Фридрих I Барбаросса

Изге Рим империяһы императоры

Фридрих I Гогенштауфен (нем. Friedrich I Rotbart; 1122 йыл аҙағы, Вайнгартен монастыры, Баден-Вюртемберг — монастыры 1190 йылдың 10 июне, Селиф йылғаһы) — 1152 йылдан Германия короле, 1155 йылдан Изге Рим империяһы императоры, 1147—1152 йылдарҙа Фридрих III исеме аҫтында Швабия герцогы.

Фридрих I Барбаросса
нем. Friedrich I Rotbart
Герб
Рәсем
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  Изге Рим империяһы[4]
Титул герцог[d], count of Burgundy[d] һәм Изге Рим империяһы императоры[d]
Исем Frédéric Barberousse[5]
Тыуған көнө декабрь 1122[2][6][7][…]
Тыуған урыны Агно[d], Швабия[d], Изге Рим империяһы
Вафат булған көнө 10 июнь 1190[8] (67 йәш) или 24 июнь 1190({{padleft:1190|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[3] (67 йәш)
Вафат булған урыны Гёксу[d], Киликийское армянское государство[d][8]
Үлем төрө смерть от несчастного случая[d][8]
Үлем сәбәбе батып үлеү[d][9]
Ерләнгән урыны Церковь Святого Петра[d]
Атаһы Фридрих II Одноглазый[d][10]
Әсәһе Юдифь Баварская[d][10]
Бер туғандары Юдит Гогенштауфен[d], Берта, герцогиня Лотарингии[d], Луитгард Швабская[d] һәм Конрад[d]
Хәләл ефете Адела фон Фобург[d] һәм Беатрис I[d][10]
Балалары Филипп Швабский[d][10], Генрих VI[d][10], Фридрих V[d][11], Фридрих VI[d], Конрад II[d][11], Оттон I[d], Беатриса Швабская[d], Sophie of Hohenstaufen[d] һәм Agnes von Staufen[d]
Нәҫеле Гогенштауфены[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы Рим короле[d], Изге Рим империяһы императоры[d] һәм герцоги Швабии[d]
Милке Kaiserpfalz Kaiserslautern[d] һәм Torre del Barbarossa[d]
Телгә алынған хеҙмәттәр Sid Meier’s Civilization VI[d]
 Фридрих I Барбаросса Викимилектә

Барбаросса ҡушаматы уға ерән һаҡалы арҡаһында Италияла тағылған (итал barba, «һаҡал» һәм rossa, «ерән»).

Биографияһы  үҙгәртергә

Фридрих Шваб герцогы, Фридрих II Һыңар күҙле һәм уның ҡатыны Юдит Бавариялының улы, Рейн пфальцграфы Конрадтың ҡан туғаны; Германия короле Конрад III бер туғанының улы племянник[1]. 1147 йылда атаһы вафат булғандан һуң, ул Шваб герцогы була. Икенсе тәре походында ҡатнашҡан һәм күп тә үтмәй үҙенең ҡыйыулығы һәм ҡаһарманлығы арҡаһында дөйөм ихтирам яулаған. Германияға ҡайтҡас, ауырыу король (уның бабаһы) кенәздәргә үҙенең вариҫы итеп Фридрихты һайларға тәҡдим иткән. Уның вафат булыуына  Ул 1152 йылдың 15 февралендә король үлгән, ә 4 мартта бушаған тәхетте Фридрих биләгән.

Холҡо  үҙгәртергә

Яңы король теремек аҡылға эйә, мөләйем һәм хатта иҫ киткес шәп әңгәмәләш, ҡатмарлы эшкә тотоноуға предприятие һәм данға ҡомһоҙ бик һәйбәт рыцарь, намыҫлы һәм йомарт ғали йәнәптәре, яғымлы һәм дингә тоғро христианин, йәш һәм физик яҡтан бик ныҡ йәш кеше булған. Ләкин уның был абруйы, хәйер, ул саҡтағы бөтә монархтарға хас етешһеҙлектәрен йәшермәй. Шулай, асыуы ҡабарған саҡта Фридрих уғата ҡаты күңелле булған, ҡаршы тороуға түҙеп тормаған һәм үҙ маҡсатына ирешеү өсөн ҡанһыҙ рәхимһеҙлектәргә лә әҙер булған. Уның власть яратыуы сикһеҙ булған, әммә ул бер ваҡытта ла ғәҙәттән тыш көслө эшкә тотонорға һәм шау-шыулы уңышҡа өлгәшергә хыялланмаған. Ул нимәгә тотонһа ла, барыһы ла реаль һәм уйланылған булған. Шуға күрә, иң ҡатмарлы эшкә тотонған сағында ла, уға йыш ҡына уңыш юлдаш булған. Хәйер, ул был юҫыҡта бик күп эштәр эшләгән.булһа ла, ғүмеренең төп хыялы — Бөйөк Карл империяһының элекке ҡеүәтен тергеҙеү — тормошҡа ашырылмай ҡала.

Полководец үҙгәртергә

Фридрих Барбаросса, ҡорос доспехтарға ҡоршалған төп көсө ауыр рыцарь атлылары  булған үҙ заманы өсөн күп һанлы  европа армияһын  булдырған һәм уны  ойоштороуҙо камиллаштырған.

Ул урта быуаттар хәрби сәнғәте классигы тип танылған. Уның идаралығындағы герман рыцарлығы  Европаның башҡа күп кенә милли рыцарь ойошмалары өлгө алырлыҡ булған.

Рыцарь үҙгәртергә

 
Фридрих I Барбаросса (уртала). XIII быуат һүрәте.

Фридрих Барбаросса  рыцарь исемен йөрөтөү мөмкинлеге биргән феодаль хоҡуҡ яҡлы булған. Уның указы буйынса, бөтә атрибуттар менән, рыцарь ярышында ҡатнашыу хоҡуғына тик сығышы буйынса рыцарь булғандар ғына эйә.

Тик рыцарь ғына күкрәксә тартмайылы ҡайыш, рыцарь ҡәмәре һәм алтын шпора кейеп йөрөй алған.  Король дәртләндереп бүләк иткән был әйберҙәр немец рыцарҙарының иң яратҡан наградалары булып һаналған.

Изге Рим империяһы императоры үҙгәртергә

1155 йылда Фридрих I Барбаросса Изге Рим империяһының императоры булып киткән һәм дәүләтте нығытыу сәйәсәтен үткәрә башлаған.

Фридрих I Барбаросса осоронда урта быуат Изге Рим империяһы үҙенең юғары сәскә атыуына һәм хәрби ҡеүәтенә етә. Әммә ысынбарлыҡта ул бүлгеләнеп бөткән булған.

Беренсе итальян походы  үҙгәртергә

1154 йылда Фридрих үҙ ғәскәре менән Альп туҙарын аша сыға һәм Италияға баҫып инә. Был ваҡытта папа  Адриан IV 1143 йылда сенат барлыҡҡа килтергән һәм ҡала менән идара итеүҙе үҙ ҡулына эләктергән рим юғары ҡатламы менән көсөргәнешле көрәш алып барған. Башланып киткән сыуалыштар арҡаһында папа үҙ резиденцияһын ташлап киткән һәм Витербоға күскән. Сенат Фридрихҡа тажды римлеләр ҡулынан алыуҙы тәҡдим иткән, әммә король Италияға, тынысһыҙ халыҡтан ваҡытлыса мәрхәмәт һорарға түгел, кәрәк булһа, принц булараҡ, ҡорал ярҙамында ата-бабалары мираҫын тулыһынса алырға ниәтләнгәнен тәкәббер рәүештә иғлан иткән. 17 июндән 18 июнгә ҡаршы төндә Фридрих ғәскәре изге Пётр соборына яҡын барлыҡ ерҙе биләгән. Адриан Фридрихты, император тажы кейҙереп, тантаналы рәүештә тәхеткә ултыртҡан. Әммә кис римлеләр Капитолийҙан изге Пётр кварталына һөжүмгә юлланған. Кис буйы ҡан ҡойошло һуғыш барған, һәм ҡала халҡының һөжүме кире ҡағылған. Икенсе, 19 июнь, иртәһенә, император һәм папа, ысынында яуланып өлгөрмәгән мәңгелек ҡаланы ҡалдырып киткән. Бер нимә лә эшләп булмағанын аңлағас, Фридрих сентябрҙә Германияға кире ҡайтҡан. Шул ваҡыттан бирле ул даими рәүештә уйы менән Италияла булған. Һәм ул элек тә белгән, таж кейҙереү тантанаһы ваҡытында, һуңғы тиҫтә йылдар дауамында был илдең ысынбарлыҡта бойондороҡһоҙ булыуына, был илдә немец өҫтөнлөгөн раҫлау өсөн, уны яңынан яуларға тейеш булыуына тулыһынса инанған.

Икенсе итальян походы  үҙгәртергә

 
Фридрих I Барбаросса. Баҡыр гравюрала (1847 й.)

1158 йыл — икенсе итальян походы. Уның төп маҡсаты булып, Конрад II осоронан бирле  бойондороҡһоҙлоғон күрһәтергә күнеккән һәм Ломбардияла империя дошмандарының төп таянысы булып ҡалған Миланды буйһондороу булған. Хәрәкәт итә башлар өсөн, Фридрих бөтә немец кенәздәрен йәлеп итергә тырышҡан һәм ҙур армия булдырған. Көсө күп булыуы уның ниәтен башлауға ыңғай мөмкинлек бирә. Август айында Милан ҡамалған һәм 1 сентябрҙә баш һалған. Миланлылар ҙур яһаҡ түләргә, аманатҡа кешеләр бирергә, юлға аҡса һуғыуҙан һәм юл пошлинаһын йыйыуҙан баш тартырға тейеш булған. Фридрих ҡала үҙәгендә һарай төҙөткән һәм унда үҙенең гарнизонын ҡуйған. Ҡан түкмәй генә еңел яуланған ошо еңеү ломбардтарға ныҡ тәьҫир иткән. Ронкалала съезд йыйып, Фридрих итальяндарға үҙенең альп арты биләмәләре менән идара итеүе ниндәй принципҡа нигеҙләнеүен еткергән. Йәмәғәт юлдары, ҡушылдыҡтары менән судно йөрөрлөк йылғалары, порттар һәм гавандар империя чиновниктары күҙәтеүе аҫтына күсергә тейеш булған, ә бынан башҡа һалым йыйыу һәм тәңкә һуғыу император власының айырым хоҡуғы булған.

Шуның менән бергә император үҙ вассалдарынан хәрби йөкләмә үтәүҙе талап иткән һәм буйһонмаусыларҙан леныларын тартып алыу менән янаған. Үҙ-ара һуғыштарҙы ҡәтғи тыйған.

Яңы эдикттар бигерәк тә үҙҙәренең феодал сеньорҙарынан бөтөнләй тиерлек бойондороҡһоҙлоҡ алған ломбард ҡалаларының хоҡуҡтары һәм азатлығын ҡыҫҡан. Фридрих I-гә тап улар иң көслө ҡаршылыҡ күрһәткән. Генуялылар, ҡайһы милеккә хоҡуғын дәлилләй алһа ғына, Фридрихҡа шуны бирәбеҙ тип белдергән. 1159 йылдың ғинуарында император власҡа үҙенең кешеләрен ҡуйырға маташа, тип миланлылар баш күтәргәндәр. Уларға Кремона һәм Брешиа халҡы ярҙам иткән. Шул арала Фридрих, үҙенең тәүге уңыштарынан ҡәнәғәт булып, союз ғәскәрҙәренең күпселеген Альп тауҙары артына оҙатҡан. Ҡалған көстәр Миланды ҡамау өсөн күрәләтә етерлек булмаған. 1159 йылдың июлендә император Кремонаға яҡын килгән һәм уның алты ай буйы ныҡышмалы ҡамауҙа тотҡан. Ниһайәт 1160 йылдың ғинуарында был бәләкәй генә ҡәлғәне баҫып ала һәм Фридрих уны нигеҙенә тиклем емерергә  бойорған.

Башҡа ҡыйынлыҡтарға тағы папа тәхете өсөн талаш  өҫтәлгән. Адриан IV вафат булғандан һуң, Фридрихтың дошмандары папа итеп Александр III һайлаған, ә уның яҡлылар — Виктор IV. Император Павияла Александрҙы төшөрөү тураһында иғлан иткән сиркәү соборын йыйған. Александр быға иҫе китмәгән һәм, үҙ сиратында, Барбароссаны сиркәүҙән ҡыуған, ә уның дәүләт подданлығындағы халыҡты анттан азат иткәндәр. ФридрихРимгә поход кәрәклеген аңлаған. Әммә иң тәүҙә ул Италияла нығынырға теләгән. Германия һәм Италияла үҙенең вассалдарын саҡырып, Фридрих 1161 йылдың майында Миланды икенсе тапҡыр ҡамаған. Бер йылдан, 1162 йылдың мартында, ҡала, бер ниндәй ҙә шәфҡәтлек үтәү шартын ҡуймайынса, еңеүсегә баш һалған. Фридрих халыҡҡа, ала алырлыҡ мөлкәтен алып, ҡаланан китергә һәм нығытылмаған дүрт ҡалала урынлашырға ҡушҡан.

Ҡала үҙе тулыһынса емерелгән (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, ул бары тик емереү символы булып һаналған һабан менән символик рәүештә һыҙылған). Шул төп дошман тар-мар ителгәндән һуң, Пьяченца, Брешиа һәм башҡа ҡалалар бирелгән. Император халыҡҡа ҡала диуарын стена һүтергә, контрибуция түләргә һәм наместникны ҡабул итергә ҡуша.

1163-1165  йылдар үҙгәртергә

 
Фридрих I Барбаросса — тәре йөрөтөүсе. Ҡулъяҙмалағы  миниатюра (1188 йыл).

Бик аҙға ғына Германияға ҡайтып килгән арала, 1163 йылдың көҙөндә Фридрих, Ломбардияға ҡайта һәм Римгә походҡа әҙерләнә башлай. Әммә  яңы ҡыйынлыҡтар уны туҡтатып ҡалдыра. Венеция, Верона, Виченца һәм Падуя немецҡа ҡаршы лигаға берләшә. Апрель айында вафат Виктор IV вафат була. Уның урынына һайланған Пасхалий III яҡлылар Александр III яҡлыларға ҡарағанда күпкә аҙ була. Император Веронаға һөжүм итеп маташа, әммә уның етди һуғыш алып барырлыҡ көсө булмай. 1164 йылдың көҙөндә, яңы ғәскәр йыйыу өмөтө менән, ул Германияға юллана. Төрлө эштәр уны тағы ла бер йыл ярыға тотҡарлай. Тик 1165 йылдың яҙында ғына Фридрих, ҙур армияһы менән Альп тауҙарын артылып, туранан-тура Римгә хәрәкәт итә. 24 июндә немецтар изге Фәрештә һарайын ҡамай һәм Тибрҙың бөтә һул ярын биләй. Александр III Франджипани Колизей менән йәнәш Франджипани һарайында йәшеренә. Фридрих ике папаға ла, сан һалып, яңы һайлау үткәрергә  тәҡдим итә. Александр баш тарта, һәм был уны ҡала халҡы алдында күҙҙән төшөрә. Үҙҙәренең бер һүҙле булмауҙары менән билдәле римлеләр папаға ҡаршы боролалар, һәм ул Беневенткә ҡасып китә. Император тантаналы итеп ҡалаға инә, ә 30 июндә изге Петр ҡорамында Пасхалий тәхеттән ҡолатылған. Әммә Фридрих үҙен яҡлаусыға әлегә тиклем папалар файҙаланған властың хатта  шәүләһен дә ҡалдырмай. Сенат һәм префект императорға шәхсән  буйһонған, Рим менән идара итеү ҙә уның ҡулына күскән. Фридрих  үҙе теләгәнгә ирешкән тиергә булыр ине. Тик бында көтөлмәгән хәл уның барлыҡ пландарын бутай: август айында немец ғәскәре эсендә аяуһыҙ тағунэндәте, рәт ауырыуы башланған.

Ломбард лигаһы  үҙгәртергә

Үлеүселәр шул саҡлы күп булған, Фридрих ашығыс рәүештә үҙ ғәскәрен төньяҡ Италияға күсерә. Бында уны дошман позицияһы көсәйеүе хафаға һалған. Элек барлыҡҡа килгән лигаға Кремона, Бергамо, Брешиа, Мантуя, шулай уҡ үҙ ҡалаһын ашығыс рәүештә төҙөкләндергән Милан халҡы ҡушыла. Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, Фридрихтың армияһы булмай, һәм уға  Павиянан фетнәнең көсәйгәнен көсһөҙ күҙәтеп торорға ғына ҡала. 1167 йылдың 1 декабрендә баш күтәргән ун алты ҡала Ломбард лигаһына берләшкән. Улар, элекке императорҙар дәүерендә эйә булған льготалар һәм азатлыҡтарҙы кире ҡайтармайынса, сепарат килешеүе төҙөмәҫкә, тип һөйләшәләр. 1168 йылдың башында Фридрих нисектер Германияға кире ҡайтмаҡсы була. Юл ыңғайы, Сузыла, ул, башҡа кеше әйберен кейеп, әсирлектән ҡотола.

