Хәләл(ғәр. حلال‎) — шәриғәттә рөхсәт ителгән ғәмәлдәр. Тейешенсә (сөннәт), зыянһыҙ (мөбәх) һәм кәрәкмәҫ (мәҡрүһ тәнзиһ) кимәлдәре бар. Мосолман көнитмешендә хәләл тигәнде ғәҙәттә Ислам тыймаған ризыҡтарға ҡарата ҡулланалар. Мәгәр, дөйөм алғанда, көнкүрештең барлыҡ өлкәләренә ҡағыла: ризыҡ, кейем, биҙәүестәр, косметика һәм парфюмерия, шәхси гигиена, ял, күңел асыу, финанс, кеше менән мөнәсәбәттәр, тирә-яҡ мөхит, эш, мөлкәт мәсьәләләре һ.б. Хәләлгә ҡапма-ҡаршы һүҙ — харам.

Ханькоу ҡалаһындағы ит лавкаһында 清真цинджэнь тамғаһы. Ҡытай Республикаһы , 1934—1935 йылдар самаһы.
Ню Цзе урамында хәләл маркет

Хәләл ризыҡ үҙгәртергә

Хәләл ризыҡҡа мөнәсәбәтле, Ҡөрьәндә тыйылған ризыҡтар исемлеге бик аныҡ итеп яҙылған. Быларға үлгән мал ите, сусҡа ите, быуып үлтерелгән һәм башҡа януар иттәре инә (Әл-Мәидә сүрәһенең 3-сө аяты)

  Һеҙгә шулар тыйыла: үләкһә, ҡан, сусҡа ите, Алланың исеменән башҡаның исеме әйтеп салынған, быуып һәм бәреп үлтерелгән, бейектән йығылып төшөп үлгән һәм мал һөҙөп үлтергән хайуан ите,— йола буйынса боғаҙланғандан башҡа,— емтек ашаусы йыртҡыс ите һәм шулай уҡ һын алдында салынған ҡорбан ите һәм уҡ менән бүлеүегеҙ. Былар — боҙоҡлоҡ. Бөгөн иман килтермәгәндәр һеҙҙең динегеҙҙән өмөтһөҙләнде. Уларҙан ҡурҡмағыҙ. Минән ҡурҡығыҙ! Бөгөн Мин һеҙҙең өсөн диңгеҙҙе теүәлләнем һәм Үҙемдең ниғмәтемде тамамланым. Ислам динен һеҙгә дин итеп ҡәнәғәтләндем. Әгәр берәй кеше аслыҡ сәбәпле гонаһҡа ауышмайынса (ашарға) мәжбүр булһа, ул саҡта Алла ярлыҡаусы, шәфҡәтле!


Әл-Мәида 5:3 (Мөхәммәт)
 

Финанс өлкәһендә хәләл үҙгәртергә

Йәнә ҡарағыҙ: Ислам иҡтисады

Финанс өлкәһенә бәйле, хәләл һүҙе түбәндәге төп принциптарҙы һәм сикләүҙәрҙе үҙ эсенә ала:

  • рибаны тыйыу (процент алыр өсөн бурысҡа биреү- ростовщиклыҡ) ;
  • алыш-бирештә табыш алыуҙы ла, юғалтыуҙы ла тигеҙ бүлешеү ;
  • шикле нәмәләргә аҡса һалыуҙы тыйыу;
  • Шәриғәт тарафынан тыйылған нәмәләге (порнография, алкоголь, наркотик һ.б.) эшмәкәрлеккә, етештереүгә аҡса һалыу.

Хәләл финанс мөнәсәбәттәр нигеҙендә уртаҡ бизнес менән шөғөлләнеүселәрҙең табышты ла, юғалтыуҙарҙы ла ғәҙел бүлешеүе, харамлашмай эш алып барыу ята.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә