Цыпкин Леонид Борисович

Цыпкин Леонид Борисович (20 март 1926 йыл — 20 март 1982 йыл) — СССР яҙыусыһы, ғалим-табип, медицина фәндәре докторы (1969), данлыҡлы «Баденда йәй» романы авторы.

Цыпкин Леонид Борисович
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 20 март 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) или 1926
Тыуған урыны Минск, Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 20 март 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[3] или 1982
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Көнсығыш зыяраты[d]
Атаһы Цыпкин, Борис Наумович[d]
Әсәһе Vera Polyak[d]
Туған тел урыҫ теле
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө яҙыусы, вирусолог, табип
Эшмәкәрлек төрө медицинское исследование[d][4] һәм әҙәбиәт[4]
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d] (1969)
Архивы хранятся в Stanford University Libraries Department of Special Collections and University Archives[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Леонид Борисович Цыпкин 1926 йылдың 20 мартында Минск ҡалаһында табип ғаиләһендә тыуа. Уның ҡартатаһы, Император Дерпт университетын тамамлаусы Моисей (Мовша-Хаим) Абрамович Поляк (1868—1938), Минск 2-се дауаханаһы янындағы акушер бүлеге һәм бала табыу йортоноң мөдире була[5]. Ҡартатаһының ағаһы Михель Абрамович Поляк та табип була. Леонид Цыпкиндың атаһы, медицина фәнәдре докторы, Белоруссия медицина институтының травматология һәм ортопедия кафедраһы профессоры һәм Белоруссия дәүләт фтизиатрия, ортопедия һәм неврология институтының өлкән ғилми хеҙмәткәрея Цыпкин Борис Наумовичтың (1897—1961) бөтә ғаиләһе Минск геттоһында һәләк була (ата-әсәһе, апаһы, ҡустыһы; Л. Б. Цыпкиндың «Мост через Нерочь» повесында һүрәтләнә; ағаһы һәм ике апаһы лагерҙарҙа үләләр, ул үҙе лә 1934 йылда ғулға алына). Буласаҡ яҙыусының әсәһе, Поляк Вера Моисеевна (1895—1981)[6] табип-фтизиатр була[7]. Әҙәбиәт менән әсәһенең апаһы Лидия Моисеевна Поляк һәм уның ире, тел белгесе, Рубен Иванович Аванесов бәйле була, улар менән йәш саҡта Л. Б. Цыпкин бик яҡындан аралаша.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Цыпкиндар ғаиләһе Өфө эвакуациялланырға өлгәшә, бында Леонид Цыпкин 1942 йылда медицина институтына уҡырға инә. Институтты тамамлағас (1948 йылда) ул өйләнә һәм В. И. Яковенко исемендәге 2-се һанлы Мәскәү өлкә психиатрик дауаханаһына патологоанатом булып эшкә урынлаша (Мещерское ҡасабаһы, хәҙер Чехов муниципаль районы).

1957 йылда Л. Б Цыпкина ғаиләһе Мәскәүгә күсенә, һәм ул Полиомиелит һәм вируслы энцефалиттар институтына ғилми хеҙмәткәр булараҡ эшкә алына. Ғилми эштән һәм вакциналар етештереүҙән тыш, ул 1960-сы йылдар аҙағына тиклем ярты ставкаға ҡала дауаханаһында прозектор булып эшләй.

Кандидатлыҡ диссертацияһын — 1952 йылда, докторлыҡ диссертацияһын 1968 йылда яҡлай[8].

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Цыпкиндың беренсе ғилми баҫмаһы «Вопросы нейрохирургии» журналында 1951 йылда баҫтырыла. Уның артынан онкология өлкәһендәге бер нисә хеҙмәт баҫтырыла. Мәскәүгә күскәндән һуң онкология ауырыуҙарының эксперименталь вирусологияһы меәнән шөғөлләнә. Һуңғы фәнни эше (1979) арналған үҙгәрештәр морфологик характеристика нервы туҡымаларының морфологик характеристикаларына арналған. Ҡайһы бер эштәре сит илдә баҫтырыла(cf. Observations on the growth of monkey cerebral cells in monolayer cultures. Acta anatomica, Базель, 50:50—63, 1962).

Әҙәби ижады үҙгәртергә

Л. Б. Цыпкин шиғарҙарын 1960-сы йылдар башында яҙа башлай[9] прозаһын — 1970-сы йылдар башында. 1970-се йылдар дауамында дауамында ул «Мост через Нерочь» (1973) һәм «Норартакир» (1976) повестарын, "«Запах жжёных листьев» (1976), «Третий вопрос» (1977), «Сделка», «Тараҡан» (1978) хикәйәләрен һәм «Похищение сабинянки» (1971), «Ваше здоровье!» (1971), «Проводы» (1971), «Праздник, который всегда со мной» (1971), «Десять минут ожидания» (1971), «Последние километры» (1972), «Попутчик» (1972), «Качели» (1972), «Вверх по реке», «Из записок патологоанатома», «Шехерезада» ҡыҫҡа новеллалар һәм очерктар яҙа[10] Ошо уҡ ваҡытта, Ф. М. Достоевскийҙың ижады менән мауыҡҡан Леонид Цыпкин Ленинградтағы Достоевский исеме менән бәйле урындар фотоһүрәттәре альбомын — "Достоевский һәм уның геройҙарының урындары буйлап Петербургта " -төҙөй. Яҙылған әҫәрҙәрен ул нәшер итергә уйламай.

Цыпкиндың иң билдәле әҫәре — «Лето в Бадене» — документаль повесть (роман) 1980 йылдың аҙағында тамамлана, әҫәрҙә йәш Достоевский тураһында яҙыла. Бынан ике йыл элек Л. Цыпкин эмиграцияға рөхсәт һорап, мөрәжәғәт итә., әммә рөхсәт бирелмәй.

Ғүмеренең һуңғы йылдары үҙгәртергә

Бер-бөртөк улы 1977 йылда АҠШ-ҡа эмиграцияға киткәндән һуң Л. Б. Цыпкин институттан ҡыҫҡартыу сәбәбе менән эштән сығарыла (1979), бер аҙҙан тергеҙелә, тулы булмаған ставкаға кесе ғилми хеҙмәткәре вазифаһын биләй. Цыпкин ҡабаттан документтарын СССР-ҙан сығыуға ебәрә. Ғүмеренең аҙағынаса уға рөхсәт бирелмәй. 1982 йылдың мартында уны ҡабаттан институттан ҡыуалар. Шул уҡ көндө ул 13 мартта Нью-Йоркта уның «Баденда йәй» повесын баҫтыра башланыуы тураһында хәбәр ала (романдың ҡулъяҙмаһы сит илгә ебәрелгән була һәм «Новая газета» редакцияһына тапшырыла[11] Ҡулъяҙманы Цыпкиндың яҡын дуҫы радиожурналист Азарий Мессерер 1981 йылдың башында алып сыға[12]. Тәүге нәшер ителгән баҫмаһын күреп өлгөрмәйенсә, бер нисә көндән, 20 мартта, үҙенең тыуған көнөндә, Л. Б. Цыпкин вафат була. Васыятнамәһенә ярашлы, ата-әсәһе янында Көнсығыш зыяратында Минск ҡалаһында ерләнә.

Рәсәйҙә Леонид Цыпкиндың беренсе баҫмаһы 1999 йылда була, МХТ нәшриәте уның хикәйәләр һәм повестар йыйынтығын нәшер итә. «Баденда йәй» романы 2003 йылда «Новое литературное обозрение» нәшриәтендә сыға, шунда уҡ 2005 йылда яҙыусының һайланма әҫәрҙәре һәм фотоальбомы сығарыла. «Мост через Нерочь» повесы тәүге тапҡыр «22» тигән иерусалим журналында баҫтырыла (39-сы һан, 1984).

2001 йылда «Баденда йәй» романы инглиз телендә нәшер ителә, уға инеш һүҙҙе Сьюзан Зонтаг яҙа һәм уны ХХ быуат донъя прозаһы өлгөләре менән бер таҡтаға ҡуя. Артабан бик күп илдәрҙә тәржемәләре сыға[13][14][15]

Ғаиләһе үҙгәртергә

Улы — америка политологы Цыпкин Михаил Леонидович (Mikhail Tsypkin, 1950) — Монтерей ҡалаһындағы (Калифорния) Хәрби-диңгеҙ мәктәбендә конфликттар Үҙәгенең Милли именлек бүлеге хеҙмәткәре[16], политология фәлсәфә докторы (1985, Гарвард университеты), китаптар авторы:

  • «Soviet-American exchanges: Promises and problems» («Советско-американские взаимоотношения: обещания и проблемы»). — Monterey: Naval Postgraduate School, 1988;
  • «The „new thinking“ and quality of Soviet military manpower» («„Новое мышление“ и качество советской военной мощи»). — Hoover Institution, Stanford University, 1989;
  • «Military influence in Russian politics» («Военное влияние в российской политике»). — Monterey: Naval Postgraduate School, 1992;
  • «Rudderless in a Storm: the Russian Navy 1992—2002» («Потерянные во время шторма: Российский флот 1992—2002»). — Monterey: Conflict Studies Research Center, 2002;
  • «Russia’s Security And the War on Terror» («Безопасность России и война с террором»). — London—New York: Routledge, 2007.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Record #24822842 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #110307569 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Bibliothèque nationale de France Leonid Borisovič Cypkin // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. 4,0 4,1 Чешская национальная авторитетная база данных
  5. Елена Левитман «Старая фотография»
  6. Семейное захоронение Цыпкиных на Восточном (Московском) кладбище в Минске
  7. Приходилась двоюродной сестрой инженеру-химику, лауреату Сталинских премий А. М. Поляку.
  8. Архив Л. Б. Цыпкина в Стэнфордском университете
  9. Из поэтического наследия Л. Б. Цыпкина на сегодняшний день (2008) опубликованы лишь два стихотворения — верлибры «Моя профессия» и «Кривым переулком» (оба — 1964) в предисловии к сборнику «„Лето в Бадене“ и другие сочинения» (2005).
  10. Michael Stein reviews Leonid Tsypkin’s The Bridge Over the Neroch: And Other Works
  11. Редакторами «Новой газеты» были Евгений Рубин и Сергей Довлатов
  12. Интервью с Михаилом Цыпкиным на портале Культура. Архивировано 3 август 2012 года. 2012 йыл 3 август архивланған.
  13. Рецензия на сборник рассказов и повестей «Мост через Нерочь» (Ben Greenman)
  14. Review • The Bridge Over the Neroch and Other Works by Leonid Tsypkin (Scott Gloden)(недоступная ссылка)
  15. Joe Winkler «Memories Collide With Dreams»
  16. Dr. Mikhail Tsypkin