Хоҙайбирҙина Тамара Шәһит ҡыҙы

Тәүге башҡорт балериналарының береһе

Хоҙайбирҙина Тамара Шәһит ҡыҙы (10 август 1923 йыл27 апрель 1998 йыл) — балет артисы. РСФСР-ҙың (1955) һәм БАССР-ҙың (1953) атҡаҙанған артисы. Профессиональ башҡорт балериналарының тәүгеләренең береһе [1].

Хоҙайбирҙина Тамара Шәһит ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 10 август 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 27 апрель 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (74 йәш)
Һөнәр төрө балет артисы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Өфө ҡалаһында Башҡортостандың партия һәм дәүләт эшмәкәре, журналист һәм яҙыусы Хоҙайбирҙин Шәһит Әхмәт улы ғаиләһендә тыуған.

1941 йылда Ленинград хореография училищеһын педагогы М.Ф.Романова класында тамамлай.

1964 йылға тиклем Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында балет солисы, бер үк ваҡытта 1960—71 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында, 1968 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта.

Ижады үҙгәртергә

Ижадына юғары башҡарыу техникаһы, музыкаллек хас булған.

Уның ролдәре араһында Сванильда (“Коппелия”; дебют, 1941), Одетта — Одиллия (“Аҡҡош күле” — “Лебединое озеро”, П.И.Чайковский), Лауренсия (А.А.Крейндың ш. уҡ исемле балеты), Эсмеральда (Ч.Пуньиҙың шул уҡ исемле балеты), Зарифа (“Тау риүәйәте” — “Горная быль”, А.С.Ключарёв) һәм башҡалар. Иң яҡшы партияларының береһе — Зарема (“Баҡсаһарай фонтаны” — “Бахчисарайский фонтан”, Б.В.Асафьев).

Репертуарында донъя халыҡтары бейеүҙәре, шул иҫәптән “Мөғлифә”, “Бүләк”, “Һыу буйында осрашыу” башҡорт бейеүҙәре һәм башҡалар бар.

Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашҡан (1955). “Сыңрау торна” (“Журавлиная песнь”; Свердловск к/ст, 1959) фильм-балетында төшкән. Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале лауреаты (Бухарест, 1953).

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Г а л и н а Г.С. Тамара Худайбердина. Уфа, 1996.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә