Хализова Мария Ивановна

һауынсы, Социалистик Хеҙмәт Геройы

Хализова Мария Ивановна (13 май 1929 йыл — 8 апрель 2008 йыл) — малсылыҡ алдынғыһы. 1953—1985 йылдарҙа Иглин районы «Путь Ленина» колхозы һауынсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Башҡорт АССР-ының иң яҡшы һауынсыһы (1957. РСФСР-ҙың алтынсы саҡырылыш Юғары Советы (1963—1967) депутаты.

Хализова Мария Ивановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 13 май 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Ленинский, Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 8 апрель 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Ленинский, Иглин районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Биографияһы үҙгәртергә

Мария Ивановна Хализова (Гилёва) 1929 йылдың 13 майында Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны[1] Ленинский ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Атаһы Иван Михайлович менән әсәһе Ксения Трофимовнаның 12 балаһы — 10 ҡыҙы һәм 2 улы — була. Тулы булмаған урта белем ала. 16 йәшендә Ленинскийҙағы фермаға эшкә сыға. Тәүҙә быуаҙ таналарҙы ҡарай, шунан бер йыл быҙауҙарҙы ашата, эсерә, һыйырҙар тәрбиәләшә.

1945—1953 йылдарҙа быҙау ҡараусы, шунан һауынсы булып эшләй. 1963 йылдан — Нуриман (һуңынан Иглин) районының «Путь Ленина» колхозындағы һөтсөлөк фермаһының өлкән һауынсыһы.

Производство күрһәткестәрен йылдан-йыл арттыра бара — бер һауын һыйырынан 2 000 килограмға тиклем һөт һауып ала. 1957 йылда төркөмөндәге һәр һыйырҙан — 3 117 килограмм, 1959 йылда — 3 493 килограмм, 1961 йылда 3 877 килограмм һөт һауа. Һөтсөлөк фермаһында был йылдарҙағы күрһәткестәр 2 977 килограмдан 3 596 килограмғаса күтәрелә. Төркөмөндәге һыйырҙарҙы һауыу менән генә сикләнмәй, коллектив менән ҙур ойоштороу эше лә башҡара, зоотехник хисап һәм ферманың отчетлылығын алып барыуға өлөш индерә.

Малсылыҡты үҫтереүҙә, ит, һөт һәм башҡа продукцияны етештереүҙә һәм әҙерләүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йыл 22 март Указы менән М. И. Хализоваға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1985 йылға тиклем Иглин районы «Путь Ленина» колхозында һауынсы булып эшләй.

РСФСР-ҙың алтынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1963—1967). III Бөтә Союз колхозсылар съезы, СССР-ҙың VII ҡулланыусылар кооперацияһы вәкилдәре съезы делегаты. Иглин район Советы депутаты итеп һайлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов; т. 7. Ф-Я. 2011. −624 с.. науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Һылтанмалар үҙгәртергә