Цзинь династияһы (ҡыт. ғәҙәти 晉朝, , пиньин: Jìn Cháo 265—420) — Алты династияларҙың береһе, Өс батшалыҡ дәүере һәм Көньяҡ һәм Төньяҡ династиялар дәүере араһында Ҡытайҙа хакимлыҡ итә. Цзинь дәүләте Сыма (司馬 Sīmǎ) нәҫеленән сыҡҡан юлбашсы Сыма Янь тарафынан нигеҙләнгән. Был осор — «Цзинь» атамаһын йөрөткән Ҡытай тарихының дүрт осорҙарының береһе.

Цзинь
Нигеҙләү датаһы 265
Рәсми атамаһы империя Цзинь
Донъя ҡитғаһы Азия
Административ үҙәк Лоян[d]
Валюта Древняя китайская монета[d]
Алдағы Өс батшалыҡ дәүере
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Южные и Северные Династии[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 420
Урынлашыу картаһы
 Цзинь Викимилектә
Ҡытай тарихы
Ҡытай тарихы
Ҡытай тарихы
Тарихҡа тиклемге Ҡытай
Өс хаким һәм биш император
Ся династияһы
Шан династияһы
Чжоу
Көнсығыш Чжоу Яҙҙар һәм Көҙҙәр
Һуғышыусы батшалыҡтар
Цинь династияһы
Чу династияһы — болалы ваҡыт
Хань Көнбайыш Хань
Синь: Ван Ман
Көнсығыш Хань
Өс батшалыҡ дәүере: Вэй, Шу, У
Көнбайыш Цзинь
Ун алты вәхши дәүләт Көнсығыш Цзинь
Көньяҡ һәм төньяҡ династиялар
Суй династияһы
Тан династияһы
Сун
Төньяҡ Сун
Көнбайыш Ся
Көньяҡ Сун

Тарихы үҙгәртергә

Вэй батшалығы тамамы үҙгәртергә

Сыма нәҫеле башта Вэй династияһына (Өс батшалыҡ дәүере) буйһонған, әммә 249 йылда юлбашсы Сыма И бөтә Вэй дәүләтендә властты үҙ ҡулына ала. 263 йылда Сыма Чжао күрше Шу батшалығын баҫып ала һәм уның биләмәләрен Вэй дәүләтенә ҡуша. 265 йылда Сыма Чжаоның улы Сыма Янь көсһөҙ император Цао Хуанды (Юань-ди) тәхеттән төшөрә һәм үҙе тәхеткә ултырып яңы династияға нигеҙ һала.

Династияның аяҡҡа баҫыуы. Сыма Яндың хакимлыҡ итеүе. 265—290 йылдар үҙгәртергә

Ике осорҙоң тәүгеһе — Көнбайыш Цзинь дәүләте (ҡыт. 西晉, 265316, Сыма Янь тарафынан нигеҙләнгән). Яңы император 280 йылда уңышлы реформалар уҙғара, надел системаһын индерә. Цзинь һарайына сит ил илселектәре килә башлай: 270 йылда Ҡашғарҙан һәм Фирғәнәнән, 284 йылда — Римдан, 286 йылда — Ҡаңгөйҙән.

Көрсөк. Һигеҙ кенәз һуғышы. 290—316 йылдар үҙгәртергә

290 йылда тәхеткә Хуэй-ди ултыра, ул дәүләт эштәре менән булышмаған. Власть уның ҡатынын ҡулында була.

Көнбайыш Цзинь империяһы күп һанлы сюнну һәм башҡа дала халыҡтарының һөжүмдәрен һәм күсеүҙәрен тота алмаған. Аяуһыҙ Һигеҙ кенәз һуғышынан һуң 311 йылға ҡәҙәр дәүләттең баш ҡалаһы Лоян була, был ваҡытта Төньяҡ Хань ғәскәрҙәре император Хуай-диҙы әсирлектә тотҡандар. Киләһе император Минь-ди би йыл дауамында Чанъань ҡалаһынан хакимлыҡ иткән, әммә 316 йылда баш ҡала Төньяҡ Хань тарафынан яулап алына.

Баш ҡаланы күсереү. Көнсығыш Цзинь. 316—420 йылдар үҙгәртергә

Цзинь аҡһөйәктәренең бер өлөшө көньяҡҡа ҡаса һәм Ланъе-ван (Ланъе кенәз) етәкселегендә Цзяньканда (хәҙерге Нанкин эргәһендә) яңы баш ҡалаға нигеҙ һалалар. Чанъань ҡолауы тураһында хәбәр килеп еткәс, Чжу, Гань, Лу, Гу һәм Чжоу төбәк аристократик ғаиләләре, Ланъе-ванды Юань-ди исеме аҫтында Көнсығыш Цзинь (ҡыт. 東晉, 317420 йылдар) дәүләтенең императоры тип иғлан ителеүҙе хуплай. Көнсығыш Цзинь императорҙары сығышы менән Ланъе нәҫеленән булғас, улар менән көнәркәшлек итеүсе һәм уларҙың власының законлы булыуын танымаған Биш варвар батшалыҡтарының вәкилдәре ҡайһы берҙә Цзинь дәүләтен «Ланъе» тип атаған.

Көнсығыш Цзинь императорҙарының власы үҙенең барлыҡ 104 йыл хакимлыҡ итеү осоронда көслө булмай. Дәүләттә Ван Дунь һәм Су Цзюнь ихтилалдары була. 373 йылда Хуан Вэнь вафат була һәм илдә власты баҫып алыу ниәтен тормошҡа ашырып өлгөрмәй. Хуан Чун (Хуан Вэндың ҡустыһы) һәм беренсе министр Се Ань менән ҡыҫҡа ваҡытлы союзға ингән Цзинь императоры Фэйшуй йылғаһы буйындағы алышта еңә. Хуань Сюань (Хуан Вэндың улы) власты үҙ ҡулына ала һәм дәүләттең атамаһын Чу (Хуань Чу) тип үҙгәртә. Ул Лю Юй тарафынан ҡолатыла, шулай уҡ Лю Юй тәхеткә ултыртылған император Ань-дины һығып үлтерергә бойора. Һуңғы императора Ань-диның ҡустыһы Гун-ди 1419 йылда тәхеткә ултыртыла. 420 йылда Гун-ди тәхеттән Лю Юй файҙаһына баш тарта. Лю Юй 420 йылда У-ди исеме аҫтында император титулын ала, шулай итеп Көньяҡ династияларҙың тәүге дәүләте Лю Сун осоро башлана.

Шул уҡ ваҡытта төньяҡ Ҡытайҙа ун алты варвар дәүләте барлыҡҡа килгән, уларҙың күбеһе ҡытай милләтенән булмаған биш варвар ҡәбиләләре тарафынан нигеҙләнгән. 439 йылда Төньяҡ Вэй династияһы Төньяҡ Лянды яулап алыуы менән Төньяҡ династиялар осоро башланған.

