Хаммурапи ҡанундары

Хаммурапи ҡанундары (аккадInu Anum sîrum, «Мөхтәрәм Ану…» — һуңғы бабил күсереп яҙыусылары тарафынан текстың тәүге һүҙҙәре буйынса бирелгән атамаһы), шулай уҡ Хаммурапи Кодексы) — Иҫке Бабил осороноң ҡануниәт йыйылмаһы, беҙҙең эраға тиклем 1750-се йылдарҙа Хаммурапи батша ваҡытында барлыҡҡа килтерелгән. Донъяла иң боронғо хоҡуҡиәт ҡомартҡыларының береһе.

Хаммурапи ҡанундары
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Хаммурапи
Дәүләт Бабилия
Төп тема Мөлкәт (милек объекты), Ғаилә хоҡуғы[d], частное право[d], уголовное право[d], Мираҫ хоҡуғы, преступление против личности[d], аренда[d], Договор подряда[d] һәм правосудие[d]
Баҫма йәки тәржемә The Laws of Hammurabi, King of Babylonia[d], Hammurabin lait[d], The Code of Hammurabi, King of Babylon, about 2250 B.C.[d] һәм Q19184310?
Әҫәр яҙылған тел аккад теле[d]
Әҫәрҙең теле аккад теле[d]
Нәшер ителеү ваҡыты б. э. т. 1752
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]
 Хаммурапи ҡанундары Викимилектә

Йыйылманың төп тексы аккад телендә шына яҙыуҙа һаҡланған. Ул конус рәүешендәге диорит стелаға соҡоп яҙылған. Стела француз археологик экспедицияһы тарафынан 1901 йыл аҙағы — 1902 йыл башында Фарсия территорияһындағы боронғо Суза ҡалаһын ҡаҙыу эштәре барғанда табыла. Хәҙерге заман тикшеренеүселәре Ҡанундарҙы 282 параграфҡа бүлә, уларҙа суд башҡарыу, милектең төрлө формаларын һаҡлау һәм ғаилә-никах мөнәсәбәттәре, шәхес һәм енәйәт эше хоҡуҡиәте мәсьәләләре көйләнә. 35-ләп параграф стеланан борон замандарҙа уҡ юйылған булған һәм әлеге ваҡытта, балсыҡ таҡталарҙағы күсермәләренә ҡарап, өлөшләтә тергеҙелгән.

Хаммурапи ҡанундары — йәшәп килгән хоҡуҡ тәртибенә бик ҙур реформа үткәреү һөҙөмтәһе, ул тәүтормош йәмғиәтендә үк яралған һәм бер ҡасан да яҙылмаған тәртип нормаларын унификациялау һәм тулыландырыу маҡсатында үткәрелгән. Боронғо Месопотамияның шына яҙыулы хоҡуҡиәтенең иң юғарғы үре сифатында был Ҡанундар күп быуаттар буйы Боронғо Көнсығыштың хоҡуҡи мәҙәниәтенә йоғонто яһаған. Бабил йыйылмаһында нығытылған хоҡуҡ системаһы үҙ осоро өсөн алдынғы булып торған һәм норматив йөкмәткеһе һәм ҡулланылған юридик төшөнсәләр байлығы буйынса уны Боронғо Римдың һуңғы осор хоҡуҡиәте генә уҙа алған.

Яҡын Көнсығышта сословиелы йәмғиәт барлыҡҡа килеүҙең башланғыс осоронда сығарылыуына һәм шунлыҡтан енәйәт язаларының айырата ҡатылығына ҡарамаҫтан, Ҡанундар хоҡуҡи көйләүҙең иҫ киткес уйланылғанлығы һәм төҙөклөгө менән айырылып тора. Көнсығыштың башҡа күп ҡомартҡыларынан айырмалы, Хаммурапи йыйылмаһына хоҡуҡ нормаларының сакраль-дини мотивтарҙан азат булыуы хас, һәм был уны кешелек тарихындағы тәүге саф ҡануниәт актына әйләндерә.

Боронғо Месопотамияның беренсе ҡануниәт ҡомартҡылары үҙгәртергә

Урукагинаның реформалары үҙгәртергә

 
Урукагинаның реформаларына тасуирлама яҙылған конус 
 
Урукагинаның реформалары. Hutchinson’s story of the nations'тан иллюстрация, 1914

Боронғо Месопотамияның ҡанунилыҡ билдәләре хас булған беҙгә билдәле иң тәүге текстары Иртә династия осорона (беҙҙең эраға тиклем XXVIII—XXIV быуаттар) ҡарай. Уларға Лагаш ҡала-дәүләте хакимдарының яҙмалары   —  Урукагинаның «Реформалар»ы, шулай уҡ «Реформалар» тексы менән һүҙмә-һүҙ тап килгән һәм Энтемена батшалыҡ иткән осорға ҡараған «Оваль  пластинка» тигән ҡомартҡы инә.  Был сығанаҡтар ҡануниәтте һөйләп кенә сыға, әммә уның аныҡ нормаларын бирмәй. Осороноң дини ҡараштарына ярашлы,  Урукагина үҙенең актын — Лагаштың юғарғы аллаһы Нингирсу менән килешеү, ә үҙен уның ихтыярын үтәүсе тип иғлан итә.  «Реформалар»ҙың прологында Урукагина бойороғо буйынса тормошҡа ашырылған ҡорамдар һәм ҡала диуарҙары төҙөлөшө, каналдар барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләнелә.  Шунан уның элгәре булған Луальанданың общиналарға һәм жрецтарға килтергән зыяны һанала[1][2][3].

Киләһе өлөшөндә тәртипһеҙлектәрҙе һәм вазифа биләүселәрҙең үҙ мәнфәғәтендә эш итеүҙәрен булдырмау маҡсатын ҡуйған реформалар тасуир ителә. Ҡайһы бер һалымдар һәм йыйымдар бөтөрөлә. Никахлашыу йыйымы кәметелә, шулай уҡ ирҙәрҙе ҡатыны менән судта айырылышмайынса уға өйөнән сығып китергә һәм башҡа ирҙең өйөндә йәшәргә рөхсәт биреүенә сәбәпсе булған айырылышыу өсөн үтә юғары йыйым да кәметелә. Урукагина был йыйымды кәметеп кенә ҡалмай, ҡатын-ҡыҙҙарға ике йә бер нисә иргә барыуҙы тыя, шулай итеп, полиандрияны юҡҡа сығара.  Чиновниктарҙың көтөүҙәрҙән, балыҡ тотоуҙан һәм балыҡсы судноларынан килгән табыштан үҙ файҙаһына түләү алыуы тыйыла. Хаким үҙләштергән ҙур ғибәҙәтхана хужалыҡтары  жрецтарға ҡайтарыла. Реформалар һанап сығылғандан һуң халыҡты бурыс ҡоллоғонан, һалымдар йыйғанда алдауҙарҙан, урлашыуҙан, үлтереүҙән һәм  талауҙан һаҡларға тейешле закондар сығарырға күрһәтмә бирелә. Текст һуңында тағы ла канал төҙөлөшө тураһында һөйләнелә[4][5][6][7][8].

Ур-Намму ҡанундары үҙгәртергә

Урукагинаның  «Реформалар»ы артабан Ур-Намму ҡанундарында үҫеш ала. Улар беҙҙең эраға тиклем 2104—2095 йылдарҙа яҙыла һәм 1899—1900 йылдарҙа Ниппурҙы ҡаҙығанда табыла; һуңыраҡ Ҡанундарҙың тағы бер нисә күсермәһе табыла, уларҙың береһе  М. Скёйен коллекцияһында һаҡлана.  Ур-Намму ҡанундары норматив-хоҡуҡи тексҡа нығыраҡ  тартым була. Өлгөргәнерәк яҙма ҡанундарға күсеү иҡтисад үҫешен тотҡарлаған һәм енәйәттәргә урын ҡалдырған йола хоҡуҡиәте нормаларын өлөшләтә булһа ла алмаштырыу зарурлығынан сыға. Ҡанундарҙың авторына бәйле  берҙәм генә фекер юҡ: уларҙы Өсөнсө Ур династияһын башлаған Ур-Намму яҙған тип иҫәпләүселәр ҙә бар, авторлыҡты уның улы Шүлгигә биреүселәр ҙә байтаҡ. Шумер телендәге был  документ прологтан, ҡануниәт өлөшөнән (был өлөштөң 87 юлы һаҡланған) һәм эпилогтан торған, шулай итеп, шына яҙмалы хоҡуҡиәт ҡомартҡыларының классик структураһына башланғыс һалған. [9][10][11][12]

Ур-Намму ҡанундарының прологында батша хакимлығының илаһи асылы тураһында әйтелгән, был уның легитимлығын тәьмин иткән. Шулай уҡ  батша  «Утуҙың хаҡ фарманы буйынса илдә дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек урынлаштырҙы» тиелә. Бында тәүге тапҡыр  «ғәҙеллек» (шумер. nìg-si-sá, аккад. mīšarum}}) тигән хоҡуҡи формула телгә алына, ул аллалар тарафынан ҡуйылған боронғо тәртиптәргә кире ҡайтыуҙы аңлатҡан һәм боронғо Месопотамияның хоҡуҡ мәҙәниәте нигеҙҙәренең береһенә әйләнгән. Прологта шулай уҡ тарихи ваҡиғалар (Наммаханиҙы еңеү,  Урға алла Наннаның изге көймәһен ҡайтарыу) хикәйәләнә, илдәге «тәртипһеҙлектәр» һанала һәм был «тәртипһеҙлектәрҙең» нисек төҙәтелеүе тураһында хәбәр ителә, шулай уҡ берҙәм үлсәм системаһы индерелеүе, төҙөлөш эштәре барышы һәм батшаның эске һәм тышҡы сәйәсәттәге тәрән аҡыллы эшмәкәрлеге хаҡында мәғлүмәт бирелә. Йөкмәткеһенән сығып, әҙәбиәттә Ҡанундарҙың прологы өс ҙур өлөшкә — теологик, тарихи һәм  мораль-этик өлөштәргә бүленә[13][14][15].

