Шәкетау (урыҫса «шах-гора», «царь-гора») — тау һырты, Ишембай районынындағы дүрт шихандың береһе, райондың һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының Шәкетау микрорайоны сигендә урынлашҡан. Атаманың варианттары: Шаһтау, Шәкетау, Ашаҡтау.

Шәкетау
Характеристикалары
Абсолют бейеклеге336 метр
Сағыштырмаса бейеклегеа210 метр
Урынлашыуы
53°38′59″ с. ш. 56°04′57″ в. д.HGЯO
Страна
РФ субъектыБашҡортостан Республикаһы
РайонИшембай районы
Рәсәй
Красная точка
Шәкетау
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Шәкетау
 Шәкетау Викимилектә

Ишембай һәмСтәрлетамаҡ ҡалалары янындағы дүрт шихандың береһе. Яҡындағы Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштау, «Рәсәйҙең ете мөғжизәһе» проекты шорт-битенә һайланған (Шихандар итеп).

Тауҙы борон «Шәкетау» тип йөрөткәндәр. Халыҡ был боронғо исемде бөгөн дә онотмаған. Башҡорттар рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң, тауҙың атамаһы руссалап Шахтау булып китә.

«Сода» акционерҙар йәмғиәте уны цемент, сода, кер йыуыу порошогы етештереү өсөн умырып "ашау"ын дауам итә. Шихандарҙың юҡҡа сығыуына һанаулы көндәр ҡалып килә. Тау тоҡомдарын тейәгән вагонеткалар «Сода» комбинатына]көнө-төнө ағылып тора[1]. «Шәкетау» атамаһы балҡарҙарҙа, Ҡарасайҙарҙа бар, улар Эльбрусты шулай атай.

Башҡа шихандар һымаҡ уҡ, палеозой эраһының пермь осорондағы (түбәнге пермь) риф массивы ҡалдығы булып тора. 230 миллион йыл элек тропик диңгеҙҙә барлыҡҡа килгән.

Мәғлүм булыуынса, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Башҡортостан сода компанияһы үҙенең тәүге продукцияһын 1945 йылда етештерә башлай.

Бөгөнгө көндә предприятие сеймал — эзбизташ итеп тотоноуы һөҙөмтәһендә, уның тәүге ҡорбаны булған Шәкетау сеймал сифатында 1965 йылда юҡҡа сыҡҡан, тау урынында тәрән соҡор ғына тороп ҡалған. Ғалимдар фаразлауынса, бөгөнгө производство ҡеүәттәре менән эшкәрткәндә, Торатау ҙа 5 — 6 йыл эсендә ер менән тигеҙләнәсәк[2].

Шәкетауҙың яҙмышы башҡа шихандарҙа ла ҡабатланыуы бар[3]. Башҡортостанда уларҙы һаҡлау буйынса киң компания йәйелдерелгән. Шәкетауҙы юҡ итеү тәбиғәткә ҡырағайҙарса ҡараш булыуының миҫалы, ә уның урынында барлыҡҡа килгән карьер Башҡортостан йѳҙѳндәге тәрән яра тип әйтергә була.

Физик-географик ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

  Тышҡы рәсемдәр
  Шәкетау урыны
  Шартлатыу эштәре
  50 йылдарҙа Шәкетау

Шәкетау — төньяҡ-көнбайыш йүнәлештә һуҙылған, оҙонлоғо 1,3 км, киңлеге 980 м булған ҡыҫҡа тау һырты. Ағиҙел йылғаһы кимәленән 210 м бейеклектә булған (сеймал итеп тотонола башлағанға тиклем), (диңгеҙ кимәленән 336 м). Һәләүек йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан.

Шәкетау массивы эзбизташтарҙан төҙөлгән. Субмеридиональ йүнәлештә йыйырсыҡланған. Үҙәге көньяҡ йүнәлештә күтәрелгән. Артин алды ваҡытында массивтың көнсығыш битләүе ныҡ йыуылған. Шунлыҡтан көнсығыш ҡанатында өҫкө атин ултырмаларының ассель һәм һаҡмар тау тоҡомдарының ҡатлауҙарына сиратлашмай ятыуы күҙәтелә.

Шәкетау массивының риф сығанаҡлы ултырма тау тоҡомдарының тектоник-седиментацион структураһының формалашыуына Урал алдының тѳбәк дислокациялары йоғонто яһаған.

Шихандарҙың барлыҡҡа килеүе (Урал тау алды бөгөмөнөң көнбайыш сигендәге ошондай уҡ йәштәге башҡа массивтарынан айырмалы рәүештә) был яңғыҙаҡ тауҙарҙы 1000 метрға күтәргән.

Әүҙем рәүештә ултырма тоҡомдар тупланыуы, риф сығанаҡлы фацияларҙың һәм тектоник процестарҙың сиратлашыуы ҡатмарлы эске төҙөлөшлө рельеф формаларын барлыҡҡа килтергән.

Шәкетау эзбизташтарына, органик юл менән барлыҡҡа килгән башҡа тау тоҡомдары кеүек химик яҡтан таҙалыҡ, асыҡ төҫтә булыу, ҡатлаулылыҡтың булмауы, төрлө масштаблы бер төрлө булмаған текстура, тау тоҡомдарының күп төрлөлөгө, уларҙың йыш аралашыуы хас.

Массивта саф эзбизташтарҙан тыш, икенсел юл менән барлыҡҡа килгән доломитлашҡан эзбизташтар ҙа осрай.

Шихандың эзбизташтары төрлө организмдарҙың яҡшы һаҡланған ҡалдыҡтарына бай.

Шәкетау — Стәрлетамаҡ сода-цемент комбинатына (ОАО «Сода») эзбизташ карьеры, рәсми рәүештә «эзбизташ ятҡылығы». Эзбизташтарҙы сығарыу 1950 йылда башланған. 1975 йылға шихандың өҫкө өлөшөнән 35 м алынған була. Бөгөнгө көндә унан бер ниҙә ҡалмаған тиерлек[4].

Шәкетауҙың итәгендә Стәрлетамаҡ ҡалаһының ошо исемдәге микрорайоны урынлашҡан.

Тарихы үҙгәртергә

Тауҙы ентекләп өйрәнеү 19-сы быуатта башланған. 1842 йылда шихан тураһында тәүге мәғлүмәттәр баҫылып сыҡҡан. Унан алдараҡ (1841 йыл) Шәкетауға Р. Мурчисон и Е. Вернейль килгән, улар брахиантиклиналь йыйырсыҡтар итеп, Шәкетау аша ярылыу һыҙығы менән ҡатмарлашҡан профиль төҙөгән. Артабан С. Куторга, В. Миллер, Х. Г. Пандер шихандар буйынса палеонтологик материалдарҙы эшкәрткән , Ф. Н. Чернышев и Н. П. Герасимов Шәкетау брахиоподалары тураһында күберәк мәғлүмәт биргән. 1930 йылдарҙың башында шихандарҙың генезисы йәғни килеп сығышы буйынса өс ҡараш фаразланған: а) брахиантиклиналь йыйырсыҡтар, б) эрозия ҡалдыҡтары в) риф массивтары. 1936—1939 йылдарҙа бер төркөм геологтарҙың хеҙмәттәре шихандарҙың риф тәбиғәтле икәнлеген дәлилләгән.

Урал алдында нефть табылғас, массивтарҙы өйрәнеүҙең икенсе этабы башланған. Шәкетауҙың һәм нефтле, газлы массивтарҙың оҡшашлығы уға күп кенә стратиграфтарҙы йәлеп иткән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында СССР Фәндәр академияһының Башҡорт нефть экспедицияһы геологтары Ишембай Урал алды нефть-газлы ҡатламдарҙың фациал үҙенсәлектәрен һәм формалашыу тарихын асыҡлау маҡсатында күп тапҡыр шихандарға мөрәжәғәт иткән.

