Шумейко Григорий Григорьевич

Шумейко Григорий Григорьевич (12 декабрь 1923 йыл — 1 май 1977 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, полковник. Советтар Союзы Геройы (1945).

Шумейко Григорий Григорьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 12 декабрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ, Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 1 май 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (53 йәш)
Вафат булған урыны Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Ерләнгән урыны Лукьянов хәрби зыяраты[d]
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө офицер
Эш урыны Киевское высшее танковое инженерное училище[d]
Уҡыу йорто М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание полковник[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө танковые войска СССР[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» III степени Ватан һуғышы ордены орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» медаль «За безупречную службу»
Григорий Шумейконың Киевтың Лукьянов зыяратындағы ҡәбере

Биографияһы үҙгәртергә

Григорий Григорьевич Шумейко 1923 йылдың 12 декабрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны Стәрлетамаҡ ҡалаһында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.

Краснодар крайының Гулькевич районы Кубань ауылында урта мәктәптең һигеҙ класын тамамлай.

1941 йылдың октябрендә Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһысафына саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышында 1942 йылдың ноябренән. Тәүҙә автомобиле водителе булып хеҙмәт итә[1]. 1944 йылда Сталинград хәрби танк училищеһын тамамлай.

1944 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.

1-се Белорус фронты 2-се гвардия танк армияһы 9-сы гвардия танк корпусының 50-се гвардия танк бригадаһының взвод командиры, гвардия лейтенанты. Польшаны азат итеүҙә айырылып тора. 1945 йылдың 18 ғинуарында Плоцк ҡалаһы районында Г. Г. Шумейко етәкселегендә 5 танкынан торған төркөм дошман тылына разведкаға һәм Висла йылғаһы аша кисеүҙе алырға ебәрелә. Ут эсенә эләгеп, танкистар ҡулса оборонаһы тота һәм ике көн буйы һуғыша, дошмандың танкыға ҡаршы өс батареяһын юҡ итә, һуңынан ҡырылған машиналарын ҡалдырып, ҡамауҙан сыға. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 27 февралендәге указына ярашлы, командованиеның заданиеһын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менәналышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия лейтенанты Григорий Григорьевич Шумейкоға «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла.

Һуғыштан һуң Г. Г. Шумейко Совет Армияһында хеҙмәтен дауам итә. 1945 йылда Ленинград юғары офицерҙар бронетанк мәктәбен тамамлай, 1966 йылда — М. В. Фрунзе.исемендәге Хәрби академияны. Полковник Г. Г. Шумейко Киев юғары танк инженер училищеһының факультет һәм кафедра етәксеһе була. Украинала, Киев ҡалаһында йәшәй.

Григорий Григорьевич Шумейко вафат 1977 йылдың 1 майында вафат була. Киевтың Лукьянов хәрби зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Хәтер үҙгәртергә

  • Краснодар крайының Кубань ауылында 22-се мәктәпкә Герой исеме бирелгән, мәктәп алдына уның бюсы ҡуйылған[6].
  • Краснодар крайы Гулькевичи ҡалаһының Хәтер аллеяһында бюсы ҡуйылған[7].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Мы их помним. 2020 йыл 28 март архивланған.
  2. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046/793756, д. 32/55, л. 12/429, 430).
  3. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 32, л. 10, 213, 214).
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 579, л. 2, 32, 33).
  5. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 5485, л. 1, 9, 10).
  6. МБОУ СОШ № 22 имени Героя Советского Союза Г. Г. Шумейко пос. Кубань муниципального образования Гулькевичский район
  7. Аллея памяти в Гулькевичском районе Краснодарского края.

Һылтанмалар үҙгәртергә