Ҡанун текстары ғүмергә һәм иреккә ҡаршы ҡылынған енәйәттәр өсөн  (1—3, 30—36-сы юлдар), тәнгә зарар килтергән өсөн (18—26-сы юлдар) ҡаралған язаларҙы, ғаилә хоҡуғы нормаларын, айырылышыу, мираҫ тураһындағы ҡағиҙәләрҙе, енси енәйәттәр өсөн язаларҙы (4—12, 27—29, 37—38, 46—47, 51—54, 80—82-се юлдар), вәғәҙәне боҙоу, антты боҙоу енәйәттәре, ялған ошаҡ,  ҡолдоң хужаһынан ҡасыуы өсөн язалар (13—17, 37—38, 78—79-сы юлдар), ауыл хужалығы ҡуртымы иклешеүе һәм ҡуртымсының яуаплылығы (39—45-се юлдар), һаҡлау килешеүе (48—50-се юлдар), подряд договоры, ялланма хеҙмәткәрҙәрҙең эшенә түләү   (55—58, 60—64, 70—71, 77-се юлдар), табип хеҙмәттәрен яллау килешеүе  (65—69-сы юлдар), үтескә аҡса һәм ашлыҡ алыу килешеүе (72—75-се юлдар), торлаҡ һатыу һәм яллау килешеүе (83—87-се юлдар) тураһындағы нормаларҙы үҙ эсенә ала. Нормаларҙың күпселеге казуистик манерала формалаштырыла, ул артабан шына яҙыулы закондарҙа ҡабатлана (диспозициялары «әгәр» тигән шарттан башлана, уның артынан  «ул сағында» тип башланған санкция килә); язалар башлыса штрафтан тора, ә үлтереү һәм башҡа ауыр енәйәттәргә үлем язаһы ҡарала. Ҡанундарҙың эпилогы батша фармандарын боҙғандарға ҡарғау һәм алла ҡәһәре төшөүҙе теләү кеүек сакраль  формулаларҙан тора[16].

Липит-Иштар ҡанундары үҙгәртергә

 
Липит-Иштар ҡанундарының фрагменты
 
Липит-Иштар ҡанундары

Исиндың хакимы Липит-Иштар ҡанундарында (беҙҙең эраға тиклем 1934—1924 йылдар) ҡануни башланғыс тағы ла көслөрәк була. Был Ҡанундар XX быуат башында Ниппурҙа Пенсильвания университетының  археология экспедицияһы тарафынан асыла һәм 1919 йылда баҫып сығарыла, ә 1948 йылда  Ф. Р. Стил тарафынан тәржемә ителә. Бик ныҡ зарарланған документ шумер телендә яҙылған һәм 1200 юлдан торған, әлеге ваҡытҡа уның өстән бер өлөшө самаһын ғына  — прологты, 40-лап статьяны һәм  эпилогтың бер өлөшөн уҡый алғандар. Ҡанундарҙың нормалары  ярайһы уҡ аныҡ биш киҫәккә төркөмләнгән: милектең төрлө төрҙәрен мираҫҡа алыу  (1—7-се статьялар), сит кешенең милкенә ҡаршы енәйәттәр  (8—12, 19, 20-се статьялар), ҡолдарҙың һәм буйһоноулы хәлдә булған кешеләрҙең хоҡуҡ боҙоуҙары  (13—18-се статьялар), ғаилә хоҡуҡиәте һәм милектең ғаилә эсендә күсеүе  (21—35-се статьялар), малды ҡуртымға алыу (36—40-сы статьялар). Бында беренсе тапҡыр нормаларҙың бер төркөмөнән икенсеһенә күсеүҙе ассоциатив рәүештә башҡарыуға ынтылыш яһала; был алым  Хаммурапи ҡанундарында киң ҡулланыла[9][17]

Ҡанундарҙың прологында хакимдың яҡшы эштәре һаналып,  документты төҙөүҙең сакраль, этик һәм хоҡуҡи сәбәптәре күрһәтелә:  Липит-Иштар батша илаһтар Ану менән Энлиль  ихтыярына ярашлы «ғәҙел тәртипте», йәғни илдә элгәрҙәре хакимлыҡ иткәндә юғалтҡан юғары көстәргә хуш килерҙәй тәртипте  тергеҙә. Прологта шулай уҡ  батшаның  Ниппур, Ур һәм Исин, шулай уҡ Шумер менән Аккад граждандарын бурыстарҙан азат итеүе тураһында хәбәр ителә. Эпилогта батшаның илаһтар Уту менән Энлиль ярҙамында  Шумер менән  Аккадҡа ғәҙел хөкөм биреүе, дошманлыҡты һәм көс ҡулланыуҙы юҡ итеүе, дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек урынлаштырыуы тураһында әйтелә. Ҡанундарҙа ҡушылғандарҙы үтәгән кешеләргә Липит-Иштар «оҙаҡ  көндәргә йәшәү һәм һулыш алыу» вәғәҙә итә; Ҡанундарҙы юҡ итергә йә  Липит-Иштар исемен үҙ исеме менән алмаштырырға батырсылыҡ иткәндәргә төрлө ҡәһәрҙәр саҡырыла. Бынан тыш, эпилогта аллалар ҡушыуы буйынса  Ҡанундарҙың таш стелаға уйып яҙылыуы  тураһында хәбәр ителә; стела үҙе  табылмай,  текст балсыҡ таҡталарға төшөрөлгән күсермәһе буйынса ғына билдәле[18][19][20].

Липит-Иштар ҡанундарының күп статьялары ҡолдарға ҡағыла: улар ҡасҡан ҡолдо йәшереп тотҡан өсөн һәм ҡолдоң үҙ хужаһынан икенсе тапҡыр баш тартҡаны өсөн яза бирә; тулы хоҡуҡлы граждан менән ҡолиә араһындағы никахты көйләй һәм был никах һөҙөмтәһендә ҡолиәнең ирек алыуын теркәй. Ҡанундарҙа хеҙмәткәрҙәр, мал һәм мөлкәт яллау, ерҙе һәм баҡсаларҙы ҡуртымға алыу, милекте һаҡлау кеүек хужалыҡ эшмәкәрлегенә бағышланған статьялар бар.  Емереп инеп урлашҡан өсөн үлем язаһы ҡарала  (ғәйепле енәйәт ҡылған урында тереләй ергә күмелә), урлашыуҙың башҡа төрҙәре өсөн урланғанды бер нисә тапҡырға күберәк күләмдә ҡайтарыу ҡарала. Ҡанундарҙа ғаилә хоҡуҡиәтенә ҙур урын бирелә: никах моногам булып тора,  тик ҡатыны түлһеҙ булған осраҡта ғына ир кеше вариҫы булһын өсөн фәхишәнән бала таптыра ала, әммә ул ҡатынды аҫрарға тейеш була, тик үҙ ҡатыны иҫән саҡта өйөнә килтерә алмай. Мираҫ алыу хоҡуғына тик улдар ғына эйә була, һәм дөйөм ҡағиҙәләр буйынса  күсемһеҙ мөлкәт бүленмәҫ булып торһа ла,  улдар араһында бүленергә тейеш була; ғибәҙәтханала ҡатын-ҡыҙ жрец булған осраҡта ғына ҡыҙҙар ҙа вариҫ булырға хоҡуҡ ала. Закондар талион принцибын белә: кемгәлер ялған ғәйеп таҡҡан кешегә ғәйеплегә тейешле булған яза бирелә[21][22][23].

Эшнунна ҡанундары үҙгәртергә

 
Эшнунна ҡанундары. Хәҙерге заман баҫмаһы

Эшнунна ҡалаһының юридик йыйынтығы Хаммурапи ҡанундарының иң һуңғы элгәре була. Йыйынтыҡ беҙҙең эраға тиклем  1790 йыл тирәһендә төҙөлгән. Уның фрагменттары яҙылған таҡтасыҡтар 1945 һәм 1947 йылдарҙа Шадуппум ҡалаһы харабаларында  археолог Таха Бәкир тарафынан табыла һәм   1948 йылда ассириолог  Альбрехт Гётце тарафынан тәржемә ителә. Эшнунна ҡанундары башта Билаламаныҡы тип һанала; хәҙерге фәндә уларҙың авторы тип Дадуша батша таныла. Уға тиклемге шумер ҡанундарынан айырмалы был документ аккад теленең иҫке бабил диалектында яҙылған. Уның текстары теркәлгән таҡтасыҡтар, кәтиптәр мәктәбендә эшләнгән өйрәнсек күсермәләр тип табылған. Закондар һаҡланмаған тиерлек  прологтан һәм 60-лап статьянан тора[23][24][25][26].

Эшнунна ҡанундары төп аҙыҡ-түлек һәм ҡулланыу тауарҙары (арпа, май, йөн, баҡыр һәм башҡалар)  хаҡтары теркәлгән ике статьянан башлана; тауар эквиваленты итеп  көмөш (1-се статья) һәм ашлыҡ (2-се статья) алына. 3, 4, 7, 8, 10, 11 һәм 14-се статьялар үҙ инвентары менән эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең төрлө категориялары өсөн ялланыу хаҡтары күләмдәрен көйләй. Башҡа статьялар ялланыу буйынса контрактты боҙоуға  (5 һәм 9-сы статьялар), кәмәне көс менән тартып алыуға (6-сы статья),  мушкенумдың мөлкәтен тартып алыуға  (12 һәм 13-се статьялар), ҡолдарҙың һәм бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын сикләүгә (15 һәм 16-сы статьялар), ғаилә хоҡуғына (17, 18, 25—35-се статьялар), үтескә, рибасылыҡҡа һәм бурыс ҡоллоғона   (19—24-се статьялар), залог мөлкәтенең һәләкәтенә  (36 һәм 37-се статьялар), ғаилә мөлкәтен һатыуға (38 һәм 39-сы статьялар), ҡол урлауға (40, 49, 50-се статьялар), һыра һатыуға (41-се статья), тәнде зарарлаған өсөн аҡса  компенсацияһы түләүгә (42—48, 53—57-се статьялар), ҡолдарға келәймә һуғыуға  (51 һәм 52-се статьялар), боҙолған мөлкәткә (58-се статья), айырылышыуға (59-сы статья) ҡағыла. Хоҡуҡ нормаларының тәртипһеҙ урынлашыуы, юридик ғәмәлиәттең мөһим мәсьәләләре буйынса билдәләмәләрҙең булмауы арҡаһында ҡайһы бер тикшеренеүселәр  Эшнунна ҡанундарын  ҡанундар кодексы түгел, ә  ҡанундарҙан һәм башҡа рәсми документтарҙан өҙөктәр алып төҙөлгән бер йыйынтыҡ ҡына тип ҡарай[27][28][29][30].

Хоҡуҡи материал насар системалаштырылған булһа ла,  Эшнунна ҡанундары үҫешкән синфи йәмғиәткә тәғәйенләнә. Ҡолооҡ мәсьәләләренән ҙур ғына урын бирелә.  Был Ҡанундарҙа элгәрге һәм һуңғыраҡ документтарҙа булған талион принцибы ҡулланылмай, ул әжерен аҡсалата ҡаплауға алмаштырыла; ғәйеп һәм ғәйепһеҙ булыу кеүек мөһим категориялар формалаша башлай. Ҡатындың хыянаты, ирле ҡатынды көсләү, бала урлау һәм төндә ҡылыған урлашыу өсөн үлем язаһы ҡарала [31][29][32].

Хаммурапи ҡанундарын асыу үҙгәртергә

Хаммурапи ҡанундарының барлығы тураһында тәүге фараздар  үҙгәртергә

 
Роулинсон баҫмаһы (1866)
 
Фридрих Делич

Хаммурапи батша тураһында хәҙерге тикшеренеүселәр тәү башлап 1853 йылда белә, ошо йылды  О. Г. Лэйард ҡаҙыу эштәре барышында Хаммурапи исеме яҙылған балсыҡ таҡта таба. Шул ваҡыттан алып археологтар тарафынан Хаммурапи дәүеренә ҡараған байтаҡ яҙмалар һәм документтар табыла. Атап әйткәндә, 1854 йылда  У. Лофт Ғосман Ирағындағы ҡаҙыныуҙар барышында бер нисә балсыҡ таҡтасыҡ таба, улар Рим-Сина, Самсу-илуна һәм Хаммурапи замандарындағы сауҙа контракттары булып сыға.  1898 йылда  Хаммурапиҙың үҙенең секретары Син-иддинам менән яҙышҡан хаттары табыла, улар 1900 йылда баҫып сығарыла. Табылған сығанаҡтар Бабил батшаһының төрлө яҡлы дәүләт эшмәкәрлеген сағылдыра.  Уларҙа ғибәҙәтханалар төҙөлөшө, халыҡтың тормош кимәле, ил территорияһын яҡшылап һуғарыу, иҫке һуғарыу ҡоролмаларын һүтеү һәм яңыларын төҙөү, шулай уҡ  суд эшмәкәрлеге  — ришүәтселәр менән көрәш, рибасылыҡ тураһындағы эштәр, намыҫһыҙ чиновниктарҙы ҡулға алыу, шаһиттар саҡырыу һәм башҡалар тураһында һүҙ бара. Боронғо Бабилдың  юридик документтарының теле ҡәҙимге аккад теленән айырыла, һәм  1881 йылда ғына И. Штрассмайер  Ориенталистарҙың V халыҡ-ара конгресында (Берлин, 1881 йылдың сентябре) был текстарҙың шуға тиклем билдәле булмаған техник һүҙҙәренең шифрын тәҡдим итә [33][34][35].

Тупланған мәғлүмәттәр нигеҙендә ассириологтар Хаммурапи ҡанундарын асҡанға тиклем үк  Хаммурапиҙың берләшкән Месопотамия державаһын нигеҙләүсе генә түгел, ҡануниәт сығарыусы ла булғанлығы тураһында һығымта яһай. Ашшурбанипал китапханаһында уҡ әле боронғо ҡанундар текстары яҙылған таҡтасыҡтарҙың ярсыҡтары табыла, улар Британия музейына ҡуйыла. Тәүҙә был ҡану Ашшурбанипал батшаныҡы тип табыла һәм 1866 йылда Г. Роулинсон тарафынан Ассирия документтары менән бергә нәшер ителә. Был таҡтасыҡтарҙы тикшергәндә  немец тарихсыһы Бруно Мейсснер таҡтасыҡтарҙағы өҙөктәрҙең теле һәм  стиле боронғо Бабил ҡомартҡыларына оҡшаш булыуын асыҡлай һәм  1898 йылда  уларҙың беренсе Бабил династияһына ҡарауы тураһында фекер әйтә.  Ашшурбанипал китапханаһындағы ҡанундарҙы   Хаммурапи исеме менән беренсе булып эре ассириолог Ф. Делич бәйләй.  

Жак де Морган экспедицияһы. Хаммурапи ҡанундарын нәшерләү һәм тәржемә итеү үҙгәртергә

 
"Mémoires de la Délégation en Perse"тың дүртенсе томы — Хаммурапи ҡанундарының тәүге тулы баҫмаһы
 
«Hammurabi’s Gesetz»

1897 йылда фарсы шаһиншаһы Мозафаретдин шаһ Каджар Францияға Фарсия территорияһында археологик ҡаҙыныуҙар алып барыу буйынса берҙән-бер хоҡуҡты тапшыра. Француз хөкүмәте Фарсиялағы даими француз археологик миссияһы етәксеһе вазифаһына билдәле египтолог Ж. де Морганды тәғәйенләй. Был вазифала ул 1912 йылға тиклем эшләй. Де Моргандың экспедицияһы ҡаҙыныуҙарҙы Бабилдан төньяҡ-көнсығыштағы боронғо Элам дәүләте урынлашҡан ерҙә, шулай уҡ Шуштер ҡалаһы эргәһендәге Элам баш ҡалаһы Сузала алып бара. Төрлө дәүерҙәргә ҡараған мөһим ҡомартҡылар табыла, улар иҫәбендә шына яҙмалары, Хафт-Тепе тигән ерҙәге элам некрополе, эламиҙарҙың Месопотамияға баҫып ингәндә алған яумалдары була[36][37].

1901 йылдың декабрендә экспедиция хеҙмәткәре Густав Жекье етәкселегендә эшселәр ҡара таш бағана киҫәген таба. Бер нисә көндән тағы ике киҫәк табыла. Был өс киҫәк шына яҙыулы стеланы хасил итә. Стела, күрәһең, эламиҙарҙың Бабилға барымтаһы ваҡытында яуланып, Сузаға яумал рәүешендә алып ҡайтылған булғандыр. Стела Луврға килтерелә, уны де Морган экспедицияһында ҡатнашҡан ғалим Ж.-В. Шейль тикшерә. 1902 йылдың көҙөндә Шейль "Фарсы миссияһы яҙмалары"ның (франц. «Mémoires de la Délégation en Perse») дүртенсе томында латинлаштырылған аккад тексын һәм уның французсаға тәржемәһен нәшер итә, ул «Хаммурапиҙың, Бабил батшаһының, ҡанундар кодексы (шәхес хоҡуҡиәте), Христос Раштыуаһына тиклем яҡынса 2000 й.» (франц. «Code des lois (Droit Privé) de Ḥammurabi, roi de Babylone, vers l'an 2000 avant Jésus-Christ») тип атала [38][39][40][41].

1902 йыл аҙағынан Хаммурапи ҡанундарының башҡа Европа телдәренә тәржемәләре сыға башлай. Аккадса төп нөсхәнән урыҫ теленә тәржемә Б. А. Тураев мөхәррирлегендә 1914 йылда нәшер ителә, тәржемәне Петербург университеты тарих-филология факультетының приват-доценты И. М. Волков эшләй. Артабан Ҡанундарҙы И. М. Дьяконов (1952, И. М. Волков тәржемәһенә таянып), Л. А. Липин (1963) һәм В. А. Якобсон (2002) тәржемә итеп баҫтыра. XX быуат аҙағына донъяла был ҡомартҡының мөһим телдәргә, шул иҫәптән латин теленә лә,   барлығы  өс тиҫтә самаһы тәржемәһе баҫтырыла [42][43][44][45][46].

Хаммурапи ҡанундарын асыу сенсация була: быға тиклем хоҡуҡи йөкмәткеле ҙур текстарҙың боронғо Рим һәм унан һуңғы осорҙарға ҡарағандары ғына билдәле була. Табыштың икенсе эҙемтәһе булып ғилми һәм дини даирәләрҙә башланған бәхәс тора, сөнки Бабилдың ҡанундар тупланмаһы Библияла теркәлгән Муса ҡанундарының элгәре икәнлеге асыҡлана.  Ф. Делич 1902 йылда  «Бабил һәм Библия» (нем. «Babel und Bibel») тигән хеҙмәт баҫтыра, унда, Хаммурапи ҡанундарына һылтанып, Библия Алланың үҙ һайланма халҡына шәхсән асылышы түгеллеге, ә ҡәҙимге кеше аҡылының һөҙөмтәһе булыуы тураһында һығымта яһай. 