Шәкетауҙы Стәрлетамаҡтағы сода-цемент комбинатына сеймал итеү мәмкинлеген өйрәнеү маҡсатында, быраулау эштәре ҡулланып ентекләп өйрәнеү 1950 йылда башланған. Күп һанлы скважиналар быраулау, массивтың картаһын һәм профилдәрен төҙөргә мөмкинлек биргән. Был эштәр барышында массивтың ҡатмарлы төҙөлөшлө булыуы асыҡланған. Килеп сығышы буйынса массив рифтәрҙән, шул уҡ ваҡытта йыйырсыҡланған, эрозия һөҙөмтәһендә ныҡ йыуылған, йәғни алда күҙалланған өс фараз да өлөшләтә дөрөҫләнгән

1959 йылда көнсығыш битләүҙә 13 — 14 быуат йәшендәге ҡәберлек табылған.

1960—1970 йылдарҙа Шәкетау карьерҙарында фәнни материал йыйыу маҡсатында күпләп геологтар, күберәген палеонтологтар булып киткән.

Шәкетау тураһында мәғлүмәттәр риф сығанаҡлы эзбизташтарҙың коллектор үҙенсәлектәрен өйрәнеү өсөн йәлеп ителгән. В. К. Громов һәм Р. К. Петрова тарафынан үҙҙәренең оҙонлоғо, өйрәнелеү кимәле буйынса айырылған ике төрлө сатнау билдәләнгән. Улар бөтәһе бергә үҙ-ара киҫешкән дүрт сатнауҙар системаһы барлыҡҡа килтергән.

А. М. Тюрихин тау тоҡомдарының микросатнауҙарын өйрәнгән. Ул өс төрлө ваҡытлы микросатнауҙар сиктәрен күҙәткән. Иң боронғолары стиллотиттарҙы, уртаса йәштәгеләре битум һәм минераль тулышлы, ә иң йәштәре асыҡтар.

Шәкетау 1975 йылда карбон осороноң стратиграфияһы һәм геологияһы буйынса VIII Халыҡ-ара конгрестың экскурсия объекты булған .

1940 йылда «Мосфильм» режиссёры Я.Протазанов Ишембай районында «Салауат Юлаев» фильмын төшөрә. Фильм башланған саҡта ул саҡта әле эшкәртелә башланмаған Шәкетау күрһәтелә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Марс Нуриев. Шихандарыбыҙ өҫтөндә ғазраил шәүләһе йөрөй Йәшлек. 27 апрель 2010 й.[1] 2019 йыл 20 ноябрь архивланған.
  2. Гөлнур Дәүләтйәрова. Тауыбыҙҙың тыныслығы боҙолмаһын.   07.12.2015 [2]
  3. Шулай итеп, Башҡортостандағы дала тәбиғәт ҡомартҡылары юҡ ителеүе лә мөмкин / Сохранение степей России, 16.09.2011
  4. История шихана Шахтау

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Королюк И. К. Методы и результаты изучения пермского рифогенного массива Шахтау (Башкирское Приуралье). — М.: Наука, 1985.
  • Королюк И. К., Кириллова И. А., Меламуд Е. Л., Раузер-Черноусова Д. М. Нижнепермский биогермный массив Шахтау (Башкирия). — Бюллетень МОИП. Отд. геологии., 1970.
  • Отчет о доразведке известняков месторождения Шах-Тау в Ишимбайском районе Республики Башкортостан. Отчет о работах за 1994—2002 гг. с подсчетом запасов по состоянию на 01.01.02 г. Отчет. № ГР 5-93-14/7. 38 текст. прил., 15 граф. прил. -Исполн. Халиуллина, Ф. Г.; Камышников, А. Н.; Исаев, В. А. /ОАО «Башкиргеология». Центральная комплексная геолого-геофизическая партия (ЦКГГП). 2002. −73 с, -Библиогр.: 14 назв. (Росгеолфонд, Баш. РГФ, ОАО «Сода», ОАО «Башкиргеология»)

Һылтанмалар үҙгәртергә