Шахтёр (спорт һарайы)

«Шахтер» спорт һарайы (укр. Палац спорту “Шахтар”) — Донецктағы архитектура һәйкәле[2]. 19521953 йылдарҙа, ҡалдыҡтары 1947 йылда алынған[3] элекке кирбес заводы урынында төҙөлә. Архитекторы — Георгий Иванович Навроцкий һәм О. К. Терзян.

Шахтёр
Рәсем
Дәүләт  Украина[1]
Административ-территориаль берәмек Донецк[1]
Урынлашҡан урамы Бульвар Пушкина[d]
Мираҫ статусы памятник архитектуры местного значения[d]
Адрес г. Донецк, бул. Пушкина, 2
Карта
 Шахтёр Викимилектә

Был Украинала беренсе ябыҡ спорт залы һәм Советтар Союзында тәүге ябыҡ спорт залдарының береһе[3]. Быға тиклем стена буйлап кибеттәр урынлашҡан спорт залдары төҙөлгән, ә Навроцкий спорт һарайы трибуналары менән күп функциялы ҡоролма һәм үҙенсәлекле архитектураға эйә була[4].

Бина заманса күп функциялы спорт залдарының өлгөһө булып тора, яңы типтағы йәмәғәт биналарының формалашыуында ҙур роль уйнай[3]. Советтар Союзының беренсе типовой махсуслаштырылған спорт комплексы була, шулай уҡ бындай ҡоролмалар серияһының башланғысы була[4]. Төп залдың үлсәмдәре — 30×30 м, шулай уҡ комплексҡа ауыр атлетика, фехтование , бокс менән шөғөлләнеү өсөн залдар инә. Залда 600 тамашасы өсөн трибуналар ҡаралған. Трибуна аҫтында сисенеү бүлмәһе, душ бүлмәһе, инструкторҙар өсөн, массаж яһау һәм башҡа ярҙамсы бүлмәләр урынлашҡан.

Бында «Шахтер» ирекле спорт йәмғиәтенең гимнастика залы урынлашҡан булған.

Авторҙар коллективы 1952 йылдағы иң яҡшы бина өсөн Бөтә Союз премияһы ала[4]. Әлеге ваҡытта бина архитектура ҡомартҡыһы булып тора һәм дәүләт тарафынан һаҡлана.

1952 йылда бина төҙөлгән ваҡытта спорт һарайының фасады Пушкин бульварына ҡарай, ә бинаның арт яғында сәнәғәт складтары урынлашҡан була. 1960-сы йылдарҙа Университет урамы барлыҡҡа килә һәм бинаның бик үк матур күренештә булмаған арт яғы Донецктың әһәмиәте буйынса икенсе урамына ҡарай булып сыға[4].


2011 йылдың 31 октябрендә бинаның Пушкин бульвары яғынан стенаһына, Донецк рәссамы Геннадий Грибов эшләгән, ун бер йыл дауамында спорт һарайында күнекмәләр яһаған совет гимнасткаһы, Олимпия чемпионы Полина Григорьевна Астахова хөрмәтенә мемориаль таҡта ҡуйыла. Асыу тантанаһында Лилия Подкопаева — олимпия чемпионы, Астахованың уҡыусыһы, спортсы-ветерандар һәм ҡала спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре ҡатнаша[5].

Мемориаль таҡтала ошолай тип яҙылған:

« «Шахтёр» спорт һарайында 1952—1963 йылдарҙа биш тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы, спорт гимнастикаһы буйынса СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры Полина Астахова шөғөлләнгән. »

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 https://heritage.toolforge.org/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=ua&srlanguage=uk&srid=14-101-0273 — 2023.
  2. Памятники архитектуры // Всё о Донецке.: Справочное пособие. — Донецк: Донбасс, 2003. — С. 162-163. — ISBN 5-7740-0782-0.
  3. 3,0 3,1 3,2 Килессо С. К., Кишкань В. П., Петренко В. Ф. и др. Донецк. Архитектурно-исторический очерк. — Киев: Будівельник, 1982. — 152 с.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Судьба архитектора. Архивировано 30 ноябрь 2012 года.
  5. Полина Астахова. Архивировано 30 ноябрь 2012 года. 2012 йыл 5 октябрь архивланған.

Библиография үҙгәртергә