Шәки хан һарайы (әзерб. Şəki xan sarayı) — Шәки хандарының резиденцияһы. Әзербайжанда, Шәки ҡалаһында урынлашҡан, хәҙер — музей. «Юхары баш» тарихи-архитектура ҡурсаулығына ингән, донъя кимәлендә әһәмиәтле тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы[2]. Һарай бинаһы XVIII быуатта фарсы стилендә төҙөлгән[3][4], ҡаланың төньяҡ-көнсығыш ҡалҡыу урынында урынлашҡан, ҡәлғә диуарҙары менән уратып алынған.

Шәки хан һарайы
әзерб. Şəki xan sarayı
Нигеҙләү датаһы 1762
Рәсем
Дәүләт  Әзербайжан
Административ-территориаль берәмек Шәки
Рәсми асылыу датаһы 1797
Мираҫ статусы Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d] һәм Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d][1]
Бейеклеге/буйы 10 метр
Майҙан 120,5 гектар,
146 гектар
План помещения
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (ii)[d] һәм (v)[d]
Современное состояние разрушенный[d]
Карта
 Шәки хан һарайы Викимилектә

Һарайҙың оҙонлоғо 30 метр, ике ҡатлы, дөйөм майҙаны 300 м² самаһы, 6 бүлмә, 4 коридор һәм көҙгөлө 2 балкон. Һарай фасады сюжетлы һүрәттәр менән биҙәлгән, һунар һәм яу күренештәре, геометрик һәм үҫемлек һүрәттәре төшөрөлгән. Урта өлөштә төрлө төҫтәге быяла мозаикалы ҙур тәҙрә-витраж. Һарайҙың тәҙрәләре төҫлө быяла киҫәктәренән йыйылған һәм селтәрле таш рәшәткә менән ҡапланған.

Һарайға милли торлаҡ архитектураһы хас, Кавказдағы XVIII быуат һарай архитектураһының иң матур өлгөләренең береһе булып тора[5] ислам шәреҡ ҡомартҡылары ынйыһы[6]. Ҡаланың тарихи өлөшө менән бер рәттән, һарай ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелеүгә кандидат булып тора[7].

Һарай тарихы үҙгәртергә

Һарай XVIII быуатта төҙөлгәне билдәле[8][9][10]. Шандор Радо һарай 1760 йылда Хөсәйен хан тарафынан һалынған, ә тиҙҙән үҙгәртеп төҙөлгән тип билдәләгән[3]. Нәфис сәнғәт энциклопедияһы һарайҙы 1761/62 йыл аралығында төҙөлгән тип яҙа[11]. Әзербайжан совет энциклопедияһы һарайҙы шулай уҡ XVIII быуаттың 60-сы йылдарына индерә һәм уны Һөсәйен хан Муштаг төҙөгән тип һанай[12].

 
Һарай фасады (XIX б. аҙағы—XX б. башы)

ЭСБЕ-ла ошолай мәғлүм ителә: һарай һәм ҡәлғә бер үк мәлдә 1765 йылда төҙөлгән[13]. 1890 йылда сыҡҡан Британника энциклопедияһы 1765 йылда ҡәлғә, ә һуңғараҡ һарай төҙөлгән тип белдерә[14], 1911 йылда сыҡҡан Британника 1790 йылда тип яҙа[4]. Константинов «Нуха» тигән мәҡәләлә[прим. 1] шулай уҡ һарай 1790 йылда һалынғанын хәбәр итә. Тик шул уҡ йылда үҙенә ҡаршы килеп, ҡомартҡы 1797 йылда һуҡыр Мәмәд Һәсән хан тарафынан төҙөтөлгән тип белдерә[15]. Урыҫ крайҙы өйрәнеүсе И. Л. Сегаль шулай уҡ һарайҙың 1797 йылда Мәмәд Һәсән хан осоронда төҙөлгәнен әйтә, төҙөлөш 32 мең червонецҡа башҡарылып, хан ҡаҙнаһын бөлгөнлөккә төшөрә, бина иһә фарсы шаһының йәйге бер һарайының күсермәһе тип яҙа[16]. Ул шулай уҡ Мәмәд Һәсән ханды төҙөлөш бөткәс фарсы шаһының клевреты Мостафа аға һуҡырайтҡан тип яҙа, мәгәр хан 1795/96 йылда уҡ һуҡырайтылған була (һ. 1206 йыл)[15].

Һуңғы ваҡыттағы тикшеренеүҙәргә ярашлы, һарай 1797 йылда төҙөтөлгән тип һанала[17][18] Шираздан төҙөүсе оҫта Хадали-Зәйнал-Абдин һалған[19][20] (Константиновса — «Һажи Зәйнал Абдин»[15], И. С. Сегаль буйынса — Һажи Зәйнал Абдул[16]). Архитектура тарихсыһы Усейнов Микаэль Алескерович яҙыуынса, һарайҙы төҙөлөш 17621797 йылдарҙа барған.[17]. Ул шулай уҡ һарайҙы Мәмәд Һәсән хан[21] (Мухаммед Гасан-ханом)[17], Шәки ханлығына нигеҙ һалған Һажи Челеби хандың бүләһе төҙөтөп бөтөргән тип иҫәпләй. М. А. Усейнов был хан һарайында XVIII быуат һарайҙарына хас үҙенсәлектәр бик сағыу күренгәнлеген билдәләй[21].

 
Зал эсе күренеше. XIX—XX башы

1979 йылда Физули исемендәге ҡулъяҙмалар институтында тәржемә ителгән фарсы телендәге «Маддеи-тарих» тигән яҙмала (авторы Сәлмән Мумтаз тип уйлайҙар), һарай Һижрәнең 1204 йылында (1789/90) төҙөлә башлаған тигән мәғлүмәт бар. Шул уҡ ҡулъяҙмала 1240 йылдың рамаҙан айында (апрель — май 1825 йыл) һарайҙа ут сыҡҡан тип әйтелә[22]. Был ҡулъяҙмаларҙа һарай «диванхана» йәғни, ҡала суды тип телгә лә алына. Һарай хан торлағы булыуҙан тыш суд бинаһы булып та хеҙмәт итеүе тураһында XIX быуат урыҫ журналисы Николай Берсенов та яҙған булған[23]. Ҡайһы берҙә һарай хандың йәйге резиденцияһы булған тип тә әйтәләр[24].

Шәки ҡәлғәһендә төҙөлгән комплекс бер нисә ҡоролманан тора, бөгөнгә тиклем тик ике ҡатлы һарай ғына һаҡланған[12]. Төҙөлгәне бирле һарай бинаһы күп таҡырҙар ремонтланған, үҙгәртеп ҡоролған, әммә был уның тышҡы күренешен ныҡ үҙгәртмәгән[19]. Шәки ханлығын Рәсәй империяһына ҡушҡас, һарай урындағы хакимиәт ҡарамағында ҡалған һәм әллә күпме ремонт кисергән. 18481851 йылдарҙа Һөсәйен хан Муштагтың ейәне шағир Кәрим аға Фәтехи һарайға реставрация үткәрә.

1853 йылда цитаделдең планы төҙөлә, уға ярашлы хан кешеләре ғаиләләре өсөн күп кенә ҡоролмалар тәғәйенләнә[18]. Ҡәлғәлә һарайҙан башҡа ҡаҙармалар, ҡаҙна йорто, төрмә һәм 1828 йылда хан мәсетенән сиркәүгә әйләндерелгән ғибәҙәтхана була[16]. Һарайҙың иң башта эшләнгән биҙәк-семәрҙәре сәйәхәтселәрҙең һушын ала[25]. Һарайҙы Александр Дюма (атай), Александр Корнилович, Андрей Фадеев, Арнольд Зиссерман һүрәтләгәндәр, уны Лев Толстой телгә ала, Николай Раевский, Илья Березин, Элизе Реклю һ.б. хәтергә ала.

 
1987 йылда һарай-музейға килеүселәр

Совет йылдарында «Шәки хан һарайы» музей статусына эйә була[26].

1921 йылдың 25 апрелендә Әзревкомдың пленумында «хан һарайын төҙәтеү буйынса» мәсьәлә ҡарала һәм Наркомпрос иҫәбенән Шушалағы һәм Нухалағы хан һарайҙарын төҙәтеүгә йәнә 25 миллион һум бүлергә ҡарар сығарыла.

1945 йылда шәрҡиәтсе һәм сәнғәт белгесе Л. С. Бретаницкий кандидатлыҡ диссертацияһын ошо һарай тураһында яҙа һәм сәнғәт тарихсыһы Б. В. Веймарнудың һарай тураһында «Әзербайжандың XVIII быуаттағы атаҡлы архитектура-сәнғәти ҡомартҡыһы» тигән һүҙҙәрен килтерә[27].

1946 йылда Константинов «Нуха» тигән мәҡәләһендә: «Зиннәтле был һарай — фарсы төҙөүселәренең затлы һәм юғары зауыҡлы эше, 1790 йылда Шираз кешеһе Һажи Зәйнал Абдин тарафынан төҙөлгән», — тип белдерә[15].

1947 йылда бында булып киткән шағир Н. Тихонов автобиографик «Пути-дороги» тигән хикәйәһендә былай яҙа:

  …Хан һарайының биҙәлеше яҡшы һаҡланған бай һәм төрлө семәрҙәре менән таң ҡалдыра, улар беҙҙе элекке Нухала ысынлап та сәнғәт сәскә атҡанын, бындағылар шиғриәтте лә, фәлсәфәне лә тәрән аңлай белгәнен күрһәтә[28][29].  

19551965 йылдарҙа архитектор Н. Г. Рзаев етәкселегендә бик ҙур реставрация эштәре үткәрелә, һарайҙа рәссамдар Ф. Һаджиев, А. Расулов эшләй.

1968 йылда ҡаланың тарихи өлөшө «Юхары баш» тарихи-архитектура ҡурсаулыҡ зонаһы тип иғлан ителә

2001 йылдың 24 октябрендә тарихи өлөш менән бер рәттән һарай ҙа ЮНЕСКО исемлегенә кандидат итеп күрһәтелә. 2002 йылдың сентябрендә «Мәҙәниәт ҡомартҡыһын һаҡлау» проекты нигеҙендә йәнә реставрация башлана[30]. 2010 йылдың 1 авгусында ЮНЕСКО-ның Генераль директоры И. Г. Бокова Әзербайжанға рәсми визит ваҡытында Шекила булып, хан һарайын күреп китә[31].

2012 йылдың 4 июлендә Шеки ҡалаһында һарайһҙың 250 йыллығын билдәләйҙәр[32].

Һарайҙың ҡоролошо үҙгәртергә

Һарайҙың оҙонлоғо — 31,7, киңлеге — 8,5, бейеклеге 10 метр. Һәр ҡатының бейеклеге 3,35 метр. Фасады ла, ҡоролошо ла һарай бинаһы композицияһы симметриялы. Вертикаль буйынса өҫкө ҡат тулыһынса аҫҡыһын ҡабатлай. Бүлмәләр үҙәк буйынан бер рәт булып теҙелгән. Һәр ҡаттың үҙәгендә мөнбәрле зал эшләнгән, бында кешеләрҙе ҡабул иткәндәр тип һанала. Залдың ҡабырғаларынан ике кесерәк бүлмә, улар ҙур булмаған коридор менән айырылған. Улар ябайыраҡ ҡунаҡтарға тәғәйенләнгән тип фаразлайҙар[33].

