Червен-Бряг (болг. Червен бряг) — Болгарияла ҡала Плевен өлкәһендә урынлашҡан, Червен- Бряг общинаһына инә. Халҡы 15 558 кеше тәшкил итә[2].

Червен-Бряг
ФлагГерб
Рәсем
Дәүләт  Болгария
Административ үҙәге Червен-Бряг[d]
Административ-территориаль берәмек Червен-Бряг[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны 12 417 кеше (15 март 2024)[1],
14 209 кеше (15 март 2024)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 187 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Таганрог
Почта индексы 5980
Урындағы телефон коды 0659
Карта
 Червен-Бряг Викимилектә

Червен-Бряг ауылы беренсе тапҡыр ғосман һалым регистрында 1430 йылда Джервен-Брег булараҡ телгә алына. XVI быуат уртаһында Добролык булараҡ теркәлә. XVI быуатта ғосман документтарында Червен-Бряг ауылы булараҡ яҙылған. Исеме, күрәһең, ауылдың тирә-яғында осраған ҡыҙғылт балсыҡтың төҫөнән килеп сыҡҡан.

Хәҙерге ҡала 1899 йылда ауылдан көнбайышҡа ҡарай өс саҡрым алыҫлыҡта Софиянан Варнауға төҙөлөп ятҡан тимер юлындағы станция булараҡ барлыҡҡа килә[3]. Юл асылыу менән станция иген, мал һәм ауыл хужалығы продукттары менән сауҙа итеү үҙәге була. 1929 йылдың 26 июнендә премьер-министр Андрей Ляпчевтың доклады буйынса 402-се указға ярашлы Червен-Бряг станцияһы ҡала статусын ала. Ҡала составына хәҙер «Бишенсе квартал — Көнсығыш зонаһы» кеүек билдәле иҫке Червен-Бряг ауылы инә.

1960 йылдар аҙағында ҡала ситендә бронетранспортерҙар һәм үҙйөрөшлө артиллерия ҡулайламаларын етештереү буйынса ҙур хәрби завод — «Туғыҙынсы май» машиналар төҙөү комбинаты асыла, һуңыраҡ ул «Бета» акционерҙар йәмғиәте тип атала. Элекке социалистик ҡоролошо илдәре менән бәйләнештәрҙе өҙөү заводҡа ҡыйынлыҡтар килтерә, һөҙөмтәлә акционерҙар йәмғиәте 2009 йылда банкрот тип иғлан ителә.

Сәйәси хәле үҙгәртергә

Червен-Бряг общинаһының кметы (мэры) — Данаил Вылов (партиянан тыш кандидат) 2015 йылда һайлау һөҙөмтәләре буйынса община идаралығында. 2007-11 йылдарҙа община менән етәкселек иткән[4].

Сәнәғәте үҙгәртергә

Община биләмәһендә 88 хужалыҡ субъекты эшләй. Дәүләт йәки шәхси капитал менән туғыҙ эре акционерҙар йәмғиәте, 29 кооперация, 40 ауыл хужалығы йәмғиәте бар. Иң ҙур предприятиелары:

  • «Боряна» — Көнбайыш Европаға экспорт өсөн трикотаждан ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр кейеме етештерә
  • «Палфингер» —күтәреү машиналары һәм ҡоролмалары
  • «Сирена Пешев» — машиналар эшләү предприятиеһы.
  • «Калинел» — тегеү предприятиеһы, IKEA селтәренә эшләй; общинаның ҙур эш биреүсеһе
  • «Бар-Грил Ропотамо» — ризыҡ -тәм сәнәғәте
  • «Ета. БГ» — интернет һәм кабель телевидениеһы.

Ҡалала Ростов өлкәһендәге туғандаш ҡала хөрмәтенә аталған Болгария Халыҡ Республикаһы төҙөгән «Таганрог» ҡунаҡханаһы эшләй.

Мәҙәниәт үҙгәртергә

Ҡала үҙәгендә Васил Левский һәйкәле бар. Вапцаров исемендәге китапхана мәҙәни-ағартыу эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә.

Червен-Бряг — совет ҡалалары менән туғандаш мөнәсәбәттәрҙе һаҡлап ҡалған бер нисә болгар ҡалаларының береһе. Червен-Бряг ҡалаһының туғандаш ҡалаһы булып Таганрог ҡалаһы тора[5]; 1990 йылдарҙа бәйләнеш өҙөлһә лә, хәҙер мөнәсәбәттәр тағы ла үҫешә. 2018 йылда Червен-Бряг кметы. (мэры) рәсми визит менән Тагарогҡа килә, Червен-Бряг ҡалаһының 90-йыллығы байрамына ҡала халҡын ҡунаҡҡа саҡыра[6].

Галереяһы үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 https://www.grao.bg/tna/t41nm-15-03-2024_2.txt
  2. По данным 2016 года
  3. История (болг.). община Червен-Бряг. Дата обращения: 9 ноябрь 2018.
  4. Кметове (болг.). община Червен-Бряг. Дата обращения: 9 ноябрь 2018.
  5. Александр Павлович Пронштейн. Таганрог: историко-краеведческий очерк. — Ростовское книжное изд-во, 1977. — 248 с.
  6. Делегация от Червен бряг посети град Таганрог (болг.). сайт общины Червен-Бряг (1 ноябрь 2018). Дата обращения: 9 ноябрь 2018.