Чехов китап фестивале

Чехов китап фестивале — Антон Павлович Чеховҡа арналған, йыл һайын май айында үткәрелә торған әҙәби байрам (фестиваль).

Чехов китап фестивале
Жанр

әҙәбиәт

Үткәреү йылдары

2007 − хәҙерге ваҡыт

Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ҡала

Ростов өлкәһе,
Таганрог ҡалаһы

Тарихы үҙгәртергә

  Тышҡы рәсемдәр
  VIII фестиваль афишаһы
  XIX фестиваль афишаһы
  X фестиваль афишаһы

Фестиваль 2007 йылдан башлап йыл һайын май айының икенсе декадаһында өс көн дауамында үтә. Фестиваль матбуғат һәм киң элемтә саралары буйынса Федераль агентлыҡ, Ростов өлкәһенең Мәҙәниәт министрлығы (2007—2009 йылдар) һәм Таганрог ҡала хакимиәте булышлығында ойошторола. Фестивалдең төп ойоштороусылары — «Пушкин китапханаһы» фонды (Мәскәү) һәм Таганрог Мәҙәниәт идаралығы. Фестивалдең партнерҙары — Таганрог һәм Ростов өлкәһенең төрлө мәҙәниәт һәм белем биреү ойошмалары. Йыл һайын фестиваль сиктәрендә тыуған ил баҫмаларының яңы сыҡҡан китаптарынан күргәҙмә ойошторола. Форум ябылғас, китаптар ҡалаға бүләк итеп бирелә, был бик матур йолаға әйләнеп киткән. Фестивалдең иң мөһим ваҡиғаларының береһе — «Чехов һәләте» Бөтә Рәсәй китап премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы.

2011 йылда «Чехов һәләте» премияһының «Ғәҙәти булмаған һөйләүсе» номинацияһында Владимир яҙыусыһы Анатолий Гаврилов лауреат була. «Шәфҡәт күрһәтеүсе» номинацияһында Киров меценаты Валерий Крепостнов бүләкләнә, ул ҡаланың үҙәк китапханаһында Герцен кабинетын тергеҙеү буйынса эше өсөн премия ала.

2013 йылда фестиваль етенсе тапҡыр үтә, уның төп ойоштороусыһы булып «Пушкин китапханаһы» фонды, ә мәғлүмәт спонсоры булып «Российская газета» сығыш яһай[1].

2015 йылда X Халыҡ-ара Чехов китап фестиваленең 40 майҙансығында[2] 50-гә яҡын сара үтте, 15 ойошма, компания, фирма фестивалдең яңы партнерҙары булып китте[3].

2016 йылда Александр Солженицындың ҡатыны — Солженицына Наталия Дмитриевна фестивалдең махсус ҡунағы була[4]. Шул уҡ йылдың көҙөндә Севастополдә ваҡиғалар буйлап туризм өлкәһендә Милли премия регион конкурсына йомғаҡ яһала. Унда Көньяҡ федераль округтағы ете региондан 38 проект тәҡдим ителә. Чехов китап фестивале «Мәҙәниәт өлкәһендә иң яҡшы туристик ваҡиға» номинацияһында икенсе урынды («Шолохов яҙы» фестиваленән ҡала) ала[5].

Шуныһы ҡыҙыҡлы, был фестиваль үткән 10 йыл дауамында Таганрог ҡалаһы бүләккә 20 мең тирәһе китап ала, шуларҙың 12,5 меңе Таганрогтағы А. П. Чехов исемендәге үҙәк ҡала халыҡ өсөн асыҡ китапханала һаҡлана[6].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә