Ханов Олег Закир улы

Ханов Олег Закир улы (11 август 1951 йыл) — башҡорт театр һәм кино актёры, режиссёр, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1983) һәм Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты (1981), Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының А. Яблочкина исемендәге премияһы лауреаты (1995), профессор, Санкт-Петербург Фән һәм сәнғәт академияһының ағза-корреспонденты (2005), Станиславский исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты (2014).

Олег Ханов
Олег Закир улы Ханов
Тыуған ваҡыты:

11 август 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (72 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Архангел районы Ҡыҙғы ауылы

Һөнәре:

актёр

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

19732013

Театр:

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры

Наградалары:
Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы — 1996
РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы — 1987
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Биографияһы үҙгәртергә

Олег Закир улы Ханов 1951 йылдың 11 авгусында Башҡорт АССР-ы Архангел районының Ҡыҙғы ауылында актёр ғаиләһендә (атаһы Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы Закирйән Ханов) тыуған. 1973 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай һәм үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.

Олег Ханов — актёр оҫталығы кафедраһы профессоры, 2005 йылдан Санкт-Петербург Фән һәм сәнғәт академияһының (русса Петровская академия наук и искусств) ағза — корреспонденты.

Төп ролдәре үҙгәртергә

  • Яго (У. Шекспир «Отелло»)
  • Аарне (Х. Вуолийоки «Таш оя»)
  • Тузенбах (А. П. Чехов «Өс һеңлекәш»)
  • Ҡарабай (С. Мөсөрәпов «Мөхәббәт хаҡында легенда»)
  • Абдрахман (Флорид Буляков «Эй, Бибинур, һин, Бибинур»)
  • Ричард Галин (М. Кәрим «Айгөл иле»)
  • Мәхмүт (М. Кәрим «Йәйәүле Мәхмүт»)
  • Әҙәмшах (Мостай Кәрим «Ташлама утты, Прометей»)
  • Шомбай (Кирәй Мәргән «Шомбай»)
  • Мулла (К. Тинчурин «Зәңгәр шәл»)
  • Сандро (Ибраһим Абдуллин «Айһылыуҙың айлы кистәре»)
  • Полоний (У. Шекспир «Гамлет», 2005, ҡуйыусы режиссёр Р. Стуруа, Мәскәүҙәге «Сатирикон» театры)
  • Кендек (Мостай Кәрим «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ»)
  • Мулино (Ж. Фейдо «Ҡатын-ҡыҙ тегенсеһе»)
  • Фредерик Леметр (Э. Шмит «Фредерик, йәки Енәйәттәр бульвары»)
  • Наполеон (И. Губач «Корсика һылыуы»)
  • Күсер, Хлопуша (А. С. Пушкин «Капитан ҡыҙы»)
  • Бруно (Ф. Кроммелинк «Ул яратҡан кеше»)
  • Ротмистр (А. Стриндберг «Атай»)
  • Арбенин (М. Лермонтов «Маскарад»)
  • Сарафанов (А. Вампилов «Оло ул»)
  • Ричард III (У. Шекспир «Ричард III»)
  • Светловидов (А. Чехов «Аҡҡош йыры»)
  • Момун бабай (Сыңғыҙ Айытматовтың «Аҡ пароход» повесы буйынса.

Ҡуйыусы режиссёр Л. Зайкаускас, инсценировка авторҙары О. Ханов менән Л. Зайкаускас, 2013).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Актёр тураһында мәҡәләләр һәм уның менән әңгәмәләр үҙгәртергә

  • Романов В. Видные деятели театра Башкортостана: Олег Ханов (К 65-летию актёра и режиссёра). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 11 август[4].
  • Мортазина О. Баш ҡалала артистар һәм яҙыусылар социаль учреждениелар өсөн урындағы баҫмаларға яҙылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 9 декабрь[5].
  • Олег Ханов: «Театрға яҡыныраҡ булайыҡ». «Башҡортостан» гәзите. 2015, 6 июнь.
  • Олег Ханов: мы живем заботой друг о друге. Общественная электронная газета. 2015, 31 марта. (рус.)
  • Әбүзәров С. «Сәхнә ханы». «Башҡортостан» гәзите. 2014, 3 октябрь.
  • Олег Ханов: Театр ҡыуанысым да, йыуанысым да. «Тамаша» журналы, № 4, 2010, 28—37 биттәр[6].

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә