Хисамова Тәнзилә Динислам ҡыҙы

Хисамова Тәнзилә Динислам ҡыҙы (4 апрель 1945 йыл) — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2021) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1999).

Хисамова Тәнзилә Динислам ҡыҙы
Тыуған ваҡыты:

4 апрель 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (79 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Хажы ауылы

Һөнәре:

артист

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

1966 йылдан

Театр:

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры

Наградалары:
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы
(2021);
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы
(1999)

Биографияһы үҙгәртергә

Тәнзилә Динислам ҡыҙы Хисамова 1945 йылдың 4 апрелендә Башҡорт АССР-ы Маҡар (хәҙерге Ишембай) районының Хажы ауылында тыуған[1].

Хисамовтар ғаиләһе һуғыштан һуңғы күп ғаиләләр кеүек бик ауырлыҡ менән көн итә. Кесе йәштән Тәнзилә өләсәһенә йорт эштәрендә ярҙамлаша, бәлкәй ҡустыларын ҡараша. Һуңыраҡ ғаилә Байғужа ауылына, әсәләренең туғандары янына , бер аҙҙан Ишембай ҡалаһына күсенә[2].

Тәнзилә Ишембай ҡалаһындағы 3-сө һанлы мәктәптә ( хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты) уҡый. Спорт менән шөғөлләнә, баскетбол уйнарға ярата. Сәрүәр Сайранова алып барған драма түңәрәгенә йөрөй башлай[3]. Тәнзилә Хисамова өсөн был түңәрәк тәүге ижад баҫҡысы була, ябай ауыл ҡыҙына үҙ көсөнә ышаныс уятҡан өсөн түңәрәк етәксеһен актриса ғүмер буйы рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә ала. Мәктәпте Ғабдрахман Ғәбит улы Хисмәтуллин етәкләгән дәүергә, мәктәптә тормош ҡайнап торған осорға тура килә уның уҡыу йылдары.

Ошо йылдарҙа Тәнзилә ысын театрҙы күрә. Ишембайҙа Башҡорт дәүләт драма театры артистары «Ҡара сәскәләр» спектаклен ҡуя. Ҡыҙ Ишмулла Дилмөхәмәтов, Роза Кәримова, Дариға Фәйзуллина кеүек артистарҙың уйнауына һоҡлана.Спектаклдән һуң Тәнзилә Хисамова актриса булырға ҡарар итә һәм Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инеү тураһында уйлай башлай

Мәктәпте тамамлағас, ул Өфө дәүләт сәнғәт училищеһының театр бүлегенә уҡырға инә, Илшат Йомағолов курсында уҡый башлай. Илшат Йомағолов, Зәйтүнә Бикбулатова, Тамара Хоҙайбирҙина буласаҡ артистарға сәхнәлә үҙ-үҙҙәрен тотоу, хәрәкәт итеү, бейеү, дөрөҫ һөйләү серҙәрен төшөндәрә. Уның курсташтары араһында Фидан Ғафаров та була, һуңыраҡ театрҙа уларға бер сәхнәлә бихисап ролдәр башҡарырға тура килә.

1966 йылда Тәнзилә Хисамова Өфө сәнғәт училищеһын уңышлы тамамлай. 1966—1980 йылдарҙа һәм 1990 йылдан алып Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй. Амплуаһы — ауыр яҙмышлы драматик ҡатын-ҡыҙ. Шиғырҙар яҙа.

Театрға ул бөтә ғүмерен бағышлай, тик 1990- сы йылдарҙа ғына бер аҙ ҡыҙына ярҙам итер өсөн Владивостокта йәшәп ала .

Театрҙа Тәнзилә үҙен бик булдыҡлы, эшлекле, уңған артистка итеп таныта. Артистка бик тиҙ шуны аңлай- донъянан, тамашасы талаптарынан артта ҡалмаҫ өсөн үҙ- үҙең өҫтөндә даими эшләргә кәрәк. Уның аңлауынса уңыш ул- тик актёрҙың эш һөҙөмтәһе генә түгел, уға тәбиғәттән бирелгән һәләтте туҡтауһыҙ үҫтереү, бик күп тырышлыҡ һалыу аша ғына өлгәшеп була.

Театрҙағы тәүге йылдарҙа уға режиссёр Шәүрә Муса ҡыҙы Мортазина бик ныҡ ярҙам итә. Театрҙың ул саҡтағы баш режиссёры Вәлиәхмәт Ғәлимов та буласаҡ театр йондоҙона бик күп иғтибар бүлә.

Тәүге ролдәренән башлап, Тәнзилә ханым образдар өҫтөндә бик ентекләп эшләй, уларҙың эске кисерештәрен аңлап, улар менән булған драманы асырға тырыша. Андрея Макаёнок пьесаһы буйынса ҡуйылған «Трибунал» спектаклендә Надя роле уның иң тәүге әһәмиәтле ролдәренән була, ул тамашасылар һәм тәнҡитселәрҙән бик яҡшы баһа ала. Үҙенең иң яратҡан роле тип актриса Илшат Йомағоловтың «Нәркәс» трагедияһындағы Зөмрәт ролен атай.

Театрҙа эшләгән дәүерҙә Тәнзилә Хисамова йөҙҙән ашыу роль башҡарған. Улар араһында Н. Лесковтың «Тупейный художник» хикәйәһе буйынса Александр Ульянинскийҙың «Крепостнойҙар» спектаклендә Люба, Ҡадир Даяндың «Таңсулпан» драмаһында Таңсулпан , Әнғәм Атнабаевтың «Шоңҡар»ында Сәлимә һәм башҡа бик күп ролдәр бар.

Бер аҙ актёр һәм тормош тәжрибәһе туплағас, актриса еңел булмаған яҙмышлы ҡатын- ҡыҙҙар образдарын тыуҙыра , улар ябай булмаған социаль һәм әхләҡи конфликт уртаһында ҡала: Сәғәҙәт («Һалдат улы» Әсҡәт Мирзаһитов), Венера («Аҡ сирень» Нәжип Асанбаев), Фәрхиназ («Допрос» Хәкимйән Зарипов) һәм башҡалар. Һуңыраҡ актриса репертуарына яңы йүнәлештәге ролдәр өҫтәлә- Хәбибулла Ибраһимов, Наил Ғәйетбаев, Флорид Буляков һәм башҡа драматургтар әҫәрҙәрен сәхнәләшәтергәндә киҫкен характёрлы һәм комедияларҙағы ролдәр ҙә бирә башлайҙар.

Тәнзилә Хисамованың һуңғы йылдарҙағы уңышлы эше тип Хәлисә Мөҙәрисованың «Бәхет хаҡы» мелодрамаһында Әсә образы, Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» драаһында ырыу инәләренең береһе, Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» повесы буйынса ҡуйылған драмала Ғилми, Сыңғыҙ Айтматовтың «Аҡ пароход» повесы буйынса спектаклдә Әбей. Актриса бер ҡасан да төп ролдәрҙе һорамай, тик икенсе пландағы ролдәрҙе лә юғары профессиональ кимәлдә башҡарып, төп роль дәрәжәһенә күтәрә.

Тәнзилә Хисамова кинофильмдарҙа ла бер нисә роль уйнай. 2000 һәм 2001 йылдарҙа «Башҡортостан» дәүләт радио һәм телекомпанияһының «Миҙал» һәм «Ай ҡыҙы» фильмдарында уйнаны. «Миҙал» фильмындағы тормошсан, күңелгә үтеп инерлек итеп башҡарылған һуғыш ветераны ҡатыны роле тамашасыларҙың һөйөүен яуланы.

Һуңғы йылдарҙа ул шиғырҙар яҙа, шиғырҙар аша ул үҙ уй-хистәрен асып бирә . «Шоңкар» журналының ике номерында уның бер шәлкем лирик шиғырҙары донъя күрҙе.

2021 йылдың апрелендә сәхнә оҫтаһына «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде[4].

Спектаклдәрҙә башҡарған ролдәре үҙгәртергә

Сәлимә («Әбейҙәргә ни етмәй» — «Выходили бабки замуж», Флорид Бүләков), Нәркәс («Нәркәс» трагедияһы, Йомағолов Илшат Хәлил улы), Люба («Өлөшһөҙҙәр» — «Крепостные», А. В. Ульянинский Н. С. Лесковтың «Иҫәрләнгән рәссам» хикәйәһе буйынса), Таңсулпан (Ҡадир Даяндың шул уҡ исемле драмаһы), Сәлимә («Шоңҡар» — «Шункар», Әнғәм Аҙнабаев), Сәғәҙәт («Һалдат улы» — «Сын солдата», А. М. Мирзаһитов; дебют, 1966), Венера («Аҡ сирендәр» — «Белая сирень», Нәжиб Асанбаев), Фәрхиназ («Яуап көнө» — «Допрос», Х. С. Зарипов) , Надя («Трибунал», Макаёнок Андрей Егорович, Сәмиға («Еҙнәкәй» — «Зятёк», Ибраһимов Хәбибулла Кәлимулла улы), Балбикә («Аты барҙың — дәрте бар» — «Любви все возрасты покорны», Наил Ғәйетбай), Сәрби («Башмағым»).

Фильмдәрҙә башҡарған ролдәре үҙгәртергә

«Миҙал» («Медаль», 2000), «Ай ҡыҙы» («Дочь Луны», 2001, 2002; ГТРК «Башҡортостан (кинокомпанияһы»)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2021)
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1999)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1994)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә