Чогори[2] (К2[3][4][5], Дапсанг, Годуин-Остен; урду کے ٹو; һинд के२; ҡыт. упр. 乔戈里峰, пиньинь: Qiáogēlǐ Fēng; М 8611[6], 8614) — бейеклеге буйынса Ерҙең икенсе тау түбәһе (Джомолунгманан һуң). Донъяла иң төньяҡ һигеҙ меңлек. Балторо һыртында Кашмир сигендә (Пакистан тарафынан Төньяҡ территориялары контролдә тотола) һәм Ҡытайҙың Шеңжан-Уйғыр автономиялы районында[7], Ҡараҡором тау системаһында Гималайҙарҙан төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай урынлашҡан.

Чогори
урду کے ٹو, хинди के२
Чогори йәй көнө. Көньяҡтар күренеш.
Чогори йәй көнө. Көньяҡтар күренеш.
Характеристикалары
Абсолют бейеклеге8614 м
Сағыштырмаса бейеклегеа4020 метр[1]
Беренсе күтәрелеү1954 йылдың 31 июле 
Урынлашыуы
35°52′52″ с. ш. 76°30′48″ в. д.HGЯO
Илдәр
Тау системаһыКаракорум 
Тау һырты йәки массивБалторо-Музтаг 
Пакистан
Красная точка
Чогори
 Чогори Викимилектә

Чогори, менеүгә ғәҙәттән тыш ҡатмарлы булыуы арҡаһында «Ҡырағай тау» (Savage Mountain) булараҡ билдәле. 2018 йылдың 23 июне мәғлүмәттәре буйынса, 367 күтәрелергә маташыуҙарға үлем кимәле 23 % тәшкил иткән[8]. Чогори түбәһенә менеү Ҡытай яғынан ҡыйыныраҡ һәм хәүефлерәк, шуға күрә уға Пакистан яғынан күтәреләләр. Чогори ҡышҡы осорҙа яулап алынған һуңғы һигеҙ меңлек була[9]. Уға күтәрелеүҙәр һәр ваҡыт тиерлек июлдә һәм августа, йылдың иң йылы айҙарында башҡарыла; K2 төньяҡтараҡ урынлашыуы уны яуым-төшөмлө һәм һалҡын һауа торошона бирешеүсән яһай[10].

Тарихы үҙгәртергә

Чогориҙы 1856 йылда Европа экспедицияһы таба. Тау Ҡараҡоромдоң икенсе түбәһе кеүек «К2» тип билдәләнә. К1, К3, К4 һәм К5 итеп билдәләнгән түбәләре, һуңғараҡ үҙгәртелә һәм әлеге ваҡытта шуға ярашлы Машербрум, Гашербрум IV, Гашербрум II һәм Гашербрум I тип атала. Тарихи барлыҡҡа килгәнсә Европала иң билдәле булып К2 техник атамаһы ҡала[11]. СССР-ҙа 1950 йылдарға тиклем карталарҙа —Годуин-Остен, ә һуңынан Чогори тип яҙыла.

Тәүге тапҡыр күтәрелергә маташыу 1902 йылда Оскар Эккенштейн һәм Алистер Кроули тарафынан башҡарыла, әммә уңышһыҙ тамамлана. Уның түбәһен яулағанға тиклем өс Америка экспедицияһы һөҙөмтәһеҙ күтәрелергә маташа, һуңғы тапҡыр 1953 йылда доктор Чарльз Хьюстон етәкселеге аҫтында була.

К2 түбәһенә беренсе булып 1954 йылда Ардито Дезио етәкселегендә итальян экспедицияһы етә. 31 июлдә итальян альпинистары Лино Лачеделли һәм Акилле Компаньони беренсе булып К2 түбәһенә менә[12]. Күтәрелеү өсөн итальяндар көньяҡ-көнсығыш «Абруцци ҡабырғаһын» ҡулланалар, хәҙер ул К2 түбәһенә менеү өсөн иң популяр маршрут булып тора (уның менән К2 түбәһен яулаған альпинистарҙың дүрттән өс өлөшө файҙалана)[13].

Чогориға күтәрелгән беренсе ҡатын-ҡыҙ Польша альпинисткаһы Ванда Руткевич (1986) була[14].

1987 йылдың 6 мартында «К-2» Америка экспедицияһы, юлдаштан яһалған үлсәүҙәргә ярашлы, тауҙың бейеклеге 8858-ҙән 8908 метрға тиклем тәшкил итә, шуның менән ул донъяла иң бейеге булып тора, тип хәбәр итә. 1987 йылдың 13 авгусында был үлсәүҙәрҙе Ҡытай топографтары кире ҡаға, улар Эверест бейеклеген 8848 метр, ә К2 бейеклеген 8611 метр тип билдәләй[15][16].

Тауы тирәләй виртуаль осоу

Элекке СССР илдәре тарихында тәүге тапҡыр түбәгә 1992 йылдың 1 авгусында Владимир Балыбердин (Рәсәй) һәм Геннадий Копейка (Украина) күтәрелә, 1992 йылдың 3 авгусында — Балыбердин етәкселегендәге халыҡ -ара экспедиция составында Никифоров Алексей (Рәсәй). 1996 йылдың йәйендә Тольяттиҙан Рәсәй йыйылма командаһы альпинистары Иван Дарушин етәкселегендә Чогориға Төньяҡ ҡабырға буйлап күтәрелә[17][18].

2007 йылдың йәйендә альпинизм буйынса Виктор Козлов етәкселегендә аҫтында Рәсәй йыйылма командаһы бейеклеккә алдан үтмәгән Көнбайыш стена буйлап яңы маршрут һала, ул хәҙергеләре араһында иң ҡатмарлыһы була. 21-22 августа түбәгә 11 экспедиция ҡатнашыусы күтәрелә: Андрей Мариев һәм Вадим Попович (21.08), Николай Тотмянин, Алексей Болотов, Глеб Соколов, Евгений Виноградский, Виктор Володин, Виталий Горелик, Геннадий Кириевский, Ильяс Төхвәтуллин һәм Павел Шабалин (22.08). Күтәрелеү кислород ҡорамалдарын ҡулланмайынса башҡарыла[19][20].

2015 йылға ҡарата К2 түбәһенә 10 төрлө маршрут һалынған[20].

Тауға иң күп күтәрелеү 2018 йылдың 22-23 июлендә була, ул саҡта идеаль һауа торошо шарттарында тау түбәһенә 63 альпинист күтәрелә, шуларҙың береһе, 85-се тау ҡорбаны булып, һәләк була[21].

2018 йылдың 22 июлендә Польша альпинисы Анджей Баргель (пол. Andrzej Bargiel) донъяла беренсе донъя булып тау түбәһенән тау саңғыһында төшә[22].

Оҙаҡ ваҡыт Чогориға ҡышҡы осорҙа менергә маташыуҙар береһе лә уңыш менән тамамланмай, тик 2021 йылдың 16 ғинуарында Непал альпинистары төркөмө (10 кеше) Нирмал Пурдж етәкселегендә тарихта беренсе тапҡыр К2 түбәһенә ҡышҡы осорҙа күтәрелә[23][24][25]. Күтәреүҙә ҡатнашыусыларҙың береһе — Нирмал Пуржа (Purja Nirmal)— күтәрелеү ваҡытында кислород баллондарын ҡулланмауы тураһында иғлан итә[26]. Шулай итеп, Чогори ҡыш яуланған һәм кислород баллондары ҡулланылмаған һуңғы һигеҙ меңлек була.

