Хессельгрен Керстин

Швеция сәйәсмәне

Хессельгрен Керстин (4 ғинуар 1872 йыл, Торсакер, Гестриклинд — 19 август 1962 йыл, Стокгольм) — Швеция риксдагында тәүге ҡатын-ҡыҙ депутат (1922). Либералдар тәҡдиме һәм социал-демократтар ярҙамы менән һайланған.

Хессельгрен Керстин
швед. Kerstin Hesselgren[1]
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Швеция
Исем Hesselgren i Stockholm[3]
Тыуған көнө 4 ғинуар 1872({{padleft:1872|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[4][5][6][…]
Тыуған урыны Хуфорс[d], Евлеборг[d], Швеция[4][7][5][…]
Вафат булған көнө 19 август 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[4][6][2][…] (90 йәш)
Вафат булған урыны Кунгсхольм[d], Швеция[4][6][2][…]
Атаһы Category:Gustaf Alfred Hesselgren[d]
Әһәмиәтле кеше Элин Вагнер[8], Нелли Тюринг[d][9], Maria Aspman[d][10], Ада Нильссон[d][11], Алва Мөйүдал[12], Wilhelmina Natalia Palmaer[d][13], Элизабет Тамм[d][14] һәм Elin Sundberg[d][15]
Һөнәр төрө сәйәсмән, фабричный инспектор, labour inspector
Эшмәкәрлек төрө women's suffrage in Sweden[d][1]
Биләгән вазифаһы член Первой палаты риксдага[d][4][6][16][…], член Второй палаты риксдага[d][6][3] һәм член Первой палаты риксдага[d][3]
Әүҙемлек урыны Стокгольм[16]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Объединённая либеральная партия[d][6][3], независимый политик[d][3], независимый политик[d][3] һәм Народная партия[d][3]
Архивы хранятся в KvinnSam[d][17]
Ойошма ағзаһы Fogelstadsgruppen[d][6], Альянс левых женщин Швеции[d][6] һәм Двенадцать[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Вики-проект Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d]
 Хессельгрен Керстин Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Керстин Хессельгрен Торсакерҙа (Гестриклинд) табип Густав Альфред Хессельгрен һәм Мария Маргарет Уорн ғаиләһендә тыуған. Бер тапҡыр ҙа кейәүҙә булмаған.

Башта уны өйҙә гувернантка уҡытҡан, һуңыраҡ Швейцарияла уҡый. 1895 йылда ул Упсала ҡалаһында фельшерҙар курсын, 1896 йылда Стокгольмда уҡытыусылар мәктәбен тамамлай; 1905 йылда Бедфорд колледжында санитария инспекторы таныҡлығы ала.

1912—1934 йылдарҙа Керстин Хессельгрен Стокгольмда санитария инспекторы һәм мәктәп ашханаһы инспекторы (1909-1934) булып эшләй. Башта Хессельгрен табип булырға теләй, был профессия менән шөғөлләнер өсөн ныҡлы һаулыҡ кәрәк икәнен аңлап, икенсе һөнәр һайлай. Черстин санитар инспектор булырға ҡарар итә, шулай итеп ул баш ҡалала кешеләрҙең йәшәү шарттарын, һаулығын яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индерә ала. Ул ваҡытта эшселәрҙең йәшәү шарттары бик насар була, Хессельгрен уларҙы яҡшыртыуға өлгәшә, шул сәбәпле уны сәйәси даирәләрҙә лә хөрмәт итә башлайҙар.

1906—1913 йылдарҙа Черстин Швеция мәктәп уҡытыусылары йәмғиәте рәйесе була. 1913—1934 йылдарҙа ул эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар менән идара итеү директоры була. 1906 йылдан башлап, Швеция йәмғиәте һәм дәүләте өсөн бик күп мөһим эш башҡара.

Сәйәси эшмәкәрлеге үҙгәртергә

1918 йылда Хессельгрен Иллис Кворумын ала, 1921 йылда тәүге биш ҡатын-ҡыҙ Швеция риксдагына (парламентына) һайлана. Нелли Тюринг, (социал-демократ), Агда Остлунд (социал-демократ) Элизабет Тамм (либерал), Берта Велин (консерватор) түбәнге палатаға һайлана. Хессельгрен парламенттың Юғары палатаһында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ була. 1922—1923 йылдарҙа ул үҙен либералдар партияһынан, 1923—1937, 1937—1944 йылдарҙа бойондороҡһоҙ депутат тип белдерә.

1939—1944 йылдарҙа ул парламенттың икенсе закондар сығарыу комитеты рәйесе урынбаҫары була.

Керстин Хессельгрен, риксдагтың юғары палатаһында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ булғанлыҡтан, үҙен бөтә Швеция ҡfтын-ҡыҙҙарының вәкиле тип иҫәпләй. Хессельгрен гендер (енестәр хоҡуғы) һәм социаль мәсьәләләр менән әүҙем шөғөлләнә: ул ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бөтә сәйәси өлкәләрҙә лә юл асылыуы, ҡатын-ҡыҙҙар эш хаҡын ирҙәрҙеке менән тигеҙләү, енси тәрбиәне законлаштырыу, тыуымды контролдә тотоу, аборттар өсөн язаны кәметеү өҫтөндә эшләй. Был эшмәкәрлеге уға илдә киң билдәлелек килтерә һәм был мәсьәләләргә Швецияла күп иғтибар бүленә башлай. Был идеяларҙың күбеһе остазы Эмилия Бруме тәьҫирендә үҫешә.

Хессельгрен Стокгольмда 90 йәштә вафат була. Гетеборг университеты Керстин Хессельгрен хөрмәтенә ситтән килеп эшләүсе профессор урыны (Visiting Professorship) булдырған. Ул күренекле социаль һәм гумантар фәндәр өлкәһендә эшләүсе ҡатын-ҡыҙ тикшеренеүселәргә бирелә[18].

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 http://www2.ub.gu.se/kvinndata/portaler/rostratt/pdf/rostrattsfragan.pdf
  2. 2,0 2,1 2,2 Hesselgren, Kerstin // Sveriges dödbok 1860–2017 (швед.) — 7 — Sveriges Släktforskarförbund, 2018.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 Hesselgren i Stockholm, Kerstin // https://portrattarkiv.se/advancedsearch;facts=PortraitCatalog:Tv%C3%A5kammar-riksdagen%201867- — 1985. — Т. 1. — Б. 107.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Kerstin Hesselgren (швед.) — 1917.
  5. 5,0 5,1 Torsåkers kyrkoarkiv, Gävleborgs län, Födelse- och dopböcker, SE/HLA/1010208/C/8 (1862-1874), bildid: A0014819_00179
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 6,6 6,7 Kerstin Hesselgren 1872-01-04 — 1962-08-19 Yrkesinspektör, feminist, riksdagsledamot
  7. Hesselgren, Kerstin, f. 1872 i Torsåker Gävleborgs län, Skolköksinspektris // перепись населения Швеции 1910 года (швед.)Riksarkivet.
  8. Elin Mathilda Elisabeth Wägner
  9. Nelly Maria Thüring
  10. Maria Elisabeth Aspman
  11. Ada Konstantia Nilsson 1872-09-21 — 1964-05-23
  12. Alva Myrdal 1902-01-31 — 1986-02-01
  13. Wilhelmina Natalia Frölander 1858-07-29 — 1951-12-29 Filantrop, folkbildare
  14. Elisabeth Tamm 1880-06-30 — 1958-09-23 Godsägare, rösträttskvinna, riksdagsledamot
  15. Elin Magdalena Sundberg 1880-08-30 — 1965-12-13 Nykterhetsaktivist, rösträttskvinna, lärare
  16. 16,0 16,1 Kerstin Hesselgren (V) // Sveriges riksdag 1924 : porträttalbum (швед.) — 1925. — Б. 40. — 147 с.
  17. Kerstin Hesselgrens samling
  18. Lundberg, Frida (11 February 2010). «Brittisk genusforskare på Kerstin Hesselgrenprofessuren»(недоступная ссылка). Nationella sekretariatet för genusforskning, Göteborgs universitet. Retrieved 28 May 2015