Шведагон пагодаһы

Па́года Шведагон (бирм. ရွှေတိဂုံစေတီတော်) — Мьянманың Янгон ҡалаһында урынлашҡан 98 метр бейеклектәге алтын менән ялатылған ступа.

Шведагон пагодаһы
Рәсем
Нигеҙләүсе Мьянма
Дәүләт  Мьянма[1]
Административ-территориаль берәмек Дагоун[d]
Урын Янгон
Архитектор Схинбьюшин[d]
Мираҫ статусы Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d][2]
Бейеклеге/буйы 112 метр
Рәсми сайт shwedagonpagoda.com.mm
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (i)[d], (ii)[d], (iii)[d], (iv)[d] һәм (vi)[d]
Карта
 Шведагон пагодаһы Викимилектә

Атамаһы «Shwe» (бирм. алтын) һүҙенән һәм «Dagon» — Янгондың боронғо исеменән барлыҡҡа килгән. Мьянмала иң хөрмәткә лайыҡ булған пагодала риүәйәт буйынса дүрт Будданың ҡомартҡыһы һаҡлана: Какусандха таяғы, Конагамананың һыу фильтры, Кассапа туникаһының киҫәге һәм Гаутаманың һигеҙ сәс бөртөгө.

Сит ил баҫҡынсылары пагодаға бер нисә тапҡыр үҙ дәғүәләрен белдерә. Мәҫәлән, 1608 йылда португал авантюрисы Филипе де Бриту-э-Никотенең ғәскәре уны талайҙар һәм 300 тонна ауырлығындағы аҫылташтар менән биҙәлгән Дхаммазеди бөйөк ҡыңғырауын урлайҙар. Ҡыңғырау Янгон йылғаһының ун метр тәрәнлектәге ләмле төбөнә бата һәм шунан бирле юғалған тип иҫәпләнә[3]. 1825 йылда британдар Шведагонда урынлашҡан 23 тонна ауырлығындағы икенсе ҡыңғырауҙы алып китергә маташалар. Әммә Калькуттаға йүнәлгән кәмә ҡыңғырау менән бергә бата. Һөҙөмтәлә инглиздәр бирмаларға әгәп улар ҡыңғырауҙы сығарыуға ирешһәләр, Сингуминды ҡайтарырға вәғәҙә итәләр. Төбәк халҡы ҡыңғырау аҫтына бамбук бүрәнәләрен ҡыҫтырып, уны күтәрергә өлгәшә[4].


Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә