Шаммазов Айрат Минһаж улы

совет һәм Рәсәй ғалимы

Шаммазов Айрат Минһаж улы (31 август 1947 йыл) — тотош мөхиттәр механикаһы, нефть һәм газды ташыу һәм һаҡлау объекттарының һөҙөмтәлелеген, ышаныслылығын һәм экологиялылығын күтәреү өлкәһендә эшләүсе СССР һәм Рәсәй ғалимы; педагог, юғары белем биреү өлкәһендә ойоштороусы. Техник фәндәр докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге ике премияһы лауреаты. Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры (1994—2014). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы президенты (2006—2011).

Шаммазов Айрат Минһаж улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 31 август 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (76 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө ғалим, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө механика сплошных сред[d][1] һәм транспортировка нефти[d][1]
Эш урыны ӨДНТУ
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми исеме профессор[d] һәм профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Уҡыусылар Мастобаев Борис Николаевич
Ойошма ағзаһы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Шаммазов Айрат Минһаж улы Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Сығышы үҙгәртергә

Айрат Минһаж улы Шаммазов 1947 йылдың 31 авгусында Өфө ҡалаһында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуа.

Атаһы — Минһаж Низам улы Шаммазов (1906 йылдың 19 ноябре — 1990 йылдың 23 феврале), офицер, Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, унан һуң банк хеҙмәткәре. Татарстандың хәҙерге Аҙнаҡай районында тыуған. 1928 йылда Дияш ауылында (хәҙерге Башҡортостандың Баҡалы районы) алтынсы класты тамамлай, шунан Башҡортостандағы Дәүләт банкының әҙерлек курсында уҡый, офицерҙар мәктәбен тамамлай. 1941 йылдың сентябрендә Өфөнән армияға алына. Пехотала хеҙмәт итә, лейтенант званиеһында Кёнигсберг өсөн һуғышта ҡатнаша. 1946—1954 йылдарҙа СССР Дәүләт банкының Башҡортостан контораһында эшләй. 1954—1963 йылдарҙа Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмөндә ялан дәүләт банкының бухгалтеры булып хеҙмәт итә. Унан һуң Өфөлә Ленин районы торлаҡ файҙаланыу идаралығы етәксеһе, унан һуң административ-хужалыҡ эштәре буйынса мәктәп директоры урынбаҫары була. Ике Ватан һуғышы, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдар менән бүләкләнгән.

Әсәһе — Зөләйхә Ғабдулла ҡыҙы Шаммазова (Абдуллина; 1908—2000). Урманай ауылында (хәҙерге Башҡортостандың Баҡалы районы) тыуған. Мәҙрәсәлә дүрт класс уҡыған. Йорт хужабикәһе булған.

Ағаһы Фәғит (1930) 1953 йылда Өфө нефть институтын тамамлай. Ишембайҙа — инженер, ҡоролма начальнигы, комсомол ойошмаһы секретары булып эшләй. Унан һуң Һарытауға күсә, Киров исемендәге нефть эшкәртеү заводында партия ойошмаһы секретары була. КПСС Үҙәк Комитетының Юғары партия мәктәбен тамамлағас, КПСС-тың Һарытау өлкә комитеты секретары була, газ сәнәғәте өсөн яуаплы була. Карьераһын Һарытау нефть эшкәртеү заводының баш инженеры вазифаһында тамамлай.

Апаһы Динара (1938—2008) Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлай. Мәктәптә уҡытыусы, завуч була. Пенсияға сығыр алдынан «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһының мәғлүмәт хеҙмәтендә эшләй.

Профессиональ эшмәкәрлек йылъяҙмаһы үҙгәртергә

  • 19551963: Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмөнөң хәрби хеҙмәткәре ғаиләһе ағзаһы булараҡ ГДР-ҙағы урта мәктәптә уҡый;
  • 1966: Өфөнөң 10-сы мәктәбен көмөш миҙал менән тамамлай;
  • 1971: «Газ һәм нефть үткәргестәрҙе, газ һаҡлағыстарҙы һәм нефть базаларын проектлау һәм файҙаланыу» специальносы буйынса Өфө нефть институтын тамамлай, инженер-механик;
  • 1971 йылдан: Өфө нефть институты үткәргес торба транспорты тармаҡ лабораторияһының инженеры, кесе ғилми хеҙмәткәре;
 