Архитектураһы үҙгәртергә

 
Шебеке

Шәки ҡәлғәһенең ҙур ғына майҙанында (6 га тирәһе) мәсеттән башҡа һарайҙы хеҙмәтләндергән бер генә лә ҡоролма ҡалмаған. Һарай һәм уны уратып алған таш ҡәлғә диуарҙары бер үк ваҡытта төҙөлгәненә шик белдереүселәр ҙә бар[33].[18].

Бина ҡабырғаларын һалғанда беренсе һәм икенсе ҡаттарҙа төрлө материалдар ҡулланылыуын һәм ҡаттар араһында йөрөү юлдары яйһыҙ булыуҙы күҙҙә тотоп, һарай башта бер ҡатлы ғына булырға тейеш тип уйланылған тигән фекерҙәр бар. Беренсе ҡатты тамамлағас ҡына икенсе ҡатты өҫтәргә булғандар тип фараз итәләр. Әммә был һарайҙың тышҡы күренешен боҙмаған, ул бөтәүле булып ҡабул ителә[33].

Төп (көньяҡ) фасадта оҫталар ҡаттарҙы бик аныҡ билдәләгән һәм эске ҡоролошо ла бик уйлап эшләнгән. Ингән ерҙәр уйымдар һәм сталактит көмбәҙҙәр менән билдәләнгән. Икенсе ҡатта уның өҫтөндә лоджия шундай уҡ көмбәҙле, шул рәүешле ингән ерҙәр ике ҡатта ла бер төрлө булыуы күҙгә ташлана. Бинаның уртаһындағы зал витражлы тәҙрәләр менән айырылып тора[33]. Төп фасадтың архитектура композицияһы һарайҙың эске ҡоролошон аныҡ һыҙатландыра. Көньяҡ фасадта урта залдар, ҡабырғалағы бүлмәләр һәм ингән ер айырымланған[18].

 
Мөнбәр

Архитектураһы оҡшаш биналар байтаҡ ҡына. Уның стилистикаһын Еревандағы Сердар һарайы һәм һуңғы осор сефевиҙарҙың баҡса-парк павильондары менән дә сағыштырырға була. Шулай уҡ тәрән нигеҙ булып Шәки ҡалаһының торлаҡ архитектураһы тора[19].

Һарай композицияһы ябай — бер рәткә теҙелгән өс бүлмә бер-береһенән башҡа ишектәр менән айырылған. Тәрән уйымлы ишекле ҙур залдар ике ҡатта урынлашҡан. Беренсе ҡаттың ҙур залы рәсми ҡабул итеүҙәр өсөн файҙаланылған.

Арка тимпандары бик ҡатмарлы үҫемлек биҙәктәре менән семәрләнгән, улар сграффито техникаһы менән башҡарылған. Беренсе ҡаттың залындағы плафон геометрик орнамент барлыҡҡа килтергән ағас киҫәктәренән эшләнгән.

Һарай ҡабырғалары, залдарҙың һәм бүлмәләрҙең тәҙрә уйымдары ысҡындырып алына торған витраждар — «шебеке» менән биҙәлгән. Шебеке тәҙрәләрҙең төрлө төҫтәге быялалары һарай фасадының дөйөм композицияһы менән ярашлы. Һарай фасадына үҙәк залдарҙың һәм ҡабырғалағы бүлмәләҙең витраж-шебекеләре дөйөм берлек барлыҡҡа килтерә. Көҙгөлө лоджия-балкондарҙа уларҙан сағылған нур уйнай. Шебеке семәрҙәре халыҡ оҫталары тарафынан елемһеҙ һәм сөйһөҙ башҡарылыуы менән таң ҡалдыра[18]. Залдарҙың тышҡы диуарҙарында күтәреп була торған витраждар менән биҙәлеүе был алғы павильон архитектураһының үҙенсәлеге тип һанала[19].

Диуарҙарҙағы биҙәктәр үҙгәртергә

 
Көньяҡ фасадтағы "тормош ағасы"на ҡараған тауистар

Диуарҙар, уйымдар, диуарҙан плафондарға күскән сталактит көмбәҙҙәр, ике ҡаттағы залдарҙың һәм бүлмәләрҙең плафондары — һәммәһе лә семәрҙәр менән биҙәлгән. Һарайҙағы һүрәт-биҙәктәр дүрт төркөмгә бүленә: геометрик һәм үҫемлек биҙәктәр, сюжетлы күренештәр һәм үҫемлектәр араһында ҡоштар төшөрөлгән һүрәттәр[33].Һарай биҙәлешендә бик күп алтынһыу төҫтәр ҡулланыла. Төҫтәр һүрәт төшөрөү өсөн ҡулланылған материалдарға ла бәйле булған: гипс левкасҡа йомортҡалы темпера менән һүрәт төшөргәндәр[12].

Төп фасад бик бай семәрләнгән. Төҫлө сграффито һәм һырлы штукатурка, геометрик һәм и үҫемлек орнаменттары, сталактитлы көмбәҙҙәр, шебеке-витраждар нәфислеге һәм нәзәкәтлелеге менән һарай фасадына ғәҙәттән тыш байрамса төҫ бирә[33]. Аҫҡы ҡаттағы «тормош ағасы» эргәһендәге ҡасандыр изге һаналған тауис ҡоштар төшөрөлгән панно иғтибарҙы йәлеп итә.[19].

 
Интерьер биҙәктәре

Һарай эсендәге бүлмәләр шулай уҡ тотош орнаментлы һәм биҙәлгән; уйымдар (тахча), төтөн торбалары (бохарҙар), түшәм, сталактит кәрниздәр, шебеке-витраждар аша төшкән төрлө төҫтәге яҡтылыҡ — былар барыһы ла зиннәтле һарай күренешен тыуҙыра. Төҙөүсе-оҫта бүлмәләр артыҡ бейек булмаһа ла (барлығы 3,35 м), декоратив ысулдар менән бейегерәк итеп күрһәтә, оптик иллюзия тыуҙыра алған тип һанайҙар[33].

Интерьерҙар төрлө ваҡытта биҙәлгән — «франк» (Европа) оҫталары эштәре аҫҡы залдағы сталактит плафондарҙа һаҡлана, XX быуат башында эштәр билдәле оҫта — Уста Гамбар (Оҫта Ғәмбәр) һәм уның туғаны Сафар, улы Шөкөр тарафынан башҡарылған. Улар Шушанан булған. Шулай уҡ Шемаханан Али Кули, Ҡорбан Кули һәм Джафар оҫта Аббас Али эштәре һәм хатта ябай һүрәт бар[19].

Биҙәктәрҙең иң боронғоһо XVIII быуатта төшөрөлгән, Аббас-Кули төшөргәндәре лә шул ваҡытҡа ҡарай. Тап исеме һарай диуарҙарына яҙылған Аббас-Кули уның архитекторы булған тип һанайҙар[12]. Аҫҡы ҡаттағы һүрәттәр 1895/96 йылдарҙа Шемаханан Мирза Джафарҙыҡы, ә икенсе ҡатта — 1902 йылда Шуша кешеһе Оҫта Ғәмбәр төшөргән. Шемаханан рәссам Али Кули һәм Ҡорбан Кули башлыса өҫкө ҡатта ижад иткән[34].

Халыҡ рәссамдары төшөргән, семәрләгән биҙәктәр башлыса ике ҡаттың да ике залында һәм икенсе ҡаттың ҡабырғалағы ике бүлмәһендә башҡарылған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Константинов. Нуха // Кавказ. — 15 июня 1946 г.. — № 24.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  1. Комитет всемирного наследия — 1977.
  2. Т. А. Ханларов. Архитектура Советского Азербайджана. — М.: Стройиздат, 1972. — С. 56. — 112 с.

    . Шәки, Әзербайжандың тарихи бер ҡалаһы, матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан, бик үҙенсәлекле урын. Ҡаланың «Юхары баш» тип аталған үрге яҡ тарихи өлөшө хәҙерге заманда ҡурсаулыҡ тип иғлан ителгән. Бында Шәкинең боронғо цитаделе һәм шәки хандарының һарайы бар

  3. 3,0 3,1 Sándor Radó. Guide-book to the Soviet Union. — Neuer deutscher verlag, 1928. — С. 756. — 855 с.

    Palace ot the Khan Hussein, erected in the Persian style in 1760, and subsequently restored.

  4. 4,0 4,1 Nukha // издание 11-е / Eddited by Hugh Chisholm. — The Encyclopædia Britannica: a dictionary of arts, sciences, literature and general information: The Encyclopædia britannica company, 1911. — Т. 19. — С. 846.
  5. Народы Кавказа: этнографические очерки / Под ред. М. О. Косвена. — Институт этнографии имени Н.Н. Миклухо-Маклая: Издательство Академии наук СССР, 1960. — С. 178.
  6. George St. George. Russia. — Лондон: Batsford, 1973. — С. 190. — 276 с.

    The Sheki Palace is one of the Jewels of the Islamic East, and the only palace which was fully and painstakingly restored to its original state in this part of the world.

  7. Sheki, the Khan's Palace (ингл.). Официальный сайт ЮНЕСКО. (2001). Архивировано 15 май 2012 года.
  8. Шеки. — Энциклопедический словарь, 2009.
  9. Шеки. — Большой Энциклопедический словарь, 2000.
  10. Азербайджанская Советская Социалистическая Республика / Под ред. Введенского Б. А.. — Малая советская энциклопедия: Большая советская энциклопедия, 1958. — Т. 1. — С. 179.
  11. Шеки / Под ред. В. М. Полевого. — Популярная художественная энциклопедия: Советская энциклопедия, 1986.
  12. 12,0 12,1 12,2 12,3 Шәки Ханларынын Сарајы / Под ред. Дж. Кулиева. — Азербайджанская советская энциклопедия: Главная редакция Азербайджанской советской энциклопедии, 1987. — Т. 10. — С. 502-503.
  13. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; ЭСБЕ төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  14. Nukha // издание 9-е / Eddited by Thomas Spencer Baynes. — The Encyclopaedia Britannica: a dictionary of arts, sciences and general literature: The Henry G. Allen Company, 1890. — Т. 17. — С. 613.

    Крепость четырёхугольная 3000 футов в периметре, воздвигнутая Хусейн Ханом в 1765 году, и располагает дворец, построенный несколько позднее в оригинальном персидском стиле под сенью роскошной группы платанов

  15. 15,0 15,1 15,2 15,3 Шэнэр Рзаев. Об истории Имарета Муштага в г. Шеки. — Известия Академии наук Азербайджанской ССР: Издательство Академии наук Азербайджанской ССР, 1988. — № 3. — С. 143.
  16. 16,0 16,1 16,2 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Сегаль төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  17. 17,0 17,1 17,2 М. А. Усейнов. История архитектуры Азербайджана. — М.: Государственное издательство литературы по строительству, архитектуре и строительным материалам, 1963. — С. 314-316. — 395 с.

    Надписи о времени сооружения дворца не сохранились и в настоящее время наиболее вероятной датой его постройки принято считать 1797 г., который приходится на период правления нухинского хана Мухаммеда Гасан-хана. Во всяком случае дата сооружения дворца ограничивается временем с 1762 по 1797 г.

  18. 18,0 18,1 18,2 18,3 18,4 К. М. Мамед-заде. Строительное искусство Азербайджана. — Баку: Элм, 1983.
  19. 19,0 19,1 19,2 19,3 19,4 19,5 Л. С. Бретеницкий, Б. В. Веймарн. Искусство Азербайджана IV—XVIII веков. — М.: Искусство, 1976.
  20. Нуха / Под ред. Е. М. Жукова. — Советская историческая энциклопедия, Москва: Советская энциклопедия, 1973—1982.
  21. 21,0 21,1 М. А. Усейнов. Памятники азербайджанского зодчества. — М.: Государственное издательство архитектуры и градостроительства, 1951. — С. 76. — 162 с.
  22. Ədalət Tahirzadə. Şəkinin tarixi qaynaqlarda. — Bakı: Master, 2005. — С. 215-224 (PDF 267-277); №23; №43.
  23. Nikolai Bersenow. Skizzen aus Kaukasien. Nucha / Dr. Clemens Friedrich Meyer. — Belletristische Blätter aus Russland. St. Petersburg, 1854. — Т. 2. — С. 283.
  24. Lloyd E. Hudman, Richard H. Jackson. Geography of Travel and Tourism. — Стэмфорд: Cengage Learning, 2003. — С. 317. — 534 с.
  25. Л. С. Бретаницкий (архитектура), Ю. А. Казиев, К. Д. Керимов (изобразительное и декоративно-прикладное искусство). Искусство Азербайджана / Под ред. Б. В. Веймарна. — История искусства народов СССР: в 9 томах: Изобразительное искусство, 1979. — Т. 5. — С. 361.
  26. Шеки. — Большая советская энциклопедия: Советская энциклопедия, 1969—1978..
  27. Б. В. Веймарн. Л. С. Бретаницкий — архитектуровед и искусствовед. — Л. С. Бретаницкий. Художественное наследие Переднего Востока эпохи феодализма: избранные труды: Советский художник, 1988. — С. 7.
  28. Николай Тихонов. Собрание сочинений. — М.: Художественная литература, 1974. — Т. 6. — С. 33.
  29. Н. С. Тихонов. Собрание сочинений в семи томах. — М.: Художественная литература, 1985. — Т. 3. — С. 32.
  30. Интерфакс. Реставрация памятников архитектуры в Азербайджане. museum.ru (11 август 2003). Архивировано 5 июнь 2012 года.
  31. UNESCO Chairs at Azerbaijan Universities (ингл.). Официальный сайт Посольства Азербайджанской Республики в Анкаре. (2010). Архивировано 5 июнь 2012 года. 2015 йыл 7 июль архивланған.
  32. AzərTAc. Şəki xanları sarayının 250 illik yubileyi böyük təntənələrlə qeyd olunmuşdur. — газета «Xalq qəzeti», 5 июля 2012.  (әзерб.)
  33. 33,0 33,1 33,2 33,3 33,4 33,5 33,6 С. А. Дадашев, М. А. Усейнов. Архитектура Азербайджана. — М.: Издательство Академии архитектуры СССР, 1948. — С. 20.
  34. Ilona Turánsky, Károly Gink. Aserbaidschan - Paläste, Türme, Moscheen (deutsch von Tilda und Paul Alpári). — Budapest, 1980. — С. 61—63.  (нем.)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Фридолина П. П. Дворец в Нухе. — Архитектурная газета, 1937.
  • Веймарн Б. Росписи Дворца-музея в городе Нухе. — № 3. — Москва — Ленинград: Искусство, 1938.
  • Ениколопов И. Нухинский дворец. Научный архив Института истории АН АзССР. инв. № 1023, 6. — 1940.
  • Скубченко Г. М. К вопросу о состоянии Xанского дворца в городе Нухе. — «Памятники архитектуры Азербайджана. Сборник материалов». Москва — Баку, 1946.
  • Бретаницкий Л. С. К истории Дворца Шекинских ханов. Труды Института истории им. А. Бакиханова. — Баку, 1947.
  • Бретаницкий Л. С. Дворец Шекинских ханов. Архитектура Азербайджана. — Баку, 1952.
  • Миклашевская Н. М. Стенные росписи Азербайджана 18-19 веков. — Искусство Азербайджана. — Баку, 1954. — Т. 4. — С. 52—83.

Һылтанмалар үҙгәртергә