Чжоу (династия)

династия

Чжоу дәүере (ҡыт. ябайл. 周朝, пиньин: Zhōu Cháo, палл.: Чжоу Чао; б. э. т. 1045 йылдан б. э. т. 249 йылға тиклем[2]) — Цзи (姬) нәҫеле династияһы хакимлыҡ итеү осорондағы Ҡытай тарихының дәүере. Цзи нәҫеле хакимлыҡ итеүсе Шан династияһын тәхеттән алып ташлай һәм Ҡытайҙа яңы династияны урынлаштыра. Ин 嬴 (Цинь дәүере) династияһы власты үҙ ҡулына алған дан һуң, Чжоу дәүере тамамлана.

Чжоу
Нигеҙләү датаһы б. э. т. 1046[1]
Рәсем
Рәсми тел древнекитайский язык[d]
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт Китайская империя[d]
Идара итеү формаһы монархия
Валюта spade money[d] һәм knife money[d]
Алдағы Шан (династия)
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Цинь (династия)
Алмаштырылған Цинь (династия)
Ғәмәлдән сыҡҡан дата б. э. т. 256
Урынлашыу картаһы
 Чжоу Викимилектә
Ҡытай тарихы
Ҡытай тарихы
Ҡытай тарихы
Тарихҡа тиклемге Ҡытай
Өс хаким һәм биш император
Ся династияһы
Шан династияһы
Чжоу
Көнсығыш Чжоу Яҙҙар һәм Көҙҙәр
Һуғышыусы батшалыҡтар
Цинь династияһы
Чу династияһы — болалы ваҡыт
Хань Көнбайыш Хань
Синь: Ван Ман
Көнсығыш Хань
Өс батшалыҡ дәүере: Вэй, Шу, У
Көнбайыш Цзинь
Ун алты вәхши дәүләт Көнсығыш Цзинь
Көньяҡ һәм төньяҡ династиялар
Суй династияһы
Тан династияһы
Сун
Төньяҡ Сун
Көнбайыш Ся
Көньяҡ Сун
Көнбайыш Чжоу династияһы (б. э. т. 1045—770 йй.) дәүерендә Ҡытай

Яҡынса 800 йыл дауам иткән Чжоу дәүерен тарихсылар бер нисә осорға бүлә.

  1. Көнбайыш Чжоу (Ҡалып:Б. э. т. 1045 — б. э. т. 770) — Чжоу йорто Урта Хуанхэ бассейны территорияһын биләгән осор.
  2. Көнсығыш Чжоу (б. э. т. 770 — б. э. т. 249) — Чжоу йорто әкренләп гегемонияһын юғалта барған, ә Ҡытай территорияһы айырым батшалыҡтар араһында бүленгән осор.
2.1 Яҙҙар һәм көҙҙәр осоро (Чуньцю осоро; б. э. т. 722 — б. э. т. 481), риүәйәттәр буйынса Конфуций мөхәррирләгән Лу батшалығы хроникаһына (чуньцю) тура килгән осор. Был ваҡытта Ҡытай территорияһында күп һанлы айырым биләмәләр булған, уларҙың бер өлөшө ҡытайҙар, ә икенсе өлөшө башҡа халыҡтар тарафынан төҙөлгән. Чжоу батшалығының хакимы (ван 王) башта реаль, тора бара номиналь була барған үҙәк властҡа эйә булған.
2.2 Һуғышыусы батшалыҡтар осоро (Чжаньго 战国; б. э. т. 403 — б. э. т. 249), был осорҙа Чжоу батшалығы юҡ ителгән була, ә Ҡытайҙа сәйәсәтте башҡа батшалыҡтар билдәләгән.

Баш ҡалалары үҙгәртергә

Хуанхэның ҡушылдығы Вэйхэ йылғаһы буйында (хәҙерге Сиань ҡалаһына янында) урынлашҡан Хао (ҡыт. ғәҙәти , ябайл. , пиньин: Hào, палл.: Хао, шулай уҡ Хаоцзин 鎬京 һәм Фэнхао 酆鎬) ҡалаһы Чжоу дәүләтенең тәүге баш ҡалаһы була. Көнсығыш Чжоу осороның башланыуы баш ҡаланы Лои 雒邑 (хәҙерге Лоян) ҡалаһына күсереү менән бәйле. Ике сәйәси үҙәктәр шулай уҡ Цзунчжоу 宗周 һәм Чэнчжоу 成周 тип аталғандар.

Тарих һәм конфуциан интерпретацияһы үҙгәртергә

 
Ритуаль аҙыҡ өсөн Дин ҡала һауыты, б. э. т. V быуат

Конфуциан мөхиттә формалашҡан ҡытай тарихи традицияһы Шан династияһының ҡолауын «Күк йөҙө мандатын юғалтыу» булараҡ космогоник мәғәнәлә аңлата.

