Чөгәнә — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Аҡтанышбаш ауыл биләмәһе составына керә.

Ауыл
Чөгәнә
татар. Чөгәнә
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Аҡтаныш

Ауыл биләмәһе

Аҡтанышбаш

Координаталар

55°45′ с. ш. 54°08′ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1745 йыл[1]

Халҡы

160 человек (2010)

Милли состав

татарҙар[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423740 

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

922 058 080 04 

Код ОКТМО

92 605 408 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Чөгәнә (Рәсәй)
Чөгәнә
Чөгәнә
Чөгәнә (Татарстан)
Чөгәнә

География үҙгәртергә

Ауыл Чөгәнә күле буйында, Аҡтаныш ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарих үҙгәртергә

Чөгәнә — ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 1745 йылдан билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Ҡырғыҙ улусы Ябалаҡ түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Аҡтаныш улусы составына керә.

ХХ быуат башында мәсет (1832 йылдан билдәле), мәктәп, икмәк пристане теркәлгән[1]. 1905 йылда 2 тирмән, бакалея кибете, хужалыҡ магазины, мәсет теркәлгән[2].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[1].

Халҡы үҙгәртергә

1795 йылда ир енесле 148 башҡорт; 1816 йылда — 107 башҡорт, 91 типтәр; 1834 йылда — 148 башҡорт, 120 типтәр; 1859 йылда — 527 башҡорт; 1870 йылда — 542 башҡорт йәшәй[2][3].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
1858187019061920192619381949195819701979198920022010
527542546599427425318324279236186186160

Инфраструктура үҙгәртергә

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда башланғыс мәктәп бар[1].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Татарская энциклопедия.
  2. 2,0 2,1 2,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 482—484. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  3. История башкирских родов. Кыргыз. Том 10 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, Р. М. Камалов, Ф. С. Марваров, Р. М. Рыскулов, А. Р. Асылгужин, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 122—124, 383—396. — 808 с. — ISBN 978-5-85051-640-6.