Цзинь императорҙары үҙгәртергә

Үлгәндән һуң исеме
(諡號 shìhào)
Шәхси исеме Хакимлыҡ итеү йылдары Хакимлыҡ итеү девизы
(年號 niánhào) һәм девиз йылдары
Тарихи рәүештә иң йыш ҡулланылған форма: «Цзинь» + үлгәндән һуң исеме
Си (Көнбайыш) Цзинь (西晉) 265317
У-ди
武帝 Wǔdì
Сыма Янь
司馬炎 Sīmǎ Yán
265290
  • Тайши (泰始 Tàishǐ) 265274
  • Сяньнин (咸寧 Xiánníng) 275-280
  • Тайкан (太康 Tàikāng) 280289
  • Тайси (太熙 Tàixī) 290
Хуэй-ди
惠帝 Hùidì
Сыма Чжун
司馬衷 Sīmǎ Zhōng
290306
  • Юнси (永熙 Yǒngxī) 290
  • Юнпин (永平 Yǒngping) 291
  • Юанькан (元康 Yuánkāng) 291299
  • Юнкан (永康 Yǒngkāng) 300301
  • Юннин (永寧 Yǒngníng) 301302
  • Тайань (太安 Tàiān) 302303
  • Юнъань (永安 Yǒngān) 304
  • Цзяньу (建武 Jiànwǔ) 304
  • Юнъань (永安 Yǒngān) 304
  • Юнсин (永興 Yǒngxīng) 304306
  • Гуанси (光熙 Gūangxī) 306
Хуай-ди
懷帝 Huáidì
Сыма Чи
司馬熾 Sīmǎ Chì
307311
  • Юнцзя (永嘉 Yǒngjīa) 307313
Минь-ди
愍帝 Mǐndì
Сыма Е
司馬鄴 Sīmǎ Yè
311316
  • Цзяньсин (建興 Jiànxīng) 313317
Дун (Көнсығыш) Цзинь династияһы (東晉) 317420
Юань-ди
元帝 Yuándì
Сыма Жуй
司馬睿 Sīmǎ Rùi
317322
  • Цзяньу (建武 Jiànwǔ) 317318
  • Дасин (大興 Dàxīng) 318321
  • Юнчан (永昌 Yǒngchǎng) 321322
Мин-ди
明帝 Míngdì
Сыма Шао
司馬紹 Sīmǎ Shào
322325
  • Юнчан (永昌 Yǒngchǎng) 322323
  • Тайнин (太寧 Tàiníng) 323325
Чэн-ди
成帝 Chéngdì
Сыма Янь
司馬衍 Sīmǎ Yǎn
325342
  • Тайнин (太寧 Tàiníng) 325
  • Сяньхэ (咸和 Xiánhé) 326334
  • Сянькан (咸康 Xiánkāng) 335342
Кан-ди
康帝 Kāngdì
Сыма Юэ
司馬岳 Sīmǎ Yuè
342344
  • Цзяньюань (建元 Jiànyuán) 343344
Му-ди
穆帝 Mùdì
Сыма Дань
司馬聃 Sīmǎ Dān
345361
  • Юнхэ (永和 Yǒnghé) 345356
  • Шэнпин (升平 Shēngpíng) 357361
Ай-ди
哀帝 Āidì
Сыма Пи
司馬丕 Sīmǎ Pī
361365
  • Лунхэ (隆和 Lónghé) 362363
  • Синнин (興寧 Xīngníng) 363365
Фэй-ди
海西公 Hǎixīgōng
Сыма И
司馬奕 Sīmǎ Yì
365371
  • Тайхэ (太和 Tàihé) 365371
Цзяньвэнь-ди
簡文帝 Jiǎnwéndì
Сыма Юй
司馬昱 Sīmǎ Yù
371372
  • Сяньань (咸安 Xiánān) 371372
Сяоу-ди
孝武帝 Xiàowǔdì
Сыма Яо
司馬曜 Sīmǎ Yào
372396
  • Нинкан (寧康 Níngkāng) 373375
  • Тайюань (太元 Tàiyuán) 376396
Ань-ди
安帝 Āndì
Сыма Дэцзун
司馬德宗 Sīmǎ Dézōng
396418
  • Лунъань (隆安 Lóngān) 397401
  • Юаньсин (元興 Yuánxīng) 402404
  • Иси (義熙 Yìxī) 405418
Гун-ди
恭帝 Gōngdì
Сыма Дэвэнь
司馬德文 Sīmǎ Déwén
419420
  • Юаньси (元熙 Yuánxī) 419420

Һылтанмалар үҙгәртергә

Алдан килеүсе:
Өс батшалыҡ дәүере
Цзинь династияһы
265—420
Һуңынан килеүсе:
Төньяҡ һәм Көньяҡ династиялар