Шан династияһының һуңғы хакимы (王) ди Синь үтә ҡанһыҙ һәм холҡһоҙ итеп һүрәтләнгән, ә шул уҡ ваҡытта Чжоу династияһы вәкиле Вэнь-ван башҡалар һүҙенә ҡолаҡ һалған һәм үҙенә арҡаҙаштар яулаған. Вэнь-вандың улы У-ван атаһының эшен дауам иткән. Ди Синь бойороғо буйынса аяуһыҙ язалауҙар серияһынан һуң, У-ван ихтилал күтәрә, ди Синь утҡа ташланып үҙ-үҙенә ҡул һала. Яңы династия урынлаштырыла, уның хакимдары элекке «ди» титулы урынына «ван» титулын йөрөтә башлағандар. Ди Синдең улы Лу-фуға яңы титул һәм ата-бабаларға ҡорбан килтереүҙе дауам итеү өсөн ер биләмәһе бүленеп бирелә[3]. Был осорҙа шулай уҡ У-вандың кәңәшсеһе Чжоу-гун данға ҡаҙана.

Шул уҡ ваҡытта Чжоу дәүләте үҙенең мәҙәни йоғонтоһон һәм империяһын киңәйтеп элекке Шан традицияһын мәҙәниәтен дауам итә.

Чжоу армияһы үҙгәртергә

Көнбайыш Чжоу ғәскәре Алты көнбайыш армиялар һәм Чжэнчжоу һигеҙ армияларға бүленгән. Армиялар төньяҡ платола һәм Хуанхэ үҙәнендә хәрәкәт иткән. Чжоу дәүерендә Урта Азиянан килгән хәрби арбалар таралыу ала[4].

Феодаль система үҙгәртергә

Чжоу дәүерендә хаким (ван) удел кенәздәрен (чжухоу) тәғәйенләгән, улар гун һәм хоу титулдарын алған. Күп кенә удел биләмәләрҙең, айырым әйткәндә Лу, Вэй, У, Цай, Цао, Цзинь, Чжэн кенәзлектәренең, башында Чжоу династияһының кесерәк вәкилдәре хаким була. Шулай уҡ вандың гегемонияһын таныған айырым батшалыҡтарҙың хакимдары удел хакимдары булып китә. Чжухоуҙар даими рәүештә ванға килеп бүләк килтерергә тейш була, бының өсөн яуап итеп вандан шулай уҡ бай бүләктәр алғандар.

Үҙәк хөкүмәт власының көсһөҙ булыу осрағында чжухоуҙар ванға килмәй башлаған. Удел хакимдары йыш ҡына үҙ-ара һуғышҡандар, күршеләш кенәзлектәрҙе яулап алған һәм үҙ биләмәләрендә Чжоу йортонда һымаҡ система урынлаштырған.

Б. э. т. 403 йылда Чжао, Хань, Вэй кенәзлектәренең хакимдары үҙҙәрен ван тип иғлан итә, бынан һуң Чжоу ваны башлығындағы үҙәкләштерелгән мөнәсәбәттәр системаһы боҙола башлай.

Көнбайыш һәм Көнсығыш Чжоу үҙгәртергә

 
Музыкаль инструмент — Көнсығыш Чжоу осорондағы ҡула ҡыңғырау

Чжоу дәүеренең башланыу датаһын билдәләү дискуссион булып ҡала, традицион рәүештә беҙҙең эраға тиклем 1122 йыл тип иҫәпләнә, тәнҡитселәр беҙҙең эраға тиклемге 1027 йылды атай, шулай уҡ башҡа ҡараштар ҙа бар.

Көнбайыш Чжоу үҙгәртергә

Көнбайыш Чжоуҙың тарихы һәм ғүмере «Чжоули» — Чжоу ритуалдары, «Шуцзин» — Тарихтар китабы, «Шицзин» — Йырҙар китабы, «Ицзин» — Үҙгәрештәр китабы классик трактаттары, шулай уҡ ҡула һауыттарҙа яҙып ҡалдырылған бихисап яҙмалар аша билдәле.

Башта Цзи ғаиләһе бөтә ил өҫтөндә ҡаты контроль урынлаштыра. Беҙҙҙең эраға тиклем 771 йылда Ю-ван үҙенең ҡатынын ситләткәс, баш ҡала күсмә халыҡтар менән союзға ингән ҡолатылған батшабикәнең атаһы тарафынан биләп алына. Яңы батша итеп батшабикәнең улы иғлан ителә, ә баш ҡала Лоянға күсерелә.

Үҙәк власының хәлһеҙләнеү һәм баш ҡаланың көнбайыштан көнсығышҡа күсерелеү ваҡиғаһы, тарихсылар өсөн Көнбайыш Чжоу осоронан (ҡыт. ябайл. 西周, пиньин: Xī Zhōu) Көнсығыш Чжоу осорона (ҡыт. ғәҙәти 東周, ябайл. 东周, пиньин: Dōng Zhōu) күсеүҙе билдәләй.

Көнсығыш Чжоу үҙгәртергә

Ю-ван ҡолатылғас, яңы батша итеп батшабикәнең улы Пин-ван иғлан ителә. Илдең баш ҡалаһы жундарҙан һаҡлау өсөн ул Лоянға күсерелә. Шул уҡ ваҡытта Чжоу йортоноң әһәмиәте ҡырҡа кәмей, сикләнгән биләмә алып Чжоу йорто шундай уҡ удел кенәзлегенә әүрелә, ә ван тигеҙ хоҡуҡлы хакимдар араһында беренсе булып китә. Шулай ҙа Чжоу ванының өҫтөнлөгө формаль рәүештә һаҡланып ҡалына.

Чуньцю үҙгәртергә

Яҙҙар һәм көҙҙәр осоро (Чуньцю осоро; б. э. т. 722 — б. э. т. 481), риүәйәттәр буйынса Конфуций мөхәррирләгән Лу батшалығы хроникаһына (чуньцю) тура килгән осор. Был осорҙа үҙәк (Чжоу) менән вассал батшалыҡтар — Цай, Чэнь, Чу, Хуа, Цзинь, Лу, Ци, Цинь, Шу, Сун, Вэй, У, Янь, Юэ, Чжэн үҙүара тәҫьир итешкән.

Бигерәк тә Цзинь, Чу, Ци һәм Цинь батшалыҡтары, шулай уҡ Чжэн батшалығы, ҙур әһәмиәткә эйә була — улар әүҙем рәүештә үҙәк Чжоуҙың эштәренә ҡыҫылған һәм йыш ҡына сәйәсәтте билдәләй.

Удел кенәздәре араһында гегемондар айырыла башлай, аҙаҡ улар формаль рәүештә ван итеп раҫлана. Гегемондар йыш ҡына Чжоу ванына ҡарағанда ла ҙурыраҡ властҡа эйә булағандар.

Чжаньго үҙгәртергә

Артбанғы осор Һуғышыусы батшалыҡтар осоро йәғни Чжаньго осоро (战国; б. э. т. 403 — б. э. т. 249) тип атала. Был осор тәү сиратта «Һуғышыусы батшалыҡтар ниәттәре»ндә (ҡыт. ябайл. 戰國策/战国策, пиньин: Zhàn Guó Cè, палл.: Чжаньгоцэ, һүҙмә-һүҙ: «Һуғышыусы батшалыҡтар стратегияһы») тасуирлана. Осор башында ҡеүәтел Цзинь батшалығы б.э.т. 403 йылда өс өлөшкә тарҡала — Хань, Чжао һәм Вэй. Артабан осор тарихы Чу, Хань, Ци, Цинь, Шу, Сун, Вэй, Янь, Юэ, Чжао батшалыҡтарының үҙ-ара низағтары һәм ҡаршылыҡтары менән билдәләнә. Был батшалыҡтар хакимдарының күптәре ван титулын ала, ә Чжоу батшалығының ваны (хакимы) тулыһынса тиерлек үҙенең власын һәм йоғонтоһон юғалта. һөҙөмтәлә гегемония өсөн оҙайлы һуғыштарҙан һуң император Цинь Шихуан (Ин Чжэн 嬴政) Ҡытайҙы берләштереүгә ирешә һәм шулай итеп яңы Цинь (Ин (嬴) династияһының хакимлыҡ итеү осоро) дәүере башланған.

Чжоу дәүеренең әҙәби мираҫы үҙгәртергә

Был осорҙа Ҡытай цивилизацияһы нигеҙҙәрен генә түгел, ә бөтә кешелек үҫешенә үҙенең йоғонтоһон биргән әҫәрҙәр яҙылған:

 
Чжоу дәүере вазаһы, б.э.т. 4-3 бб. Британ музейы.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. сообщество Википедии, Уэйлс Д., Сэнгер Л. Википедия (билдәһеҙ) / под ред. сообщество Википедии — 2001.
  2. Ancient Dynasties
  3. Сыма Цянь Ши цзи Глава 3 Инь бэнь цзи Основные записи о деяниях дома Инь
  4. Shaughnessy, Edward L. Historical Perspectives on The Introduction of The Chariot Into China. Harvard Journal of Asiatic Studies, Vol. 48, No. 1 (Jun., 1988), pp. 189—237

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Lee, Yuan-Yuan and Shen, Sinyan. (1999). Chinese Musical Instruments (Chinese Music Monograph Series). Chinese Music Society of North America Press. ISBN 1-880464-03-9
  • Shen, Sinyan (1987), Acoustics of Ancient Chinese Bells, Scientific American, 256, 94.
  • Sun, Yan. 2006. «Cultural and Political Control in North China: Style and Use of the Bronzes of Yan at Liulihe during the Early Western Zhou.» In: Contact and Exchange in the Ancient World. Edited by Victor H. Mair. University of Hawai’i Press, Honolulu. Pages 215—237. ISBN 978-0-8248-2884-4; ISBN 0-8248-2884-4.
  • Feng, Li. 2006. Landscape and Power in Early China: The Crisis and Fall of the Western Zhou 1045—771 BC
  • Сыма Цянь. Исторические записки. Т. 1-2. (перевод Р. В. Вяткина)

Һылтанмалар үҙгәртергә

Алдан килеүсе:
Шан
Династия Чжоу
Б. э. т. 1045 – 249
Һуңынан килеүсе:
Цинь

Ҡалып:Китайские царства эпохи Чуньцю