Хеопс Пирамидаһы (ғәр. هرم هيوس) (Хуфу), Гизаның Бөйөк пирамидаһы — Мысыр пирамидаларының иң ҙуры, Боронғо Мысырҙың архитектура сәнғәте ҡомартҡыһы; беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған «Донъяның ете мөғжизәһе»нең берҙән-бере һәм уларҙың иң боронғоһо: уның йәше яҡынса 4500 йыл тип билдәләнә.

Хеопс пирамидаһы
Нигеҙләү датаһы б. э. т. 2560[1]
Рәсем
Изображение интерьера
Дәүләт  Мысыр[2]
Административ-территориаль берәмек Эль-Гиза[d][2]
Урын Эль-Гиза[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Гиза некрополе
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 95 метр
Ил Боронғо Мысыр
Әҫәр заказсыһы Хеопс
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән эзбизташ һәм гранит[d]
Коллекцияләре Хеопс пирамидаһы
Архитектор Хемиун[d]
Архитектура стиле Архитектура Древнего Египта[d]
Бейеклеге/буйы 137,5 метр[1]
Майҙан 53 061,12 квадрат метр
Күләме 2 583 283 м³
Вид в ночное время
Схематичная иллюстрация
Изображение входа
360 градус күренеше giza.mused.org/en/guided…
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of the Great Pyramid[d]
Карта
 Хеопс пирамидаһы Викимилектә

Гиза платоһында Мысырҙың баш ҡалаһы ситендә һәм Нил дельтаһында урынлашҡан; платоның Боронғо батшалыҡтың өс фараоны — төҙөлөшкә заказ биреүселәр тип күҙалланған Хеопс, Хефрен (Хафра) һәм Микерин (Менкаура) — исемен йөрөткән ҙур пирамидаларының иң төньяҡтағыһы. Был пирамидалар Мемфис (Боронғо батшалыҡтың баш ҡалаһы) һәм Гелиополь ҡалаһы ситендә, Ҡаһирәгә нигеҙ һалынғанға тиклем мең йыл элек төҙөлә[3]. Өс мең йылдан ашыу ваҡыт дауамында (Англияла Линкольн соборы төҙөлгәнгә тиклем, 1300 йылдар тирәһе) Бөйөк пирамида Ерҙә иң бейек төҙөлөш булып тора. 1979 йылдан, «Мемфис һәм уның некрополдәре — Гизанан Дахшурға тиклем пирамидалар районы» пирамидалар комплексының башҡа пирамидалары кеүек үк ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы булып тора.

Пирамидаларҙың йәше үҙгәртергә

Бөйөк пирамиданың архитекторы тип Хемиун — вәзир һәм Хеопстың туғаны һанала. Шулай уҡ ул «фирғәүендең барлыҡ төҙөлөштәре идарасыһы» титулын йөрөтә. Егерме йыл барған (Хеопс идара иткән осор) төҙөлөш беҙҙең эраға тиклем 2540 йылдар самаһы элек тамамланған, тип күҙаллана[4].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Guinness World Records 2019 (ингл.)Guinness World Records Limited, 2018. — P. 160. — 256 p. — ISBN 978-1-912286-46-1
  2. 2,0 2,1 archINFORM (нем.) — 1994.
  3. Каир был основан во время фатимидского завоевания (969 год).
  4. Атлас чудес света: выдающиеся архитектурные сооружения всех времен и народов и памятники: Перевод / Авт. текста Р. Бартон и др. — М.: БММ АО, 1995. ISBN 5-88353-003-6

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Замаровский В. Их величества пирамиды / Пер. со словацкого О. И. Малевича. Послесл. Н. С. Петровского. — М.: Главная редакция восточной литературы издательства «Наука», 1981. — 447 с. — (По следам исчезнувших культур Востока).
  • Ионина Н. А. 100 великих чудес света. — М., 1999.

Һылтанмалар үҙгәртергә