Чёрный Отрог

Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районындағы ауыл


Черный Отрог — Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районындағы ауыл.

Чёрный Отрог
ФлагГерб
Нигеҙләү датаһы 1827
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Чёрный Отрог ауыл Советы[d][1]
Административ-территориаль берәмек Чёрный Отрог ауыл Советы[d][1]
Почта индексы 462114
Рәсми сайт mo-ch-ss56ru.34.com1.ru
Урындағы телефон коды 35333
Карта
 Чёрный Отрог Викимилектә

Географияһы үҙгәртергә

Черный Отрог ауылы Ырымбурҙан 80 км һәм райондың административ үҙәге Һарыҡташ ҡасабаһынан 29 км алыҫлыҡта урынлашҡан.


Ҡыҫҡаса тарихы үҙгәртергә

Элек бында Рәсәй сиктәрен күсмә халыҡтарҙың һөжүменән һаҡлаусы нығытмалар һыҙығы үтә. Башта Черный Отрог Һаҡмар йылғаһының үҙәнендәге Пречистенский ҡәлғәһенең казактарына бирелгән була. Черный Отрог — сағыштырмаса күптән түгел барлыҡҡа килгән, 1827 йылда[2]Һаҡмар йылғаһы тамағының уң ярына Коротоякский өйәҙенән (Левое ауылынан) Воронеж крәҫтиәндәре күсеп килгән[3]. 149 1827 йылдың яҙы башында тыуған ерҙәренән 149 ир-ат Себерҙең Омск өлкәһендәге Петропавловский округына юллана, әммә юл оҙон булғанлыҡтан улар Пречистенский ҡәлғәһендә ҡыш үткәрергә тороп ҡала, ә һуңынан бында төпләнә.

Был ерҙәрҙә Александр Сергеевич Пушкиндың"Капитанская дочка". китабында һүрәтләнгән Емельян Пугачев етәкселегендәге крәҫтиәндәр һуғышы бара. 1840 йылда Һаҡмар һәм бөтә Урал йылғаһы буйындағы ерҙәр Ырымбур казак ғәскәре территорияһына ингән. Казаклыҡҡа инеү халыҡты күп йылдар буйына хәрби хеҙмәт итеүгә һәм хәрби тормош ҡағиҙәләренә буйһоноп йәшәүгә дусар иткән. Ырымбур казактары тышҡы һуғыштарға ла йәлеп ителгән. . Черный Отрог — Ырымбур өлкәһенең Ырымбур мамыҡ шәл бәйләү үҙәге. Бында колхоздар булдырылыуҙан алда уҡ 1926 йылда шәл бәйләү артеле барлыҡҡа килгән, ауылдың 280 йорт хужалығының 235-е шәл бәйләү менән шөғөлләнгән. Черный Отрог оҫтабикәләре бәйләгән шәлдәр Рәсәйҙең күп музейҙарында һәм сит илдәрҙә ҡуйылған[4]

1934 йылда Черный Отрог яңы барлыҡҡа килгән Гавриловский район үҙәге була. 1959 йылдың 3 апрелендә Гавриловский районы бөтөрөлгәндән һуң, Черный Отрог ауыл советы барлыҡҡа килә. Бөгөн был ауыл советы Һарыҡташ районы составында тора. Уға Черный Отрог, Аблязово, Иҙәк-Никитино, Никитино, Студенец, Совет ҡасабаһы һәм Черный Отрог станцияһы инә. Черный Отрог ауыл советы халҡы — 3735 кеше, биләмәһенең майҙаны — 33 мең гектарҙан ашыу.

Иҫтәлекле урындар үҙгәртергә

 
Черный Отрог ауылындағы Иоанн Богослов сиркәүе.
 
Виктор Черномырдин һәм Морис Дрюон Черный Отрог ауылында. 2003 йыл.
 
22. 05. 2006 йыл. Хәтер һүрәте (Виктор Степанович Черномырдин Черный Отрог ауылында туғандары һәм яҡындары менән).
  • Изге апостол һәм евангелист Иоанн Богослов сиркәүе (Үҙәк урам, 9 йорт). В. С. Черномырдин 1996 йылда ауылда ғибәҙәтхана төҙөүҙә туранан-тура ҡатнаша. Мәскәү һәм Бөтә Русь патриархы Алексий II 1996 йылдың 6 сентябрендә ҡорамды изгеләндерә. 2005 йылда Изге Успенский Киев-Печера лавраһының иконалар төшөрөүсе рәссамы ғибәҙәтхананы биҙәй[5]. 2007 йылда Калининград һәм Смоленск митрополиты Кирилл, хәҙерге Мәскәү һәм Бөтә Русь патриархы, Черный Отрогтағы ҡорамға килә. Сиркәүҙең ктиторҙары булып Черномырдиндар ғаиләһе тора. Был ҡорамға бик күп хаж ҡылыусылар килә. 2006 йылда ҡорамға динле изге кенәз Даниил Московский һәм Александр Невскийҙарҙың, Киев-Печра лавраһындағы изгеләрҙең, оптин ҡарттарының 78 мәйет киҫәксәләре һалынған ковчег (бәләкәй кәмә һауыт) тапшырыла[6].
  • Суҡындырыусы Иоанн Богослов мәхәлләһе сиркәүе (Ленин урамы, 23-сө йорт). Сиркәү 1848—1849 йылдарҙа төҙөлгән һәм 1850 йылдың 2 сентябрендә изегеләндерелгән.[7]. Ҡорам эргәһендә йәкшәмбе мәктәбе эшләй.
  • Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған яҡташтар һәйкәле (Үҙәк урам.)
     
    1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Тыуған ил өсөн алышта һәләк булған ауылдаштарға арналған һәйкәл
  • Черномырдин Виктор Степанович тарихи-мемориаль музейы (үҙәк урам, 7-се йорт-б.). 2011 йылда уның музейы асыла, 2015 йылда экспозиция барлыҡҡа килә.

Мәғариф учреждениелары үҙгәртергә

  • Муниципаль белем биреү учреждениеһы "Черный Отрог В. С. Черномырдин исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбе. "
  • Дәүләт белем биреү учреждениеһы «Черный Отрог махсус (коррекцион) дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты»
  • Мәктәпкәсә белем биреү муниципаль учреждениеһы « „Солнышко“ балалар баҡсаһы».
  • Автономиялы коммерция булмаған ойошмаларҙың балалар һауыҡтырыу рухи-патриотик лагеры «Светоч».
  • Балаларға өҫтәмә белем биреү муниципаль учреждениеһы «Һарыҡташ балалар сәнғәт мәктәбенең» (филиалы).

Билдәле шәхестәр үҙгәртергә

Черный Отрогта Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте рәйесе Виктор Черномырдин[8] тыуған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Чёрный Отрог // www.orenburg-gov.ru(недоступная ссылка)
  • Село родное — Чёрный Отрог / П. Г. Гусев, И. Ф. Прядкин, Н. И. Рахимова, М. Г. Трофимова; [Отв. ред. Н. И. Рахимова]. — Оренбург: Печатный дом «Димур», 2007. — 512 с. — ISBN 5-7689-0134-5
  • Село родное — Чёрный Отрог / П. Г. Гусев, И. Ф. Прядкин, Н. И. Рахимова, М. Г. Трофимова. / Отв. ред. Н. И. Рахимова; АНО «Музей В. С. Черномырдина». — Изд. 2-е, перераб. и доп. / при участии А. А. Сорокина. — Оренбург: АНО «Музей В. С. Черномырдина», 2012. — 576 с., ил. — ISBN 978-5-905681-02-8