Хильда Циммерман

Австрия сәйәси активисткаһы

Хильда Циммерман (нем. Hilde Zimmermann, ҡыҙ фамилияһы Wundsam; 12 сентябрь 1920 йыл25 март 2002 йыл) — Австрия сәйәси активисткаһы, нацизмға ҡаршы көрәшсе[1]

Хильда Циммерман
нем. Hilde Zimmermann
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Австрия
 Өсөнсө рейх
Тыуған ваҡыттағы исеме нем. Hilde Wundsam
Тыуған көнө 12 сентябрь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Вена, Беренсе Австрия Республикаһы
Вафат булған көнө 25 март 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Вена, Австрия
Место содержания под стражей Равенсбрюк[d]
Һөнәр төрө боец сопротивления
 Хильда Циммерман Викимилектә

Австрия Ҡаршылығы ҡатнашыусыһы, Равенсбрюк концлагерында һәм Үлем маршында тотҡонлоҡта була.

Биографияһы үҙгәртергә

Хильда Циммерман 1920 йылдың 12 сентябрендә Вена ҡалаһында тыуған. Уның ата-әсәһе әүҙем социал-демократтар була: әсәһе Анна Вудсам (Anna Wundsam) Австрия социал-демократик партияһының мәғариф секцияһында эшләй, атаһы тимер юлында эшләй һәм шулай уҡ инанған социал-демократ була.

Дүрт йәшендә Хильда ҡустыһы Отмар (1922 йылғы) һәм ата-әсәһе менән Кагран ҡасабаһына күсә. Башта ул үҙ ғаиләһе менән йәшәй, һуңғараҡ уны өләсәһе һәм ҡартатаһы тәрбиәләй. 1934 йылда ата-әсәһе эшһеҙ ҡалалар һәм Австриялағы граждандар һуғышында ҡатнашалар. Тиҙҙән улар ҡулға алына: әсәһе төрмәгә ике айға ултыртыла, ә атаһы алты айға Веллерсдорф лагерына ебәрелә. 14 йәшлек Хильда һәм 12 йәшлек ҡустыһы яңғыҙ ҡалалар, әммә уларҙы халыҡ-ара ярҙам итеү йәмғиәте тәьмин итә. 1935 йылда тәүге тапҡыр ҡулға алына, әммә тиҙҙән азат ителә.

1936 йылда ата-әсәһе айырылыша. Был ваҡытта ҡыҙ йыйыштырыусы булып эшләй һәм йорт эштәре буйынса курс үтә. Һуңынан Венгрияла тәрбиәсе булып урынлаша һәм 1938 йылда ғына Австрияға әйләнеп ҡайта, унда ул әсәһе менән Кагранда йәшәй. 1939 йылда, тентеү ваҡытында полиция коммунистик листовкаһын тапҡандан һуң, Хильда һәм уның ҡустыһы ҡулға алыналар. Ҡустыһы яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала һәм туғыҙ ай дауамында төрмәлә тотола. Хильда бер аҙнанан һуң азат ителә.1941 йылда ул Вена ҡатын-ҡыҙҙар академияһында скульптура буйынса уҡый башлай һәм унда үҙенең 1944 йылдың мартында ҡулға алыныуына тиклем уҡый.

Икенсе донъя һуғышы башланғас, уның ҡустыһы хеҙмәткә алына. Хильда 1943 йылда Ҡаршылыҡ подпольщиктары менән таныша. 1944 йылда СССР-ҙан халыҡ араһында нацистарға ҡаршы хәрәкәтте киңәйтеү өсөн ебәрелгән Рәсәй десантниктары менән хеҙмәттәшлек итә. Фашистар тарафынан ҡулға алына һәм үҙенең әхирәттәре менән бергә Равенсбрюк концентрацион лагерына ебәрелә. Уның Отмар ҡустыһы ла һуғыштан отпускыға ҡайтҡан саҡта ҡулға алына һәм Бухенвальд концлагерына оҙатыла. Һуғыш аҙағында, лагерҙы эвакуациялаған саҡта, Хильда Циммерман ҡаса, был ваҡытта Равенсбрюк Ҡыҙыл Армия тарафынан азат ителгән була. Һуңғараҡ, тиф менән ауырып һауыҡҡандан һуң, 1945 йылдың июлендә Берлин аша Венаға әйләнеп ҡайта.

Австрияла ул бер ни тиклем ваҡыт тотҡонлоҡтан иҫән ҡайтҡан ҡустыһы менән йәшәй, башҡа концлагерь тотҡондары менән бәйләнештәрҙе өҙмәй, Австрия коммунистар партияһының йәштәр ойошмаһы эшендә (Kommunistische Jugend Österreichs) ҡатнаша. Шулай уҡ ул партия гәзите эшендә ҡатнаша һәм Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале делегаты була, шулай уҡ ул Вена концлагерҙар тотҡондары союзы (KZ-Verband) ағзаһыһәм Австрия лагерҙар берләшмәһе (Österreichischen Lagergemeinschaft Ravensbrück, ÖLGR) ойоштороусыларының береһе була һәм шунда ғүмеренең аҙағынаса эшләй. 1968 йылғы Чехословакиялағы ваҡиғаларҙан һуң Хильда Циммерман Австрия компартияһынан ситләшә.

2002 йылдың 25 мартында Венала вафат була. Stammersdorfer Zentralfriedhof Үҙәк ҡала зыяратында ерләнгән.

Ғаиләһе үҙгәртергә

Һуғыш ваҡытында уҡ Австрия подпольщигы Гарри Циммерман (Harry Zimmermann) менән таныша. Кейәүгә 1950 -се йылдарҙа, Вена һынлы сәнғәт академияһын тамамлағандан һуң, сыға (1944 йылда уҡый башлаған була). Хильда скульптор була. Уларҙың өс балалары тыуа: ике ул һәм бер ҡыҙ.

Уның Отмар ҡустыһы һуғыштан һуң рәссам булып китә[2]

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Helga Amesberger, Kerstin Lercher. Lebendiges Gedächtnis. Die Geschichte der österreichischen Lagergemeinschaft Ravensbrück. Mandelbaum-Verlag, Wien 2008, ISBN 978-3-85476-254-6.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә