Хуан Антонио Самаранч

күренекле испан сәйәсмәне һәм эшҡыуары, Халыҡ-ара олимпия комитетының етенсе президенты

Дон Хуа́н Анто́нио Самара́нч-и-Торельо́, 1-се маркиз де Самаранч (исп. Don Juan Antonio Samaranch y Torelló, marqués de Samaranch, 17 июль 1920 йыл — 21 апрель 2010 йыл) — испан сәйәсмәне һәм эшҡыуары, Халыҡ-ара олимпия комитетының (МОК) етенсе президенты (19802001), XX быуатта олимпия хәрәкәтенең мәшһүр эшмәкәрҙәренең береһе тип танылған. Ғүмере буйына МОК-тың почётлы президенты.

Хуан Антонио Самаранч
исп. Juan Antonio Samaranch
Герб
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Испания
Вторая фамилия в испанском имени Torelló[d]
Титул Marquisate of Samaranch[d]
Тыуған көнө 17 июль 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[1][2][3][…]
Тыуған урыны Барселона, Испания[1][4][5][…]
Вафат булған көнө 21 апрель 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[6][1][2][…] (89 йәш)
Вафат булған урыны Барселона, Испания[1]
Үлем сәбәбе йөрәк етешмәүсәнлеге[d]
Ерләнгән урыны Монжуикское кладбище[d]
Атаһы Francesc Samaranch Castro[d]
Әсәһе Joana Torelló Malvehy[d]
Хәләл ефете María Teresa Salisachs[d][7]
Балалары Самаранч, Хуан Антонио[d] һәм María Teresa Samaranch Salisachs[d]
Һөнәр төрө дипломат, сәйәсмән, игрок в хоккей на квадах, эшҡыуар, тренер, журналист, спортивный чиновник
Биләгән вазифаһы президент МОК[d], председатель Собрания провинции Барселона[d], президент Олимпийского комитета Испании[d], посол Испании в СССР[d], посол Испании в Монголии[d], депутат франкистских кортесов[d][4], депутат франкистских кортесов[d][5], депутат франкистских кортесов[d][8], рәйес[d][9][10][11], депутат Собрания провинции Барселона[d] һәм депутат Собрания провинции Барселона[d][12]
Уҡыу йорто Наваррский университет[d]
Немецкая школа Барселоны[d]
Бизнес-школа IESE[d]
Әүҙемлек урыны Мадрид[4][5][8]
Спорт төрө хоккей на квадах[d]
Ойошма ағзаһы Халыҡ-ара олимпия комитеты, Национальный совет Испанской фаланги[d][13], Королевская академия экономических и финансовых наук[d][14], Королевская европейская академия докторов[d] һәм Академия спорта[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Хуан Антонио Самаранч Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Самаранч 1920 йылдың 17 июлендә Испанияның Барселона ҡалаһында бай ғаиләлә тыуа. Бала сағында тәгәрмәсле конькиҙа хоккей уйнау менән мауыға[15]. Испанияла граждандар һуғышы барғанда, 1938 йылда, 18 йәшендә Республика көстәренә санитар итеп саҡырыла. Республиканың сәйәси дошманы булараҡ, тиҙҙән Францияға ҡаса, ләкин тиҙ арала милләтсел Испанияға әйләнеп ҡайта һәм Франко Фалангаһына инә[16]

1939 йылда республика ҡолатылғандан һуң Самаранч Барселонала IESE (IESE Business School) бизнес-мәктәбендә сауҙаға уҡый. «Ла Пренса» гәзитендә бер аҙ спорт буйынса журналист булып эшләп ала, «Барселона» менән уйнап, 11:1 иҫәбе менән еңгән «Реал Мадрид» футбол клубы яҡлылар исеменә тәнҡит һүҙҙәре әйткән өсөн 1943 йылда эшенән ҡыуыла. Бынан һуң ғаиләһенең туҡыусылыҡ бизнесына әйләнеп ҡайта. 1984 йылда Испанияның иң эре la Caixa һаҡлыҡ банкының директорҙар советы ағзаһы була, 1987—1999 йылдарҙа президенты вазифаһын биләй. 1999 йылда отставкаға сыҡҡанынан алып вафатына тиклем уның почетлы президенты булып ҡала.

