Чельцов-Бебутов Александр Михайлович

Чельцов-Бебутов Александр Михайлович (йәки Чельцов, 10 август 1922 йыл — 16 август 1978 йыл) — СССР орнитологы, зоогеограф, география фәндәре докторы, Мәскәү дәүләт университеты профессоры (1974)[2].

Чельцов-Бебутов Александр Михайлович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Украина Совет Социалистик Республикаһы
 СССР
Тыуған көнө 10 август 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы
Вафат булған көнө 16 август 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (56 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө орнитолог, зоолог, кинолог
Эшмәкәрлек төрө зоогеография[d][1], орнитология[1] һәм кинология[d][1]
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты

Биографияһы үҙгәртергә

  Тышҡы медиафайлдар

1922 йылдың 10 авгусында совет хоҡуғы профессоры М. А. Чельцов-Бебутов (1890—1973) ғаиләһендә тыуған. Апаһы — Ия Михайловна (Чельцова) Леванидова (1914—2005) — гидробиолог.

1930 йылда ғаилә Киевтан Мәскәүгә күсеп килә.

1935 йылдан алып Мәскәү зоопаркы янындағы йәш биологтар түңәрәгенең әүҙем ағзаһы була(КЮБЗ).

Һуғыш ваҡытында Чельцов-Бебутов Александр Михайлович боеприпастар Комиссариатының авария-тергеҙеү боеприпастар конторында водитель булып эшләй. Армияға уны йөрәк ауырыулы булған өсөн алмайҙар.

1942 йылда Чельцов-Бебутов Александр Михайлович Мәскәү дәүләт университетының биология факультетына уҡырға инә, зоология кафедраһын етәкләгән профессор А. Н. Формозов ҡулы аҫтында уҡый.

1947—1950 йылдарҙа Чельцов-Бебутов Александр Михайлович Мәскәү дәүләт ниверситетының Ғилми-тикшеренеү зоология институтында аспирантурала уҡый. 1954 йылдың 15 апрелендә ул «Наурзум күленең кимәленә ҡоштарҙың һәм һөт имәрҙәрҙең йоғонтоһо» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлаған.

1950—1951 йылдарҙа Чельцов-Бебутов Александр Михайлович СССР Медицина фәндәре академияһының Вирусология институтында эшләй.

1951 йылдың декабрендә профессор Г. А. Воронова саҡырыуы буйынса МДУ География факультетының зоогеография кафедраһына эшкә күсә. 1953 йылдан алып Мәскәү дәүләт университеты бинаһында ойошторолған биогеография кафедраһында эшләй. МДУ-ның күп һанлы экспедицияларын етәкләй. В. Ф. Ларионов менән берлектәМДУ география факултетында эталонлы биогеографик коллекцияһын булдыра. Доцент (1960), Мәскәү дәүләт университеты профессоры (1974).

1973 йылда «Зоогеографическое картографирование населения птиц и млекопитающих и его применение в комплексных региональ­ных атласах» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Һунар һәм һунар эттәрен ярата, тоҡомсолоҡ эше менән шөғөлләнә (Мәскәү курцхаары тоҡомон яҡшыртыу өҫтөндә эшләй). Шулай уҡ һунар итеү темаһын яҙа. «Беҙҙең тоғро дуҫтар» (1974) (Н. Немнонов менән авторҙашлыҡта) китабын һунар эттәре тураһында яҙған.

Фәнни йыйынтыҡ һәм журналдарҙың редколлегия ағзаһы була:

  • Мәскәү дәүләт университеты хәбәрҙәренең география серияһы
  • Орнитология

Илле алты йәшендә 1978 йылдың 16 авгусында йөрәк өйәнәгенән вафат була[3].

Награда һәм премиялары үҙгәртергә

  • 1945—1946 — И. И. Мечников исемендәге стипендия, МДУ
  • «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы

Ойошмаларҙа ағзалығы үҙгәртергә

  • МОИП ағзаһы
  • СССР ФА-ның ҡоштарҙың миграцияһын координациялау советы ағзаһы
  • СССР АХ министрлығының Главприрода фәнни-техник советы ағзаһы
  • Мәскәү һунарсылар йәмғиәтенең курцхаарҙарҙы һөйөүселәр секцияһы бюроһының ағзаһы

Библиография үҙгәртергә

Күп биогеографик карталар төҙөгән. Йөҙҙән ашыу баҫма хеҙмәт авторы, улар араһында:

  • Чельцов-Бебутов А. М., Немнонов Н. Н. Наши верные друзья. М.: Просвещение, 1974. 159 с.
  • Чельцов-Бебутов А. М. О пульсации ареалов некоторых видов птиц в районе Тургайской меридиональной депрессии. // Проблемы зоогеографии суши. Львов, 1958. С. 325—334.

Иҫкәрмә үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 https://aleph.nkp.cz/F/?func=find-c&local_base=aut&ccl_term=ica=mzk2003193071
  2. Флинт В. Е., Даниленко А. К., Рустамов Э. А. Чельцов-Бебутов Александр Михайлович // Московские орнитологи. М.: МГУ, 1999.
  3. Бёме Р. Л., Флинт В. Е. Памяти А. М. Чельцова-Бебутова // Орнитология. Вып. 15. 1980.

Һылтанмалар үҙгәртергә