Бишенсе итальян походы  үҙгәртергә

Был юлы император, мөһим эштәрен хәл итеү, үҙ власын нығытыу менән мәшғүл булып, Германияла ете йыл йәшәй. 1173 йылда ул Италияға кире ҡайтырға һәм ғәскәрен Ломбард лигаһына ҡаршы походҡа йүнәлтергә ҡарар итә. Уны иң киҫкен мәлдәрҙә ғәскәрһеҙ ҡалдырған кенәздәргә бәйле булмаҫ өсөн, ул бик күп брабант кешеләрен яллаған. 1174 йылдың сентябрендә Фридрих бишенсе тапҡыр Альпты артыла, ә октябрҙә Алессандрияны ҡамай. Ломбардтар ныҡышмалы рәүештә ҡаршы торғандар. Уңышҡа ирешә алмай, киләһе йылдың апрелендә, Фридрих һөйләшеүҙәр башлай, түләй алырлыҡ аҡсаһы булмағанлыҡтан, һалдаттарын тарата. Әммә, яҡтарҙың позициялары төрлө булғанлыҡтан, бер йылға тиерлек һуҙылған консультациялар бер нимәгә лә килтермәгән. Яңынан һуғышҡа әҙерләнер кәрәк булған.

Император Кьявеннаға үҙенең ике туғанын, Бавария һәм Саксонияның ҡеүәтле һәм герцогы Вельфтар ырыуынан Генрих Левты  саҡырған һәм унан ярҙам һораған. Лев Генрих Лев баш тартҡан, бының менән Фридрихтың йәнен көйҙөргән. Ул Италияла ҙур ауырлыҡ менән бер нисә мең һалдат йыйған һәм  Миланға йүнәлгән. 1176 йылдың 29 майында дошмандар Леньяно янында осрашҡан. Был алышта немец рыцарҙары үҙ ғәҙәттәре буйынса ҡеүәтле һөжүмгә ташланған, ломбард атлылары сафтарын өҙгән, һәм уларҙы тәртипһеҙ рәүештә сигенергә мәжбүр иткән. Немецтар каре булып теҙелгән пехотаға ябырылған, һәм уларҙың атакаһы тонсоҡҡан. Шул уҡ ваҡытта  ломбард атлылары, уларға ярҙамға ашыҡҡан Брешианан килгән ғәскәрҙе осратып, һуғыш яланына кире ҡайтҡан һәм көтмәгәндә флангынан немецтарға  һөжүм иткән. Фридрих ҙур ҡыйыулыҡ һәм ғәйрәт менән һуғышырға ташланһа ла, эйәренән бәреп төшөрөлә. Шундуҡ ғәскәр буйлап уның үлеме тураһында уйҙырма  хәбәр тарала. Ҡоралдарын ташлап, рыцарҙар һуғыш яланынан ҡасып киткән һәм  Павийҙа йәшеренгән.

Папа менән килешеүе һәм Германияға кире ҡайтыуы үҙгәртергә

 
Зинцигта Фридрих I Барбароссаның  һәйкәле
 
Спинелло Аретино Фридрих Барбароссаның рим папаһы Александр III власына буйһоноуы. Палаццо Публиколағы фреска, Сиена

Бында еңелгәндән һуң, Фридрих позицияһын йомшартырға һәм ҙур ғына юл ҡуйыуға барған: ул  Александр III берҙән-бер законлы папа тип таныуға ризалашҡан, уға Римдәге һәм префектураһын кире ҡайтарған һәм Тоскана маркграфлығын уның лены тип таныған. Шуға алмашҡа папа уны сиркәүҙән ситләштерелеүен кире алған. Папа менән ярашҡандан һуң, Фридрих ломбард эштәренә кире  ҡайтҡан. Әммә баш күтәреүселәр менән килешә алмаған. 1177  йылдың июлендә Венецияла Фридрих улар менән алты йылға ваҡытлыса килешеү төҙөгән һәм 1178 йылдың йәйендә Бургундияға барған, һәм Арлдә бургунд короле тәхетенә ултырған. Германияла ул беренсе бер һылтауҙы Генрих Левты Арыҫлан ҡыҫырыҡлау маҡсатында файҙаланған. Шпейерҙағы съезда Хальберштадт епискобы Ульрих, герцог уның епархияһының лендарын баҫып алған, тип ошаҡлашҡан. Ғинуар 1179 йылдың ғинуарында  был мәсьәләне хәл итеү өсөн Генрих король трибуналына саҡыртылған, әммә ул баш тартҡан.  Июндә ул Магдебургҡа ла съезға килмәй. Был уға ҡарата башҡа процесс башлау мөмкинлеген бирә: Фридрих уны фетнәлә ғәйепләй. 1180 йылдың ғинуарында Вюрцбургтағы съезда ҡеүәтле Вельф үҙенең барлыҡ лендарынан мәхрүм ителгән. Көнсығыш Саксония тапшырҙы граф Бернхард Анхальтскийға тапшырылған.

