Шәйхулов Алмас Ғәлимйән улы

Шәйхулов Алмас Ғәлимйән улы (25 октябрь 1945 йыл6 ғинуар 2022 йыл) — тел ғалимы-төрҡиәтсе. 1975—2022 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2009 йылдан татар филологияһы кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (2001), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011).

Алмас Ғәлимйән улы Шәйхулов
Тыуған көнө

25 октябрь 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Туймазы районы Туймазы эшселәр ҡасабаһы [1][2]

Вафат көнө

6 ғинуар 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (76 йәш)

Вафат урыны

Өфө

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

тарихи фонетика һәм сағыштырма-тарихи грамматика

Эшләгән урыны

Башҡорт дәүләт университеты[3]

Альма-матер

Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

филология фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Ғилми етәксеһе

Баскаков Николай Александрович, Тенишев Әҙһәм Рәхим улы

Награда һәм премиялары

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011)

Биографияһы үҙгәртергә

Алмас Ғәлимйән улы Шәйхулов 1945 йылдың 25 октябрендә Башҡорт АССР-ының Туймазы районы Туймазы эшселәр ҡасабаһында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының республика әһәмиәтендәге Туймазы ҡалаһы[2]) тыуған[4].

1963 йылда Мәжит Ғафури исемендәге урта мәктәпте Маҡтау грамотаһы менән тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген Туймазы геофизик ҡорамалдар һәм аппаратуралар заводында электр слесары булып башлай.

1964—1965 йылдарҙа райондың Түбәнге Бишенде ауылындағы киске мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. 1965 йылда Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының татар—рус бүлегенә уҡырға инә. 1975 йылда университетты тамамлай[5] һәм, юғары белемле белгес булараҡ, йүнәтмә буйынса Туймазы ҡалаһы 7-се урта мәктәбенең өлкән синыфтарында ике йыл рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.

1972—1975 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһы Тел белеме институтының Төрки һәм монгол телдәре секторы аспирантураһының көндөҙгө бүлегендә уҡый.

1975 йылдан Башҡорт дәүләт университетында эшләй: 1980 йылға тиклем филология факультетының татар теле һәм әҙәбиәте кафедраһында ассисент була, 1980—1985 йылдарҙа — өлкән уҡытыусы, 1985—2001 йылдарҙа доцент вазифаларын башҡара. 2001 йылдан — профессор вазифаһында. 2010 йылда Алмас Шәйхулов татар филологияһы һәм мәҙәниәте кафедраһы мөдире итеп һайлана һәм бөгөн дә ошо вазифала эшләй[3]. Ул шулай уҡ БДУ-ның Ғилми советы ағзаһы[6].

Ғалим бер үк ваҡытта «Волга—Кама—Урал этнолингвистик төбәгенең төрки, монгол, фин-уғыр һәм һинд-европа (славян) халыҡтарынын рухи мәҙәниәте» вуз-ара ғилми-тикшеренеү (уҡыу-уҡытыу) лабораторияһы мөдире[7].

Профессор А. Ғ. Шәйхулов «Донъяның әйҙәүсе тел ғилеме белгестәре» (рус. «Ведущие языковеды мира», М., 2000) һәм «Урал—Алтай (төрки—монгол) тел ғилеме» (рус. «Урало-Алтайское (тюрко-монгольское) языкознание»; М., 2001) тигән халыҡ-ара лингвистик энциклопедияларға индерелгән[8].

Юғары мәктәп һәм фән ветераны 2022 йылдың 6 ғинуарында Өфө ҡалаһында вафат булды[9].

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Аспирантурала уҡығанда Алмас Шәйхулов профессор Николай Баскаков етәкселегендә «Төрки сығышлы татар һәм башҡорт шәхси исемдәре» тигән диссертация яҙа һәм, уны билдәләнгән срокта — 1978 йылда уңышлы яҡлап, «филология фәндәре кандидаты» тигән ғилми дәрәжә ала. Ул үҙенең диссертацияһында СССР-ҙың төрки тел белемендә тәүге тапҡыр төрки сығышлы шәхси исемдәрҙең дөйөм һәм айырма үҙенсәлектәрен билдәләүҙең методологик нигеҙҙәрен эшләй[8].

1996—2000 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр Академияһы Тел белеме институтының Урал-Алтай телдәре бүлегендә академик Эдгем Рәхим улы Тенишев етәкселегендә докторантура үтә. 2001 йылда ошо институттың Ғилми советында «Структура и идеографическая парадигматика односложных корневых основ в кыпчакских языках Урало-Поволжья в континууме ареальной, межтюркской и общетюркской лексики (синопсис и таксономия когнитивной сферы / Природа (живая и неживая)» исемле тема буйынса «филология фәндәре докторы» тигән ғилми дәрәжәгә диссертация яҡлай[10].

