Шәрәк

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһындағы Салауат районы ауылы

Шәрәк (рус. Шаряково) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл. Лағыр ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 170 кеше[1]. Почта индексы — 452497, ОКАТО коды — 80247825004[2].

Ауыл
Шәрәк
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат районы

Координаталар

55°14′22″ с. ш. 58°29′00″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 247 825 004

ОКТМО коды

80 647 425 111

Шәрәк (Рәсәй)
Шәрәк
Шәрәк
Шәрәк (Башҡортостан Республикаһы)
Шәрәк

Аралар үҙгәртергә

Шәрәк ауылында оҙон бармаҡтар, бикәнәйҙәр, иштуғандар, ҡырғыҙҙар аралары бар. 2012 йылда улар «Шәжәрә байрамы» үткәреп, нәҫел-ырыуын барланы.

Географик урыны үҙгәртергә

  • Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 25 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Лағыр): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мөрсәлим): 32 км

Шәрәк ауылы Әй йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан 25 километр һәм Мөрсәлим тимер юл станцияһынан 32 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарихы үҙгәртергә

Тырнаҡлы ырыуы шәжәрәһенән күренеүенсә, Шәрәк ауылына Васҡын ауылына нигеҙ һалған Васҡын Туҡтаһыновтың улы Ғосман нигеҙ һала. Әнүәр Әсфәндиәровтың «Башҡортостан ауылдары тарихы» китабында 1795 йылда ауылда ни бары 9 ихата-йорт булып, унда 21 ир-ат һәм 31 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән тигән мәғлүмәт бар[4]. 1761 йылда ла шунса йорт һәм кеше иҫәпләнә. 1834 йылда 13 йортта 81 башҡорт һәм бер йортта 3 ҡаҙаҡ теркәлә. 1859 йылда 30 йортта 70 ир-ат һәм 68 ҡатын-ҡыҙ йәшәй. Ҡаҙаҡтарҙың һаны 17 кешегә етә[5].

Биләмә берәмектәренә инеүе үҙгәртергә

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Дыуан-Ҡошсо улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   РСФСР
1926 Ҡалмаҡҡол улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   СССР
1935 Лағыр ауыл советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1941 Лағыр ауыл советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1990 Лағыр ауыл советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы   Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше үҙгәртергә

Ә «Өфө губернаһынын Өфө өйәҙе буйынса 18951896 йылдарға статистика мәғлүмәттәре» тупланмаһында ауылға төрлө яҡлы характеристика бирелә:

  «Шәрәк ауылы — Әй йылғаһының һул яҡ тигеҙ һәм түбәнге ярында урынлашҡан. Уға Шәрәк йылғаһы ҡоя. Өйәҙ ҡалаһынан — 90, Үрге Ҡыйғы ауылынан — 20, Лағыр ауылынан өс саҡрым алыҫлыҡта. Шәрәк йылғаһы тирмән төҙөү өсөн уңайлы. Халҡы - аҫаба башҡорттар. Ерҙәре бер урында ғына. Тирмән урыны (2 дисәтинә) — йылына 10 тин түләү иҫәбенән 12 йылға ҡуртымға бирелгән. Шулай уҡ Биҙеғуш күлендә балыҡ тотоу урындары ла йылына 10 тин түләү иҫәбенән ҡуртымға бирелгән. Ауылда бер йәмәғәт тирмәне бар. Ауылдын бер өлөшөн элекке хәрби дәрәжәләге керҙәш ҡырғыҙҙар алып тора. Улар 4 йортта 6 кеше йәшәй»  

[6]

Ауылдың XX быуаттағы үҫеше үҙгәртергә

1920 йылда 57 йортта 300 башҡорт иҫәпләнә[7].
[8]

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Шәрәк ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 300
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 310
1959 йыл 15 ғинуар 260
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 161
2002 йыл 9 октябрь 167
2010 йыл 14 октябрь 170 89 81 52,4 47,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урамдары үҙгәртергә

  • Әй урамы (рус.  Айская (улица)
  • Күл урамы (рус.  Озёрная (улица)
  • Үҙәк урам (рус.  Центральная (улица)[9]

Тирә-яҡ мөхит үҙгәртергә

Ер-һыу атамалары

Тауҙар: Шәрәк тауы, Һаҡтау, Өфәйғолаҡ тауы.

Йылғалар: Әй, Шәрәк

Күл: Биҙеғуш, Иҫке Әй күле, Түнәрәк күл, Ҡайынлыкүл, Үлекүл.

Шишмәләр: Ҡараса шишмәһе

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары: Азима, Ат йөҙҙөргән, Биктимер йырыны, Ҡыҙыльяр, Иген төбәк, Ҡарағай төбәк, Арал, Әлмәтҡул, Ҡараяр, Шар, Сыңғырауыҡ.

Билдәле кешеләр үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Ҡушаматтар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Шәрәк ауылы Госсправка сайтында
  3. Шәрәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Шәрәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  8. Шәрәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  9. Карта д. Шаряково. Улицы
  10. [1]