Көнбайыш саксон ерҙәренән Фридрих яңы Вестфаль герцоглығын барлыҡҡа килтергән, һәм уны үҙенә  ҡалдырған. Баварияны граф Отто фон Виттельсбахҡа биргән. Унан шулай уҡ герцоглыҡҡа әйләндерелгән Штирия маркаһы тартып алынған.  1180 йылда император ғәскәрҙәрен Саксонияға йүнәлткән, Брауншвейгты алған һәм Любекты ҡамаған. 1181 йылдың йәйендә Генрих Лев отолғанын аңлаған. Ноябрҙә ул Эрфуртҡа съезға килгән һәм ярлыҡау ялбарып Фридрихтың аяғына йығылған.  Барбаросса уны ғәфү иткән, Брауншвейгты кире  ҡайтарған, әммә Вельфтарҙың бөтә биләмәләрен дә  үҙендә ҡалдырған. Бынан тыш, герцог өс йылға ҡыуылған. Ломбардтар менән конфликт та аҡрынлап яйланған. 1183 йылда Констанцала Ломбард лигаһы менән менән солохҡа ҡул ҡуйылған. Ҡалалар императорҙы үҙҙәренең сюзерены итеп таный, ә Фридрих уларҙың элекке иректәре һаҡланыуына, шул иҫәптән мөһим булғандарын, нығытмалар төҙөү һәм лигалар ойоштороу хоҡуҡтарын һаҡлауға, ризалығын бирә. Император ҡала консулдарын инвестициялау хоҡуғын һаҡлаған, һәм уның суды юғары инстанция тип танылған. 1184 йылда үҙенең апаһы Констанцияны Фридрихтың улы Генрихҡа кейәүгә бирергә риза булған Вильгельм II Сицилиялының король титулын Фридрих таныған. (Ул саҡта  киләсәктә был никахтың Гогенштауфендарҙың  Сицилияға эйә булыу мөмкинлеген биререн бер кем күҙ алдына ла килтермәгән.)

Өсөнсө Тәре походы үҙгәртергә

 
Кифһойзер тауы эргәһендә император Фридрих I Барбароссаның таш һыны. Императорҙың еткән һаҡалы тәхетте сырмаған.

1189 йылда Фридрих Изге ергә Өсөнсө тәре походында ҡатнашҡан. Шулай уҡ был походта  француз короле Филипп II Август һәм англия короле Ричард Арыҫлан йөрәкле лә ҡатнашҡан. Уларҙың барыһының да үҙ ғәскәрҙәре булған һәм улар, төп командалыҡ итеүсе һәм еңеүсе данына дәғүә итеп,  даими рәүештә үҙ-ара дошманлашҡан. Үҙе булмаған ваҡытта Фридрих дәүләт идаралығын улы Генрихҡа тапшырып торған һәм 1189 йылдың яҙында  Ратисбонндан Дунайға походҡа сыҡҡан. Имен-аман  Венгрияны, Сербияны, Болгарияны уҙып киткәс, тәре йөрөтөүселәр йәй көнө Византияға ингән. Фридрих I Барбаросса үҙенең ғәскәрен Византия империяһы буйлап ҡоро ерҙән (француз һәм инглиз тәре йөрөтөүселәре Фәләстингә диңгеҙ юлы менән барған) үткән — беренсе һәм Икенсе тәре походтарынан юл таныш булған.

Император Исаак Ангел Фәрештә илселәре Барбароссанан аманат биреүен һәм баҫып алған ерҙәрен бүлеп биреү бурысын үтәүен талап иткән. Фридрих императорға илселәр ебәргән, ләкин Ангел уларҙы төрмәгә ташларға бойорған. Быны ишеткән Фридрих һөйләшеүҙәрҙе туҡтата һәм, юлындағы бар ерҙе бөлгөнлөккә килтереп, ғәскәрен Константинополгә йүнәлтә. Ноябрь аҙағында тәре йөрөтөүселәр Адрианополде алған. Шунан һуң ғына Исаак уның менән һөйләшеүҙәр башлай, һәм 1190]] йылдың ғинуарында килешеү төҙөй. Фридрих Константинополь аша үтмәҫкә вәғәҙә иткән, бының өсөн византия императоры немецтарға аҙыҡ-түлек бирергә һәм боғаҙ аша сығарырға ярҙам итәсәген белдергән.

Вафаты  үҙгәртергә

 
Юлиус Шнорр фон Карольсфельд. Фридрих Барбароссаның вафаты

Фәләстингә барған юлда Германия ғәскәре еңел мосолман атлылары менән бәрелештәрҙә ҙур юғалтыуҙар кисергән. 18 майҙа тәре йөрөтөүселәр Коньяны алған. 10 июндә, әрмән оҙатып йөрөүселәре менән, ғәскәр тау йылғаһы Селифкә килеп еткән. Шул йылғаны кискәндә, император, ауыр һуғыш кейемдәре һәм ҡоралдары кейгәнлектән, атынан ҡолаған, ҡаты ағымға эләгеп, рыцарҙар  уны ҡотҡарырға килеп еткеләгәнсе, һыуға тонсоҡҡан.

Фридрих I Барбаросса әҙәбиәттә  үҙгәртергә

Умберто Эконың «Баудолин» романында Фридрих Барбаросса батып үлмәгән, имеш; уны шулай вафат булған тип иҫәпләүҙең сәбәбе булып уның ярандарының был күренеште "уйнауы" инсценировкалауы тип күрһәтелә. Уны һаҡлаусы юлдаштары, улар араһында тәрбиәгә алынған улы Баудолино ла булған, Ардзруни һарайының бер бүлмәһенең ябыҡ ишектәре артында иртән королдең үле кәүҙәһен тапҡандан һуң, хакимдың улы үҙҙәрен язалар, тип ҡурҡҡанлыҡтан, шундай афера уйлап сығарған, һәм һөҙөмтәлә барыһы ла Барбаросса иртәнге һыу ҡойоноу мәлендә батып үлгән, тип хәл иткәндәр.

Ғаиләһе  үҙгәртергә

Никахтары һәм балалары үҙгәртергә

 
Фридрих I Беатриса Барбаросса һәм Беатрис Бургундскаяның туйы. Империя залы түшәмендәге фреска. Вюрцбург
  • 1-се ҡатыны: (1147 йылдан) — Адельгейд (1122—1190), Дипольд III, маркграф Фобургтың ҡыҙы (1146 й. үлгән); 1153 йылдың мартында никах юҡҡа сығарылған.
  • 2-се ҡатыны: (1156 йылдың 10 июненән) — Беатрис I Бургундская (1145 йыл тирәһе — 1184 йылдың 15 ноябре), Рено III (1093—1148 йй. тирәһе), Бургундия пфальцграфы ҡыҙы. балалары:
    • Беатрис (1160/1162 й. тирәһе — 1174)
    • Фридрих V (1164—1168/1170), 1167 йылдан  Швабия герцогы
    • Генрих VI (1165—1197), Изге Рим империяһы императоры (1191—1197)
    • Конрад (1167—1191), Швабия герцогы (1170—1191) Фридрих VI исеме менән
    • Оттон I (1170—1200 йылдар тирәһе), 1189 йылдан Бургундия пфальцграфы
    • Ҡыҙы (Гизелла булыуы мөмкин) (1168—1184 йылдар тирәһе); Ричард I Арыҫлан Йөрәкле (1157—1199), Англияның буласаҡ короле Ричард I Арыҫлан йөрәкле уны йәрәшкән
    • Конрад II (1172—1196 йылдар тирәһе), Ротенбург герцогы (1188—1191), Швабия герцогы (1191—1196)
    • Райнальд (Рено) (1173—1178 йылдар тирәһе)
    • Вильгельм (1176 йыл тирәһе — 1178 йылдан һуң)
    • Филипп (1177—1208), Швабия герцогы (1196—1208), Германия короле (1198—1208)
    • Агнес (1184 йылдың 8 октябрендә үлгән); Имре (1174—1204), Венгрияның буласаҡ короле уны йәрәшкән

Ата-бабалары  үҙгәртергә

Легенда үҙгәртергә

Серле үлеме

Фридрих Барбароссаның үлеме бик серле булып ҡала. Ғәҙәттә, ул Әрмәнстандағы (хәҙерге Төркиә) Селиф йылғаһында батып үлгән тип һанала. Әммә императорҙың үҙенең замандаштары уҡ был фаразға шикләнеп ҡараған. Император яҡшы йөҙгән һәм уның янында яугирҙары булған. Икенсе бер фараз да бар, император йылға буйында ял итергә туҡтаған һәм уның һыуҙарында сафланып алырға ҡарар иткән. Ләкин һыу бик һалҡын булып сыҡҡан һәм бәлки көҙән йыйырыу, ә бәлки төшкө ашты ашау менән ҡойонорға теләүелер, 70 йәшкә етеп килгән Барбароссаның үлеменә килтергәндер.

Нисек кенә булмаһын, юлбашсының вафаты бик күп тәре йөрөтөүселәрҙе кире боролорға мәжбүр иткән. Тороп ҡалғандары, сир һәм сәлжүктәр менән көрәшә-көрәшә, Иерусалимды яулап алырлыҡ хәлдә булмаған. Император кәүҙәһенең яҙмышы шулай уҡ билдәле түгел. Уның кәүҙәһен, Германияға алып ҡайтыу маҡсатында, бәлзәмләгәндәр, әммә тыуған иленә кире ҡайтарылмаған. Был императорҙы хөрмәт итеүселәр аңында уның тураһында төрлө риүәйәттәр барлыҡҡа килеүенә сәбәп булған.

Легендаға ярашлы, император өҫтәл артында ултыра, һәм уның ерән һаҡалы өҫтәл тирәләй сырмалған. Ваҡыты-ваҡыты менән Барбаросса уяна ла ике ҡарғаны Германияла ыҙғыш-талаш туҡтағанмы икән, тип белешергә ебәрә ти. Әгәр был хәл мөмкин булып, һаҡалы өҫтәл тирәләй өс тапҡыр уралып сыҡһа, император терелә икән дә үҙ ҡулдары менән тартип урынлаштыра, имеш.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • План Барбаросса

Иҫкәрмәләр  үҙгәртергә

Балакин В. Д. Фридрих Барбаросса. — М.: Молодая гвардия, 2001.

Балакин В. Д. Фридрих Барбаросса. — М.: Молодая гвардия, 2001.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Балакин В. Д. Фридрих Барбаросса — М.: Молодая гвардия, 2001.
  • Пако Марсель. Фридрих Барбаросса. — Ростов-на-Дону: Феникс, 1998.
  • Пако Марсель. Фридрих Барбаросса. — Ростов-на-Дону: Феникс, 1998.
  • Шишов А. В. 100 великих военачальников. — М.: Вече, 2000.
  • Рыжов К. Все монархи мира. Западная Европа / Р. Эрнест и Тревор Н. Дюпюи. — М.: Вече, 1999.
  • Умберто Эко. Всемирная история войн. Книга первая / Р. Эрнест и Тревор Н. Дюпюи. — М.: Полигон, 1997.
  • Барбаросса (фильм) (англ.)

Кинематографы  үҙгәртергә

  • «

» (Италия, 2009). Фридрих I император роле — Рутгер Хауэр. Ҡапма-Барбаросса менән Фридрих ҡала тураһында һөйләй фильмды Миланда һәм лига ломбардов, ул үҙ империяһының власы һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлап тормаясаҡ. Фильм тамамланды Леньяно янындағы алышта 1176 йылда (итальяндар берләштерелгән көстәрен тар-мар фридрих).

Һылтанмалар үҙгәртергә

 Предшественник 

Конрад III

  король Германии 

1152—1190

Преемник

Генрих VI

 Предшественник 

Лотарь II

  император Священной

Римской империи 
1155—1190

 Предшественник 

Фридрих II

  герцог Швабии 

1147—1152

Преемник

Фридрих IV

  1. Record #66596013, Record #150109095 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118535757 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 BeWeB
  4. LIBRIS — 2012.
  5. Vasari G. Les Vies des meilleurs peintres, sculpteurs et architectes (фр.) / A. ChastelArles: Actes Sud, 2005. — Vol. 1. — P. 58.
  6. Frederick I, Holy Roman Emperor // SNAC (ингл.) — 2010.
  7. Friedrich I Barbarossa // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  8. 8,0 8,1 8,2 Encyclopædia Britannica (ингл.): a dictionary of arts, sciences, literature and general information / H. Chisholm — 11 — New York, Cambridge, England: University Press, 1911.
  9. Académie des sciences, belles-lettres et arts de Besançon (фр.)Besac: Académie des sciences, belles-lettres et arts de Besançon et de Franche-Comté, 1889.
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 Kindred Britain
  11. 11,0 11,1 Lundy D. R. Friedrich I 'Barbarossa' Hohenstaufen, Holy Roman Emperor // The Peerage (ингл.)