Профессор А. Ғ. Шәйхулов 2013 йылдың октябрендә М. К. Амосов исемендәге Төньяҡ-Көнсығыш федераль университеты (Якутск ҡалаһы) ректоры менән осрашыуында СССР-ҙа беренселәрҙән булып ойошторолған Урал-Волга буйы төбәгендә йәшәүсе төрки халыҡтарының тел байлығын өйрәнеү менән шөғөлләнгән буйынса студенттарҙың вуз-ара ғилми-тикшеренеү лабораторияһы базаһын тюркология һәм алтаистика өлкәләрендә ҡулланырға тәҡдим итте[11].

Ғилми хеҙмәттәре үҙгәртергә

Йәмәғәт эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Алмас Ғәлимйән улы Шәйхулов төрлө фәнни советтар, йәмәғәт ойошмалары, гәзит-журналдарҙың редколлегия ағзаһы, шул иҫәптән:

  • Башҡорт дәүләт университетының филология фәндәре буйынса «Д 212.013.06» тип исемләнгән Диссертация советы ағзаһы[13].
  • Тобол дәүләт педагогия университетының Диссертация советы ағзаһы[8][14].
  • Ҡаҙағстанда нәшер ителгән «Алтаистика и тюркология» фәнни журналдың редколлегия ағзаһы[8].
  • «Вестник Чувашского государственного педагогического университета им. И.Я. Яковлева» журналының (Сыуашстан, Чебоксар ҡалаһы) редакция коллегияһы ағзаһы[15].
  • Мәжит Ғафури исемендәге йәмәғәт мәҙәниәт фондының совет ағзаһы[16].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Ғалим ваҡытлы матбуғатта үҙгәртергә

  • Нуретдинов А. Бәрәкәтле мөхиттә шытҡан орлоҡтар «Башҡортостан» гәзите, 2015, 24 октябрь[17].
  • Якимчук Р., Шейхвильданова Ф. Плеяда учёных и педагогов—филологов. Межрегиональная информационно-рекламная газета «Деловой МИР Башкортостана», 2015, январь-февраль, № 176[5](рус.)
  • Поварисов С. Белем оҗмахында аткан чәчәкләр. «Ҡыҙыл таң» гәзите, 2014, 27 декабрь (тат.)[18].
  • Хәбибуллин Ф. Әйдә, халыкка хезмәткә! (Алмас Шәйхулов менән әңгәмә). «Ҡыҙыл таң» гәзите, 2010, 21 октябрь.  (тат.)
  • Фәхретдинова А. Алмас Шәйхулов: «Максатыбыз: Идел-Урал буенда яшәүче халыкларның телләре, мәдәниятләре арасындагы бәйләнеш үзенчәлекләрен ачып бирү». «Татар-информ», 2007, 2 октябрь.  (тат.)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1960 йылдан — республика әһәмиәтендәге ҡала
  2. 2,0 2,1 Официальный сайт Администрации муниципального района Туймазинской район Республики Башкортостан (рус.)
  3. 3,0 3,1 Башҡорт дәүләт университетының рәсми сайты. Татар филологияһы кафедраһы
  4. Ими гордятся туймазинцы: Шайхулов Алмаз Галимзянович — Официальный сайт Администрации муниципального района Туймазинской район Республики Башкортостан 2013 йыл 7 май архивланған. (рус.)
  5. 5,0 5,1 газета «Деловой МИР Башкортостана», № 176 2021 йыл 23 ғинуар архивланған. (рус.)
  6. Башҡорт дәүләт университетының рәсми сайты. БДУ-ның Ғилми советы ағзаларының исемлеге: 50. Шәйхулов Алмас Ғәлимйән улы, татар филологияһы кафедраһы мөдире 2016 йыл 5 март архивланған.
  7. Сайт Академии наук Республики Башкортостан. Персонали: Шайхулов Алмас Галимзянович (рус.)
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 8,5 8,6 «Российский гуманитарный журнал» — Официальный сайт (рус.)
  9. В Уфе ушел из жизни известный ученый-тюрколог Алмас Шайхулов. ИА «Башинформ», 6 января 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 ғинуар 2022)
  10. disserCat — электронная библиотека диссертаций (рус.)
  11. «Тюркологические исследования должны стать масштабнее». Алмас Шайхулов — Новости, 17.10.2013. Официальный сайт Северо-Восточного федерального университета имени М. К. Аммосова (рус.)
  12. 12,0 12,1 Государственная публичная научно-техническая библиотека СО РАН (рус.)
  13. Диссертационный совет Д 212.013.06 - Башҡорт дәүләт университетының рәсми сайты 2016 йыл 31 октябрь архивланған. (рус.)
  14. Тубылда филология фәннәре кандидатлыгына диссертацияләр уңышлы якланды. «Белем.ру» сайты, 2008, 24 декабрь (тат.)
  15. Официальный сайт журнала «Вестник Чувашского государственного педагогического университета им. И.Я. Яковлева» (рус.)
  16. Общественный фонд культуры имени Мажита Гафури. Официальный сайт (рус.)
  17. «Башҡортостан» гәзите, 2015, 24 октябрь(недоступная ссылка)
  18. «Ҡыҙыл таң» гәзите, 2014, 27 декабрь(недоступная ссылка) (тат.)

Һылтанмалар үҙгәртергә