Хайку (япон. 俳句) — традицион япон вака лирик шиғриәте жанры, XIV быуаттан билдәле. XVI быуатта үҙаллы жанр булып айырылып сыға, ул ваҡытта хокку тип йөрөтөлә; хәҙерге исемен XIX быуатта шағир Масаока Сики тәҡдим итә[1]. Хайку яҙған шағир хайдзин (япон. 俳人) тип йөрөтөлә. Жанрҙың иң билдәле вәкилдәренең береһе булып әлегә тиклем Мацуо Басё ҡала.

Хайку
япон. 俳句
Рәсем
Нигеҙләүсе Масаока Сики[d]
Алдағы хайкай[d]
Ил  Япония
 Хайку Викимилектә

Хайкуның төҙөлөшө һәм жанр билдәләре үҙгәртергә

Оригиналь япон хайкуһы иероглифтарҙан бер бағана хасил иткән 17 ижектән тора[2] (Басё ижадында ижек составы нормаһынан тайпылыуҙр ҙа осрай). Айырғыс һүҙҙәр — кирэдзи (япон. 切れ字кирэдзи?, «киҫеүсе һүҙ») — менән хайку 12:5 нисбәтендә йә 5-се ижектә, йә 12-селә бүленә. Көнбайыш телдәренә тәржемә иткәндә кирэдзиға тап килгән урындарҙа шиғыр юлында өҙөк яһала[3] һәм, шулай итеп, хайку өс юллыҡтар рәүешен ала. 1970-се йылдарҙа Америка хайку тәржемәсе Хироаки Сато хайку тәржемәләрен моношиғыр итеп яҙырға тәҡдим итә. Уны артынса Канада шағиры Кларенс Мацуо-Аллар көнбайыш телдәрендә яҙылған төп нөсхә хайкулар ҙа бер юллы булырға тейеш тип белдерә. Һирәк кенә ике юллы хайкулар осрай.

Классик хайкула тәбиғәт образы үҙәк урынды биләй, ул асыҡтан-асыҡ йә ситләтеп кеше тормошон сағылдыра. Шул уҡ ваҡытта текста йыл миҙгеле күрһәтелергә тейеш, бының өсөн мотлаҡ киго — «миҙгел һүҙе» элементы ҡулланыла. Хайку хәҙерге заманда ғына яҙыла: автор үҙе әле генә күргәндән йә ишеткәндән тыуған хистәрен тасуирлай. Хайку яҙыу сәнғәте — өс юлда мәлде һүрәтләү оҫталығы ул. Әҙ һүҙ ҡулланып, күпте әйтеү — хайкуның төп принцибы.

Хайку йыйынтыҡтарында ғәҙәттә һәр шиғыр айырым биттә баҫыла. Был уҡыусы яйлап, уйлап, ҡабаланмай ғына шиғырға һалынған хис-тойғоларҙы һәм уй-фекерҙәрҙе үҙләштерһен өсөн эшләнә.

Японияла хайку тарихы үҙгәртергә

«Хокку» һүҙе (япон. 発句, «башланғыс строфа») тәүҙә икенсе бер япон формаһының — рэнганың (япон. 連歌рэнга?, «строфаларҙы теҙеү») — беренсе строфаһын йәки танканың беренсе строфаһын аңлата. Эдо дәүере башынан (XVII быуат) хокку үҙ аллы әҫәр булараҡ йәшәй башлай. «Хайку» терминын шағир һәм тәнҡитсе тәҡдим Масаока Сики XIX быуат аҙағында был формаларҙы айырыу өсөн тәҡдим итә.

Хайку, шиғриәтте героик һәм һарай эпосы ҡағиҙәләре йоғонтоһонан ҡотҡарып, япон шиғриәтен демократлаштыра. Хайку яңы күренеш булғанлыҡтан әлегә бер ниндәй ҡануни мәктәп булмай, һәм хайку авторҙары биш юллыҡтар яҙған авторҙарға ҡарағанда ижади эҙләнеүҙәрендә күпкә азатыраҡ була.

Хайку үҙенең үҫешендә бер нисә этап үтә. Шағирҙар Аракида Моритакэ (1465—1549) һәм Ямадзаки Сокан (1465—1553) уны комедия жанрындағы миниатюра тип күҙ алдына килтерә. Хайкуны төп лирик жанрға әйләндереүгә Мацуо Басё (1644—1694) ҙур өлөш индерә.

Шағир һәм рәссам Ёса Бусон (17161783) исеме менән хайку тематикаһын киңәйтеү бәйләнгән.

XIX быуат аҙағы — XX быуат башында Масаока Сика хойку яҙыуҙа һынлы сәнғәттән отоп алынған сясэй (япон. 写生сясэй?, «натуранан һүрәтләү») ысулын ҡуллана, был хайку жанрында реализм үҫешенә булышлыҡ итә.

Бөгөн хайку популяр шиғриәт жанры булып ҡалыуын дауам итә. Яңы йылды байрам иткәндә Японияла йылдың тәүге ҡарына йә тәүге төшкә арналған хайкулар яҙыла.

Билдәле хайку авторҙары үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Higginson, William J. The Haiku Handbook, Kodansha International, 1985, ISBN 4-7700-1430-9, p.20
  2. Lanoue, David G. Issa, Cup-of-tea Poems: Selected Haiku of Kobayashi Issa, Asian Humanities Press, 1991, ISBN 0-89581-874-4 p.8
  3. Higginson, William J. The Haiku Handbook, Kodansha International, 1985, ISBN 4-7700-1430-9, p.102

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Дьяконова Е. Как читать и понимать хайку (неопр.). Arzamas. Дата обращения 15 апреля 2017.
  • Ричард Медхарст. Японская поэзия хайку: искусство краткости (рус.). Nippon.com (5 июня 2017). Дата обращения 5 июня 2017.

Сығанаҡтар үҙгәртергә