.

1991 йылдан Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләй.

2015 йылдан — Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш администраторы, 2017 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында директор урынбаҫары.

Ижады үҙгәртергә

Шәфиғуллина Алһыу Тәлғәт ҡыҙы «Бишбармаҡ», «Заһиҙә», «Ҡумыҙ менән бейеү», «Дуҫлыҡ», «Шаян ҡыҙҙар», «Азамат», «Ритмы и мелодии Бангладеш», «Сәскә атыусы ҡурай» бейеүҙәрен башҡара.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2000).
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2010).
  • Мәскәү ҡалаһында этник һылыуҡайҙар өсөн уҙғарылған «Донъя йөҙө» (Лицо мира) халыҡ-ара бейеү конкурсы лауреаты (2001).

Һылтанмалар үҙгәртергә