Самаранч Барселонаның муниципаль хөкүмәтендә эшләй, 1955 йылдан 1962 йылға тиклем унда спорт өсөн яуаплы була. Франко режимының һуңғы ун йылында (1967 йылдан алып 1977 йылда демократияны аяҡҡа баҫтырғанға тиклем) прокурадор — парламенттың түбәнге палатаһы ағзаһы була.

Олимпия хәрәкәте менән бәйле төрлө ваҡиғаларҙа испан делегацияһының етәксеһе була. 1966 йылда диктатор Франсиско Франко тарафынан Испанияның Олимпия комитеты рәйесе вазифаһына тәғәйенләнә. Шул уҡ йылды Самаранч Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаһы ителә.

1967 йылда — физик тәрбиә һәм спорт буйынса милли делегат.

1973 йылдан — Барселонаның Провинциаль советы рәйесе.

1974—1978 йылдарҙа Халыҡ-ара олимпия комитеты вице-президенты вазифаһын биләй.

1977—1980 йылдарҙа — СССР-ҙа һәм Монголияла Испанияның Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе.

Хуан Антонио Самаранч Халыҡ-ара олимпия комитеты президенты итеп 1980 йылғы Мәскәү Олимпиадаһы алдынан һайлана. Ул Мәскәүҙе хуп күргәнен бик йыш белдерә[17].

Олимпия хәрәкәтенә индергән өлөшө өсөн Испания короле 1991 йылда Самаранчҡа маркиз (дон) титулы бирә.

2001 йылдың 16 июленән бар ғүмеренә МОК-тың почётлы президенты итеп һайлана.

2010 йылдың 20 апрелендә Самаранч Барселона госпиталенә киҫкен йөрәк өйәнәге менән килтерелә. 21 апрелдә мәрхүм була[18]. Барселонала Монжуик зыяратында ерләнә.

Халыҡ-ара олимпия комитеты президенты вазифаһында үҙгәртергә

1980 йылда Мәскәүҙәге Олимпия уйындары тамамланғас, Халыҡ-ара олимпия комитетының 6-сы президенты лорд Килланин комитетҡа идара итеү мөҙҙәте тулғанлыҡтан вазифаһынан бушатыла, урың урынына Самаранч һайлана.

Идара итеү осоронда Самаранч олимпия хәрәкәтенең финанс йәһәтенән үҙаллылыҡ алыуына өлгәшә. Сараларға бағыусылар табыуҙы, телевидение аша трансляциялауға договорҙар төҙөүҙе ойоштора, ошо сәбәпле МОК-тың бюджеты һәйбәт тулылана. 1984 йылғы Олимпия уйындарына Советтар Союзы һәм Көнсығыш блок тарафынан бойкот иғлан ителһә лә, Олимпия уйындарында ҡатнашҡан илдәр һаны арта бара, ярыштарҙа ҡатнашҡан спортсыларҙың да әҙерлек кимәле үҫә.

Самаранчтың идараһы 1970-се йылдар кризисында финанс бөлгөнлөгөнә төшөп барған МОК-ҡа ҡотолоу килтерә. Юғиһә 1976 йылда уйындарҙы ойошторған ҡала (Денвер) хатта Олимпиаданы ҡабул итеүҙән баш тартырға мәжбүр була. Ғәҙәттә финанс сығымдарын Олимпиаданы ҡабул иткән илдең Олимпия уйындары комитеты яңғыҙы күтәреп килгән була. Әммә финанс ярҙамы эҙләү һәм ярышҡа профессональ спортсыларҙы индереү Самаранчтың дошмандарына уны Олимпия хәрәкәтенең үтә коммерциялашып китеүендә ғәйепләргә нигеҙ бирә.

Халыҡ-ара олимпия комитетына Самаранч идара иткән саҡта МОК рәйесенә «Ғали йәнәптәре» тип мөрәжәғәт итеү индерелә. Шулай уҡ Самаранчты һәр ваҡыт шофёрлы лимузин йөрөтә, ниндәй ҡалаға барһа ла, ҡунаҡханаларҙың президент номерҙары көтә. Мәҫәлән, Швейцарияның Лозанна ҡалаһында йәшәүе йылына 500 000 АҠШ долларына төшә[19].

Олимпия хәрәкәте тарихына Хуан Антонио Самаранч һүнә башлаған олимпия хәрәкәтен дөрләтеп ебәргән кеше булараҡ инеп ҡала.

«КГБ играет в шахматы» тигән китапта (авторҙары Б. Гулько, В. Корчной, В. Попов, Ю. Фельштинский) раҫланыуынса, Самаранч КГБ-ға агент итеп ылыҡтырылған һәм СССР-ға һәр яҡлап булышлыҡ иткән. Ылыҡтырғанда Самаранчҡа СССР һәм башҡа социалистик илдәрҙең тауыштары менән МОК президенты вазифаһы вәғәҙә ителгән булған.

Бүләктәре үҙгәртергә

Испаниянан үҙгәртергә

  • Карлос III орденының Ҙур тәреһе кавалеры[20]
  • Изабелла Католическая ордены сынйыры (исп. Collar de la Orden de Isabel la Católica) (31 март 2000 йыл)[21][22]
  • башҡа испан граждан ордендары
  • «Туризм өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (исп. Medalla al Mérito Turístico; 6 октябрь 2006 йыл)[23]

Башҡа дәүләттәрҙән үҙгәртергә

Ғаиләһе үҙгәртергә

1955 йылдың 1 декабрендә Мария Тереза Сализаксҡа (26 декабрь 1931 йыл — 16 сентябрь 2000 йыл) өйләнә. Ике балалары була. Улдары — Хуан Антонио (МОК ағзаһы). Ҡыҙҙары — Мария Тереза.