Түбәгә күтәрелеү үҙгәртергә

Чогориға менеү Эверест планетаһының иң бейек түбәһенә менеү менән сағыштырғанда, техник яҡтан күпкә ҡатмарлыраҡ. 2008 йыл уртаһына тиклем Чогори түбәһендә 284 кеше булған, 66-һы бейеклеккә сығырға маташҡанда һәләк була[27]. Был ваҡытҡа Эверест тауына 3684 кеше күтәрелгән[28]. Хәүефлеге буйынса тау Аннапурнанан һуң һигеҙ меңлектәр араһында икенсе урынды биләй, үлем коэффициенты 2018 йылдың июне мәғлүмәттәре буйынса 367 маташыуға 23% тәшкил итә[29].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. https://www.peakbagger.com/peak.aspx?pid=10515
  2. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — С. 429.
  3. Зимнее восхождение на К2. Российская экспедиция 2011-2012 года (недоступная ссылка).Дата обращения: 2 мая 2013. Архивировано 11 аря 2014 года.
  4. История покорения К2 (Чогори) (недоступная ссылка).Дата обращения: 2 мая 2013.Архивировано 4 января 2014 года.
  5. Ложь и стыд на К2.Дата обращения: 2 мая 2013.Архивировано 11 мая 2013 года.
  6. Китай : Общегеографическая карта : Масштаб 1:6 000 000 / ред. Т. П. Филатова.— Роскартография, ФГУП «Омская картографическая фабрика», 2008. — (Страны мира «Азия»). — 4500 экз. — ISBN 978-5-9523-0222-8.
  7. K2 (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online. Дата обращения: 15 ғинуар 2020.
  8. Larry Stone.Summiting ‘Savage Mountain’: The harrowing story of these Washington climbers’ K2 ascent (англ.). The Seattle Times(12 сентября 2018).Дата обращения: 23 ноября 2019. Архивировано 8 августа 2019 года.
  9. Последний бастион пал: впервые в истории в зимний период пройден восьмитысячник К2.Дата обращения: 16 января 2021. Архивировано 18 января 2021 года.
  10. Brummit, Chris.Russian team to try winter climb of world's 2nd-highest peak (англ.).USA Today (16 декабря 2011).Дата обращения: 26 сентября 2015. Архивировано 8 апреля 2016 года.
  11. История К2 (недоступная ссылка)Дата обращения: 13 декабря 2009. Архивировано 13 февраля 2010 года.
  12. Stewart Green. K2 — Second Highest Mountain in the World: List of Firsts. About.com. Дата обращения: 30 октября 2015. Архивировано 6 сентября 2015 года.
  13. K2: How to Climb the Abruzzi Spur Route. Дата обращения: 18 мая 2019. Архивировано 18 мая 2019 года
  14. Stewart Green. K2 — Second Highest Mountain in the World: List of Firsts. About.com. Дата обращения: 30 октября 2015. Архивировано 6 сентября 2015 года.
  15. 55 лет назад альпинисты впервые взошли на Эверест. Дата обращения: 26 август 2012. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года.
  16. Facts about China: World and Asia Records. Дата обращения: 26 август 2012. Архивировано из оригинала 19 сентябрь 2012 года. 2012 йыл 19 сентябрь архивланған.
  17. Сергей Пензов Российская экспедиция 1996 года по северному ребру на вторую вершина мира под названием К2 или Чогори (8611 метров). Дата обращения: 13 декабрь 2009. Архивировано 7 август 2008 года.
  18. Тольятти-К2-Русский проект. Дата обращения: 26 август 2017. Архивировано 26 август 2017 года.
  19. Первопрохождение Западной стены вершины К2 8611м. Экспедиция сборной команды России по альпинизму. 2007. Дата обращения: 14 июнь 2016. Архивировано 9 август 2016 года.
  20. 20,0 20,1 K2. Все маршруты восхождения на второй по высоте восьмитысячник мира. 2015-12-22. Дата обращения: 15 ғинуар 2020. Архивировано 28 ноябрь 2020 года.
  21. Успех и трагедия на восьмитысячнике К2. 4sport.ua (23 июля 2018).Дата обращения: 24 июля 2018. Архивировано 23 июля 2018 года.
  22. Польский альпинист Анджей Баргель стал первым в мире человеком, который спустился с восьмитысячника К2 на лыжах!.4sport.ua(22 июля 2018). Дата обращения: 24 июля 2018. Архивировано 22 июля 2018 года.
  23. Larry Stone. Summiting ‘Savage Mountain’: The harrowing story of these Washington climbers’ K2 ascent (англ.)The Seattle Times (12 сентября 2018). Дата обращения: 23 ноября 2019. Архивировано 8 августа 2019 года.
  24. Cameron Holloway. K2 WINTER ASCENTS An Impossible Dream?. MountainIQ (2 декабря 2016). Дата обращения: 1 августа 2017. Архивировано 2 августа 2017 года.
  25. Последний бастион пал: впервые в истории в зимний период пройден восьмитысячник К2. Дата обращения: 16 января 2021. Архивировано 18 января 2021 года.
  26. Вопрос закрыт: Нирмал Пурджа утверждает, что поднялся на вершину восьмитысячника К2 без использования кислородных баллонов! (англ.)4sport.uaДата обращения: 18 января 2021. Архивировано 28 января 2021 года.
  27. ALL 8000ers - ASCENTS vs FATALITIES (недоступная ссылка)Дата обращения: 8 января 2014. Архивировано 8 января 2014 года.
  28. ALL 8000ers - ASCENTS vs FATALITIES (недоступная ссылка).Дата обращения: 8 января 2014. Архивировано 8 января 2014 года.
  29. Larry Stone. Summiting ‘Savage Mountain’: The harrowing story of these Washington climbers’ K2 ascent(англ.).The Seattle Times(12 сентября 2018).Дата обращения: 23 ноября 2019.Архивировано 8 августа 2019 года.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә