Фәйзуллина Гәүһәр Садиҡ ҡыҙы

малсылыҡ алдынғыһы

Фәйзуллина Гәүһәр Садиҡ ҡыҙы (10 июнь 1924 йыл — 6 апрель 1987 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. 1954—1979 йылдарҙа Баймаҡ районы «Ҡыҙыл Октябрь» колхозы һауынсыһы. РСФСР-ҙың 7‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының иң яҡшы һауынсыһы (1963). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Фәйзуллина Гәүһәр Садиҡ ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 10 июнь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Үрге Иҙрис ауылы, Йылайыр кантоны, Башҡорт АССР-ы
Вафат булған көнө 6 апрель 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (62 йәш)
Вафат булған урыны Үрге Иҙрис ауылы, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө һауынсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены Ленин ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Гәүһәр Садиҡ ҡыҙы Фәйзуллина 1924 йылдың 10 июнендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны[1] Үрге Иҙрис ауылында тыуған. Тулы булмаған урта белемле.

1941 йылда Баймаҡ районының «Беренсе май» колхозында эшләй башлай. 1942—1953 йылдарҙа Баймаҡ районының эзбиз карьерында забойсы, 1953—1955 йылдарҙа — Түбә руднигында урман ҡырҡыусы булып эшләй. 1955 йылдан — ошо уҡ районда «Ҡыҙыл Октябрь» колхозында һауынсы.

Гәүһәр Фәйзуллина һауынсы булып эшләү осоронда миллиондан ашыу килограмм һөт һауа. Үҙенең юғары һауымлы төркөмөн йәш һауынсыларға тапшырып, тәүгә быҙаулаған һыйырҙар төркөмөн йыя һәм тағы ла юғары һауымға өлгәшә. Уның төркөмөндәге һыйырҙарҙан уртаса һауым 1962 йылда 2895 килограмм, 1963 йылда — 3085 килограмм, 1964 йылда — 3102 килограмм, 1965 йылда — 3179 килограмм тәшкил итә. 1966 йылда үҙенә беркетелгән 22 баш һыйырҙың һәр береһенән 3057-шәр килограмм һөт ала, шул уҡ ваҡытта бер центнер продукцияның үҙҡиммәте пландағы менән сағыштырғанда 1 һум 90 тингә кәметелә.

Өлкән һауынсы булараҡ, һөт етештереү һәм эшкәртеү фермаһы менән уңышлы етәкселек итә, тиҫтәләрсә һауынсыға үҙ оҫталығы серҙәрен өйрәтә. Йыл һайын ферма һөт һауыуҙы арттыра. Ул етәкләгән һауынсылар бригадаһы «Коммунистик хеҙмәт бригадаһы» исемен яулай, ферма Баймаҡ районының алдынғы тәжрибә мәктәбенә әйләнә. Һигеҙ һауынсынан торған бригада, 1962—1965 йылдарҙа 158 һыйырҙан, план буйынса 3200 центнер урынына йыл һайын 4120-шәр центнер һөт һауа. Әгәр 1962 йылда һәр һыйырҙан һауым 2365 килограмм тәшкил итһә, 1965 йылға, йыллыҡ план 2100 килограмм булғанда, һәр һыйырҙан һауым 2456 килограмға етә.

1966 йылдың 22 мартында малсылыҡты үҫтереүҙә, һөт әҙерләү һәм етештереүҙе арттырыуҙа өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Г. С. Фәйзуллинаға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1979 йылда пенсияға киткәнсе Гәүһәр Фәйзуллина Баймаҡ районының Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхозда ферма мөдире, һауынсы булып эшләй.

1987 йылдың 6 апрелендә үҙе йәшәгән Үрге Иҙрис ауылында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.

Һылтанмалар үҙгәртергә