Хәтер үҙгәртергә

Сараеволағы Олимпия спорт һарайына[39] һәм Мәскәүҙәге Теннис үҙәгенә Самаранч исеме бирелгән.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Deutsche Nationalbibliothek Record #119231808 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 2,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. Juan Antonio Samaranch // SNAC (ингл.) — 2010.
  4. 4,0 4,1 4,2 http://www.congreso.es/portal/page/portal/Congreso/Congreso/Iniciativas?_piref73_2148295_73_1335437_1335437.next_page=/wc/servidorCGI&CMD=VERLST&BASE=DIPH&FMT=DIPHXD1S.fmt&DOCS=1-1&DOCORDER=FIFO&OPDEF=Y&NUM1=&DES1=&QUERY=%28104050%29.NDIP.
  5. 5,0 5,1 5,2 http://www.congreso.es/portal/page/portal/Congreso/Congreso/Iniciativas?_piref73_2148295_73_1335437_1335437.next_page=/wc/servidorCGI&CMD=VERLST&BASE=DIPH&FMT=DIPHXD1S.fmt&DOCS=2-2&DOCORDER=FIFO&OPDEF=Y&NUM1=&DES1=&QUERY=%28104050%29.NDIP.
  6. http://www.nytimes.com/2010/04/22/sports/22samaranch.html
  7. https://www.elmundo.es/elmundo/2000/09/16/sociedad/969126109.html
  8. 8,0 8,1 http://www.congreso.es/portal/page/portal/Congreso/Congreso/Iniciativas?_piref73_2148295_73_1335437_1335437.next_page=/wc/servidorCGI&CMD=VERLST&BASE=DIPH&FMT=DIPHXD1S.fmt&DOCS=5-5&DOCORDER=FIFO&OPDEF=Y&NUM1=&DES1=&QUERY=%28104050%29.NDIP.
  9. Los Sitios de Gerona (исп.) — 1943.
  10. Avui (кат.)Barcelona: Hermes Comunicacions, 1976. — ISSN 2340-2016
  11. Avui (кат.)Barcelona: Hermes Comunicacions, 1976. — ISSN 2340-2016
  12. https://www.diba.cat/documents/94831/366392651/1973_baixa.pdf/0c32316b-e0d2-0d36-4dce-8484c3a5d175?t=1648208084274
  13. http://linz.march.es/Documento.asp?Reg=r-75397
  14. https://racef.es/es/academicos/de-honor/excmo-sr-d-juan-antonio-samaranch-torello
  15. IAAF mourns the passing of Juan Antonio Samaranch IAAF.org. 21 April 2010.
  16. "«La larga carrera de un hombre polifacético»", El País, 21 April 2010, <http://www.elpais.com/articulo/deportes/larga/carrera/hombre/polifacetico/elpepudep/20100421elpepudep_9/Tes> (исп.)(исп.)
  17. Хуан Антонио Самаранч: Друг СССР и бизнесмен
  18. Скончался Хуан Антонио Самаранч 2010 йыл 23 апрель архивланған.
  19. SI Flashback: Breaking Point 2007 йыл 10 март архивланған. (инг.)(инг.).
  20. Хуан Антонио Самаранч. Зевс-олимпиец(недоступная ссылка)
  21. Real Decreto 439/2000, de 31 de marzo, por el que se concede el Collar de la Orden de Isabel la Católica a don Juan Antonio Samaranch Torelló (исп.)(исп.)
  22. Juan Antonio Samaranch 2007 йыл 27 сентябрь архивланған. (исп.)(исп.)
  23. Real Decreto 1175/2006, de 6 de octubre, por el que se concede la Medalla al Mérito Turístico, por extraordinarios servicios prestados al turismo, a don Juan Antonio Samaranch Torelló. (исп.)(исп.)
  24. Grande Ufficiale Ordine al Merito della Repubblica Italiana Sig. Juan Antonio Samaranch (итал.)
  25. Cavaliere di Gran Croce Ordine al Merito della Repubblica Italiana Juan Antonio Samaranch (итал.)
  26. Narodne novine: Odluka o dodjeli Ordena kralja Tomislava gospodinu Juanu Antoniju Samaranchu, predsjedniku Međunarodnoga olimpijskog odbora (хорв.)(хорв.)
  27. Указ Президента Российской Федерации от 14 июля 1994 года № 1496 «О награждении орденом Дружбы народов президента Международного олимпийского комитета Хуана Антонио Самаранча»
  28. Национальная информационная сеть «Спортивная Россия» 2007 йыл 26 сентябрь архивланған.
  29. И. Каримов. Речь на открытии музея Олимпийской славы(недоступная ссылка)
  30. Указ от 4 апреля 1997 года № 1268
  31. Филарама // Филателия. — 2002. — № 12. — С. 44.
  32. Указ Президента Республики Молдова от 14 мая 1999 года № 1005 «О награждении господина Хуана Антонио Самаранча орденом „Ordinul Republicii“»(недоступная ссылка)
  33. Указ Президента Кыргызской Республики от 8 ноября 1999 года УП № 284 «О награждении орденом „Манас“ III степени Самаранча Х. А.»(недоступная ссылка)
  34. Указ Президента Российской Федерации от 25 июня 2001 года № 766 «О награждении орденом Почёта Самаранча Х. А.»(недоступная ссылка)
  35. Президент России наградил президента Международного олимпийског комитета Хуана Антонио Самаранча орденом Почёта 2007 йыл 28 сентябрь архивланған.
  36. Шеварднадзе наградил Самаранча «Золотым Руном»
  37. У нас гостил Самаранч
  38. Указ Президента Украины от 21 мая 2005 года № 829/2005 «О награждении орденом князя Ярослава Мудрого членов Международного олимпийского комитета»
  39. Na današnji dan otvorena Zetra. (босн.)(босн.)

Һылтанмалар үҙгәртергә