Йәш уҡытыусы А. М. Шаммазов Өфө нефть институты аудиторияһында студенттар менән
  • 1972 йылдан: Өфө нефть институты аспиранты;
  • 1975: техник фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһенә ваҡытынан алда диссертация яҡлай;
  • 1975 йылдан: «Нефть һәм газ үткәргестәрҙе проектлау һәм файҙаланыу» кафедраһының өлкән ғилми хеҙмәткәре, унан һуң — юғары математика кафедраһының өлкән ғилми хеҙмәткәре, өлкән уҡыыусыһы;
  • 1985: техник фәндәр докторы ғими дәрәжәһенә диссертация яҡлай, темаһы: «Ҡатмарлаштырылған файҙаланыу шарттарында үткәргес торбаларҙы диагностикалау һәм эш режимын ҡулайлаштырыу»;
  • 1986: профессор исеме бирелә;
  • 1986 йылдан: «Нефть һәм газды транспортлау һәм һаҡлау» кафедраһы профессоры;
  • 1986: Өфө нефть институты инженер-иҡтисад факультеты деканы итеп һайлана;
  • 19871989: иҡтисад һәм производстволарҙы автоматлаштырыу факультеты деканы;
  • 1989—1993: Өфө нефть институтының уҡытыу эштәре буйынса проректоры;
  • 1993: Өфө дәүләт нефть техник университетының беренсе проректоры — иҡтисад мәсьәләләре буйынса проректор;
  • 1993: «Нефть һәм газды транспортлау һәм һаҡлау» кафедраһы мөдире;
  • 1994: Өфө дәүләт нефть техник университетының ректоры (артабан ректор вазифаһына 1999, 2004, 2009 йылдарҙа ҡайтанан һайлана);
  • 2001: Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы;
  • 2003: Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ғәмәли ағзаһы итеп һайлана, Ер һәм тәбиғәт ресурстары бүлексәһе.

Ғилми эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Профессор А. М. Шаммазов — тотош мөхиттәр механикаһы, нефтте транспортлау һәм нефть менән газды һаҡлау объекттарының һөҙөмтәлелеген, файҙаланыу ышаныслылығын һәм экологик хәүефһеҙлеген күтәреү ысулдары өлкәләрендә билдәле ғалим. Ул нефть һәм газ үткәргес торба транспорты проблемалары менән шөғөлләнгән фәнни мәктәпкә етәкселек итә. А. М. Шаммазов һәм уның уҡыусылары тарафынан магистраль үткәргес торбаларҙың техник торошон диагностикалауҙың һәм ҡалдыҡ ресурсын прогнозлауҙың төп принциптары; үткәргес торбалар буйлап бер төрлө булмаған ағымдарҙың ағыуын хисаплау, үҙгәреүсән файҙаланыу шарттарында нефть үткәргестәр эшенең технологик параметрҙарын ҡулайлаштырыу һәм нефтте транспортлауға энергия тотоноуҙы кәметеү тенологиялары, ньютондыҡы булмаған системалар параметрҙарын прогнозлау ысулдары; нефть үткәргестәрҙе үҙле-һығылмалы системалар ярҙамында таҙартыу ысулдары, саралары һәм технологиялары эшләнгән.

Фундаменталь баҫмаларҙа А. М. Шаммазов һәм авторҙар коллективы тарафынан арктик диңгеҙ ятҡылыҡтарындағы скважиналар продукцияһын эшкәртеү тәжрибәһе тәҡдим ителә. Арктик диңгеҙҙәрҙәге нефть һәм газ ятҡылыҡтары шарттарында ҡулланыла торған стационар нигеҙлектәрҙең, ярым батыусан платформаларҙың, быраулау судноларының һәм хеҙмәтләндереү судноларының төп типтары ҡарала. Арктика шарттарында диңгеҙ нефть һәм газ үткәргестәрен проектлауға һәм ҡороуға анализ үткәрелә. Арктик диңгеҙ ятҡылыҡтарын үҙләштереү өсөн техник сараларҙы проектлау, эшләү һәм файҙаланыу тәжрибәһе дөйөмләштерелә.

Профессор А. М. Шаммазовтың фәнни тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре 350 ғилми публикацияла сағылған, улар иҫәбендә — Юғары аттестация комиссияһы исемлегендәге журналдарҙа баҫылған 104 мәҡәлә, 15 монография, 16 дәреслек, уйлап табыуҙарға һәм файҙалы моделдәргә 53 патент һәм ЭВМ-дар өсөн программаларҙы дәүләт теркәүе тураһында таныҡлыҡтар. Уның уҡыусылары араһында — 5 фән докторы һәм 14 фән кандидаты.

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһына биш йыл етәкселек иткән А. М. Шаммазов ҡатнашлығында Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһында төрлө йүнәлештәге, айырыуса ҡулланма характерҙағы ғилми эшләнмәләрҙе финанслау механизмы булдырыла. Фәндең академик һәм вуз секторҙарын берләштереүгә, республиканың йәш уҡытыусыларына ғилми тикшеренеүҙәр алып барыуҙа булышлыҡ итеүгә ҙур иғтибар бирелә.

Өфө дәүләт нефть техник университетының докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертациялары яҡлау советы рәйесе. Бер нисә фәнни-техник журналдың мөхәрририәт ағзаһы, «Транспорт и хранение нефтепродуктов и углеводородного сырья» журналының баш мөхәррире. Тау фәндәре академияһының Көньяҡ Урал төбәк бүлексәһе рәйесе.

Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры эшмәкәрлеге үҙгәртергә

 
Профессор А. М. Шаммазов Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары менән

А. М. Шаммазовтың ректорлыҡ эшмәкәрлеге барышында студенттар һаны ике тапҡырға арта һәм 18 000 кешенән ашып китә. 2012/13 уҡыу йылында университетта Рәсәй Федерацияһының 53 субъекты вәкиле һәм донъяның 44 иленән 500 студент уҡый. 100-ҙән ашыу йүнәлеш, специальность һәм махсуслашыу буйынса квалифициялы кадрҙар әҙерләнә. Аспирантурала — 29, докторантурала 6 фәнни специальность буйынса юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләнә. Айрат Минһаж улының принципиаль ҡарашы арҡаһында юғары уҡыу йортон тамамлаусыларҙы эш урындарына йүнәлтеү системаһы эшләп килә. Эшкә урынлашыу күрһәткестәре йыл һайын 92—96 процент тәшкил итә.

 
Ректор Өфө дәүләт нефть техник университетының өлкән йәштәге уҡытыусыларының береһе Х. Б. Вәлиевте 99 йәше тулыу менән ҡотлай

Өфө дәүләт нефть техник университетының белем биреү эшмәкәрлеген киңәйтә барып, А. М. Шаммазов уҡыу йортоноң ғилми-тикшеренеү үҙәге булараҡ та абруйын нығыта. Уны тырышлығы менән ғилми-производство комплексы барлыҡҡа килә, комплекс 5 фәнни-белем биреү-технологик үҙәктән, хужалыҡ иҫәбендәге 8 ғилми-тикшеренеү лабораторияһынан, 1 ғилми-тикшеренеү һәм проектлау институтынан, кафедралар эргәһендәге 5 проектлау төркөмөнән тора. Ректор предприятиеларҙы ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеген үҫтереү өсөн гранттар биреүгә йәлеп итеү буйынса әүҙем эш алып бара, коллективты юғары уҡыу йорто ғилеме менән академик фәндең бер-береһенә мөмкин тиклем нығыраҡ яҡынайыуына, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы менән уртаҡ проекттарҙа ҡатнашыуға йүнәлтә.

Айрат Минһаж улы Өфө дәүәт нефть техник университетының матди һәм социаль базаһын үҫтереүгә ҙур көс һала. Ул ректор булғанда Өҫтәмә профессиональ белем биреү институтының уҡыу-торлаҡ комплексы, хеҙмәткәрҙәр һәм уҡытыусылар өсөн торлаҡ йорт, спорт-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә, яңы уҡыу корпустарын ҡушыу һәм иҫкеләрен реконструкциялау иҫәбенә майҙандар киңәйтелә. Өфө дәүләт нефть техник университетының студенттар ҡаласығы Башҡортостан Республикаһы вуздары конкурсында ун йылдан ашыу беренсе урынды алып килә.

Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм уның өс филиалы эшмәкәрлегенең юғары һөҙөмтәлелеге күп һанлы бойондороҡһоҙ рейтингтарҙа, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының дәүләт белем биреү учреждениелары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген күҙәтеүе йомғаҡтарында һәм рейтингтарында сағыла. Университет 2009 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы уҡыу йорто тип табыла.

Юғары профессиональ белем биреүҙе үҫтереүгә индергән өлөшө үҙгәртергә

 
Профессор А. М. Шаммазов Башҡортостан Республикаһы вуздарының ректорҙары советы ултырышын алып бара. 2007 йыл

Профессор А. М. Шаммазов Рәсәй юғары мәктәбе өсөн иң ҡатмарлы осорҙарҙың береһендә университетҡа етәкселек итә башлай. Яңы шарттарҙа юғары уҡыу йортоноң иҡтисади моделен эшләүҙе ул оҙайлы ваҡытҡа төп бурысы итеп ҡуя. Фәнде, белем биреүҙе һәм производствоны бер төпкә егеү А. М. Шаммазовтың мөһим эшмәкәрлек йүнәлешенә әүерелә. Ул юғары уҡыу йорттарының предприятиелар һәм ойошмалар менән уртаҡсылыҡ механизмдарын эшләүгә, юғары уҡыу йорттарында инновациялы инфраструктураны һәм фәнни-педагогик мәктәптәрҙе үҫтереү йүнәлештәрен булдырыуға ҙур өлөш индерә. Айрат Минһаж улы адреслы кадрҙар сәйәсәтен, студент эскәмйәһенән үк фәнни эшләнмәләр менән шөғөлләнеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүҙе эш нигеҙе итеп ала. Юғары профессиональ белем биреүҙе үҫтереүҙең ошо яҡтары А. М. Шаммазов ун йыл буйы етәкселек иткән Башҡортостан Республикаһы Юғары уҡыу йорттары ректорҙары советының хәстәрлегенә әүерелә.

Ауыл йәштәренә Башҡортостан Республикаһының алдынғы юғары уҡыу йорттарына, шул иҫәптән Өфө дәүләт нефть техник университетына инеүенә булышлыҡ итеү А. М. Шаммазовтың етди ҡаҙанышы булып тора. Уның ҡатнашлығында республиканың бер нисә районында мәктәп тамамлаусылар өсөн әҙерлек курстары ойошторола, райондарҙағы ун урта мәктәп һәм бер профессиональ лицей компьютерлаштырыла. Төбәктең ҡалаларында һәм ауылдарында Өфө дәүләт нефть техник университетының кластары асыла.

Айрат Минһаж улы Рәсәй Нефть һәм газ юғары уҡыу йорттары ассоциацияһын ойоштороу инициаторы булып сығыш яһай, Нефть һәм газ буйынса белем биреүсе юғары уҡыу йорттарының уҡытыу-методик берекмәһе президиумы ағзаһы булып тора.

Йәмәғәт тормошонда ҡатнашыуы үҙгәртергә

 
Фәләстин милли автономияһы башлығы Мәхмүт Аббас Өфө дәүләт нефть техник университетына сәфәре ваҡытында (2011) А. М. Шаммазовҡа иҫтәлекле панно тапшыра