Хаммурапи ҡанундарын табыу һәм баҫып сығарыу ғәйәт ҙур фәнни әһәмиәткә эйә була. Боронғо йәмғиәт, иҡтисад һәм хоҡуҡ тураһындағы яңы мәғлүмәттәрҙән тыш, аккад теленең классик иҫке бабил диалектында яҙылған был ҡомартҡы шына яҙыуын артабан өйрәнеүҙе яңы кимәлгә күтәрә. Ҡанундар баҫылып сығыу һөҙөмтәһендә ғәйәт ҙур социаль-иҡтисади, тарихи-хоҡуҡи, тел ғилеме, әҙәбиәт ғилеме һәм тарихи-мәҙәни әһәмиәткә эйә булған ҙур күләмле шына яҙмалы текст әйләнешкә инә. XX быуаттың беренсе яртыһында Ҡанундарға бағышланған мөһим хеҙмәттәр баҫыла; мәҫәлән, 1904—1923 йылдарҙа немец ассириологтары һәм юристары төркөмө (Й. Колер, Ф. Э. Пайзер, А. Унгнад, П. Кошакер) Ҡанундарҙы тикшереү буйынса алты томлыҡ фундаменталь хеҙмәт баҫтырып сығара (нем. «Hammurabi's Gesetz»), ә 1952—1955 йылдарҙа Оксфорд ғалимдары Годфри Роллс Драйвер менән Дж. Ч. Майлз киң филологик һәм юридик аңлатмалар менән Ҡанундарҙың ике томлыҡ баҫмаһын әҙерләй (ингл. «The Babylonian Laws»)[47][48][46][49].

Хаммурапи ҡанундарының тәүге тәржемәләре
 
 
 
 
 
 
Д. Г. Мюллер Г. Винклер К. Джонс П. Бонфанте Р. Ф. Харпер А. Г. Гусаков һәм В. А. Краснокутский

Хаммурапи ҡанундары яҙылған стела үҙгәртергә

Төп мәғлүмәттәр үҙгәртергә

 
Луврҙа Хаммурапи ҡанундары яҙылған стела

Хаммурапи ҡанундары яҙылған стела ҡара диориттан (ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, базальттан) эшләнгән конус һымаҡ монумент. Бейеклеге 2,25 — метр, ауырлығы — 4 тонна. Хаммурапи ҡанундары яҡынса уның батшалыҡ итеүенең 40-сы йылында, йәғни беҙҙең эраға тиклем 1755—1752 йылдарҙа яҙылған тип раҫлана[50][51][52][53][54].

Скульптуралы өлөшө үҙгәртергә

 
Стелалағы барельеф 

Стеланың алғы өҫкө яғында скульптура — ике һындан торған барельеф соҡоп яһалған. Һындарҙың береһе тәхеттә ултыра, икенсеһе уның ҡаршыһында тора. Тәхеттәгеһе ҡәҙимге әберкәле бабил кейемен кейгән, башында — тажға оҡшаған бейек баш кейеме. Алға һуҙылған уң ҡулына батшалыҡ таяғы менән ҡулса тотҡан. Аяҡтарын ағас тубырсыҡтарға терәгән, яурынынан нурҙар тарала. Тикшеренеүселәр фекеренсә, яурындан таралған нурҙар ултырып торған һындың ҡояш, яҡтылыҡ һәм оракулдар тәңреһе Шамаш булыуына күрһәтә.  

Шамаш тәңре алдында Хаммурапи батша баҫып тора, тип иҫәпләнелә. Тәңре алдындағы Хаммурапи һынына тәрән буйһоноусанлыҡ һәм диҡҡәтле тыңлаусанлыҡ хас. Батша вертикаль бөрмәле оҙон туника кейгән; башында — ҡаймалы кәпәс. Уң ҡулы йөҙө тапҡырында, һулын туника менән ҡуша биленә ҡыҫҡан.  

Барельеф бабилдарға  батшаның Шамаш тәңренең илаһи ихтыярын үтәгәнен иҫбатлай.  Шулай итеп, бөтә халыҡ ҡанундарҙы үҙгәреүгә дусар ителмәҫ, бәхәстәргә урын ҡалдырмаҫ һәм мәңге үтәләсәк ҡағиҙәләр рәүешендә ҡабул итергә тейеш була[55].

Луврҙа Хаммурапи ҡанундары яҙылған стела. Деталдәре
 
 
 
 
 
 

Текст һәм параграфтары үҙгәртергә

 
Шына яҙыулы Ҡанундар
 
Ҡанундарҙың автографик баҫмаһында текстың юйылған өлөшөн (лакунаны) күрһәтеү

Стеланың барельефтан түбәнге өлөшө һәм бөтә артҡы яғы бағаналап яҙылған аккад телендәге яҙмалар менән ҡапланған, был бағаналар рәттәргә теҙелеп тора һәм стеланың башынан түбән яғына ҡарай уҡыла. Бөтәһе 3638 юл һаҡланған. 700-ләп юлды пролог һәм эпилог алып тора; ҡалған юлдарҙы норматив-хоҡуҡи текст биләй[56][57].

Айырым ҡануни ҡарарҙар айырылмаған һәм номер һуғылмаған.  Уларҙы 282 параграфҡа «šum-ma» («әгәр») тип теркәүестән башланған һүҙҙәр төркөмөнә ҡарап схематик рәүештә генә Шейль бүлеп сыҡҡан. 

Хаммурапи ҡанундарының дөйөм тасуирламаһы үҙгәртергә

 
Ҡанундар теркәлгән стеланың бер өлөшө
 
Хаммурапи. Капитолий, Вашингтон
 
Месопотамия менән Вавилония сиктәре күрһәтелгән карта
 
Ҡанундар Ж. Боттеро тәржемәһендә

Хаммурапи ҡанундары боронғо Месопотамияның  шына яҙмалы хоҡуҡиәте үҫешенең  иң юғары баҫҡысы һәм кешелек тарихында беренсе  саф донъяуи ҡануниәт ҡомартҡыһы һанала. Бик күп боронғо хоҡуҡиәт ҡомартҡылары менән сағыштырғанда Ҡанундар ҡануни положениеларының сакраль-дини  йөкмәткенән бөтөнләй азат булыуы менән айырылып тора. Культҡа һәм дини йолаларға ҡағылған урындары Ҡанундарҙың юридик булмаған өлөштәрендә генә — прологта һәм эпилогта ғына бар[58][59][60][61].

Хаммурапи ҡанундары йәшәп килгән хоҡуҡ тәртибен тамырҙан үҙгәртеү өсөн сығарыла. Боронғо Ике йылға араһында хасил булған элгәрге хоҡуҡ традицияларын файҙаланып, йола хоҡуҡиәтен дә, батша ҡануниәтен дә үҙ эсенә алып төҙөлгән Хаммурапи ҡанундары хоҡуҡты тәртипкә һалырға тырышыуҙың  беренсе осрағы тип һанала. Ҡанундар дөйөм алғанда төплө уйланылған үҙенсәлекле хоҡуҡ системаһынан ғибәрәт һәм үҙ заманы өсөн бик алдынғы күренеш булған.  Ҡанундарҙы яҙыу өр-яңы хоҡуҡиәт ижад итеү маҡсатын ҡуймаған, ә булған нормаларҙы аныҡлаштырып, үҙгәргән социаль-иҡтисади шарттарға яраҡлаштырып, булған хоҡуҡи системаны һаҡлау маҡсатында башҡарылған. Хаммурапи сығарған хөкөм ҡарарҙары ла Ҡанундар  өсөн сығанаҡтарҙың береһе булып хеҙмәт иткән.

Ҡанундар аккад теленең иҫке бабил диалектында грамматика йәһәтенән камил, аныҡ, эшлекле тел менән яҙылған. Филология күҙлегенән  Бабил йыйынтығы мәшһүр әҙәби әҫәр булып тора.  Тасуирлау саралары ҡырыҫ һәм теүәл, примитив ҡанундарҙан айырмалы, төҙөлөшө йәһәтенән ябай, аңлайышлы, төҙөк. Норматив йөкмәткеһенең байлығы һәм күп кенә категорияларҙың эшләнгәнлек дәрәжәһе буйынса  Хаммурапи ҡанундары элгәрге юридик ҡомартҡыларҙан да, һуңыраҡ сыҡҡандарынан да (мәҫәлән, Ману ҡанундары, XII Таблица ҡанундары) сағыштырғыһыҙ өҫтөн тора. Күп юридик мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә Ҡанундарҙың авторҙары Боронғо Римдың классик осороноң мәшһүр юристарының ғына көсөнән килгән мөмкинлектәргә яҡынлашҡан.  Аныҡ логика һәм шыма формулировкалар Ҡанундарҙы әҙерләгәндә бик ҙур ғилми эш башҡарылғанлығын самаларға мәжбүр итә [62][63][64][60].

Хәҙерге заман фәне Хаммурапи ҡанундарын хоҡуҡиәтте кодлаштырыу акты, йәғни кодекс тип һанамай. И. М. Дьяконов билдәләүенсә, «Хаммурапи кодексы» тигән атама был ҡомартҡының формаһына ла, йөкмәткеһенә лә тап килмәй:  беренсенән, кодекс, ҡағиҙә булараҡ, хоҡуҡиәттең бер генә тармағын көйләй, ә Ҡанундар күп тармаҡлы акт булып тора, икенсенән, кодекс иҫке закондарҙы ғәмәлдән сығара, ә Ҡанундар тексында элекке ҡанундарҙы тотош йә өлөшләтә ғәмәлдән сығарыу тураһында бер һүҙ ҙә юҡ. 

