Шишков Михаил Фёдорович

Шишков Михаил Фёдорович (17 октябрь 1921 йыл — 5 сентябрь 2015 йыл[2]) — генерал-майор, диңгеҙ летчигы, Советтар Союзы Геройы. СССР-ҙың атҡаҙанған хәрби осоусыһы.

Шишков Михаил Фёдорович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 17 октябрь 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Иглин районы
Вафат булған көнө 5 сентябрь 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1] (93 йәш)
Вафат булған урыны Николаев, Украина
Ерләнгән урыны Николаевское городское кладбище[d]
Һөнәр төрө полководец
Хәрби звание генерал-майор авиации[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ Флоты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ушаков ордены орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» III степени «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы орден Богдана Хмельницкого III степени орден Богдана Хмельницкого II степени

Биографияһы үҙгәртергә

Михаил Фёдорович Шишков 1921 йылдың 17 октябрендә Кәлтә ауылында (хәҙерге Башҡортостандың Иглин районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[3].

Мәктәптең 7 класын тамамлай. 1940 йылда Хәрби-Диңгеҙ Флотына хеҙмәткә алына. 1941 йылда Энгельс ҡалаһында хәрби авиация училищеһын тамамлай.

1943 йылдың сентябренән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һуғыша. Балтик флоты Хәрби һауа көстәре 8-се мина-торпеда авиация дивизияһы 1-се гвардия мина-торпеда авиация полкының звено командиры. 1944 йылдан алып ВКП(б) ағзаһы.

Гвардия лейтенанты М. Ф. Шишков 1944 йылдың сентябренә 75 хәрби осош яһай. Дошмандың дөйөм ауырлығы 35 мең тонна тәшкил иткән 6 транспортын һәм танкерҙарын торпедалай һәм батыра. 1944 йылдың 5 ноябрендә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[4].

Һуғыштан һуң авиация флотында хеҙмәтен дауам итә.

1957 йылда К. Е. Ворошилов исемендәге Хәрби-Диңгеҙ академияһының авиация факультетын тамамлай. 1975 йылға тиклем Хәрби-Диңгеҙ Флоты авиацияһында хеҙмәт итә. «СССР-ҙың атҡаҙанған хәрби летчигы» маҡтаулы исеменә лайыҡ була.

Шишков Михаил Фёдорович 1975 йылдан — запастағы генерал-майор.

1968 йылдан алып Украинаның Николаев ҡалаһында йәшәй.

Батырлығы үҙгәртергә

Гвардия лейтенанты М. Ф. Шишков 75 хәрби осош яһай. Дошмандың дөйөм ауырлығы 35 мең тонна тәшкил иткән 6 транспортын һәм танкерҙарын торпедалай һәм батыра.

Наградалары үҙгәртергә

  • Ленин ордены,
  • дүрт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
  • 2-се дәрәжә Ушаков ордены,
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены,
  • ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены,
  • 3-сө дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» ордены,
  • «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы,
  • Украинаның II дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены[5],
  • башҡа миҙалдар.

Николаев ҡалаһының почетлы гражданы.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә