Цимля́нск — Рәсәйҙең Ростов өлкәһендәге ҡала (1961 йылдан).

Ҡала
Цимлянск
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ростов өлкәһе

Муниципаль район

Цимлянский

Цимлянское

Цимлянск ҡала биләмәһе

Координаталар

47°38′48″ с. ш. 42°05′41″ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Поляков Виталий Борисович

Нигеҙләнгән

1672 йылда

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1672

Ҡала с

1961 йылдан

Халҡы

14 643[1] кеше (2016)

Этнохороним

цимля́ндар, цимля́нлы

Телефон коды

+7 86391

Почта индексы

347320

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

60 257 501

Код ОКТМО

60 657 101 001

Цимлянск (Рәсәй)
Цимлянск
Цимлянск
Йөҙөм баҡсалары байрамындағы урам, Дон ғәскәре ере II Цимлянская станицаһы, 1875—1876 йылдарҙағы фото.
Цимлянскиҙың тарихи үҙәге

Ростов өлкәһе Цимлянский районының һәм Цимлянск ҡала биләмәһенең административ үҙәге.

Халҡы — 15 028 кеше (2010), өлкәнең халыҡ һаны буйынса иң кескәй ҡалаһы.

Географияһы үҙгәртергә

Ҡала Ростов өлкәһенең көнсығышында, Цимлянск һыуһаҡлағысының көнбайыш ярында, Дон һәм Ҡомшаҡ йылғаларында, Волгодонскиҙан 20 километрҙа һәм Дондағы Ростовтан 236 километрҙа урынлашҡан.

Тарихы үҙгәртергә

Нигеҙ һалыныуы үҙгәртергә

Цимлянск (1950 йылға саҡлы — Цимлянская станицаһы) дон казактары Усть-Цимла тип аталған казак ҡаласығына нигеҙ һалған. Ҡаласыҡтың нигеҙ һалыныу ваҡыты тураһында төгәл мәғлүмәт юҡ. Тарихи документтарҙа Усть-Цимла (Цимла-Тамаҡ) тәүге тапҡыр 1672 йылда иҫкә алынған, әммә ҡайһы бер тарихсылар Цимлянскиҙың йәше байтаҡҡа өлкәнерәк тип иҫәпләйҙәр. Станица Цимлянская станицаһы Хазар ҡағанлығына ҡараған Саркел ҡәлғәһе (һуңғараҡ рустарҙың Белая Вежаһы) урынында барлыҡҡа килгән, ә ҡәлғә диуарҙарын казактар, үҙҙәренең курендарын төҙөгәндә, емереп ташығандар.

Атамаһы үҙгәртергә

Ҡаласыҡ, Цимла йылғаһы тамағында ултырғанлыҡтан, йылға исемен алған. «Цимла» һүҙенең килеп сығыуы буйынса бер нисә фараз бар. Берәүҙәр уны «чим» (лай, ылымыҡ), «чым» (кәҫ) йәки «сым» (һәйкәл, ҡәберлек) тигән төрөк һүҙҙәренән килеп сыҡҡан, тип иҫәпләй. Икенселәр «Цимла» һүҙе, тәржемә иткәндә, «даға» тигәнде аңлата тип уйлай, сөнки Кумшацкая (Ҡомшаҡ) һәм Цимлянская станицалары аралығында Дон йылғаһы, формаһы менән дағаға оҡшаған, боролош яһай.

Ҡаласыҡтан станицаға үҙгәртергә

Татарҙарҙың йыш баҫып инеүе һәм яҙғыһын Дон йылғаһының ярҙарынан ташып сығыуы Цимлының тәүге килеп ултырған кешеләрен күсеп йөрөргә мәжбүр иткән. Из походного журнала Пётр I поход журналынан күренеүенсә, Цимлян ҡаласығы 1696 йылда Дондың уң яғында ултырған булған. Ул ваҡытта ҡала, алғы яғы ергә ҡаҙып урынлаштырылған оҙонса ярылған бүрәнәләр һәм күгән (тёрн) ағасы менән үрелгән ситән кәртә менән нығытылған ер өйөмө менән сикләнгән, кескәй квадрат хасил иткән. Аҡрынлап ер өйҙәр (землянка) урынында яҡшы сифатлы, ныҡ йорттар, хужалыҡ ҡаралтылары ҡалҡып сыҡҡан. Ҡаласыҡ ҙур биләмәгә — станицаға әйләнә барған. Урындағы халыҡ ер эшкәртеү һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Манычтан тоҙ килтергәндәр һәм был шөғөлдән байтаҡ килем алғандар. Цимлянск йорто Дон Ғәскәре өлкәһенең 1-се Дон округына ҡараған.

Йөҙөм (виноград) үҙгәртергә

Йылы көньяҡ климаты сыбыҡсалары Венгриянан, Ирандан, Рейн ярҙарынан килтерелгән йөҙөм үҫтереүгә яҡшы шарттар тыуҙырған . Бер ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бар: 1709 йылдың апрель айында Старочеркасск (Черкасск) ҡалаһына китеп барған Пётр I, һауа шарттары боҙолоу сәбәпле, төндә Цимлянская станицаһында урындағы казак Клеменовта туҡтаған. Хужа, батшаны ябай офицерға һанап, уның менән ғали йәнәптәренең Донда урынлаштырған яңы тәртиптәре тураһында бик оҙаҡ бәхәсләшкән. Икенсе көнгә Пётр I ҡарттарҙы йыйған һәм, серен асып, сит илдә күргән виноградниктар тураһында һөйләгән. Шунан үҙ ҡулдары менән бер нисә ҡыуаҡ йөҙөм ултыртҡан. XIX быуат башына уҡ станицала 30 меңгә яҡын ҡыуаҡ йөҙөм үҫкән.

Сауҙа үҙгәртергә

Тимер юлдарынан йөҙәр километрҙар алыҫлыҡта ятыуына, ҡыш айҙарында хатта һыу юлынан да мәхрүм ҡалыуына ҡарамаҫтан, Цимлянская шулай уҡ сауҙа станицаһы ла булған. XIX быуат аҙағында — XX быуат башында Цимлянскаяла бөтөн Рәсәй сауҙагәрҙәрен йыйған йәрминкәләр йыл һайын үткәрелгән.

Суднолар йөрөй торған канал үҙгәртергә

Цимла Дондың күтәренке уң ярында Цимла 300 йылға яҡын йәшәп килгән. Һәм, В. И. Ленин исемендәге Волга-Дон суднолар йөрөү каналы һәм Цимлянск һыуһаҡлағысы төҙөлөшө башланғанлыҡтан, Цимлянская станицаһын күсереп ултыртыртырға тура килгән. 1950 йылда, Волга-Дон каналын төҙөү маҡсатында, был ерҙәргә эшселәр килгән, йөктәр килтерелгән. Суднолар йөрөү каналы һәм Цимлянск гидроузлы бөйөк төҙөлөшө тамамланғандан һуң, күп төҙөүселәр бында төпләнеп ҡалған.

1950—1952 йылдарҙа Цимланың атамаһы Цимлянск ҡасабаһы тип үҙгәртелгән , ә 1961 йылдан уға ҡала статусы бирелгән.

Халҡы үҙгәртергә


Иҡтисады үҙгәртергә

 
Цимлянск ГЭС-ы

Хәҙерге Цимлянскиҙа шарап, балыҡ эшкәртеү, Цимлянский суднолар төҙөү механик заводтары эшләй. Цимлянский районында биләмәнең иҫтәлекле урыны булған Цимлянск гидроэлектростанцияһы (ГЭС) эшләй.

Цимлянский районында бойҙай, арпа, тары, ҡарабойҙай, көнбағыш, мал аҙығы культуралары, йәшелсә, емеш, йөҙөм үҫтергәндәр. Малсылыҡ, ҡошсолоҡ тармаҡтары үҫешкән, һөт һәм ит етештерелә.

Минераль һыу сығанаҡтары.

Цимлянск шулай уҡ иң һәйбәт ял урыны булып танылған. Был ерҙә ҡояшлы көндәрҙең күп булыуы, уның минерал һыуҙарға байлығы бында тулы ҡанлы ял итеү шарттарын бирә.

Бынан тыш, Цимлянск үҙенең шараптары менән, бигерәк тә «Цимлянск шарабы» ААЙ-ы эшләп сығарған бызырҙап торған (игристое)[2]"Цимлянск шарабы" менән дан тота.

Транспорты үҙгәртергә

«Морозовск—Куберле» һыҙатындағы Цимлянский тимер юл станцияһы. Транспорт бәйләнеше автомобиль, тимер юл һәм һыу транспорты ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Ҡала эргәһендә «Волгодонск» аэропорты бар, әммә 1990-сы йылдарҙан унан регуляр рәүештә пассажирҙар йөрөтөлмәй.

Ҡала эсендә һәм ҡала янында пассажирҙар йөрөтөүгә автобустар һәм маршрут таксиҙары йәлеп ителгән.

Архитектураһы үҙгәртергә

Ҡаланың «энергетиктар ҡаласығы» тип йөрөтөлгән микрорайоны Ростов өлкәһенең башҡа провинциаль ҡалаларынан үҙенең архитектураһы менән айырылып тора. Ул 1950-се йылдарҙа барлыҡҡа килгән курорттар, сталин ампиры, стилендә төҙөлгән. Ҡаланың административ биналары һәм ГЭС шул уҡ стилдә төҙөлгән. 2000 йылда ҡалала Изге Никольский храмы төҙөлә башлаған.

Билдәле кешеләр үҙгәртергә

  • Макаров Александр Максимович — ракеталар төҙөүсе.
  • Рябышев Дмитрий Иванович — совет хәрби начальнигы.
  • Солод Алексей Пудович — Дан ордены тулы кавалеры, Цимлянский районының почётлы гражданины (бюст Цимла геройҙары Аллеяһында урынлаштырылған).

Иҫтәлекле урындары үҙгәртергә

Ростов өлкәһенең Цимлянск ҡалаһында региональ әһәмиәтле күп кенә мәҙәни объекттар бар[3]. Бына улар:

  • Цимлянск гидроузлын төҙөү иҫтәлегенә обелиск;
  • 1952 йылда В. И. Ленин исемендәге Волга-Дон каналын (Цимлянск гидроузлын) төҙөү иҫтәлегенә бағышланған обелиск. Обелиск авторҙары — скульпторҙар Г. И. Озолина, А. С. Кондратьев һәм Михаил Константинович Аникушин.

Тимер һәм бетондан ҡойолған обелискыларҙың бейеклеге 30 метрға яҡын. Ҡабырғаларына 5 метр бейеклегендәге фигуралы скульптур композициялар урынлаштырылған. Һәр обелиск композицияһында ике кеше фигураһы — тимер юлсылар, проектирлаусылар, төҙөүселәр һәм геологтар. Обелиск эмблема менән тамамланған. Обелиск эсендә музей эшләгән.

Мәҙәни иҫтәлекле урындарға түбәндәгеләр ҡарай:

  • Ротондалы Приморский паркы тарихи-архитектур ансамбле — тарих, архитектура һәм ҡала төҙөлөшө һәйкәле, 1954—1956 йылдарҙа төҙөлгән;
  • Район Мәҙәниәт йорто бинаһы, 1955—1956 йй. (Яр буйы урамы, 2-се йорт);
  • «Цимлянский» шифаханаһы бинаһы (140 урынлы), 1954—1955 йй. (Яр буйы урамы, 13/2-се йорт);
  • Мәктәп-интернат корпусы бинаһы, 1954—1956 йй. (Ял йорто, Яр буйы урамы, 11/1-се йорт);
  • Приморский паркы ротондаһы бинаһы, 1954—1955 йй.;
  • Приморский паркындағы флигелле Үҙәк арка бинаһы, 1954—1955 йй.;
  • Цимла геройҙары Аллеяһы. Аллея ҡоролмаларын төҙөү халыҡтан һәм урындағы предпрятиеларҙан аҡса йыйыу методы менән атҡарылған. 2006 йылда беренсе бюст асылған. Аллеяла, 28 батыр панфиловсының взвод командиры Иван Евстафьевич Добробабин бюсын индереп, 11 герой бюсы ҡуйылған (1913—1996). Добробабин Цимлянск ҡалаһында йәшәгән һәм вафат булған;
  • Изге Никольский храмы (2000).

Фотогалерея үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Ҡалып:Ростов өлкәһенең Цимлянский районы Ҡалып:Ростов өлкәһе ҡалалары Ҡалып:Дон буйы тораҡ пункттары