Халыҡ-ара балалар китабы көнө

Халыҡ-ара балалар китабы көнө 2 апрелдә, Х. К. Андерсендың тыуған көнөндә үткәрелә. 1967 йылда некоммерческой организацией Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте буйынса совет (IBBY) коммерцияһыҙ ойошма тарафынан булдырылған. Был көндә IBBY ике йылға бер Х. К. Андерсен исемендәге премия тапшыра. Бүләк балалар өсөн яҙған яҙыусыға һәм балалар китаптарына һүрәттәр төшөрөүселәргә бирелә.

Халыҡ-ара балалар китабы көнө
Нигеҙләү датаһы 1967
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Балалар әҙәбиәте
Нигеҙләүсе IBBY[d]
Төп тема детская книга[d]
Йылдың көнө 2 апрель
 Халыҡ-ара балалар китабы көнө Викимилектә
Балалар һәм китаптар

Халыҡ-ара балалар китабы көнөн үткәреү инициативаһын билдәле немец яҙыусыһы Йелле Лепман күтәреп сыға[1].

Йыл һайын был Халыҡ-ара көнгә IBBY-ның милли ойошмаларының берәйһе спонсорлыҡ ярҙамы күрһәтә. Шул ойошманың ниндәйҙер яҙыусыһы йәки рәссамы балаларға мөрәжәғәтнамә һәм ярашлы плакат авторы булып сығыш яһай. Артабан мөрәжәғәтнамәне һәм плакатты IBBY икенсе илдәрҙә файҙалана.

Х. К. Андерсен исемендәге премияның Башҡортостандағы лауреаты үҙгәртергә

Башҡортостанда ла Х. К. Андерсен исемендәге премия лауреаты бар. Ул Әлибаев Сафуан Әфтәх улы - Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы (1986), Башҡортостан Республикаһының балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы (2013) лауреаты, ЮНЕСКО-ның Г. Х. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Маҡтаулы диплом эйәһе (1996), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2011).

Шулай уҡ ҡара үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә


  Был китап тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ. Ҡалып:Ханс Кристиан Андерсен