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

  • 1975: И. М. Губкин исемендәге фәнни-техник берекмә премияһы лауреаты;
  • 1985: «Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбе отличнигы» исеме бирелә;
  • 1993: Халыҡ-ара Көнсығыш нефть академияһының ғәмәли ағзаһы итеп һайлана;
  • 1994: Тау фәндәре академияһының ғәмәли ағзаһы итеп һайлана;
  • 1997: «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» исеме бирелә;
  • 1997: «Рәсәй Федерацияһы Почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре» күкрәккә таҡмалы билдәһе менән бүләкләнә;
  • 1997: Тәбиғәт һәм йәмғиәт тураһындағы фәндәр халыҡ-ара академияһының «Рәсәйҙең фәнен һәм иҡтисадын аяҡҡа баҫтырыу эшендәге хеҙмәттәре өсөн» алтын миҙалы менән бүләкләнә;
  • 1998: Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы менән бүләкләнә;
  • 2000: РФ юғары нефть һәм газ буйынса белем биреү вуздары уҡытыу-методик берекмәһе конкурсы жюрийы А. М. Шаммазов (авторҙаш булып) яҙған китаптарға ике номинацияла беренсе урындар бирә;
  • 2002: «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәргәндә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнә;
  • 2002: «Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы» исеме бирелә;
  • 2002: Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының рәхмәте иғлан ителә (икенсе тапҡыр — 2003 йылда);
  • 2003: «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» исеме бирелә;
  • 2003: Башҡортостан Республикаһы Президентының рәхмәт хаты менән билдәләнә;
  • 2003: Өфө дәүләт нефть техник университетының Алтын билдәһе менән бүләкләнә;
  • 2004: «Почётлы газ сәнәғәте хеҙмәткәре» исеме бирелә;
  • 2004: Уралдың Тау сәнәғәте ассоциацияһы премияһы менән бүләкләнә;
  • 2007: Почёт ордены менән наградлана;[2]
  • 2007: Белем биреү өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2007 йыл өсөн премияһы;[3]
  • 2007: Өфө ҡалаһы ҡала округының Почёт грамотаһы;
  • 2010: «Рәсәйҙең сифат лидеры» миҙалы;
  • 2011: Белем биреү өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2011 йыл өсөн премияһы;[4]
  • 2012: «Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтен үҫтереүгә индергән ҙур өлөш өсөн» Почётлы билдәһе;
  • 2013: Вьетнам Республикаһының Дуҫлыҡ ордены.[5]

Ғаиләһе үҙгәртергә

А. М. Шаммазовтың ҡатыны — Альбина Рәфҡәт ҡыҙы, 1973 йылда Өфө нефть институтын «Нефть һәм газды транспортлау һәм һаҡлау» специальносы буйынса тамамлай. 20 йыл «Башгипронефтехим» проектлау институтында эшләй. Айрат Минһаж улы ҡатыны менән ике ул тәрбиләп үҫтерә.

Улдары Азат (18.12.1974) Өфө дәүләт нефть техник университетын «Нефть һәм газды транспортлау һәм һаҡлау» специальносы буйынса тамамлай (1997). Техник фәндәр кандидаты (2000). 2001—2007 йылдарҙа Мәскәүҙә «Лукойл» төркөмө компанияларында эшләй, 2007 йылдан — «Роснефть» нефть компанияһында.

Улдары Илдар (31.12.1981) Өфө дәүләт нефть техник университетын шул уҡ специальность буйынса тамамлай (2004). Техник фәндәр кандидаты (2006). Өфө дәүләт нефть техник университетының «Нефть һәм газды транспортлау һәм һаҡлау» кафедраһы доценты, фәнни публикациялар авторы. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2012 йылғы йәштәр өсөн фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты.[6]

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  1. Башкортостан. Краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996.
  2. Уфимский государственный нефтяной технический университет. Доктора наук, профессора УГНТУ. К 50-летию УГНТУ. — М.: Недра, 1997.
  3. Уфимский государственный нефтяной технический университет. К 50-летию УГНТУ. Сборник статей. — М.: Недра, 1998.
  4. Инженеры Урала. Энциклопедия. — Екатеринбург: Уральский рабочий, 2001.
  5. Дела и люди Уфимского Нефтяного. 60 лет УГНТУ. Летопись. — Уфа: Инеш, 2009.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Чешская национальная авторитетная база данных
  2. Указ Президента РФ от 12 июня 2007 г. N 751 2018 йыл 11 сентябрь архивланған. «О награждении государственными наградами Российской Федерации»;
  3. Постановление Правительства Российской Федерации от 2 августа 2007 г. N 497 «О присуждении премий Правительства Российской Федерации 2007 года в области образования»;
  4. Распоряжение Правительства Российской Федерации от 3 ноября 2011 г. N 1946-р «О присуждении премий Правительства Российской Федерации 2011 года в области образования»;
  5. В Уфе с визитом находится чрезвычайный и полномочный посол Вьетнама в России Фам Суан Шон. 2014 йыл 19 февраль архивланған. Сайт ГТРК «Башкортостан», 29.03.2013 г.;
  6. Распоряжение Правительства Российской Федерации от 1 марта 2013 г. N 281-р «О присуждении премий Правительства Российской Федерации 2012 года в области науки и техники для молодых ученых».

Һылтанмалар үҙгәртергә