 
Ҡанундарҙың бер өлөшө яҙылған балсыҡ таҡтасыҡ

Хаммурапи ҡанундарының төҙөлөшө һәм терминологияһы үҙгәртергә

Ҡанундар яҙылған стела деталдәре

Хаммурапи ҡанундарының нормалары логикаға һәм системаға һалып урынлаштырылған. Йөкмәткеһе буйынса Ҡанундарҙың положениеларын түбәндәгесә төркөмләргә була[65]:

I. Суд хөкөмөн башҡарыу (§§ 1—5).
II. Батшаның, ғибәҙәтхананың, община ағзаларының һәм батша кешеләренең милкен һаҡлау (§§ 6—25).
III. Хеҙмәт өсөн батша биргән мөлкәтте һаҡлау (§§ 26—41).
IV. Күсемһеҙ мөлкәт менән операциялар һәм күсемһеҙ мөлкәткә ҡарата деликттар (§§ 42—87).
V. Сауҙа һәм башҡа төрлө коммерция операциялары, шул иҫәптән был өлкәләге деликттар (§§ 88—126).
VI. Ғаилә һәм мираҫ хоҡуҡиәте (§§ 127—194).
VII. Шәхескә ҡаршы енәйәттәр (§§ 195—214).
VIII. Күсемле мөлкәт менән операциялар, шулай уҡ мөлкәт һәм шәхси яллау һәм был өлкәләге деликттар (§§ 215—282).

 

Хаммурапи ҡанундарының терминологик аппаратына башлыса сословиелар һәм профессиялар, шулай уҡ үлсәү берәмектәренең атамалары инә. Бабил йәмғиәтенең социаль структураһына өс сословие ҡарай — община ағзалары (Ҡанундарҙа был синыф вәкиле «кеше» тип алына, аккад.awīlum), батша кешеләре (аккад.muškēnum) һәм ҡолдар (аккад.wardum). Община ағзалары-авилумдар тулы хоҡуҡлы ирекле граждандар була, мушкенумдар общинаға индерелмәй һәм батшаның патриархаль власы аҫтында тора. Түбәнге ҡатламды хасил иткән ҡолдар ҡануниәт тарафынан хужаның әйбере тип ҡарала. Сословие төркөмдәренә инеүселәрҙән тыш һәр төрлө дәүләт хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа профессиялар вәкилдәре лә хоҡуҡ субъекты булып тора:һатыусылар — тамкар(ум) (аккад.tamkārum), шамаллум (аккад.šamallûm һүҙмә-һүҙ «артмаҡлы кеше») һәм сабитум (аккад. sābītum һүҙмә-һүҙ «трактирсы ҡатын»), яугирҙәр — редум (аккад. rêdûm һүҙмә-һүҙ «әйҙәүсе, ҡыуалаусы») һәм баирум (аккад.bâ’irum һүҙмә-һүҙ «аулаусы, тотоусы»), армиялағы команда чиндары — декум (аккад. dikûm), ша-хаттатим (аккад. ša ḫaṭṭātim) һәм лапуттум (аккад. laputtum), ҡатын-ҡыҙ жрецтарҙың төрлө төркөмдәре — надитум (аккад. nadītum һүҙмә-һүҙ «ташланған»), шугетум (аккад. šugitum), угбабтум (аккад. ugbabtum), энтум (аккад. ēntum), был төркөмдәр араһында ниндәй айырма булыуы билдәле түгел. Үлсәү берәмектәрен аҡса иҫәбе берәмектәре — ману (шумер. MA.NA, аккад.manū), шиклу (аккад.šiqlu), ше (шумер. ŠE, аккад. uţţatu һүҙмә-һүҙ «ашлыҡ»), майҙан үлсәү берәмектәре (бер бур ер, йорт сары), ауырлыҡ үлсәме (иген гуры). Ҡанун терминдары араһында аныҡ ҡына тәржемә ителмәй торғандары ла бар; мәҫәлән, ауырыу атамалары: ла’бу (аккад. la’bu) — йоғошло тире ауырыуы[66]; бенну (аккад. bennu) — бәлки, быумалыр[67] һ. б.[68][69][70].

Хаммурапи ҡанундары яҙылған стеланың күсермәһе. Пергам музейы, Берлин
 
 
 
 
 

Хаммурапи ҡанундарының төп положениелары үҙгәртергә

Пролог һәм эпилог үҙгәртергә

 
Ҡанундар прологының тексы яҙылған таҡтасыҡ

Хаммурапи ҡанундары прологтан башлана һәм эпилог менән тамамлана. Был өлөштәрҙе икеһе лә тантаналы шиғри стиль менән яҙылған [64].

Прологта хикәйәләү дәүерҙәр башынан алып башлана: юғарғы аллалар Ану менән Энлиль Бабил ҡалаһын ҡурсалаусы аллаға — Мардукҡа — кешелек өҫтөнән хакимлыҡ тапшыра. Шулай итеп, Бабилдың сәйәси гегемонияһы аллалар һайлауы менән аңлатыла һәм нығытыла. Шунан аллалар Хаммурапи батшаға «исеме менән өндәшеп», уға «кешеләргә изгелек эшләргә», «илдә ғәҙеллек ҡанунһыҙҙарҙы һәм яуыздарҙы һәләк итһен, көслө көсһөҙҙө ҡыҫмаһын» тип ҡуша[прим 1]. Артабан прологта Хаммурапиҙың данлы хәрби һәм социаль-иҡтисади эштәре менән бәйле ҡалалар һәм ғибәҙәтханалар һанала[71][72].

Эпилог Хаммурапиҙың аҡылын маҡтай, уның ғәмәлдәрен аллалар ихтыярына буйһонорға тейешлеге менән аңлата. Хаммурапи аллалар ярҙамында Ҡанундарҙың тейелгеһеҙлеген һәм үҙгәрешһеҙлеген һаҡларға тырыша. Уның Ҡанундарына «хөрмәт менән» ҡараған вариҫтарына Хаммурапи аллаларҙың булышлығын, ә Ҡанундарҙың берәй урынын үҙгәртергә баҙнат иткәндәренә ҡәһәр-ҡарғыштар вәғәҙә итә.

Суд башҡарыу үҙгәртергә

 
Хаммурапи суды. Hutchinson’s story of the nations, 1914
 
Ҡанундар яҙылған стеланың өлөшө

Хаммурапи ҡанундарының беренсе киҫәге суд башҡарыу принциптарын нығыта. Унда үлтереүҙә һәм сихырсылыҡта ялған ғәйеп таҡҡан өсөн яза билдәләнә. Ошонда уҡ яза биреүҙең төп принцибы булған талион принцибы иғлан ителә. Үлтереүҙә ғәйепләгән өсөн, әгәр был енәйәт иҫбатланмаһа (ялған булыуы фашланмаған хәлдә лә), үлем язаһы ҡарала (§ 1). Сихырсылыҡта ғәйепләү иҫбатланмаһа, ғәйепләүсегә шулай уҡ үлем һәм йортон юғалтыу янай; әгәр ғәйеп иҫбатланһа, ғәйепләүсе ғәйепленең йортон үҙенә алырға хоҡуҡлы (§ 2)[73][74].

2-се параграфта эште тикшереү процедураһы билдәләнеү осрағы бар. Закон сығарыусы үҙенә етәксе итеп алған төп принцип шундай: әгәр ғәйепләү үҙенең асылы буйынса шаһиттар күрһәтмәләре йәки документтар менән иҫбатлана алмаһа, ордалия, йәғни «алла хөкөмөн» ҡулланырға тәҡдим ителә. Ул алла (йә батша) исеме менән ант итеүҙән, һыу һынауынан ғибәрәт була — һорау алыныусы һыуға ырғытыла, әгәр ул батһа, йылға аллаһы ғәйеплегә яза бирҙе тип иҫәпләнә; әгәр батмайынса һыу өҫтөндә ҡалһа, тимәк, ул ғәйепһеҙ.

Ҡануниәт ялған ғәйепләүсене генә түгел, ялған шаһиттарҙы ла яуапҡа тарттыра. Әгәр шаһит үлем язаһы сығарыла торған эш буйынса биргән шаһитлыҡтар раҫланмаһа, ул үлем язаһына дусар ителә (§ 3). «Ашлыҡ йәки аҡса» эше буйынса ялған шаһитлыҡ ҡылыусы ғәйепләнеүсегә тейеш булған язаны ала (§ 4)[75][76].

5-се параграфҡа ярашлы, үҙе сығарған хөкөм ҡарарын үҙе үҙгәрткән судья вазифаһынан алына һәм зыян күреүсегә ошо эш буйынса бирелгән дәғүәләге сумманы ун ике тапҡыр арттырып түләй. Был норма судьяларҙың ришүәтселегенә ҡаршы сара тип аңлатылып килһә лә, әлеге ваҡытта 5-се параграф non bis in idem принцибын (  лат. — «бер үк ғәйепкә ике яза түгел» ) ҡуллана тип ҡарала, йәғни бер үк суд тарафынан бер үк эште шул уҡ нигеҙҙәр буйынса ҡарауҙы тыя. Был норма тексынан шул да аңлашыла: хөкөм ҡарары, суд ҡарар сығарып, «мисәт баҫылған документ» бирелгәс тә көсөнә инә [77].

Суд инстанцияһы берәү генә булған — ҡала, ғибәҙәтхана йәки батша суды; батша судын батша судьялары башҡарған (ак. dayyānum), улар эштәрҙе коллегиаль рәүештә ҡараған. «Алла судында» ихтыяж тыуғанда, эш ғибәҙәтханаға тапшырылған. 

Батша, ғибәҙәтхана, община ағзалары һәм батша кешеләре милкен һаҡлау үҙгәртергә

Ҡанун яҙылған стеланың өлөштәре
 
Бабилдағы Мардук ғибәҙәтханаһы. У. Симпсон литографияһы

Хаммурапи ҡанундарының икенсе киҫәге батшаның, ғибәҙәтханаларҙың, община ағзаларының, батша кешеләренең милкен һаҡлауға арналған. Был киҫәк урлау (аккад.ак. šarāqum) һәм уға тиңләштерелгән башҡа ғәмәлдәр тураһындағы дөйөм положениеларҙан башлана (§§ 6—8). Бурға, йолаға ярашлы, моғайын, үлем язаһы бирелгәндер, айырым осраҡтарҙа ғына урланғандың хаҡын күп тапҡырҙарға арттырып ҡайтартыу сараһы ҡулланылған. Нәҡ ошо осраҡтар өсөн Ҡанундарҙа кире ҡайтарыу күләмдәре билдәләнгән [78].


Хеҙмәт өсөн түләнгән мөлкәтте һаҡлау үҙгәртергә

Боронғо Месопотамия яугирҙәренең төрлө категориялары. 1880 йыл, Дж. Раулинсон тарафынан яҡшыртылған рәсем
 
Ҡанундар яҙылған стеланың өлөшө

26-сы параграфтан хеҙмәт мөлкәтен һаҡлауға бағышланған киҫәк башлана. «Батшаның яу походына» барыу тураһындағы бойороҡто үтәүҙән баш тартҡан йә, хәрби бурыслы булһа ла, башҡа бер яугирҙе яллаған редумға йә баирумға үлем язаһы ҡаралған. Ғәҙәттә хәрби бурыслының яугир яллауын ҡулланылыусан ғәҙәт булған, әммә редум менән баирум ерҙе нәҡ хәрби хеҙмәттә ҡатнашҡан өсөн алған, шуға яу походына барыуҙан баш тартмаҫҡа тейеш булған. Үҙ бурысын үтәмәгән яугир батшанан алған хужалығынан мәхрүм ителгән һәм бурға тиңләштерелгән[79].

Хаммурапи яугирҙәре тураһында айырым хәстәрлек күргән һәм хәрби хеҙмәтте ылыҡтырғыс итергә тырышҡан. Нәҡ шуның өсөн 30 һәм 31-се параграфтарға хеҙмәттән китер өсөн ерен ташлап киткән яугир, китеүенә бер йылдан да артыҡ ваҡыт үтмәгән булһа, кире ҡайтырға һәм ерен яңынан алырға хоҡуҡлы булған. Өс йыл буйы әйләнеп килмәһә генә, ул хеҙмәт буйынса бирелә торған ерҙән мәхрүм ителгән. 32-се параграф әсирлеккә эләккән яугирҙе һатып алыу тәртибен билдәләй.


Күсемһеҙ мөлкәт менән операциялар һәм күсемһеҙ мөлкәткә ҡағылышлы хоҡуҡ боҙоуҙар үҙгәртергә

 
Бабилда ауыл хужалығы эштәре
 
Ҡанундар яҙылған стела өлөшө

Хаммурапи ҡанундарының дүртенсе өлөшө күсемһеҙ милек менән операцияларға һәм күсемһеҙ милеккә ҡағылышлы хоҡуҡ боҙоуҙарға бағышланған. Ҡуртымдың төрлө төрҙәренә айырым иғтибар бирелгән. 42-се параграфта ҡуртымсының ҡуртымға алған баҫыуҙа уңыш үҫтермәүе өсөн яуаплылығы билдәләнә. Әгәр ҡуртымсы эшенә яуапһыҙ ҡараһа, шул сәбәпле иген үҫмәһә һәм баҫыуҙы ҡый үләндәре баҫһа, йәғни баҫыу хужаһына зыян килтерелһә, ул «фаш ителергә» һәм баҫыу хужаһына «күршеләре биргән тиклем ашлыҡ» бирергә (йәғни был баҫыуҙа үҫеүе мөмкин булған тиклем күләмдә түләргә) тейеш булған. 43-сө параграфта ҡуртымсының баҫыуҙа бер эш тә башҡармайынса уны ташлап ҡуйғаны өсөн яуаплылыҡ билдәләнә: ул баҫыуҙы тейешле хәлгә килтерергә һәм хужаға «күршеләре биргән тиклем ашлыҡ» бирергә тейеш булған. 44-се параграф ерҙе өс йылға ҡуртымға алған ҡуртымсының яуаплылығын көйләй; йөкләмәһен өс йыл буйы үтәмәгән ҡуртымсы тейешле эштәрҙе (һөрөү, кәҫтәрен ватыу, тырматыу) башҡарырға, бынан тыш һәр бурruen ер өсөн 10 гур ашлыҡ бирергә тейеш булған[80].

45—48-се параграфтарҙа ҡуртым хоҡуғы буйынса аныҡлауҙар һәм өҫтәмәләр тәҡдим ителә.

Артабанғы параграфтар кабалалы ҡуртым килешеүҙәренә арнала.

Унан һуң сит кешенең күсемһеҙ милке булып торған баҫыуҙарға ҡарата хоҡуҡ боҙоу осраҡтары буйынса закондар бирелә.

Баҡсаларҙа, йорттарҙы ҡуртымға биреү һәм уларға бәйле хоҡуҡ боҙоуҙар үҙгәртергә

 
Бабил ҡалаһы. Роллендың «Боронғо тарих»ынан гравюра
 
Ҡануниәт яҙылған стеланың өлөшө

59-сы параграфтан баҡсаларға ҡағылышлы килешеүҙәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы ҡануниәт башлана. 59-сы параграф баҡсаның хужаһына белдереп тормайынса унда үҫкән ағастарҙы киҫкән өсөн яуаплылыҡ билдәләй. 60 һәм 61-се параграфтарҙа баҡсаға ағастар ултыртыу хаҡы баҡса хаҡының яртыһы күләмендә булыуы теркәлә. Ер биләүсе менән баҡсасы араһында баҡсаны бүлеү бишенсе йылда, эштең һөҙөмтәләре күренә башлағас, ғәмәлгә ашырыла.

Артабан мәжбүри ҡуртым мәсьәләләре ҡарала (§ 66). 

Стеланың 67-се параграф яҙылған өлөшө емерелгән.

73-сө параграфта йортто ҡуртымға алғанда көслөләр һәм байҙар яғынан енәйәттәрҙе булдырмау маҡсаты ҡуйыла.

Коммерция операциялары, уларҙа ҡатнашыусылар һәм коммерция операцияларына бәйле хоҡуҡ боҙоуҙар үҙгәртергә

Сауҙа итеүселәр һәм рибасылар эшмәкәрлеге үҙгәртергә

 
Бабилдың ҡатын-ҡыҙ жрецы сауҙа каруаны менән. Hutchinson’s story of the nations иллюстрацияһы, 1914

Был киҫәктә бурысҡа алған өсөн риба нормалары билдәләнә (§ 88): ашлыҡ рибаһы — биргән күләмдең биштән бер өлөшөн, көмөштөкө алтынан бер һәм бер ше тәшкил иткән; риба процентлап йә бер тапҡыр тотош түләнә алған. 89-сы параграфҡа ярашлы, бурысын һәм рибаны түләр көмөшө булмаған бурыслы риба өсөн натуралата иҫәпләшергә хоҡуҡлы булған. Әммә көмөш буйынса төп бурысын улай түләй алмаған, күрәһең. Закон менән билдәләнгән рибаны арттырырға йыйынған кредитор бурысҡа биргән бөтә суммаһынан мәхрүм ителгән (§ 90)[81].

Сауҙала закон боҙоуҙарҙан ҡабаҡ тотоу тармағына күселә. Күрәһең, ҡабаҡты тик ҡатын-ҡыҙҙар ғына тотҡандыр, сөнки Ҡанундарҙа тик ҡатын-ҡыҙ ҡабаҡсылар тураһында ғына һүҙ бара. 108-се параграфта ҡабаҡсыларҙың эшмәкәрлегендә закон боҙоуҙың ихтимал булған ике төрө ҡарала: 1) сикера өсөн игенләтә түләү алыуҙан баш тартыу 2) көмөштө үлсәгәндә стандарттан артыҡ ауырлыҡтағы гер файҙаланыу.

112—126-сы параграфтарҙа бурыс йөкләмәләре буйынса бәхәстәрҙең яҡтары булып профессиональ эшҡыуарҙар түгел, ә ябай община ағзалары торған осраҡтарҙы көйләүсе нормалар бирелә.

Ғаилә һәм мираҫ хоҡуғы үҙгәртергә

Никах һәм айырылышыу. Никах өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙар үҙгәртергә

 
Хаммурапи Ҡанундарында ғаилә хоҡуғы буйынса хеҙмәт

Хаммурапи ҡанундарының ҙур киҫәге ғаилә хоҡуғына арнала. 128-се параграфҡа ярашлы, «кеше ҡатын алһа, ләкин уға ҡағылышлы договор төҙөмәһә, был ҡатын ул кешенең ҡатыны түгел» тип табылған. Договор никахҡа инеүселәр араһында төҙөлгән; ата-әсә ҡарамағындағы кесе йәштәгеләр никахлашһа, договор уларҙың ата-әсәһе араһында төҙөлгән[82].

Сит кешенең ҡатыны менән бәйләнеү зина ҡылыуҙа ҡатнашыусыларҙың икеһе өсөн дә үлем язаһы менән тамамланған (§ 129): уларҙы бәйләп һыуға ырғытыу ҡаралған. Әммә ир кеше хыятнат иткән ҡатынын ғәфү итһә, икеһе лә иҫән ҡалдырылған[83].

Артабан никахты өҙөүгә ҡағылышлы нормалар китә.

144—149-сы параграфтар никахта килеп сығыу ихтималлығы булған айырым осраҡтарға ҡағыла.

Ғаиләлә мөлкәт мөнәсәбәттәре. Инцест һәм ғаиләлә башҡа төрлө хоҡуҡ боҙоуҙар үҙгәртергә

 
Ҡанундар яҙылған стела өлөшө
 
Месопотамиянан ҡатын-ҡыҙ башы

Ир кеше ҡатынына күсемле һәм күсемһеҙ мөлкәт бүләк итә алған, бүләк «мисәтле документ» менән рәсмиләштерелергә тейеш булған (§ 150). Был бүләккә, аталары вафат булғас, улдары дәғүә итә алмаған. Әсә кеше был бүләкте яратҡан улына тапшырырға, ә «икенсеһенә бирмәҫкә» хоҡуҡлы булған. Башҡа төрлө әйткәндә, бындай мөлкәт мираҫ эсенән сығарыла, әммә ғаиләнең эсендә ҡала. Тимәк, кейәүгә сыҡҡан ҡатын-ҡыҙ үҙ мөлкәтенә эйә булырға һәм уның менән үҙе теләгәнсә эш итергә хоҡуҡлы булған[84].

153-сө параграф «башҡа иргә әүрәү арҡаһында үҙенең ирен үлтерергә йыйынған ҡатын»ға ҡаҙыҡҡа ултыртыу язаһы бирелгән. 154-се параграф ҡыҙы менән ҡан бутаған атай кешене общинан ҡыуыу язаһын бирә. Ире менән яҡынлыҡта булған килене менән енси бәйләнешкә ингән ҡайны үлемгә дусар ителгән (§ 155). 156-сы параграфта ире менән яҡынлыҡта булмаған килен менән енси бәйләнешкә ингән ҡайныға йомшағыраҡ яза ҡаралған: ул килененә ярты мина көмөш бирергә һәм ҡалымын ҡайтарырға тейеш булған, ә килене икенсе иргә кейәүгә барырға хоҡуҡ алған. Улдың үҙ әсәһе менән ҡан бутауға юл ҡуйыуы айырыуса ҡаты язаға сәбәп булған: ғәйеплеләрҙең икеһе лә утта яндырылған (§ 158). Атаһы мәрхүм булғандан һуң был атанан балалары булған үгәй әсәһе менән бәйләнешкә ингән үгәй ул атай йортонан ҡыуылған (§ 158); норманың формалаштырыуынан шундай һығымта яһала: мәрхүм атаһына бала тапмаған үгәй әсәһе менән бәйләнеү енәйәт һаналмаған[85].


Мираҫ алыу һәм уллыҡҡа алыу үҙгәртергә

 
Ҡанундарҙың шына яҙыулы баҫмаһының бер бите
 
Ҡанундар яҙылған стеланың өлөшө

Атай кеше вафат булғандан һуң мираҫ мәсьәләләрен ҡарап, ҡанун яҙыусы бөтәһенән элек атай кеше иҫән саҡта улдарының береһенә бүләк («награда») итеп биргән мөлкәт мираҫ эсенә инмәүен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Бүләк яҙма документ менән рәсмиләштерелә һәм бүләкте алған улға атаһының вафатынан һуң тейешле мираҫ өлөшөнә индерелмәйенсә тапшырыла (§ 165); ошо уҡ параграф мираҫтың улдар араһында тигеҙ бүленергә тейешлеген нығыта. Мираҫ бүлешкәндә өйләнгән ағай-эне өйләнмәгән ҡәрҙәшенә, ул өйләнә алһын өсөн, мираҫҡа тейгән өлөшкә өҫтәп «ҡалым өсөн көмөш» бүлеп бирергә тейеш булған (§ 166). Әсәй кешенең бирнәһе мираҫ массаһына индерелмәгән: мәҫәлән, кешенең ике ҡатындан ике улы булһа, был улдар атай мираҫын тигеҙ итеп бүлешә, ә әсәнең бирнәһе уның үҙ балаларына ғына тапшырыла (§ 167)[86][87].

170 һәм 171-се параграфтар ҡолиәнән тыуған балаларҙың мираҫ хоҡуҡтарын көйләй.

Тол ҡатынға ҡағылышлы нормалар бар.  

185—194-се параграфтар уллыҡҡа алынған һәм тәрбиәгә бирелгән балаларға бағышлынған.

Шәхескә ҡаршы енәйәттәр үҙгәртергә

 
Хаммурапи ҡанундарында енәйәтселек хоҡуғы буйынса хеҙмәт

Хаммурапи ҡанундарының етенсе киҫәге (195—214-се параграфтар) шәхескә ҡаршы ҡылынған енәйәттәргә ҡағыла. Түбәндәге енәйәт составтары ҡарала: һуғышып үлтереү (§§ 207, 208), ауырлыны йә яралғыны үлтереү (§ 209—214). Тәнгә зыян килтереүгә түбәндәгеләр индерелә: һуғыу (яңаҡҡа — §§ 202—205, улының атаһына — § 195), күҙҙе зыянлау, һөйәкте һындырыу, теште һындырыу (§§ 196—201), һуғышҡанда йәрәхәтләнеү (§ 206). Был киҫәк атаһына һуҡҡан улға яза билдәләүҙән башлана — был енәйәттәе ҡылған ғәйепле улдың ҡул суғы ҡырҡып алына[88][89].

Ирекле кешеләрҙең ике сословиеһы — община ағзаһы булған авилумдар һәм тулы хоҡуҡлы булмаған мушкенумдар араһындағы — айырма Ҡанундарҙың ошо киҫәгендә аныҡ ҡулланылыш таба. Мөлкәт хәлдәре буйынса бер сама булһалар ҙа, шәхес мәсьәләһендә мушкенумдар асыҡтан-асыҡ «икенсе сортлы» ителә[70].

Күсмә мөлкәт менән операциялар, шәхси яллау һәм был өлкәләге хоҡуҡ боҙоуҙар үҙгәртергә

 
Бабил һөнәрселәре. Hutchinson’s story of the nations иллюстрацияһы, 1914
 
Боронғо Месопотамияла ҡолдар. The monuments and the Old Testament: evidence from ancient records иллюстрацияһы, 1900

Хаммурапи ҡанундарының һуңғы киҫәгенә  215—282-се параграфтар инә. Бында табип (§§ 215—217, 221—223) һәм ветеринар (§ 224) хеҙмәттәре өсөн түләү күләме билдәләнә, дауалау өсөн хаҡ дауалауҙың ҡатмарлылыҡ кимәленә һәм пациенттың сословие хәленә бәйле була. Дөйөм алғанда авилумды дауалау мушкенумды дауалауға ҡарағанда ике тапҡырға ҡиммәтерәк булып сыға, ә мушкенумды дауалау яҡынса ике тапҡырға ҡолдо дауалауҙан ҡиммәтерәк була[90].

Профессиональ бурыстарҙы тейешенсә үтәмәү арҡаһында мөлкәткә зыян килтергән йә кешеләрҙең һәләк булыуына йә имгәнеүенә сәбәп булған өсөн яуаплылыҡ билдәләнә. Был төркөмгә 218—220-се параграфтар инә. Кешегә уңышһыҙ операция яһаған өсөн — табипҡа, хайуанға уңышһыҙ операция өсөн — ветеринарға, насар төҙөлгән йорттоң емерелеп кешеләргә зыян килтергәне өсөн төҙөүсегә яза билдәләнә.

Киҫәктең байтаҡ өлөшө кеше, хайуан, транспорт саралары яллау тарифтарына арнала[90][91].

Мал яллау договорҙары 241—252 һәм 268—272-се параграфтарҙа көйләнә.  

Ҡанундарҙың һуңғы 278—282-се параграфтары ҡолдарға ҡағыла. Уларҙы һатып алыу тәртибе билдәләнә.

Аңлатмалар үҙгәртергә

  1. Здесь и далее Законы Хаммурапи цитируются по переводу В. А. Якобсона, опубликованному в следующем издании: История Древнего Востока. Тексты и документы: Учебное пособие / Под ред. В. И. Кузищина. — М.: Высшая школа, 2002. — С. 167—191.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Якобсон, 1987, с. 47—4847—48
  2. Клима, 1967, с. 170—171170—171
  3. Заблоцка, 1989, с. 100100
  4. Клима, 1967, с. 171171
  5. Дьяконов И. М. Реформы Урукагины в Лагаше // Вестник древней истории. — 1951. — № 1. — С. 29—30.
  6. Дьяконов, 1983, с. 210210
  7. Всемирная история / Отв. ред. Ю. П. Францев. — М.: Госполитиздат, 1955. — Т. I. — С. 207.
  8. Якобсон, 1987, с. 4949
  9. 9,0 9,1 Якобсон, 1987, с. 5757
  10. Заблоцка, 1989, с. 117117
  11. Трикоз, 2013, с. 225—235225—235
  12. Никитина, 2013, с. 3535
  13. Якобсон, 1987, с. 56—5756—57
  14. Никитина, 2013, с. 269—272269—272
  15. Трикоз, 2013, с. 232232
  16. Трикоз, 2013, с. 231—237231—237
  17. Заблоцка, 1989, с. 185185
  18. Никитина, 2013, с. 24—2524—25
  19. Никольский, 1959, с. 120120
  20. Дьяконов, 1983, с. 290290
  21. Клима, 1967, с. 176176
  22. Дьяконов, 1983, с. 291291
  23. 23,0 23,1 Якобсон, 1999, с. 138138
  24. Клима, 1967, с. 174174
  25. Дьяконов, 1983, с. 359359
  26. Никитина, 2013, с. 25—2625—26
  27. Якобсон, 1999, с. 138—139138—139
  28. Липин, 1954, с. 18—1918—19
  29. 29,0 29,1 Клима, 1967, с. 175175
  30. Никольский, 1959, с. 117117
  31. Никольский, 1959, с. 115—116115—116
  32. Никитина, 2013, с. 2626
  33. Волков, 1910, с. 301—302301—302
  34. Бузескул, 1923, с. 169169
  35. Тураев, 1936, с. 105105
  36. Бузескул, 1923, с. 167—168167—168
  37. Волков, 1910, с. 303303
  38. Волков, 1910, с. 303—314303—314
  39. Саггс, 2004, с. 155155
  40. Никитина, 2013, с. 2929
  41. Муретов, 1903, с. 291291
  42. Гусаков А. Г. Законы царя Хаммураби. — СПб.: Типо-лит. Шредера, 1904. — С. 3—4.
  43. Волков, 1914, с. III—IVIII—IV
  44. История Древнего Востока. Тексты и документы: Учебное пособие / Под ред. В. И. Кузищина. — М.: Высшая школа, 2002. — С. 168—169.
  45. Дьяконов, 1952, с. 205205
  46. 46,0 46,1 Якобсон, 1987, с. 22
  47. Волков, 1914, с. 8080
  48. Липин Л. А. Аккадский язык / Под общ. ред. Г. П. Сердюченко. — М.: Наука, 1964. — С. 23.
  49. Oriental Studies in the USSR: Annual 1988. — Moscow: Nauka, 1989. — P. 97.
  50. Волков, 1910, с. 303—304303—304
  51. The Babylonian World / Ed. by Gwendolyn Leick. — L.: Routledge, 2007. — P. 159.
  52. Заблоцка, 1989, с. 221221
  53. Клима, 1967, с. 3434
  54. Sarton G. Ancient Science Through the Golden Age of Greece. — New York: Dover Publications, 2012. — P. 87.
  55. Клима, 1960, с. 8282
  56. Волков, 1910, с. 309—310309—310
  57. Никитина, 2013, с. 3030
  58. Якобсон, 1999, с. 140140
  59. Якобсон, 1987, с. 6767
  60. 60,0 60,1 Дьяконов и Магазинер, 1952, с. 303303
  61. Клима, 1960, с. 80—8180—81
  62. Якобсон, 1987, с. 7—937—93
  63. Никитина, 2013, с. 31—3231—32
  64. 64,0 64,1 Клима, 1967, с. 177177
  65. Якобсон, 1987, с. 93—9493—94
  66. Stol M. Epilepsy in Babylonia. — Groningen: STYX, 2004. — P. 143. — (Cuneiform Monographs, 2).
  67. Richardson, 2004, p. 386
  68. Волков, 1914, с. 58—6158—61
  69. История Древнего Востока. Тексты и документы: Учебное пособие / Под ред. В. И. Кузищина. — М.: Высшая школа, 2002. — С. 191.
  70. 70,0 70,1 Якобсон, 1987, с. 306—307306—307
  71. Шарпен, 2013, с. 111—112111—112
  72. Якобсон, 1987, с. 68—36068—360
  73. Якобсон, 1987, с. 96—10496—104
  74. Дьяконов и Магазинер, 1952, с. 299—300299—300
  75. Кечекьян, 2011, с. 9090
  76. Дьяконов и Магазинер, 1952, с. 300300
  77. Якобсон, 1987, с. 103—104103—104
  78. Якобсон, 1987, с. 134134
  79. Якобсон, 1987, с. 146146
  80. Якобсон, 1987, с. 161—163161—163
  81. Якобсон, 1987, с. 198—200198—200
  82. Якобсон, 1987, с. 256—258256—258
  83. Якобсон, 1987, с. 258—260258—260
  84. Якобсон, 1987, с. 267—268267—268
  85. Якобсон, 1987, с. 268—271268—271
  86. Якобсон, 1987, с. 275—277275—277
  87. Дьяконов и Магазинер, 1952, с. 293293
  88. Якобсон, 1987, с. 287—306287—306
  89. Дьяконов и Магазинер, 1952, с. 295295
  90. 90,0 90,1 Якобсон, 1987, с. 313—314313—314
  91. Дьяконов и Магазинер, 1952, с. 282282

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Бузескул В. П. Открытия XIX и начала XX века в области истории Древнего мира. Часть I. Восток. — Пг.: Academia, 1923. — 222 с.
  • Текст сборника Законов Хаммураби в переводе: Пер. и комм. И. М. Волкова // Законы вавилонского царя Хаммураби. С 8 рисунками и картой / Под общ. ред. Б. А. Тураева. — М.: Товарищество скоропечатни А. А. Левенсон, 1914. — 81 с. — (Культурно-исторические памятники Древнего Востока, Вып. I).
  • Волков И. М. Кодекс Гаммураби. I. Открытие кодекса // Журнал Министерства народного просвещения. — 1910. — С. 301—316.
  • Волков И. М. Кодекс Гаммураби. II. Гаммураби и его царствование // Журнал Министерства народного просвещения. — 1912. — С. 65—77.
  • Законы Вавилонии, Ассирии и Хеттского царства: Пер. и комм. под. ред. И. М. Дьяконова // Вестник древней истории. — 1952. — № 3 (40). — С. 199—206.
  • Дьяконов И. М., Магазинер Я. М. Старо-вавилонские законы. Комментарий // Вестник древней истории. — 1952. — № 3 (40). — С. 262—303.
  • Заблоцка Ю. История Ближнего Востока в древности (от первых поселений до персидского завоевания) / Пер. с польск. Д. С. Гальпериной. — М.: Наука, 1989. — 415 с.
  • История Востока / Отв. ред. В. А. Якобсон. — М.: Восточная литература, 1999. — Т. 1. — 688 с.
  • История древнего Востока. Зарождение древнейших классовых обществ и первые очаги рабовладельческой цивилизации. Часть I. Месопотамия / Под ред. И. М. Дьяконова. — М.: Наука, 1983. — 534 с.
  • Кечекьян С. Ф. Право древнего Вавилона // Всеобщая история государства и права / Под ред. В. А. Томсинова. — М.: Зерцало, 2011. — Т. 1. — С. 47—90.
  • Кистяковский И. А. Новый законодательный памятник древности. — Научное Слово. — 1904. — Кн. VI. — С. 61—72.
  • Кленгель-Брандт Э. Путешествие в древний Вавилон / Пер. с нем. Б. М. Святского. — М.: Наука, 1979. — 259 с.
  • Клима Й. Законы Хаммурапи // Зарубежное востоковедение. — М.: Издательство восточной литературы, 1960. — В. 1. — С. 77—87.
  • Клима Й. Общество и культура древнего Двуречья / Пер. с чешск. Л. П. Можанской и Е. В. Тарабрина. — Прага: Academia, 1967. — 274 с.
  • Крамер С. Н. История начинается в Шумере / Пер. с англ. Ф. Л. Мендельсона. — М.: Наука, 1965. — 256 с.
  • Крамер С. Н. Шумеры. Первая цивилизация на Земле / Пер. с англ. А. В. Милосердовой. — М.: Центрполиграф, 2002. — 383 с.
  • Кулишер М. И. Основы уголовного, гражданского и торгового права четыре тысячи лет назад // Труды Юридического общества при Императорском Санкт-Петербургском университете. — СПб.: Типография М. М. Стасюлевича, 1910. — Т. I. — С. 306—341.
  • Липин Л. А. Древнейшие законы Месопотамии // Палестинский сборник. — 1954. — В. 1 (63). — С. 14—58.
  • Лопухин А. П. Вавилонский царь правды Аммураби и его новооткрытое законодательство в сопоставлении с законодательством Моисеевым. — СПб.: Типография П. П. Сойкина, 1904. — 53 с.
  • Магазинер Я. М. Основные черты старовавилонского права как права рабовладельческого общества // Eos. — Wazszawa: Polsk. Tow. Fil., 1956. — Vol. 48.3. — P. 29—44.
  • Муретов В. Новооткрытый кодекс вавилонского царя Гаммураби (за 2300 лет до Р. Хр.) в его отношении к Моисееву законодательству // Богословский вестник. — 1903. — Т. 2. — № 6. — С. 284—321.
  • Никитина А. Д. Правовая культура Ашшура и Вавилонии в первой половине II тысячелетия до н. э.: Дис. … докт. ист. наук. — М.: Институт востоковедения РАН, 2013. — 369 с.
  • Никольский Н. М. Культура древней Вавилонии. — Мн.: Издательство АН БССР, 1959. — 183 с.
  • Рейснер М. А. Идеологии Востока: Очерки восточной теократии. — 2-е изд. — М.: Книжный дом «ЛИБРОКОМ», 2012. — 344 с.
  • Саггс Г. Величие Вавилона. История древней цивилизации Междуречья / Пер. с англ. Л. А. Игоревского. — М.: Центрполиграф, 2012. — 463 с.
  • Саггс Х. Вавилон и Ассирия. Быт, религия, культура / Пер. с англ. Л. А. Карповой. — М.: Центрполиграф, 2004. — 234 с.
  • Сергеевич В. И. Законы царя Хаммураби и Библия о несвободных людях // Журнал Министерства юстиции. — 1908. — № 9. — С. 1—18.
  • Струве В. В. История древнего Востока. — 2-е изд. — Л.: Госполитиздат, 1941. — 482 с.
  • Трикоз Е. Н. «Кодекс Ур-Наммы»: особенности шумерской правовой традиции // Известия высших учебных заведений. Правоведение. — 2013. — № 1. — С. 225—237.
  • Тураев Б. А. История древнего Востока / Под ред. В. В. Струве и И. Л. Снегирева. — 3-е изд. — Л.: Соцэкгиз, 1936. — Т. I. — 359 с.
  • Шарпен Д. Хаммурапи, царь Вавилона / Пер. с фр. Б. Е. Александрова. — М.: РГГУ, 2013. — 312 с.
  • Якобсон В. А. Законы // История древнего мира: Ранняя древность / Отв. ред. И. М. Дьяконов. — 3-е изд. — М.: Наука, 1989. — С. 99—108.
  • Якобсон В. А. Законы Хаммурапи как источник по истории древней Месопотамии: Дис. … докт. ист. наук. — Л.: Ленинградское отделение Института востоковедения АН СССР, 1987. — 401 с.
  • Dyneley P. J. Review: The Code of Hammurabi // The American Journal of Theology. — 1904. — Vol. 8. — № 3. — P. 601–609.
  • Richardson M. E. J. Hammurabi's Laws: Text, Translation and Glossary. — London; New York: T & T Clark International, 2004. — 423 p. — (T & T Clark academic paperbacks).

Һылтанмалар үҙгәртергә

 
Логотип Викитеки
Викикитапханала был тема буйынса текст оригиналы бар.
Ҡарағыҙ Codex Hammurabi