Шарлауыҡ — текә ҡаянан, бейек һикәлтәнән киҫә ағып төшкән һыу[1]; йылға юлындағы һикәлтәнән йылға һыуының өҫтән аҫҡа төшөүе, йылға шаршыһынан (речной порог) айырмалы рәүештә бейеклек айырмаһы ҙур була[2].

Семук-Чампей шарлауығы, Гватемала. Һыу төҫө һауа торошо, яҡтылыҡ, йыл миҙгеленә ҡарап төрлөсәгә үҙгәрә

Ағым һыу һикәлтәне емерә, шуға күрә көслө шарлауыҡтар йылға ағымына ҡаршы күсенә баралар. Мәҫәлән, Ниагара шарлауығы йылына 70-90 см-ға күсә бара[2].

Шарлауыҡтар суднолар йөрөшөнә ҡамасаулай. Әммә, гидроэлектростанция төҙөп, электроэнергия сығанағы булараҡ файҙаланырға була.

Шарлауыҡтар төрө үҙгәртергә

 
Парана йылғаһында Игуасу шарлауығы (Аргентина/Бразилия)
  • Һыуы ҙур булмаған бейеклектән киң фронт менән төшкән шарлауыҡ катаракт тип атала[3].
  • Каскад — эҙмә-эҙлекле килгән шарлауыҡтар.
  • Гөрләүек (водоскат) — һөҙәк шарлауыҡ.

Башҡортостан шарлауыҡтары үҙгәртергә

Башҡортостанда Атыш, Күперле, Шартлама, Ғәҙелша, Күкҡарауыҡ шарлауыҡтары туристарҙың яратҡан урыны.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  1. World`s most beautiful waterfalls (article)  (инг.)
  2. Пять самых высоких водопадов в мире (инг.)
  3. Всемирная база данных водопадов 2011 йыл 12 июль архивланған. (инг.)
  4. Мир водопадов
  5. Водопады мира

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
  2. 2,0 2,1 [http://slovari.yandex.ru/водопад/БСЭ/Водопад/(недоступная ссылка) Водопад — БСЭ — Яндекс. Словари
  3. Краткая Российская энциклопедия. Том 2. М., 2003. ISBN 5329006511. Стр. 23.


  Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