Хажи Шәмс әд-Дин Мөхәммәт Хафиз Ширази (фарс. خواجه شمس‌الدین محمد حافظ شیرازی, ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Шәмсиддин Мөхәммәт Хафиз Ширази тип иҫкә алына[1]) (яҡынса 1325—1389/1390) — танылған фарсы шағиры һәм суфыйсылыҡ тарафдары, донъялағы бөйөк лириктарҙың береһе.

Хафиз Ширази
خواجه شمس‌الدین محمد حافظ شیرازی
Исеме:

Мөхәммәт

Псевдонимдары:

Хафиз

Тыуған көнө:

1326({{padleft:1326|4|0}})

Тыуған урыны:

Шираз, Иран

Вафат булған көнө:

1390({{padleft:1390|4|0}})

Вафат булған урыны:

Шираз, Иран

Эшмәкәрлеге:

Шағир

Йүнәлеше:

лирика

Жанр:

ғәзәл

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

фарсы

Ширазда Хафиз төрбәһе

Төплө дәлилдәр менән уның тормошо тураһында мәғлүмәт бик аҙ, әммә легендалар күп. Берҙән бер автографында ул үҙен «Мөхәммәт ибн Мөхәммәт ибн Мөхәммәт, ә ҡушаматым Шәмс әл-Хафиз әш-Ширази» тип атаған.[2].

Уның шиғырҙары фарсы поэзияһының иң юғары ҡаҙанышы булып иҫәпләнә. Улар Иранда әлегәсә уҡыла һәм яттан һөйләнелә. Бохара ханлығы мәктәптәрендә XX быуат башында Хафиз Ширази шиғырҙарын өйрәнеү мотлаҡ булып иҫәпләнгән.

Хафиздың төрбәһе янынан кеше өҙөлмәй. Шиғырҙары, тәржемәләре, уға эйәреп шиғыр яҙыуҙар барлыҡ төп телдәрҙә лә сығып тора.

Биографияһы үҙгәртергә

 
"Диван"дан бер бит
 
Хафиз һәйкәле. Тәһран (рус. Тегеран), Иран

1325 йылда Ширазда (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа — 1300 йылда тиелә) донъяға килгән[1][3]). Атаһы Баһа әд-Дин (шулай уҡ «Боһоуддин» һәм «Камолуддин» тигән варианттар ҙа осрай)[3]) күпләп күмер һатыусы булған; ул Хафиз бәләкәй сағында уҡ вафат булған. Әммә мөлкәте балаларына теймәгән, һәм уның өс улы фәҡирлектә ҡалған . Ике өлкән улы Шираздан сығып киткән, ә Хафиз әсәһе менән ҡалған. Хафиздың атаһы Ҡөрьәнде яттан уҡыған, малай бәләкәй саҡтан Китапты яратҡан һәм һигеҙ йәшенә Ҡөрьәнде яттан белгән, шуның өсөн «хафиз» исеменә лайыҡ булған.

Малай бала саҡтан Руми һәм Сәғҙи, шулай уҡ Аттар (исем) һәм Низами әҫәрҙәре менән таныш булған. Бәләкәйҙән икмәкханала эшләй, әммә бер юлы мәктәптә уҡып та йөрөй. Мәҙрәсәлә ул яҡшы белем алған тип фараз итергә була. Һуңғараҡ уға Ҡөрьән уҡыған өсөн эш хаҡы түләйәҙәр һәм шулай уҡ хәйриә ярҙамы күрһәтеүселәр була[4].

21 йәшендә ул Ширазда Аттарҙың уҡыусыһы булып китә. Ул шул ваҡытта уҡ шиғырҙар яҙған була шаһ Әбү-Исхаҡтың һарай шағиры һәм ҡарый булып китә, суфыйҙар тәриҡәтенә инә. Хафиз ғәрәп телен, хәҙистәрҙе, тәфсирҙе, фиҡһты белә.

Ул бик күп танылған лирик шиғырҙар - ғәзәлдәр яҙа. Шиғырҙарын яратып уҡыйҙар һәм Шәкәрлеби" (шәкәр телле) тигән ҡушамат бирәләр[5]

Хафиз олоғайып өйләнә, әммә ҡатыны ла, ике улы ла үҙенән алда вафат була. Ғүмере фәҡирлектә үтә. Уны башҡа батшалыҡтарға ла саҡыралар, тик барырға мөмкинлек тыумай. Һуңғы тапҡыр юлға сыҡҡас, диңгеҙҙәге көслө ғәрәсәт арҡаһында сәфәрен өҙөргә мәжбүр була һәм быуаттарҙа һаҡланып ҡалған данлыҡлы ғәзәлендә сағылдырған:

  (рус. ) Ночь темна, свирепы волны, глубока,
                                     страшна пучина, —
Там, на берегу, счастливцы, знают ли,
                                     что тонем в море?
 

Хафиз Ширазда 1390 йылда вафат була[6]. Шираздағы Мусалла баҡсаһында ерләнгән.

Вафатынан һуң «Диван» тигән шиғырҙар йыйынтығы донъя күргән.

Хафиз ижады урта быуат фарсы телле лирик шиғриәттең иң юғары ҡаҙанышы булып тора. Шиғырҙары бөтә Европа һәм күп кенә Азия телдәренә тәржемә ителгән. Урыҫ теленә Афанасий Фет тәржемә иткән.

Леонид Соловьев «Очарованный принц» тигән китабында шағир Хафизды телгә ала. Хужа Насретдинде Насретдин тураһында насар һүҙҙәре өсөн туҡмайҙар. Насретдин шунда Шираз баҙарында иҫерек Хафиз үҙенең ғәзәлдәрен яманлап әйткәс, танымайса, үҙен тотоп туҡмауҙарын әйтә. Хафиз шуның менән бәйле яңы ғәзәл яҙа, унда ул ҡайһы саҡ исеме кешенең үҙенән дә көслө, һәм кеше үҙ исеме менән ярыша алмай, тип яҙа.

Риүәйәт үҙгәртергә

Бер мәл Аҡһаҡ Тимер ҡолағына Хафиздың бер ғәзәле килеп ишетелә:

 

Шираздағы гүзәлкәйгә ғашиҡ булһам бер ара,

Бер миңенә бирер инем Сәмәрҡәнд үә Бохара [7]

 

Быны ишеткәс, Тимер Хафизды эҙләп табып ҡулға алырға ҡушҡан. Һәләмә кейемле шағирҙы тотоп алып килеп, Тимерҙең аяҡ аҫтына ырғытҡастар, әмир һорай икән: "Нисек һин, фәҡир, ниндәйҙер миң өсөн Сәмәрҡәнд менән Бохараны бирә алаһың?"

Хафиз уға: "Үҙең күреп тораһың бит йомартлығым ни хәлгә килтереп еткергәнен!" - тип яуаплаған

Аҡһаҡ Тимер йылмайған да уны сығарып ебәргән [8].

Ижадына байҡау үҙгәртергә

Хафиздың ижадын һүҙмә-һүҙ аңларғамы, әллә мистик йәһәттән ҡарарғамы тигән бәхәстәр көнбайыш ғалимдары араһында бәхәс тыуҙырып тора[9]. Бер яҡтан, Уильям Джонс кеүек ҡайһы бер уҡыусылары уны Европаның Петрарка кеүек мәхәббәт йырсыларындай ғәҙәти лирик, мөхәббәт шағиры итеп ҡарай [10].Уилберфорс Генри Кларк кеүек башҡа ғалимдәр уны Руми кеүегерәк дидактик, мистик экстазға бирелеп яҙған шағир итеп күрә [11].

Бындай аңлашыумаусанлыҡ фарсы әҙәбиәте тарихындағы башланғыс осорҙа шиғри һүҙлек, алымдар мистиктар ҡулында булып сыҡҡан. Мистик йөкмәткеле шиғырҙар ижад итеп, улар һәр һүҙгә мистик һыҙат биргән, мистика һәм лириканы бер бөтөнлөк традицияһына әйләндергән. Хафиз бындай берлекте ҡабул итә һәм шул юҫыҡта гүзәл әҫәрҙәр тыуҙыра. Уил Такстон был хаҡта юҡҡа ғына: "Хафиз әҙәми һәм мистик мөхәббәт ҡатышмаһын шул тиклем тигеҙ үлсәп яҙа... уның береһен икенсеһенән айырыу мөмкин түгел" - тип әйтмәгәндер [12].

Шул сәбәпле Хафизды тәржемә итеү ныҡ ҡатмарлы, көнбайыш телдәренә тәржемә ителгән әҫәрҙәренең бик аҙы ғына тулыһынса уңышлы килеп сыға.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 «Народы Азии и Африки», 1976, с. 96
  2. Хафиз // Краткая литературная энциклопедия / гл. ред. А. А. Сурков. — Москва: Советская энциклопедия, 1962—1978. — Т. 8.
  3. 3,0 3,1 «Дружба народов», 1971, с. 265
  4. Хафиз (персидский поэт) / А. Н. Болдырев // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  5. Гафиз или Хафиз // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  6. Хафиз — Кругосвет энциклопедияһынан
  7. Гүзәл Ситдиҡова тәржемәһе
  8. Holden, Edward S. (2004) [1895]. The Mogul Emperors of Hindustan (1398-1707 A.D) (reprint New Delhi). New Delhi, India: Westminster, Archibald Constable and Co. pp. 47–48. ISBN 81-206-1883-1
  9. Schroeder, Eric, "The Wild Deer Mathnavi" in The Journal of Aesthetics and Art Criticism, Vol. 11, No. 2, Special Issue on Oriental Art and Aesthetics (December 1952), p.118
  10. Jones, William (1772) "Preface" in Poems, Consisting Chiefly of Translations from the Asiatick Tongues p. iv
  11. Dick Davis: Hafez Faces of Love and the Poets of Shiraz, introduction
  12. Thackston, Wheeler, A Millennium of Classical Persian Poetry, Ibex Publishers Inc.' 1994, p.64

Һылтанмалар үҙгәртергә