Фракия

Балҡандағы тарихи һәм географик өлкә

Фра́кия (грек. Θράκη, болг. Тракия, төр. Trakya, лат. Thracia) — Балҡан ярымутрауының көнсығышындағы тарихи һәм географик өлкә. 1923 йылда төҙөлгән Лозанна тыныслыҡ килешеүенә ярашлы хәҙерге ваҡытта ул өс дәүләт араһында бүленгән: Болгария составына Төньяҡ Фракия (шулай уҡ Үрге Фракия уйһыулығы булараҡ та билдәле) инһә, тарихи йәһәттән Көнбайыш Фракия тип йөрөтөлгән ерҙәр Грецияның хәҙерге Фракия правинцияһы, ә өсөнсө ил — Төркиәгә төбәктәге иң ҙур мегалополис булған Истанбул ҡалаһы менән Көнсығыш Фракия бирелә.

Фракия
Рәсем
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт  Болгария
 Греция
 Төркиә
Сиктәш Боронғо Греция
Ҡайҙа өйрәнелә фракология[d]
Урынлашыу картаһы
Карта

Фракияны 1923 йылдан һуң Болгария, Греция һәм Төркиә араһында бүлеү.
Тарихи Фракия һәм уға күрше биләмәләр — Боронғо Македония, Иллирия, Мёзия һәм Дакия — Alexander G. атласынан алынған карта. Findlay Classical Atlas to Illustrate Ancient Geography, New York, 1849
Көнсығыш һәм Көнбайыш Фракияның XX быуат башындағы (1912 йыл) этнографик картаһы.

Фракияның географик уртаһында мөһим транспорт үҙәге — төрөк ҡалаһы Әдирнә (тарихи исеме Адрианополь) урынлашҡан. Хәҙерге ваҡытта төбәктә 13 миллионға яҡын кеше, шул иҫәптән 10 миллион тирәһе төрөк, 1 миллионға яҡын болгар һәм 0,2 миллион грек йәшәй.

Ҡояш системаһындағы иң ҙур планета булған Юпитерҙың юлдашы Европалағы макулаға Фракия хөрмәтенә уның исеме бирелгән.

Ҡайһы бер фараздар буйынса, Рим ҡолдары восстаниеһы етәксеһе Спартак Фракия батшаларының береһенең улы була.

Географияһы үҙгәртергә

Төбәктең төп һыу артерияһы Марица йылғаһы йәки Эврос, Греция менән Төркиә араһында дәүләт сиге нәҡ уның буйынса үтә. Өлкәнең көнсығышында Странджа тауҙары һуҙылып ята. Яр буйында урынлашҡан Фракияның климаты субтропик, эске райондарҙа уртаса.

Тарихы үҙгәртергә

Беҙҙең эраға тиклем I быуатта уҡ боронғо Фракия биләмәләре Боронғо Рим контроленә күсә. Һуңыраҡ, беҙҙең эраның 330 йылында, Рим империяһының баш ҡалаһы Босфор боғаҙы буйындағы Византий ҡалаһына күсерелә, һәм уға император Константин хөрмәтенә «Константинополь» исеме бирелә. Шулай итеп, Фракия яңы барлыҡҡа килгән Византия империяһының (Көнсығыш Рим империяһының) мөһим стратегик төбәгенә әүерелә.

XIX быуат аҙағында-XX быуат башында, көсһөҙләнгән һәм һүнә барған Ғосман империяһының революцион көстәре Константинополде Греция һәм Болгария ғәскәрҙәре һөжүмдәренән яҡлап-һаҡлап ҡалырға тырышҡанда, Фракия ҡаты һәм көсөргәнешле бәрелештәр майҙанына әйләнә. Бының асыҡ миҫалы — Фракия өсөн ҡан ҡойошло һуғыш. Уның менән бергә Македония өсөн көрәш тә ҡыҙыу бара. Нисек кенә булмаһын, 1913 йылға тиклем төбәктә йәшәүселәрҙең сағыштырмаса күпселеген тәшкил иткән урындағы болгар халҡы ауыр һынауҙар кисерә. Болгар халыҡ ижады һәм тарихы буйынса танылған белгес Любомир Милетич (1863—1937) был йылдарҙа булған ваҡиғаларҙы үҙенең «1913 йылда Фракия болгарҙарын тар-мар итеү»[1] тип исемләнгән китабында һүрәтләй. XX быуат башында Фракия биләмәләренең күп өлөшө Болгарияға бирелә. Беренсе донъя һуғышынан һуң һәм 1923 йылғы Лозанна тыныслыҡ килешеүенә ярашлы Төркиәгә ҡалған ерҙәр ҡушыла, ә Греция Ксанти, Комотини һәм Эврос райондарын ала. Эврос йылғаһы көнсығышта тәбиғи сик булып хеҙмәт итә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. рус. «Разгром фракийских болгар 1913 года»

Һылтанмалар үҙгәртергә